«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БОРОНҒОҒА ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БАР
+  - 


Башҡорт халыҡ һөнәрселек мәктәбе мираҫ ҡына түгел, ә төбәк айдентикаһын үҫтереү ҡоралы тип әйтергә мөмкинме? Бөгөн брендтар нейроселтәрҙәр ярҙамында производствоны арзанайтыуға һәм глобалләшеүгә ынтыла, әммә йәмғиәттә ҡыҙыҡлы күренеш - ҡул хеҙмәтенә һәм халыҡ элементтарына тренд күҙәтелә. Йәштәр милли биҙәк төшөрөлгән кейемдәр кейә, этно-музыка тыңлай; заманса интерьерҙарҙа өләсәйҙәр ырғағы менән бәйләнгән төҫлө келәмдәр барлыҡҡа килә, ә ҡалаларҙа "үҙебеҙҙеке" тигән концепция менән ресторандар асыла һәм беҙ ашап үҫкән ризыҡтар әҙерләнә. Шул рәүешле үҙенсәлекле әйберҙәргә ҡыҙыҡһыныу арта.

Тамырҙарға таяныу

Этникаға ҡыҙыҡһыныу - осраҡлы күренеш түгел, ә законға ярашлы процесс. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, Рәсәй тарих йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе советы рәйесе Марат Мәрҙәнов фекеренсә, бөгөн йәштәр үҙ тамырҙарында терәк-таяныс таба. Был йүнәлеш төбәк имиджына ыңғай йоғонто яһай - хатта Рәсәйҙән ситтә лә. "Башҡорт этникаһына ҡыҙыҡһыныу бер нисә факторға бәйле. Беренсенән, ул глобалләшеү осоронда үҙенсәлек эҙләү, йәғни йәштәр үҙ тамырҙарында таяныс табырға ынтыла. Беҙ республиканан һәм илдән ситтә башҡорт мәҙәниәте таралыуын күҙәтәбеҙ, был сәйәси һәм иҡтисади яҡтан һиҙелерлек файҙа килтерә. Башҡортостандың киң танылыу алыуы туристарҙы йәлеп итә, инвесторҙар өсөн ыңғай имидж тыуҙыра һәм "йомшаҡ көс"кә әүерелә: уңышлы мәҙәни проекттар иҡтисадта, мәғарифта һәм фәндә хеҙмәттәшлек өсөн этәргес булырға мөмкин", - ти Марат Мәрҙәнов.
Үҙенең ҡарашын әңгәмәсе миҫал менән дә нығыта - Башҡортостандың AY YOLA этно-төркөмө сит илдә танылыу яуланы, ә коллективтың Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган менән осрашыуы халыҡтар араһындағы бәйләнеште һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Бындай бәйләнештәр мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн рәсми булмаған каналдар булдыра. Беҙ Башҡортостандың үҙенең үҙенсәлеген юғары халыҡ-ара кимәлдә таныта алыуын күрәбеҙ, - ти Марат Мәрҙәнов.- Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, яҡташтарыбыҙ берләшә, милли костюмдар, биҙәүестәр һәм башҡа элементтар менән үҙҙәренең башҡаларҙан айырылып тороуын күрһәтә".

Асылыңды танып белеү

Урындағы креативщиктар көслө төбәк үҙенсәлеге тураһындағы тезисты раҫлай. Йәмәғәтсе Айбулат Йәмилов Belazek бренды аҫтында биҙәүестәр эшләй. "Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, һәр ваҡыт беҙҙең менән булған өйҙөң символы итеп Башҡортостан контуры төшөрөлгән биҙәүестәр яһайбыҙ. Был аксессуар ғына түгел, ә тыуған төйәк, уның тарихы, мәҙәниәте менән бәйләнеш символы", - ти Айбулат.
Айбулат - Башҡортостандың Йәш яҡташтар ассоциацияһы рәйесе, тематик аксессуарҙар менән эшләү уның эшмәкәрлегенең дауамы булып тора. "Бөгөн ҡул хеҙмәте һәм милли элементтар менән ҡыҙыҡһыныу - асылыңды һәм тамырҙарыңды таныу ул. Кешеләр бер төрлө әйберҙән ялҡҡан, үҙенсәлекле булырға ынтыла. Мин күп йылдар инде республикабыҙ йәштәре менән эшләйем, һәм был бренд ошо эшмәкәрлектең тағы бер ағымына, аксессуарҙар һәм дизайн аша мәҙәни кодты яңынан ҡарау һәм уны хәҙерге йәшәйештең бер өлөшө итеү мөмкинлегенә әүерелде", - тип һөйләй әңгәмәсе.
Шуныһы ҡыуаныслы, яҡташтар традицияларҙы яңынан ҡарап, уларҙы ысын мәғәнәһендә стилле итеп эшләй. Бындай проекттар бихисап, ләкин беҙ уларҙың бер нисәһен генә атап үтәбеҙ. Walk Of Shame бренды менән бөтә донъяға билдәле дизайнер Андрей Артемов Рәсәй һәм сит ил йондоҙҙарына ҡурай төшөрөлгән кейемдәр кейҙерҙе; Айнур Асҡаров илгә "Өфөнән һөйөү менән" киноһын күрһәтте"; Урал тауҙары амбассадоры Олег Чегодаев Башҡортостандың тәбиғи айдентикаһы менән биҙәүестәр эшләй; мультиинструменталист HANQYZY халыҡ музыкаһын техно жанрында яңғырата; ә ZAMAN сәнғәт музейы илселеге сәнғәт диалогы аша Башҡортостандың үҙенсәлеген башҡа ҡалаларға таратҡан рәссамдарҙы һәм кураторҙарҙы бер урынға туплай.

Ижадсыларға ярҙам

Бөгөн Башҡортостанда оҫталарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә: мәҫәлән, халыҡ художество кәсептәрен үҫтереүгә субсидиялар алырға мөмкин. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 11 миллион һум аҡса бүленә. Республика Башлығы Радий Хәбиров "Креатив индустриялар сәғәте" кәңәшмәһендә һөнәрселек мәктәбен үҫтереүҙең төбәк етәкселеге өсөн мөһим мәсьәлә булыуын билдәләне. "Республикала дәүләт ярҙамы саралары эшләй - халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү өсөн субсидиялар алырға мөмкин. Беҙгә эшмәкәрлегегеҙҙе киңәйтеүегеҙ, тауарҙарҙың ассортиментын һәм сифатын күтәреүегеҙ мөһим", - ти Радий Хәбиров.
Этниканы яратыусылар өсөн тағы бер шәп яңылыҡ бар: быйылдан "Китап байрамы" йәрминкәһенән һуң (был юлы ул 28-нән 30 майға тиклем үткәрелә) Совет майҙанында даими рәүештә Халыҡ-ара халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре фестивале ойошторола.
Яҡшы шарттар булдырыу креаторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, тип иҫәпләй Марат Мәрҙәнов: "Башҡортостанда милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса программалар әүҙем тормошҡа ашырыла: фестивалдәр ойоштороу, художество кәсептәренә финанс ярҙамы күрһәтеү программаһы - барыһы ла традицияларға ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеү өсөн уңайлы мөхит тыуҙыра".

Трендмы, әллә базамы?

2025 йылда Өфө "Бөтә донъя һөнәрселәр ҡалаһы" статусын алды. Беҙ Рәсәйҙә тәүгеләрҙән (һәм әлегә берҙән-бер) булып ошондай өҫтөнлөккә эйә булдыҡ. Был халыҡ-ара платформаларға һәм сауҙа селтәрҙәренә юл аса. Италиянан WCC-Европа төбәге вице-президенты, халыҡ-ара жюри ағзаһы, доктор Фатина Сайкали Башҡортостандың уңышын бына нисек аңлатты: "Хөкүмәт етәкселәре өс йүнәлешкә: һөнәрселекте финанслауға, һөнәрселәргә булышлыҡ итеү системаһына, тикшеренеүҙәргә инвестицияларға аҡса һалды".
Ошонан сығып, шундай фекер тыуа: күп мәҙәниәтле Башҡортостан үҙенең эксклюзивлығы менән тотош илдең һөнәрселәр ҡалалары өсөн үҙәк була, башланғыстарҙы берләштерә ала. "Һеҙ Рәсәйҙең һөнәрселәр ҡалалары өсөн хаб була алаһығыҙ", - тине Фатина Сайкали Башҡортостанға сәфәре барышында.
Башҡортостандың Бөйөк ебәк юлының яҙмышындағы роле тураһында иҫкә төшөрәбеҙ, үткәндәрҙең ысынбарлыҡ менән бәйләнешен күрәбеҙ - һәм беҙҙең этникаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуға ҡыҫҡа ваҡытлы "тренд" һүҙен ҡуллана алмайбыҙ! "Хәҙерге Башҡортостан биләмәһенең Бөйөк ебәк юлының мөһим үҙәге булғанын, Волга һәм Кама буйҙарын Себер, дала төбәктәре менән тоташтырғанын онотмайыҡ. Ер тауарҙар, идеялар һәм традициялар менән алмашыу коридоры булып хеҙмәт иткән. Был иһә тарихи факт ҡына түгел, ә заманса үҫеш өсөн ресурс: ул цивилизациялар тоташҡан ерҙә барлыҡҡа килгән урындағы мәҙәниәттең үҙенсәлеген аңлата, яңы иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙә позицияларҙы нығытыу өсөн конкурентлы өҫтөнлөк бирә", - тип йомғаҡ яһай Марат Мәрҙәнов.

Дарья КАСЬЯНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.05.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru