«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ХАНТАВИРУСЫ НИМӘ ТАҒЫ?
+  - 

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов хантавирус тураһында белергә кәрәклеген һәм ял миҙгелендә унан ҡурҡырға кәрәкме, юҡмы икәнен һөйләне.

Был нимә?

Хантавирус кимереүселәр ташыған патогендар төркөмөнә ҡарай. Кеше өсөн уның ике формаһы хәүефле: бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәк (Евразияға хас), һәм үпкә синдромы (йышыраҡ Америкала, үлем осраҡтары 30-40 процентҡа тиклем). Ауырыу ауыр үтә: юғары температура, ауыртыу, һуңынан үпкә йәки бөйөрҙәрҙең зарарланыуы. Айырым дауалау юҡ - организмға интенсив ярҙам ғына итәләр.

Нисек күсә?

Ауырыу һауа-туҙан юлы менән кимереүселәрҙең ҡоро экскременттары менән туҙанлы һауа һулағанда күсә. Кешенән кешегә вирус йоҡмай.
Хантавирус Рәсәйгә инә аламы?
Сит илдән инеү осрағы булыуы мөмкин, әммә Рәсәйҙә таралып китмәйәсәк, сөнки ул йоғошло түгел. Беҙҙең эпидемиологик күҙәтеү системаһы күптән инде Уралда һәм Себерҙә булған урындағы штамдарҙы контролдә тотоуға яраҡлаштырылған. Халыҡ өсөн төп хәүеф - урындағы кимереүселәрҙең яҙ һәм йәй миҙгелендәге әүҙемлеге. Бигерәк тә урманда һәм дачаларҙа һаҡланырға кәрәк.

Нисек һаҡланырға?

- Асыҡ һауыттан һыу эсмәгеҙ.
- Баҡсала эшләгәндән һуң йәки урмандан ҡайтҡас, ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ.
- Кимереүселәр булған бүлмәләрҙе таҙартҡанда дезинфекция саралары ҡулланып, респираторҙа һәм бирсәткәлә генә эшләгеҙ.
Хантавирус етди, әммә һирәк осрай торған сир икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Паникаға бирелмәгеҙ, әммә иғтибар кәрәк. Әгәр сәйәхәттән һуң юғары температура, тын ҡыҫылыу йәки бил ауыртыу барлыҡҡа килһә, шунда уҡ табиптарға мөрәжәғәт итергә һәм шул иҫәптән ҡайҙа барыуығыҙ тураһында хәбәр итергә кәрәк.

"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.05.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru