
Күренекле шағир, яҙыусы, драматург һәм публицист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов 2007 йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам иткән көндәрҙә алып килгәйне редакциябыҙға ошо мәҡәләһен. Ошо тарихи датаны, уның әһәмиәтен тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрәйек әле, тип, Ғәзим Ғәзиз улының яҙмаһын ҡабатлап баҫырға булдыҡ.
Һаҡланыу ихтыяжы
Мин "Ҡабырғанан ырғаҡҡа" ("Кручья под ребро") тигән китабымда тарихыбыҙҙағы бер хәлгә ғәжәпләнеүемде белдергәйнем. Был хаҡта һаман да уйланам, аныҡ ҡына яуап та таба алғаным юҡ. Ул да булһа, башҡорт халҡы быуаттар буйына Рус дәүләтенең аяуһыҙ иҙеүенә ҡаршы баш күтәргән, ихтилал ҡуптарған, көрәшкән, ҡан ҡойған, шул уҡ ваҡытта ул дәүләттең үҙенә ситтән ҡурҡыныс янағанда, иң беренселәрҙән булып уны һаҡлар өсөн атҡа атланған. 1774-1775 йылғы Салауат күтәрелешен генә алайыҡ. Батырҙарыбыҙ дарға аҫыла, Салауаттар мәңгелек каторгаға ебәрелә, ил ут эсендә яна һәм өс тиҫтәнән ашыу йыл да үтеп өлгөрмәй, Рус дәүләтенә ҡаршы яҫҡынған Наполеонға ҡаршы шул уҡ башҡорттар 28 полк яугирҙарын ебәрә. Тарихта тағы ла ниндәй халыҡ ошондай сифаты менән айырылып торғаны бар һуң? Ер йөҙөндә ундай тарих һәм ундай халыҡ юҡ! Башҡорт ихтилалдары, асылда, Рус батшалығының килешеүҙе боҙғаны, башҡорт ерҙәрен аяуһыҙ талауы сәбәпле ҡупҡан. Был аңлашыла. Тик үҙ һүҙендә тора алмаған батшалыҡҡа ауырлыҡ килгәндә шул уҡ риза булмаусының ярҙамға килеүе аңлашылып бөтмәй һымаҡ. Минеңсә, башҡорттар, үҙ-ара ниндәй генә ҡаршы тороуҙар булыуға ҡарамаҫтан, асылда, халыҡтың халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалыу даирә-мөхитен Рус батшалығы менән мөнәсәбәттә күргәндер. Икенсе яҡтан, тәрбиә, характер, антҡа тоғролоҡ кеүек төшөнсәләр ҙә сағылалыр был тоғролоҡта. Шулай ҙа бында иң мөһим аңлатма барыбер ҙә тарихи хәтергә бәйлелер. Әйтәйек, башта әйткәнсә, халҡыбыҙ өсөн хәл иткес мәл - Аҡһаҡ Тимер менән Туҡтамыш хан һуғышын алайыҡ. Әгәр ҙә шунда башҡорттар Туҡтамыш яғында һуғышҡан булһа, аҙаҡтан еңеүсе Аҡһаҡ Тимер башҡорттарҙы ла аямаҫ ине һәм халҡыбыҙ тап шул дәүерҙә тарих арбаһынан төшөп ҡалған булыр ине. Кем белә? Хәҙер инде 1812 йылда Наполеон еңде икән, ти... Тимәк, башҡорттарҙың Рус батшалығын яҡлап, ҡон-үсен эсенә йотоп, тешен ҡыҫып булһа ла атҡа атланыуы иң тәүҙә халыҡтың яҙмышын алдан ҡайғыртыуҙан, һаҡланыу ихтыяжынан килеп сыҡҡан бит. Был бәхәсһеҙ.
Башҡорттар ике быуат буйына туҡтауһыҙ баш күтәреп, Рус батшалығының иғтибарын үҙенә йәлеп итеп, ян-яғында йәшәүсе башҡа халыҡтарҙы батшалыҡ иҙеүенән азат та иткән. Һәр хәлдә, төп көсөн башҡорт ихтилалын баҫтырыуға йүнәлткән батшалыҡ был халыҡтарға әллә ни йоғона ла алмаған. Уның ҡарауы, XIX быуат башҡорттарҙың физик, психологик һәм мораль яҡтан ныҡ бөлгөнлөккә төшкән быуаты була. Бына ошондай быуаттан һуң яңыһына күскән саҡта Әхмәтзәки Вәлиди үҙ халҡының йәшәү көсөнә ышанып, төрлө йылдар иҫәбе буйынса илле меңдән ашыу кешенән торған ғәскәр туплап, Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр башҡорттарҙың автономияһын - дәүләтселеген иғлан итә. Был - тарихтың феноменаль күренеше.
Шулай итеп...
Ғәзим Шафиҡов башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуында ата-олатайҙарыбыҙҙың ғәйәт зирәклеген күрә. Бөгөнгө Рәсәй Федерализмына ла тап ошо ҡушылыу-берләшеү арҡаһында нигеҙ һалынғанлығын иҫкә төшөрһәк, әҙип менән килешмәү мөмкин түгел.
(Аҙағы. Башы 19-20-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА