«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠЫТАЙ ҠЫЛЫСЫ НИСЕК КИЛЕП СЫҠҠАН БЕҘҘӘ?
+  - 

Ҡыйғы районында Ҡаҙығортау итәгендә иртә тимер дәүерендәге ҡылыс табылған. Ҡылыс ритуаль ҡорал булған һәм республикаға Ҡытайҙан килгән.

Төҙөүсе Илнур Ғилметдинов эштән ҡайтып барғанда ерҙән сығып торған тимерҙе күреп ҡала һәм был табылдыҡтың ябай нәмә түгеллеген аңлай.
"Дуҫтарым табылдыҡтың фотоһүрәтен Башҡортостан Республикаһының Милли музейы эксперттарына ебәргәйне. Ғалимдар ҡоралды тикшереү өсөн ҡылысты алып киттеләр", - тип һөйләне ул.
Милли музейҙың "Археология" фонд коллекцияһы белгесе, тарих фәндәре кандидаты Светлана Воробьева матбуғат конференцияһында билдәләүенсә, нефрит киҫелешле 89,5 см оҙонлоҡтағы ҡылыс республикаға Ҡытайҙан килгән. Ғалимдар уны беҙҙең эраның I-II быуатына ҡарай тип билдәләй. Быға тиклем республиканың төрлө райондарында ошондай уҡ 4 ҡылыс табылған. Улар музей фондында һаҡлана. Ғәлимә Светлана Воробьева билдәләүенсә, ҡылыс яҡшы һаҡланған, шулай ҙа экспонатты реставрациялауға ебәрәсәктәр.
Ҡылыс табылған урын айырым ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡа артефакттарҙың булмауын һәм табылдыҡтың тау битләүендә урынлашыуын ғалимдар "Бында изге урын булған, унда күсмә халыҡтар һуғыш аллаһына табыныу йолаларын башҡарған (боронғо грек тарихсыһы Геродот уны Арес тип атаған)" тип фаразлай.
"Ҡылыс Ирәндек айыуы, Сармат алтыны менән бер рәттән, беҙҙең коллекцияла лайыҡлы урын биләйәсәк. Әлеге ваҡытта уны өйрәнеү буйынса ғилми эш дауам итә, ә киң аудиторияға август башында һуғыш сәнғәтенә арналған күргәҙмә сиктәрендә күрһәтеләсәк", - тине Милли музейҙың генераль директоры Рөстәм Исхаҡов.
Рәсәй Фәндәр академияһы археологик тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире Владимир Овсянников ҡылыс Башҡортостан өсөн бик һирәк күренеш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уның яҡынса Башҡортостанда барлыҡҡа килеү тарихы тураһында һөйләне: "Ҡылыс Хань дәүеренә ҡарай. Ҡытайҙың яңы күтәрелеүе ваҡытында ҡорал алмашыныуы башлана. Әгәр элек бәләкәй бронза булһа, һуңынан оҙон тимер ҡылыстар етештерелә башлай. Ҡыйғыла табылған ҡылыстың ҡыҙыҡлы таш өҫтө бар: таштың төрөн өйрәнергә кәрәк һәм, бәлки, уның етештереү һәм сығарыу урынын билдәләргә мөмкин. Табылған урын да ҡыҙыҡлы. Күсмә халыҡтарҙа ғибәҙәт ҡылыу йолаһы булған. Ҡылысты ағасҡа тығып яндырғандар. Ҡылыс та бер аҙ бөгөлгән, был фараздарҙы раҫлай. Әммә йоланың нимә икәнен һәм нимә аңлатҡанын беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡасан да белмәйәсәкбеҙ - яҙма дәлилдәр ҡалмаған", - тип аңлатты Владимир Овсянников.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru