
Йәш быуынды тәрбиәләүҙә мәктәпкәсә балаларға белем биреү учреждениеларының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Балалар баҡсаһында улар йәмғиәттә йәшәүҙең тәүге тәжрибәһен ала - соцалләшеү процесын үтә, коммуникация алымдарын үҙләштерә, мәктәпкә әҙерләнә. Милли балалар баҡсалары тағы бер үтә лә мөһим йөкләмәне үҙ өҫтөнә алған - туған телгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уята. Сираттағы әңгәмәселәребеҙ - Һупайлы биҫтәһендәге 308-се һанлы Башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы МУСАБИРОВА һәм Дим биҫтәһендәге 75-се һанлы "Аҡбуҙат" Башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Фәниз ҡыҙы ТЛӘҮБАЕВА.
Әңгәмә башында үҙегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине: ҡайһы йылғаның һыуын эстегеҙ, педагогикаға нисек килдегеҙ, хеҙмәт юлын ҡайҙа башланығыҙ?
Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы: Бөрйән районының иң гүзәл тәбиғәтле урынында, өс район - Белорет, Ишембай, Бөрйән - сиктәрендә урынлашҡан, халҡы ауыл уртаһында ҡушылған Нөгөш менән Берәтәк йылғалары һыуын эскән Берәтәк ауылында тыуғанмын. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Өфө ҡалаһының 1-се педагогия училищеһына уҡырға индем. Тәрбиәсе булыу минең бала саҡ хыялым ине. Беҙҙең бәләкәй ауылда балалар баҡсаһы булманы. Күрше-тирә балаларын йыйып, мин тәрбиәсе, тип уйын ҡора торғайным. Атайым башҡорт теле уҡытыусыһы ине, Өфөгә уҡырға инергә ул мине алып килде. Беҙ Һупайлы биҫтәһенең Юрий Гагарин урамында йәшәгән уның танышына, үҙенең уҡыусыһы булғандыр инде, фатирға төштөк. 1987 йыл ине. Балкондан йорттоң ҡаршыһындағы яңы матур балалар баҡсаһына ҡарап торам, үҙем күҙем ҡыҙып: "Эх, бәхетле кешеләр генә ошонда эшләйҙер инде", - тип уйлайым. Яңы саҡ имтихан бирергә килгәнмен, ә хыялым шулай ҙур. Шул саҡта, хушым китеп, киләсәктә үҙем етәкләйәсәк балалар баҡсаһына бағып торғанмын икән. Теләгем ҙур булғандыр инде, ул тормошҡа ашты.
Дүрт йыл уҡып, диплом алғас, 1991 йылда Өфө районындағы данлыҡлы "Алексеевка" совхозының үҙәге Алексеевка ауылында башланым хеҙмәт юлымды. Баштан уҡ балаларҙы милли рухта тәрбиәләү теләгем көслө булғандыр инде, фольклор төркөмө ойоштороп, төрлө сараларҙа сығыш яһай инек. Янып-көйөп эшләнем шулай. Беҙҙең турала район гәзите лә яҙҙы. Дүртенсе йыл тигәндә, кейәүгә сығып, Ҡариҙел районына барып төпләнергә тура килде. Тайҡаш ауылында йәшәй башланыҡ. Эш булмаһа, унда бармайым да, йөрөмәйем дә, тигән шарт ҡуйғайным, барыһы ла ыңғай килде. Тайҡаш - татар ауылы. Унда ла башҡорт телен, мәҙәниәтен таратыу, үҫтереү эше йәйелдереп ебәрҙем. Ҡайһы бер ата-әсәләр менән аңлашылмаусылыҡ та килеп тыуҙы. Шулай ҙа күпселек, беҙҙә бындай тәрбиәсе булғаны юҡ ине әле, тип балаларын ихлас йөрөттө. Мәктәп уҡытыусылары, балалар уҡырға әҙерлекле килә башланы, тип ҡыуанды. Шуға декрет ялында, ҡыҙым тыуғас, өс ай ҙа ултыра алманым, өйгә килеп, киленегеҙҙе дәрес үткәрергә ебәрегеҙ инде, зинһар, тип, ҡәйнәмдән рөхсәт һорап, кире сығарып алдылар эшкә. Ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаштым. Клубта йәш ғаиләләр менән спектаклдәр ҡуйып, халыҡ театры исемен алырға күп тә ҡалмағайны, Өфөгә күсеп киттек. Үҙем белем алған педучилищеға, миңә башҡорт төркөмө булған берәй балалар баҡсаһына эшкә урынлашырға кәрәк, тип барҙым. "Һупайлы биҫтәһендә башҡорт балалар баҡсаһы асылып ята, һинең урының тап шунда", - тинеләр. Шулай 1997 йылдан бөгөн етәкләгән балалар баҡсаһында хеҙмәт итәм.
Гөлнара Фәниз ҡыҙы: Сығышым менән мин дә Бөрйән районынанмын. Яңы Монасип ауылында тыуғанмын, Ағиҙел һыуын һыулап үҫтем. Благовещен педагогия колледжының башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлеген, 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалы булып киткән, ул ваҡытта Бөрө социаль-педагогик академия тип йөрөтөлгән юғары уҡыу йортон тамамланым. Хеҙмәт юлын Шишмә районының Әлкә ҡасабаһында башланым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡып йөрөһәм дә (ул ваҡытта диплом алмағайным әле), балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә урынлаштым, сөнки ҡыҙымды баҡсаға урынлаштырырға кәрәк ине.
Әлкәлә йәшәй башлауымдың сәбәбе шунда - тормош иптәшем хәрби кеше. Яҙмыш елдәре ярты Башҡортостанды уратып алып килде Өфөгә: Бөрйәндән - Благовещенға, унан - Бөрөгә, Бөрөнән - Шишмә районына, шунан - Өфөгә. Иптәшемә торлаҡ алырға сертификат биргәйнелер, баш ҡалала төпләнергә ҡарар иттек. Ул ваҡытта ла хәрбиҙәргә өҫтөнлөктәр ҡаралһа ла, ҡыҙыбыҙҙы балалар баҡсаһына урынлаштыра алманыҡ. Даулашып та йөрөмәнек, милли һыҙатыбыҙ булған баҫалҡылыҡ та ҡамасаулағандыр инде. Йәшәгән йортобоҙҙан алыҫ түгел башҡорт балалар баҡсаһы эшләгәнен белеп ҡалдыҡ та, барып һөйләшеп ҡарарға булдыҡ. Мөдир ир кеше ине. Ул, әгәр үҙең тәрбиәсе булып эшкә сыҡһаң, урын була, тине. 2012 йылдың ғинуарынан эш башланым. Шулай итеп, тәҡдирҙер инде, ваҡытлыса ғына тип килеп ингән мәктәпкәсә балалар белем биреү системаһы минең хеҙмәт һалған урыным булып китте. Ошо йүнәлештә һөнәремде камиллаштырып, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып алдым. 2019 йылдан мөдир вазифаһындамын.
Үҙегеҙ етәкләгән балалар баҡсалары тураһында һөйләшеп алайыҡ. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, ниндәй ул бөгөнгө балалар?
Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы: Баҡсабыҙҙа 11 төркөм, шул иҫәптән 2 тел коррекцияһы төркөмө бар. Беҙгә бөтәһе 280 бала йөрөй. Иң кескәйҙәрҙе хәҙер йәш ярымдан уҡ алабыҙ. Барлығы 40 кеше эшләй. Тәрбиәселәрҙән тыш, ике уҡытыусы-логопед, физкультура буйынса инструктор, педагог-психолог һәм ике музыка етәксебеҙ бар. Бина 1986 йылда төҙөлгән. Ҡырҡ йыл үткән, капиталь ремонтҡа ла ваҡыт еткән инде. Ҡулдан киләнсе төҙөкләндереү эштәре башҡарабыҙ. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, биләмәләге асфальтты өлөшләтә алмаштырҙыҡ. Быйыл ҡыйыҡты яңыртыуға аҡса бүленде. Ҡорамалдар, уҡыу-уҡытыу кәрәк-яраҡтары йәһәтенән башҡа балалар баҡсалары менән бер самалабыҙ. Йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, йәнһүрәттәр видеотекаһы, аудиоәкиәттәр, йырҙар яҙмалары, телмәр үҫтереү өсөн интерактив уйындар, хикәйәләр һөйләргә, шиғырҙар ятларға өйрәтеү өсөн схема-һүрәттәр тупланған. Һанлы техника һәр төркөмдә үҙенеке булһа ине лә ул, әлегә интерактив таҡта дөйөм баҡсаға берәү генә.
Һәр замандың, әлбиттә, балалары үҙенә башҡа. Мин эшләй башлаған саҡта башҡорт телендә һөйләшкән, аралашҡан, үҙ фекерен әйтә белгән балалар күберәк килә ине. Улар менән эшләүе лә еңелерәк булды. Әкиәттәр сәхнәләштерҙек, конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Республика телевидениеһының "Тамыр" студияһынан килеп, беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙе тапшырыуҙарға һайлап алалар ине. Бөгөн үҙ телендә иркен аралашҡан балалар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Һәр төркөмдә ундайҙар өсәү-дүртәү генә. Элек ата-әсәләр ҙә ныҡ ихлас ҡатнашты балалар баҡсаһы тормошонда. Хәҙер кеше эшкә бирелеп китте, икешәр, өсәр урында эшләйҙәр, беҙгә ваҡыт бүлә алмайҙар.
Гөлнара Фәниз ҡыҙы: "Аҡбуҙат" - Дим ҡасабаһындағы берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһы. Ул 1989 йылда урындағы завод ҡарамағында асылған. 1995 йылда ҡалаға тапшырыла һәм 1997 йылда башҡорт телен үҫтереү маҡсатында башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы итеп үҙгәртелә. Ошо статуста 2012 йылға тиклем эшләй. Мин килгәндә мәктәп бар ине әле. Унда балалар көнө буйы булды: уҡыны, ял итте, хатта төшкө аштан һуң йоҡлап та алалар ине. 102-се башҡорт гимназияһы асылғас, башланғыс синыфтар унда күсте. Бөгөнгө көндә 13 төркөмдә 375 бала тәрбиәләнә. Проект буйынса беҙҙең балалар баҡсаһы 269 урынға иҫәпләнгән. Биҫтәнең боронғо үҙәгендә урынлашһаҡ та, балалар һаны кәмемәй. Бөтә төркөмдәрҙә лә башҡорт телен өйрәнеү программаһы тормошҡа ашырыла. Ҡуйылған төп маҡсаттарҙың береһе - кескәйҙәргә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Коллективта 24 педагог, 11 тәрбиәсе ярҙамсыһы эшләй. Төп составты электән килгән рухлы, туған тел өсөн янып-көйгән патриот тәрбиәселәр тәшкил итә. Шулай уҡ йәш педагогтар ҙа бар. Үҙем етәкләгән осорҙа ғына өс йәш белгесте эшкә алдым. Тел яҙмышына битараф булмаған йәштәрҙең беҙҙең арттан эйәреүе үтә лә ҡыуандыра, өмөт уята, дәрт-көс би-рә.
1989 йылда төҙөлгән ике ҡатлы бинала урынлашҡанбыҙ. Мин эшләгән осорҙа ҡыйыҡты алмаштырҙыҡ, башҡа ваҡ ремонт эштәре башҡарылды. Мебелде, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы заманса итеп яңырттыҡ, уйынсыҡтар етерлек. Ғөмүмән, шарттар насарҙан түгел. Биләмәбеҙ бик иркен. Бөтә төркөмдәрҙең үҙ уйын майҙансығы, верандаһы бар.
Уҡытыу-тәрбиә эше Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Нафикованың башҡорт балалар баҡсалары өсөн төҙөлгән "Бала саҡ" программаһына нигеҙләнеп алып барыла. Унан тыш, өҫтәмә белем биреү ойошторолған. Ата-әсәләрҙең теләген, заман талабын иҫәпкә алып, робототехника, сит илдәр телдәрен өйрәнеү кеүек дәрестәр үткәрәбеҙ. Уларҙы махсус курстарҙа белем алған үҙебеҙҙең тәрбиәселәр алып бара. Шулай уҡ "Тылсымлы бармаҡтар", "Әкиәттә ҡунаҡта", "Шахмат", бейеү кеүек түңәрәктәр ойошторолған. Спорт мәктәбенән килеп, махсус тренерыбыҙ малайҙарҙы көрәшкә өйрәтә.
Ниндәй ул бөгөнгө балалар, тигәндә, беҙҙә йәш ярымдан ике йәшкә тиклемгеләрҙең ике төркөмө бар, шул кескәйҙәр әле һөйләшә лә белмәйҙәр, ә инде ҡулдарына телефон, йә ноутбук килеп эләкһә, уны асып үҙҙәренә кәрәкле уйындарҙы, йәнһүрәттәрҙе сығарып алалар. Әйтерһең, улар гаджеттарҙа эшләргә белеп тыуа. Шул уҡ ваҡытта күптәре тел кәмселектәре менән килә. Быны йыш ҡына ғаиләлә русса менән башҡортсаны бутап һөйләшеүҙән күрәләр. Мин улай тимәҫ инем. Үҙемдең ике ҡыҙымдың да теле иртә асылды, шуға сағыштырыу өсөн миҫал бар. Минеңсә, балалар менән өйҙә тере һөйләшеү, аралашыу етешмәй. Уларҙың аңы камил, ләкин фекерҙәрен һүҙгә һалып әйтә алмайҙар. Үкенескә, йылдан-йыл был проблема киҫкенләшә бара. Мин эш башлағанда өс йәшлек утыҙ баланың өс-дүртәүһе һөйләшә алмаһа, хәҙер киреһенсә, өс-дүртәүһе генә иркен һөйләшә. Ошо хәл хафаға һала. Бәлки, бының сәбәбе өләсәйҙәр мәктәбенең юҡҡа сығыуындалыр. Сөнки пенсия йәше күтәрелгәс, өләсәйҙәр хәҙер эшләй, ейән-ейәнсәрҙәре менән ултырырға уларҙың ваҡыттары юҡ.
Башҡорт балалар баҡсаһы башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Һеҙҙә ысын милли мөхит булдырылғанмы? Туған телгә ҡыҙыҡһыныуҙы ниндәй саралар менән тәрбиәләйһегеҙ?
Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы: Башҡорт балалар баҡсаһы ул тупһанан уҡ айырылып тора. Сөнки беҙҙә шарттар икенсе, кескәйҙәр тәүге көндән туған телле, этномәҙәни компонентлы мөхиткә эләгә. Милли рух яғынан ғына түгел, тәрбиәлелек, ихласлыҡ йәһәтенән дә айырыла ул. Үҙ телеңдә сәләмләп ҡаршылау, моң-йырҙар, бөтә урында ла тәртип - былар башҡа бер ерҙә лә юҡ. Аралашыу, тәрбиә-уҡытыу процесы - тик башҡортса. Телде өйрәтә генә башлағанда балаларҙы ике төркөмсәгә бүлеп үткәрәбеҙ дәрестәрҙе. Телде аңлағандар өсөн уҡытыу тик башҡортса бара, ә белмәгәндәр төркөмсәһендә тәрбиәсе телдән телгә тәржемә менән эш алып бара. Һөҙөмтәлә бөтәһе лә башҡортса һөйләшеп китә, тип әйтеп булмай, шулай ҙа телде аңлау кимәленә етәләр, әйткәнде ҡабул итә башлайҙар. Атай-әсәйҙәргә лә, балам туған телде белһен, тип беҙгә биргәнһегеҙ икән, ғаиләлә лә башҡортса аралашығыҙ, тип әйтә киләбеҙ. Тәүге йыйылышта уҡ эште бергәләп алып барырға тейешбеҙ, тигән талап ҡуябыҙ.
Гөлнара Фәниз ҡыҙы: Башҡорт балалар баҡсаһы иң беренсе - ул йылы мөхит, үҙ-ара яҡын аралашыу. Быны башҡа коллективтарҙа эш тәжрибәм аша сағыштырып әйтәм. Беҙҙә, килеп инеү менән: "Һаумыһығыҙ!" - тип сәләмләү һәм ҡайтҡанда: "Һау булығыҙ!" - тип хушлашыу традицияға ингән. Ауылдағы шикелле бер-береңә ярҙамлашыу хас.
Төп маҡсатыбыҙ - телебеҙҙе һаҡлау. Башҡортса һөйләшеп килгән балаларҙы беҙ ҡуш ҡуллап ҡаршы алабыҙ, күтәреп йөрөтөргә әҙербеҙ. Тик ундайҙар бик аҙ. Баҡсаға килгән кескәйҙәрҙә үҙ телебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Тәрбиәселәр улар менән тик башҡортса аралаша, барлыҡ сараларҙы ла икенсе дәүләт телендә үткәрәбеҙ. Балаларҙың ғаилә мөхите, милләте төрлө. Мәғариф тураһында законға ярашлы, әгәр йәшәгән урыны буйынса киләләр икән, милләтенә ҡарамай, барыһын да ҡабул итергә тейешбеҙ. Башҡорттар нисбәте 58 процентҡа яҡын. Шуларҙың тик 14 процент тирәһе генә башҡортса һөйләшә, телде аңлай. Эште рус теленән тәржемә итеп аралашыуҙан башлайбыҙ. Ә өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә тәрбиә-уҡытыу процесы тик башҡортса алып барыла. Бала, ниндәй генә милләттән булмаһын, тел нигеҙҙәрен, төп төшөнсәләрҙе белеп сыға беҙҙән. Әйтеп китеүемсә, кескәйҙәр менән саралар рус һәм башҡорт телдәрендә үтһә, өлкән төркөмдәрҙә - тик башҡортса ғына. Башҡортса йырлайҙар, башҡорт бейеүҙәрен бейейҙәр, башҡорт уйындарын уйнайҙар. Мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә, мәҫәлән, математиканан төп төшөнсәләрҙе: арауыҡтар, ваҡыт арауыҡтары, геометрик фигуралар, һандар атамаларын башҡортса ла өйрәнәләр.
Сер түгел, бөгөн туған тел мәсьәләһе бик киҫкен тора. Иң төпкөл башҡорт ауылдарында ла бәләкәйҙәр русса һөйләшеп йөрөй. Педагог булараҡ, ошо проблемаға ҡарашығыҙ нисек, телебеҙҙе ҡурсалап алып ҡала алырбыҙмы икән?
Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы: Әлбиттә, тел тәрбиәһе иң элек ғаиләнән килә. Атай менән әсәй, өләсәй менән ҡартатай сабыйға тәүҙән үк үҙ телебеҙҙә өндәшһә, сәңгелдәк йыры йырлаһа, уның аң-зиһененә һеңеп ҡала. Артабан балалар баҡсаһы, мәктәп дауам итһә, бергәләп телебеҙҙе һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ, тип уйлайым. Дәүләт тә һуңғы ваҡытта был проблемаға иғтибарын арттыр-ҙы. Быны беҙ башҡорт теленән халыҡ-ара диктант кеүек саралар аша күрәбеҙ. Һис шикһеҙ, заман менән бергә атлау зарур. Интернетта күберәк башҡортса йәнһүрәттәр, дидактик, башҡа төрлө үҫтереүсе уйындар булырға тейеш. Әле беҙ ошо мәсьәләлә һанлы технологиялар мөмкинлектәрен ҡулланып етмәйбеҙ. Бигерәк тә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн контент ярлы. Әүҙем йәштәребеҙ тел проблемаһына ҡағылышлы төрлө проекттар менән сығалар ул интернетҡа, тик улар тарҡау, эштәре бер системаға һалынмаған. Йәш үҙенсәлектәре, ҡыҙыҡһыныу даирәһе кеүек критерийҙарҙы иҫәпкә алып, балаларға йүнәлтелгән контенттың электрон картотекаһын эшләгәндә, ҡалай шәп булыр ине.
Йәмәғәтселек ата-әсәләрҙең тел мәсьәләһендә битарафлығына ҡаршы күтәрелеп сығырға тейештер. Сөнки ҡайһы бер ғаиләләрҙә, күпселектә булмаһа әле, был юҫыҡта нигилистик ҡараш хөкөм һөрә. Ҡалайтаһың, заманы шулай бит, тип, йә иһә, русса яҡшыраҡ белер, таҙараҡ һөйләшер, тигән яңылыш фекер менән үҙҙәрен тынысландыралар, хәлде үҙ ағышына ҡуялар.
Гөлнара Фәниз ҡыҙы: Эйе, ауылдарҙа ла хәҙер сабыйҙар русса һөйләшә. Ҡыҙҙарым менән тыуған яҡҡа ҡайтабыҙ, уларға унда башҡортса аралашырлыҡ тиҫтерҙәре юҡ. Апайымдың, ҡустымдың балалары руссанан ғына һалдырып йөрөйҙәр. Телдәре шымарһын, акценттары булмаһын, тип аҡланалар туғандарым. Мин үҙем туғыҙынсы кластан ситкә сығып киттем. Башҡорт мәктәбендә уҡыныҡ, туған телдән башҡаны бөтөнләй белмәнек. Благовещен - урыҫ ҡалаһы, марийҙар күп. Колледжда башҡорт төркөмө асылыуға ике генә йыл ине ул саҡта. Әммә ләкин юғалып ҡалманыҡ, үҙебеҙҙең телебеҙҙе лә онотманыҡ, руссаны ла үҙләштерҙек. Шуға баланың теләге булһа, ата-әсәнең күңелендә туған теленә һөйөү һүнмәһә, йәш быуын юғалып ҡалмаясаҡ. Үҙемдең ҡыҙҙарыма ла ошоно һеңдерергә тырышам.
Ысынлап та, Фәйрүзә Райес ҡыҙы әйткәнсә, әгәр йәмәғәтселек, белем биреү системаһы, ата-әсәләр был мәсьәләне берҙәм күтәреп сыҡһаҡ, әлбиттә, телебеҙҙе һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ. Өҫтән закон төшөрөп кенә мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ, был беҙҙең берлектәге эшебеҙ булырға тейеш. Дәүләттән финанс ярҙамһыҙ ҙа был проблеманы йырып сығыу мөмкин түгел. Беҙ күп кенә проекттар тәҡдим итәбеҙ, ләкин аҡса булмау сәбәпле туҡтап ҡалырға мәжбүрбеҙ.
Ҡайһы осраҡта рухлы ата-әсәләр ҙә балаларына әсә телен һеңдерә алмай. Сөнки миллионлы ҡалала милли мөхит ныҡ сикләнгән. Шуға йыш ҡына, ҙур өмөт бағлап, һуңғы сара күреп, ул һәм ҡыҙҙарын улар башҡорт баҡсаһына, йә иһә айырым башҡорт төркөмөнә, башҡорт мәктәбенә бирә. Нисек уйлайһығыҙ, милли мәғариф бөгөн телде һаҡлау буйынса ошо үтә лә яуаплы миссияны тулыһынса үҙ өҫтөнә алырлыҡ хәлдәме?
Гөлнара Фәниз ҡыҙы: Быйылғы уҡыу йылында ҡалала һәр балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре асыу бурысы ҡуйылды һәм ул тормошҡа ашырылды. Әммә кадрҙар ҡытлығы бәкәлгә һуға. Төркөмдәр бар, ләкин әҙәби телдә таҙа һөйләшкән тәрбиәселәр, уларҙың ярҙамсылары, музыка, физик культура уҡытыусылары етешмәй.
Ҡалала ун башҡорт балалар баҡсаһы бар. Системалы дөйөм эш алып барылһа, яҡшы булыр ине. Күп осраҡта һәр беребеҙ үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай.
Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы: Үҙебеҙҙең балалар баҡсаһын ғына алып фекер йөрөтһәк, был бурысты үтәйбеҙ, тип иҫәпләйем. Ә инде, ғөмүмән, мәғариф системаһына килгәндә, мәсьәлә бер яҡлы түгел. Ысынлап та, кадрҙар етешмәй. Сәбәбе лә билдәле - эш хаҡы түбән. Йәш кешегә торлаҡ мәсьәһен хәл итергә, матур кейенергә, ашап-эсергә, башҡа ихтыяждарына ла етерлек аҡса кәрәк, ә беҙҙең өлкәлә ул тиклемгә өмөт итеп булмай. Беҙ уҡыған заманда училищела мәктәпкәсә балаларға белем биреү бүлегендә алты-ете параллель төркөм уҡый ине. Хәҙер - бер-ике генә. Ул белгестәр ҙә беҙгә килеп етмәй әле. Аптырап, ҡайһы саҡ: "Ҡайҙа ул һеҙ уҡытып сығарған тәрбиәселәр?"- тип уҡыу йортона шылтыратабыҙ.
Икенсенән, уҡытыу-тәрбиә методикаһы аҡһай, әсбаптар етешмәй. Бөгөнгө көндә лә әллә ҡасан ҡулланылышҡа индерелгән Зәкиә Нафикова программаһы менән йәшәп ятабыҙ. Ә бит, заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, ул бөгөнгө көн талаптарына яуап бирмәй. Балалар ҙа бит хәҙер бөтөнләй икенсе. Шуға беҙҙең тәрбиәселәр иңенә заманса методик әсбаптар булдырыу, ҡулланмалар әҙерләү бурысы ла ятты. Әлдә улар, эш хаҡы аҙ, өҫтәп түләгеҙ, тип тормайҙар, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләйҙәр. Мәҫәлән, телмәр үҫтереү буйынса электрон уйындарҙы үҙебеҙ эшләйбеҙ. Телмәр үҫтереү йәнле аралашыуҙы ғына алмай үҙ эсенә, һүҙ байлығы, грамматика, фонетика, бәйләнешле телмәр кеүек төшөнсәләр ҙә бар бит әле. Нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу, шиғырҙыр ятлау һәм башҡалар - уларҙың һәр ҡайһыныһының үҙ үҙенсәлектәре. Ошо һәр йүнәлеш бурыстарына ярашлы үҙебеҙ методика эшләйбеҙ, уйындар уйлап сығарабыҙ, электрон-цифрлы ресурстар булдырабыҙ, уларҙы, биш йәш төркөмөнә ҡулайлаштырып, системаға һалабыҙ. Тәрбиселәребеҙ иһә - үҙҙәре авторҙар ҙа, үҙҙәре башҡарыусылар ҙа.
Ата-әсәләр һеҙҙең балалар баҡсаларына балаларын теләп йөрөтәме? Улар менән эш нисек ойошторолған?
Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы: Ата-әсәләр балаларын беҙҙең баҡсаға теләп йөрөтә, тип әйтә алам. Бөгөнгө көндә алтынсы балаһын беҙгә алып килгәндәр, ҡасабаның икенсе осонан йөрөткәндәр бар. Сөнки улар 308-се һанлы Башҡорт балалар баҡсаһында милли рухлы коллектив эшләгәнен белә. Ата-әсәләр үҙҙәре лә беҙ ойошторған сараларҙың уртаһында ҡайнай. Ата-әсәләр клубы булдырылған. Унда килеп тыуған төрлө проблемалар күтәрелә. Нимәһе ҡыҙыҡ, атайҙар ҙа бик теләп йөрөй клуб ултырыштарына.
Гөлнара Фәниз ҡыҙы: Беҙгә лә ата-әсәләр балаларын теләп йөрөтә. "Аҡбуҙат" - башҡорт балалар баҡсаһы икәнен белеп киләләр. Интернетта бит бөтә мәғлүмәт тә бар. Шулай ҙа, килешеү төҙөгәндә, уставҡа һәм белем биреү программаһына ярашлы, тәрбиә эше беҙҙә икенсе дәүләт телендә алып барыла, һеҙ быға ризамы, тип һорайбыҙ. Ҡайһы бер ғаиләнән маҡсатлы рәүештә икенсе, өсөнсө балаларын да алып киләләр. Башҡортса белһендәр, тиҙәр. Тел белеүҙең, ысынлап та, зыяны юҡ, киреһенсә, күберәк белгән һайын, зиһен киңәйә генә бит.
Балаға өс ай тулғас, ата-әсәләр Дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза бирә. Нисә бала килерен беҙ алдан белеп торабыҙ. Әлбиттә, мөмкинлектәребеҙҙән артығын ала алмайбыҙ. Иң элек беркетелгән кварталда йәшәгәндәргә өҫтөнлөк бирәбеҙ, әгәр ғаиләнән бер бала йөрөй икән, икенсеһен дә алабыҙ.
Һеҙҙең балалар беренсе синыфҡа уҡырға ҡайһы мәктәптәргә бара?
Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы: М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Бер-беребеҙгә яҡын ғына, юл аша тиерлек, урынлашҡанбыҙ. Сығарылыш төркөмдәрҙән балаларҙың 80-90 проценты лицейға айырым класс булып барып ултыра. Был бик уңай: балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә бер-береһен беләләр.
Гөлнара Фәниз ҡыҙы: Беҙҙекеләрҙең дә 80 процентҡа яҡыны Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһына бара. Ул да беҙгә яҡын ғына урынлашҡан. Башҡалары "Сағыу" биҫтәһендә күптән түгел асылған 2-се "Смарт" Республика полилингваль күп профилле гимназияны, башҡа мәктәптәрҙе һайлай.
Коллективтың ниндәй өлгәштәре һәм уңыштары менән ғорурлана алаһығыҙ?
Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы: Беҙҙең тәрбиәселәребеҙ бик әүҙем. Республика һәм ҡала конкурстары финалистарыбыҙ, лауреаттарыбыҙ бар. Рәшиҙә Рәхим ҡыҙы Ғибәҙуллина һәм Илзидә Рафаил ҡыҙы Хөснөтдинова, ҡала кимәлендә еңеп сығып, республикаға үттеләр. Гөлсирә Ураз ҡыҙы Янышева ла республика конкурсы лауреаты булды. Быйыл Әлиә Мозафар ҡыҙы Мөхәмәтйәнова Башҡортостандың биш иң яҡшы тәрбиәсеһе исемлегенә инде. Методик ҡулланмалар һәм эш дәфтәрҙәре булдырған тәрбиәселәр араһында "Педагог-тикшеренеүсе", "Педагог-мастер" тип аталған республика конкурсы үтә. Унда ла еңеүҙәребеҙ бар.
Балаларыбыҙ "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында йыл да призлы урындар ала. Ата-әсәләр ҡатнашлығында Хәсәновтар ғаиләһе, әкиәт сәхнәләштереп, Гран-при яуланы. Ильяна Билалова "Өфөнөң йәш әкиәтселәре" номинацияһында 1-се урын алды. Өс телдә үткәрелгән полилингваль конкурста уңышлы ҡатнашабыҙ. Логопед төркөмдәрендә тәрбиәләнеүселәр ҡалала үткән "Речитайка" конкурсында даими сығыш яһай. Быйыл беренсе, икенсе һәм өсөнсө урын алып ҡайттылар. Нәфис һүҙ оҫталығы буйынса "Илһам" ҡала конкурсында алдынғылыҡты бирмәйбеҙ. Чир спорт төрө (үҙендә хореография, гимнастика, акробатика элементтарын берләштергән команда спорты. Ред.) буйынса ла республика кимәлендә призлы урындарҙан ҡалғаныбыҙ юҡ.
Гөлнара Фәниз ҡыҙы: Беҙ башҡорт телендә үткән барлыҡ ҡала конкурстарында ла ҡатнашабыҙ. Тәрбиәселәр араһында еңеүселәребеҙ бар. Әлбиттә, улар өсөн был өҫтәмә йөкләмә, шуға бөтә коллектив менән әҙерләнергә ярҙам итәбеҙ. 2023 йылда Мәзүнә Гәрәй ҡыҙы Ҡолһарина ҡала һәм республика кимәлдәрендә лауреат булды. Шулай уҡ быйыл Башҡортостандың биш иң яҡшы тәрбиәсеһе исемлегендә "Аҡбуҙат" вәкиле лә бар. Ул - Венера Фәрит ҡыҙы Хәсәнова.
Балаларыбыҙ ҙа йыл да барлыҡ бәйгеләрҙә ҡатнаша. Быйыл фальклор коллективыбыҙ "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында ҡала кимәлендә - Гран-при, ә төбәк-ара бәйгелә 1-се урын яуланы. Өс-дүрт йәшлек балаларыбыҙҙың матур итеп башҡортса әкиәт сәхнәләштерә алыуҙары менән ныҡ ғорурланабыҙ. Ошо уҡ конкурстың "Яһалма интеллект күҙлегенән әкиәт донъяһы" тип аталған яңы номинацияһында иң яҡшы буктрейлер (ниндәй ҙә булһа китап тураһында ирекле художестволы формала һөйләгән ҡыҫҡа видео. Ред.) өсөн Гран-при алдыҡ.
Шулай итеп...
"Телебеҙҙең киләсәге бармы?" Күңелдә ауыр таш булып ятҡан йән әсеткес ошо һорауға йөрәк йылыһын биреп киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләгән педагогтарҙан ыңғай яуап алып ҡыуандыҡ әңгәмә барышында. Тик шуныһы: башҡорт теле үлмәһен, йәшәһен өсөн, проблеманы тәрәндән аңлап, үҙенең, ғаиләһенең яуаплылығын тойоп, барса халыҡ бергә тупланырға тейеш. Был юҫыҡта башҡа бер ниндәй сара юҡ, йәмәғәт! Барыһы ла үҙ ҡулыбыҙҙа.
Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА