
Иртәгә тағы судҡа.
- Юҡ, тағы ла ун көнгә кисектерә алмайым. Аръяғына эште ҡарау мөҙҙәте үтә. Өсөнә, сәғәт туғыҙға ҡуям ултырышты. Һеҙҙән ике һорауға яуап көтәм: үҙегеҙ әйткәнсе, ысынлап та техник өҙлөклөк арҡаһында эштә тотҡарлыҡ килеп тыуғанмы һәм был өҙлөклөктә һеҙҙең ғәйеп бармы? Шулар ғына. Бының өсөн ошо өлкәләге дипломлы белгестең баһалаунамәһе лә тамам булыр. Судья Ноғоманов һанлы мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә белгес түгел. Аныҡ ҡына ҡарарға килеү өсөн миңә белгес һүҙенә, ул биргән документҡа таянырға кәрәк. Төшөндөгөҙмө? Аныҡ әйттемме?
- Эйе, аңланым. Бөтәһе лә аңлайышлы, Ваша честь - тине Әсҡәт Әмир улы үтә лә күндәм, баҫалҡы тауыш менән хөкөмдарға.
Йәш кенә, үҙе ҡайһылай уҫал, тип уйланы судҡа тарттырылыусы, үҙ улының йәшендәге судьяға хәтере ҡалып. Әйтерһең, алдында хеҙмәт урынында яңылышлыҡҡа юл ҡуйған бәләкәй бер хеҙмәткәр, ябай кеше түгел, ә йән ҡыйыусы башкиҫәр тора.
Хөкөмдар алдында быға тиклем былайтып закон боҙоусы сүрәтендә баҫып торғаны юҡ уның. Алтмыш йәше етеп килһә лә, судҡа тарттырырлыҡ ғәмәлдәр ҡылмағас ни. Әле эш урынында килеп тыуған бәләкәй генә яңылышлыҡ өсөн мир судьяһы уның өҫтөнән хөкөм ғәмәлен атҡара. Ни бары шул ғына - мир судьяһы ғына уға ҡарата хөкөм ҡыла. Килеп сыҡҡан был яҙыҡлыҡ административ яуаплылыҡ сиктәрендә генә ҡаралһа ла, язаһының иң ҡатыһы биш мең һум штраф һалыуҙан артмаһа ла - күңелендә шом, эсе боша Әсҡәт Әмир улының. Хөкөм итәләр бит уны! Ана, ҡара мантияһын кейгән судья уҫал ҡиәфәттә ултыра, ярайһы ғына күренгән "дело"һын аҡтара.
- Прокурор билдәләүенсә, хеҙмәтегеҙгә һалҡын ҡараш, яуапһыҙлыҡ арҡаһында эшегеҙҙә яҙыҡлыҡ ебәрелгән, - тине ул тағы. - Язаға тарттырыуҙы һорай. Ә миңә хәҡиҡәт мөһим... "Хеҙмәт отличнигы" баһаламаһы, Хөкүмәт шөһрәтнамәһе таныҡлыҡтарының күсермәһе теркәлгән икән "дело"ға, тикшереү мәлендә ауырыған да икәнһегеҙ - документ менән раҫлайһығыҙ быны… Ғәйебегеҙҙе танымайһығыҙ, эйе… Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: эштең асылын аҙағына тиклем билдәләү өсөн техник өҙлөклөк тураһында аңлатма көтәм. Суд кисектерелә. Прокурор ризамы?..
- Риза...
- Ҡарар ҡабул ителде. Һау булығыҙ, - шулайыраҡ тамамланды биш минутҡа һуҙылған суд ултырышы.
Бер аҙна ваҡытҡа хөкөм кисектерелде. Ете көн, ете төн. Ике ялды алып ташлағанда - биш эш көнө.
Эш урынында ҡалыпҡа һалынған тәртип, сиратлап килгән көндәлек мәшәҡәттәр үҙ ағышы менән бара. Берәүҙең бер кемдә эше юҡ. Әсҡәт Әмир улының судҡа тарттырылыуын мәрәкә итеп ҡабул итәләр хатта.
- Йә, злостный енәйәтсе, статья сәпәнеләрме?
- Судимость менән башҡаса бында тотмаҫтар ул һине... Эш ҡарай башланыңмы? Хи-хи-хи... - Кәңәшмә залына йыйылған коллегалары шулай шаяртты.
- Иртәгә сәғәт икелә объектты ҡабул итеү комиссияһы эш башлай. Әсҡәт Әмирович, янғын һүндереү системаһын тағы бер ҡат тикшереп сығыу кәрәк булыр, - тине директор, суд мәшәҡәттәренән миңрәүләнгән хеҙмәткәре яғына уҫал ҡараш ташлап.
"Нишләп уҫал ҡарайҙыр инде, аңлай алмайым. Өс көндән минең суд. Шуны ла аңламайҙар, эш өҫтөнә эш өйәләр", - тигән уй үтте Әсҡәт Әмир улының башынан, эсен бошороп.
Онотҡан һымаҡ ине буласаҡ ул ваҡиға тураһында, өс көн ҡалғайны, башынан сыҡмай ҙа ҡуя. Ул көн етер, һис шикһеҙ, етер! Ә артабан ни булыр?
"Юҡ, ун көнгә кисектерә алмайым тағы!" - тине судья. Дәлилдәр менән ғәйепһеҙ булыуын иҫбатларға ҡушты. Үҙенә… Һуң, ғәйепле, йә ғәйепһеҙ булыуҙы билдәләү нәҡ судьяның эше, бурысы түгелме ни? Әгәр, ни сәбәптәндер белгестән баһалаунамә эшләтә алмаһасы. Беҙҙә бит кеше судтан ҡурҡа, тиккә-бушҡа үҙе унда барып юлығыуҙан һипһенә.
Хәйер, булмаһын да ти баһалаунамә, сәпәһендәр әйҙә биш меңдәрен, нимә, донъяң емереләме әллә унан ғына? Түләр ҙә - онотор, бөлмәҫ әле кеҫәһенән биш мең һум сыҡһа, хөкүмәт ҡаҙнаһына инеп ятһа. Аҙ һурмайҙар ҙа баһа былай ҙа.
Сеү, юҡ-бар өсөн суд һынлы суд алдына сығарып хөкөм ҡылмаҡсылар ҙа баһа. Бинахаҡҡа, ҡылмаған эш өсөн, компьютерҙың тейешле бер билдәне, һанды күр-һәтеп еткермәгәне өсөн. Йәнәһе лә, закон буйынса талап ителгән мәғлүмәт ойошманың рәсми сайтында юҡ. Асылда, ул бар, тик техник сәбәптәр арҡаһында асылмай ғына. Шуны прокуратура белеп ҡалған һәм судҡа тарттыра хәҙер. Бот сабып көлөрлөк хәл. Был нимә, ҡурсаҡ уйнаған балалар ише, законсылыҡ уйыны уйнайбыҙмы әллә? Депутаттар закон яҙған, ҡағылышы булғандарға уны тормошҡа ашырыу йөкмәтелгән, прокурорҙарға теүәл үтәлешен тикшереү бурысы ҡуйылған, суд ошо законды боҙоусыларҙы хөкөмгә тарттырырға ҡулдарын ыуалап түҙемһеҙлек менән көтөп ултыра - харап шәп һәм мәҙәк уйын персонаждары түгелме улар? Ролдәр бүлешеп алынған, кемдең кем икәне билдәләнгән. Шулай булғас һуң, уйынды башламай әмәл юҡ. Бер-береңә текләшеп тик ултырып булмай ҙабаһа таш балбалдай. Ултырырҙар ҙа ине, бәлки, әгәр өҫтән тағы ла уҫалыраҡ күҙҙәр бағып тормаһа.
Әҙәми заттың һәм тотош йәмғиәттең ҡатмарлы һәм күп сағылышлы тормошон башкөллө ҡануниәт менән бер ҡалыпҡа һалып, сикләйһен - сикләп, тейешлеһен миҡдарлап үлсәп рөхсәт итеп буламы икән. Мәҫәлән, һәр сабый тәүге тормош һабаҡтарын мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында алырға тейеш. Дөрөҫ, бик дөрөҫ талап! Ысынбарлыҡта иһә, балалар баҡсаһы етешмәй, ата-әсәләр сират көтөргә мәжбүр. Был - Рәсәй граждандарының хоҡуҡтарын боҙоу! Ошо хәлдә прокурор нисек тыныс йоҡлаһын - ул урындағы власҡа һәр баланы балалар баҡсаһына урынлаштырырға ҡуша. Урындағы хакимиәт был талапты үтәй алмай. Ҡуш ҡуллап тотонор ине эшкә, тик балалар баҡсаһын бер төндә төҙөп ултыртып булмай. Йөҙәрләгән миллион һум аҡса, бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Аҡса юҡ, сөнки район бюджеты таҡай-тоҡай ғына. Урындағы власть талапты үтәй алмағас, прокурор уның етәксеһен судҡа тарттыра. Закон бар, ул һанға һуғылмай, тимәк, кемдер ғәйепле. Суд урындағы хужаға мул ғына штраф сәпәй. Уйын тамамланды. Урындағы хаҡимиәт башлығы һәм ата-әсәләрҙән башҡа, бөтәһе лә ҡәнәғәт. Һуң, шулай булмай ни - матур, күңелле уйнап алдылар. Бер кем дә уйын ҡағиҙәһен боҙманы. Прокурорҙың тыпырсыныуынан балалар баҡсаһы төҙөлмәүен, балалар нисек өйҙә ултырһа, шулай ултыра биреүен, әсәләрҙең эшкә сыға алмауын иҫәпкә алмағанда, әлбиттә. Ҡуй, юҡты һөйләмә, баш ҡатырма, кем әйтте һиңә, прокурор башлыҡты хөкөмгә тарттырһа, балалар баҡсаһы ҡалҡып сығасаҡ тип? Күрһәт ул йүнһеҙҙе! Был бит уйын, күңелле уйын ғына, йүләр.
Уның ҡарауы, прокурор менән судья мул ғына премия алдылар закон һағында күрһәткән һиҙгерлектәре өсөн. Ябай урам һепереүсене түгел, ә төп хужаны яуапҡа тарттырҙылар ҙа баһа! Ниндәй саялыҡ, ниндәй ҡыйыу аҙым! Премия, һис шикһеҙ, ҙур премия бындай батырҙарға!
Был фәлсәфәнән Әсҡәт Әмир улына ни фәтүә - өс көндән һуң туп ише уны уйнатып аласаҡтар бит. Ай, туп булғыһы килмәй уның, күңеле болоҡһоп тик тора шуға. Туҡта-туҡта, кем уны, туп, ти һуң. Уйындың бер персонажы, унда тиңдәр араһында тиң ҡатнашыусы ла баһа ул. Прокурор менән судьяға ҡарата хоҡуҡтары тиң. Прокурор һөжүм итеүсе, ул ҡурғаусы - футболдағы ише үҙ ҡапҡаһын һаҡлаусы, ә судья - арбитр. Әйҙә, уйна, нимә танау тартып тораһың. Прокурорҙың һөжүмен ҡаҡ та, үҙең алға ташлан!
Шулайлығын шулай ҙа ул, тик уйынға ул үҙ ихтыяры менән ҡатнашып китмәне бит, мәжбүрләнеләр. Прокурор менән судья - улар профессиональ уйынсылыр, ә Әсҡәт Әмир улы - уйын майҙанына осраҡлы ғына барып сыҡҡан кеше. Әллә шуға эсе бошамы икән? Ысын енәйәтсе исемен йөрөтһә, бәлки, уй-кисерештәре башҡараҡ юҫыҡта йөҙөр ине. Вәт унда ысын уйын, оло тамаша ҡуйырҙар ине. Тәс тә кинолағы шикелле. Ә былай, уйнарға дәрте лә, рәте лә юҡ. Күңеле тартмай.
- Ҡуйсы, иптәш прокурор, юҡ менән булышмағыҙ, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ ҙабаһа, ғәйебем юҡ. Ябығыҙ ҙа ҡуйығыҙ үҙегеҙ "дело"ны, нимәгә ул суд, - тип ҡараны башта уҡ закон һаҡсыһына.
- Күреп торам, эш шулайыраҡ. Тик яба алмайым "дело"ны. Өҫтән контролгә алынған ул. Мотлаҡ яза биреү менән тамамланырға тейеш эш. Ғәйеплеме һин, юҡмы - айырма юҡ. Беҙҙә шулай… Задание был! - тип серҙе асты ул яуап итеп, "задание" һүҙенә ниндәйҙер серле мәғәнә һалып, пауза тотоп.
Атаҡ, прокурор ҙа үҙ ихтыярында түгелме әллә? Улай булғас, судья ғына ысын уйынсы булып сыға ла баһа. Ғәжәп асыш!
Туҡта, бында ла барыһы ла ал да гөл түгел, буғай.
- Прокурор, һеҙ һыуға һәнәк менән яҙғанһығыҙ түгелме? - тип, ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, сәйер өндәшкәйне бит судья закон һаҡсыһына тәү башта уҡ.
Тимәк, ул да үҙ теләге менән ҡатнашып ултырмай уйынға…
Уф, башы ҡатты Әсҡәт Әмир улының. Бер кем дә уйнарға теләмәй, ләкин асыҡтан-асыҡ баш тартыусы юҡ - тупты, минең "дело"ны, улай-былай ығыш ҡына тәгәрәтәләр, ысынтылап тибеүсе юҡ. Был ни ғиллә?
Ә дүртенсе уйынсы һуң - закон сығарыусы һуң? Уның ҡатнашлығы ни миҡтарҙа? Билдәһеҙ был. Ул күренмәй, ул алыҫта. Бында ултырып, уның уй-ниәттәрен белеп булмай.
Көнө килеп етте - бөгөн суд.
Шөрләй әҙерәк ғәйепләнеүсе, тулҡынлана. Хөкөмдар ҡаршыһына тыныс күңел менән барып баҫыу, ғөмүмән, була торған хәл түгелдер. Ул бит Хөкөмдар! Ғәйебем юҡ, ти ҙә ул, ә кем белә, бәлки, яңылышалыр. Фәҡәт Хөкөмдар ғына белә, ул ғына әйтә ала пактай таҙаһыңмы, әллә ҡара эсле йәлләтһеңме икәнеңде.
Прокурор ҙа кәйефһеҙ. Әсҡәт Әмир улының ҡулындағы ҡағыҙҙарға әленән-әле күҙ ташлап ала. "Булдырған был, үҙенең ғәйепһеҙлеге тураһында баһаламанамә әпкигән. Премиянан ҡолаҡ ҡаҡтым былай булғас. Шелтә сәпәмәһәләр әле", - тип бошона, күрәһең.
Ысынлап та, судья һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Әсҡәт Әмир улы биргән ҡағыҙҙарҙы "дело"ға теркәне лә:
- Өҫтәмә дәлилдәр менән таныштырам: дипломлы белгестең баһаламанамәһе күрһәтеүенсә, Моратов Ә.Ә. ғәйепһеҙ. "Дело" ябылды. Прокурор ҡарарҙы кире ҡаҡмаймы? Дәғүә юҡмы?.. Бөтәһе лә риза… Ултырышты ябыҡ тип иғлан итәм, - Хөкөмдар ҡәнәғәт буғай.
Нишләп ҡәнәғәт ул? Тәүге ултырышта тауышы ҡаты, ҡәтғи булһа ла, Әсҡәт Әмир улы үҙен йәлләй һымаҡ тойомлағайны. Яза бирмәй эште ябыуына ҡәнәғәт әллә? Булыр, булмаҫ, тимә. Хөкөмдар ҙа кеше бит. Тойғолары, башҡаларға мөнәсәбәте бар.
Ауыр йөк ташлаған кешеләй, Әсҡәт Әмир улы еңел атланы ҡайтыу ыңғайына. Бәләкәй генә еңеүе ине был.
Һәм ҡапыл кәйефе үҙгәрҙе. "Ҡайһылай бахырланып йәшәйбеҙ, йәмәғәт: бер-беребеҙ өҫтөнән хөкөм ҡылабыҙ, бер-беребеҙҙе уйынлы-ысынлы баҫмаҡлайбыҙ, шуның менән кеше яҙмышында уйнайбыҙ. Бәндә бәндә өҫтөнән хөкөмдар була аламы ни? Гонаһ түгелме был? Закон сығарыусы, иптәш депутат, ау, ишетәһеңме, был һорауға яуап юҡмы икән һиндә? Беҙ, ябай уйынсылар, буталып бөттөк бит, әтеү", - тип ҡысҡырғыһы килде бөтәһе лә ишетерлек итеп суд тырнағынан ҡотолған Аллаһ ҡоло. Тик өндәшмәне, уфтанып ҡына ҡуйҙы.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА