
Янып торған күҙҙәр, һығылмалы зифа буй, ҡайнар темперамент - театр артисы өсөн кәрәк булған сифаттарҙың барыһына ла эйә булған Зилиә Азамат ҡыҙы СИТДЫҠОВА - әлеге көндә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының сағыу актрисаларының береһе. Ул И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының танылған артистары Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Зилиә менән әңгәмә барышында уның ижады, шәхси ҡараштары һәм күңел донъяһы тураһында һөйләштек.
Зилиә, һуңғы йылдарҙа һин, мәҫәлән, "Фарман ханым" комедияһында - Сатти, "Бөйрәкәй" драмаһында - Рауза, "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһында - Шәмсиә кеүек береһенән-береһе матур һәм үҙенсәлекле образдар ижад итеп, тамашасыларҙың сикһеҙ һөйөүен яуланың. Үҙеңде бөтөнләй башҡа яҡтан астың. Һүҙҙе ролдәрҙән башлайыҡ. Яңы ролгә нисек әҙерләнәһең?
- Яңы роль, ысынын әйткәндә, ул яңынан үлеп терелеү. Һәр яңы әҫәрҙе уҡыу (беҙҙеңсә "читкаға") минең өсөн тулҡынландырғыс мәл. Ни эшләп улай икәнен бер ҙә аңламайым. Артабан образ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү, мәғлүмәт туплау башлана. Бер-нисә көндән был фекер мейегә һеңә, уйҙарҙы тулыһынса биләп ала. Яңы роль спектакль геройҙары араһындағы мөнәсәбәт, синтез һөҙөмтәһендә тыуа. Тормоштан алынған образдар ҙа бар. Багажымда төрлө кешеләрҙең һыҙаттарынан бөртөкләп йыйылған һәм айырым сифаттарын берләштергән персонаждар ҙа етерлек. Интуитив рәүештә тыуған геройҙарым да булды. Образ өҫтөндә эш актер менән режиссёр берлегендә алып барыла. Эш гел генә тиҙ һәм шыма бармай. Башыма бөртөк тә уй килмәгән көндәрем була, көн генә түгел, уның айҙар буйы булмауы ла ихтимал... Ә эшләргә кәрәк. Еңел бирелгән образдарҙы беренсе көндә үк "елкәһенән" тотоп алып эшкә егәһең. Ролде ултырып ҡына ижад итеп булмай. Күңелеңде биреп уйнай башлағанда ғына сәхнәлә ролең ниндәйҙер кәрәкле формаға килә башлай. Һәм башыңа ниндәй генә уй килһә лә, уйнап ҡарарға кәрәк. Секунд эсендә генә лә тыуған геройҙар була. Образ өҫтөндә эш премьера үткәс тә дауам итә, уйнаған һайын ниндәйҙер тос фекерҙәр, хәрәкәттәр менән байытыла.
Тормош иптәшең менән бер сәхнәлә уйнауы оҡшаймы? Шәхси тормошҡа тәьҫир итәме?
- Студент ваҡыттан гел бер ижади майҙанда йөрөгәс, сәхнәлә лә бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Партнер булараҡ әкиәттәрҙә йыш уйнайбыҙ, бер-беребеҙҙе бер ҡараштан аңлайбыҙ. Элек репетициялар мәлендә йыш ҡына уның уйнауына рөхсәтһеҙ ҡыҫыла инем. Ошо насар холҡом арҡаһында һүҙгә лә килешә инек. Хәҙер был хатамды таныйым. Ирем дә, мин дә үҙебеҙ өҫтөндә байтаҡ эшләп, ижади яҡтан үҫтек, тип уйлайым. Бер-беребеҙҙең эшенә ҡыҫылып, өйрәтеп ултырмайбыҙ. Айнурҙың ҙур диапазонлы, көслө актер икәнен беләм. Ул илһамланып эшләй, уға материалдың оҡшауы зарур. Ә мин, киреһенсә, спектакль йәки проект күңелемә ятмаған хәлдә лә ролемә нисектер инеп китеп, башҡа ракурстан ҡарап уйнай алам. Икебеҙ шулай ике төрлө кешебеҙ.
Һинең иң төп конкурентың кем?
- Әлбиттә, мин үҙем. Мине яҡшы белгәндәр быны аңлар. Ҡайһы саҡта бер сиктән икенсегә һуғылыусанмын. Бер ҡараһаң, ут сәсеп торған, бөтәһен дә юл ыңғайында хәл итеп барған көслө ҡатынмын, мәле менән "мәмерйәлә" шым ғына ятып, ярты тәүлек йоҡлап, бар донъянан һәм кешелектән ваз кискән әҙәммен. Ошо ике сифатым араһында өҙгөләнәм. Яҡын кешеләремдән, әхирәттәремдән өлгө алырға тырышам.
Репетицияларҙа режиссёр менән мөнәсәбәт нисек ҡорола?
- Үҙемде ыңғай, уңайлы, ишетә белгән, тыңлаусан актриса тип һанайым. Эшемдәге төп ҡағиҙәм - режиссёр менән эш башлағанда уға тулыһынса ышаныу. Һәр проекттың, спектаклдең тик бер генә капитаны була - ул режиссёр.
Театр һинең өсөн нимә ул?
- Тәүәккәллек. Азатлыҡ. Күңел утрауы. Мин фәҡәт театрҙа ғына образдарым ярҙамында төрлөсә ҡылана алам, ысын тормоштағы Зилиә улай түгел. Сәхнә мөғжизәһен бер тапҡыр ғына булһа ла татып ҡараһағыҙ, тормошоғоҙ, ҡарашығыҙ ҡырҡа үҙгәрәсәк.
Театр донъяһына яңы килеп ингән йәш артистарға ниндәй кәңәш бирер инең?
- Ваҡыт бик тиҙ үтә икән ул! Театрға эшкә килгән осорҙа беҙгә "йәштәр" тип өндәшәләр ине. Тиҫтәнән ашыу ваҡыт үткән. Әлеге мәлдә театрҙа эш башлаған йәштәргә ижадҡа сумып, йәшнәп йәшәүҙәрен теләйем. Итәк тултырып балалар тапһындар, сәйәхәт итеп ҡалһындар - беҙҙең кеүек, ваҡытты дөрөҫ бүлеп йәшәһендәр. Тәүәккәлләргә, эштән ҡурҡмаҫҡа кәрәк, сөнки был бер ҡабатланмаҫ мәл генә. Ә иң мөһиме - ижадты яратһындар.
Уңышһыҙлыҡтарҙы нисек кисерәһең?
- Кәзә йылында тыуған Кәзәмөгөҙ мин. Әйткәндәй, бәләкәйҙән һәм бөгөн дә еңелеүҙе ауыр кисерәм. Иркәләнеү түгел, ә характерымдың бер һыҙаты был. Шундай кешемен. "Бөтәһе лә яҡшыға" тигән девиз минең турала түгел, аҡылым менән аңлаһам да, йөрәгемдең ишеткеһе килмәй. Әсәйем - шәхси психологым. Ул мине бала саҡтан уҡ беренсе һәм маҡтаулы, бар эштә алдынғы булыуҙың мотлаҡ түгеллегенә өйрәтте. Әммә еңеүсе рухы барыбер һәр ваҡыт минең менән! Быны насар тип иҫәпләмәйем. Үҙ-үҙең алдыңда намыҫлы булыу мөһим, ә заманалары төрлөсә булыуы ихтимал. Был инде башҡаса фекер. Элек ныҡ көйөп, хатта илап, бар ғаләмде әрләп, ғәйепләп йоҡлап китә торғайным. Иртәгәһенә барыһын да онотоп уяна инем. Йоҡлау - насар уйҙарҙан, нервылы хәлдәрҙән арынырға ярҙам итә. Минең дауам шул.
Һиңә кешеләрҙең иғтибары оҡшаймы?
- Дөрөҫөн генә әйткәндә, тамашасы иғтибарынан ныҡ уңайһыҙланам һәм оялам, шуға күрә был йүнәлештә үҙ өҫтөмдә даими эшләйем. Тамашасыларҙың эргәмә килеп, спектакль өсөн рәхмәт әйтергә, һорау бирергә теләгәнен аңлайым. Элек мин кешеләр менән артыҡ һөйләшеп бармай инем, хәҙер иғтибарҙы тынысыраҡ ҡабул итәм. Бәләкәйҙән сәхнә артында йәшенеп, күҙгә артыҡ салынмай ултырырға тырышыуымдан киләлер инде был...
Һин тәүлектең ҡайһы ваҡытында әүҙем?
- Тәүлектең беренсе яртыһында мин театрҙа репетицияларҙа йөрөп, үҙемдең сәхнә тормошомда йәшәһәм, кискеһен командир әсәй, ә төнөн ашнаҡсы-кондитер, тәрбиәсе һәм үҙен йә рәссам, йә тегенсе, йәки турнирҙарға кәрәк-яраҡ әҙерләүсе көйәрмән, ҡунаҡсыл хужабикә лә була белгән ижади кеше мин.
Элекке Зилиә менән хәҙерге Зилиә араһында айырма бармы?
- Минең өсөн ҡыҙыҡ һәм мөһим һорау, сөнки һуңғы йылдарҙа был хаҡта күп уйлайым... Ниһайәт, үҙ күңелемә юл таптым. Бала саҡтағы ғәмһеҙ, алсаҡ булмышыма ҡайттым. Кеше үҫә бара үҙенән ҡаса, үҙ теләктәренән ҡурҡа башлай. Минең дә шундай саҡтарым булды, быларҙың барыһын да тәжрибә дәфтәремә яҙам. Был хаҡта оҙон-оҙаҡ фекер йөрөтөргә, һөйләргә була. Миңә хәҙер рәхәт, күкрәк тултырып һауа һулайым, тыныс тормошҡа ышанып йәшәйем.
Әлеге ваҡыттағы күңел торошоң?
- Һуңғы йылдарҙа мин йәш сағым менән бөтөнләйгә хушлашҡанымды аңланым һәм быны йөрәгем менән тулыһынса ҡабул иттем. Был асыш рухи яҡтан еңел бирелмәне. Бөгөн мин аяғымда ныҡлы баҫып торам, үҙемдә көс, ҡеүәт тоям һәм хис-тойғоларымды контролдә тотам. Ғөмүмән, үҙемдең энергиямдан ҡәнәғәтлек кисерәм. Уның көндән-көн нығынғанын да һиҙәм.
Күпселек кешеләрҙең ниндәй фекере менән һин риза түгел?
- Берәй нәмәгә тырышып инандыра башлағандарын күңелем ҡабул итмәй. Элек мин төрлө хәл-ваҡиғаларға ҡарата хәбәрҙәргә, фараздарға ныҡ иғтибар итә инем, хәҙер үҙем тикшермәйенсә, ышанып бармайым. Һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекерем бар.
Яратҡан цитатаң ниндәй?
- Эшләһәң, йәнеңде биреп эшлә. Минең өсөн был донъяла бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Ял иткән саҡта рәхәтләнеп һуҙылып төшөп ятам, ә эшләргә кәрәк булһа, йән-фарман йүгереп барып тотонам. Был сифатымдың яҡшымы-насармы икәнлеген белеп етмәһәм дә, мин шулай өйрәнгәнмен.
Яратҡан шағирҙарың, яҙыусыларың кемдәр?
- Көмөш быуат шағирҙары әҫәрҙәрен ихлас уҡыйым. Тап ошо шәхестәр ижады рус әҙәбиәтен данлыҡлы әҫәрҙәр менән байытып, донъя әҙәбиәте кимәлендә таныта. Уларҙың мөхәббәт һәм нәфрәт, үлем һәм йәшәү, бәхет һәм хәсрәт хаҡында яҙған шиғырҙары күңелемә яҡын. Тормошҡа ҡарата үҙенсәлекле фекерҙәр менән танышыу мине тәрән уйҙарға күмә.
Социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы артистар тормошон ҡарап бараһың?
- Интернетта бер ҡалыпта ғына булған материалдарҙы күҙәтеп ултырмайым. Мәҫәлән, бөгөн рилстар ҡараһам, иртәгә опера, иртәгәнән һуң Бөйөк Ватан һуғышы тураһында документаль фильмдарҙы йотлоғоп ҡарайым. Берәй билдәле кеше йәки блогерҙың тормош-көнкүрешен күҙәтеп барам, тип әйтә алмайым. Ваҡытым булһа, төрлө ҡыҙыҡлы подкастар тыңлайым. Дөрөҫөн әйтәм: ундай нәмәләр менән мауығырға артыҡ ваҡытым ҡалмай.
Үҙеңдәге матур сифаттарыңды һанап үт әле...
- Пунктуаллек, өйөмдө һәр саҡ тәртиптә тотоуым, яҡын дуҫ була белеүем, ысын күңелдән яратыуым. Йәшәй һәм ижад итә торғас, хаталарымды күрергә һәм үҙ өҫтөмдә эшләргә өйрәндем. Тиҙ ҡыҙам һәм шул уҡ ваҡытта тиҙ һыуынам, минеңсә, был ҙур минус. Тәбиғәтем шулай. Был юҫыҡта эшләргә кәрәк әле. Әйткәндәй, мин ҡаты консерватор, ҡәҙимгелекте яратам: тормоштағы киҫкен үҙгәрештәрҙе ауыр ҡабул итәм - был да минус.
Һаулығыңды нисек ҡайғыртаһың?
- Йоҡлайым һәм мунса инәм. Мунса инәм һәм йоҡлайым.
Мода артынан ҡыуаһыңмы? Ниндәй стилгә өҫтөлөк бирәһең?
- Бер ҡасан да мода артынан ҡыуманым: оҡшаһа - алам, килешһә - кейәм. Үҙенсәлекле кейем яратам. Күңелемә ятһа, 299 һумға ла, хатта 29 999 һумға ла алырға ризамын. Кәйефемә ҡарап кейенәм, тик ниңәлер барыбер джинсы салбар менән кепкаларҙы үҙ итәм. Шуларҙы һаман кейеп туймайым. Мин үҙенсәлекле аксессуарҙар, биҙәүестәр, алҡалар яратам. Айнур: "Үҫмер кеүек йөрөйһөң, ҡасан ғына матур күлдәктәр, туфлиҙар кейә башлайһың инде", - тип әрләй. Мин: "Әле әҙер түгелмен", - тип яуап ҡайтарам.
Һиңә ниндәй үҙенсәлекле комплимент әйткәндәре бар?
- "Күҙҙәрең ҡайһылай сағыу, матур!" тигәндәре иҫемдә ныҡ ҡалған. Тәүҙә көлдөм, сөнки бер ҡасан да үҙемде ҙур күҙле, тип һанамай инем. Бер-нисә кеше миңә: "Һеҙҙең күҙҙәрегеҙ... Сәхнәнән һеҙҙең ҙур күҙҙәрегеҙҙе ҡарап һоҡланып ултырҙым... Һеҙҙең спектаклдәге ҡарашығыҙҙы онота алмаясаҡмын", тип яҙғандары бар. Аптырарлыҡ хәл, сөнки мин үҙемде белгәне бирле Азия ҡыҙҙары кеүек ҡыҫыҡ күҙле һанай инем.
Кумирың бармы?
- Бала саҡтан яратҡан берҙән-бер кумирым - Наталья Орейро. Ул миңә шәхес, кеше булараҡ ҡыҙыҡ, уның тормошҡа ҡарашы, энергияһы минеке менән тап килә. Ғәжәп.
Һинең хобби?
- Минең кеүек мунса яратҡан кеше юҡтыр ул донъяла. 2024 йылдан бирле футбол менән әүҙем шөғөлләнәм, командабыҙ менән төрлө ярыштарға ла йөрөйбөҙ. Әйткәндәй, улым Айбулат та шул "Танай" профессональ мини-футбол клубында шөғөлләнә.
Һинең ҡайҙа йәшәгең килә? Ни өсөн?
- Өфөнө яратам, мин - патриот.
Үҙеңде бәхетле кеше тип һанайһыңмы?
- Бәхетлемен! Балаларымдың олаталарын йыш иҫкә алып һорауы йөрәгемде әрнетә, илата. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тип дөрөҫ әйтәләр. Бала сағым мөхәббәткә, бәхеткә тулы булды, шуға ла мин төрлө хәл-ваҡиғаларҙы еңел йырып сыға алам. Бәхетле бала саҡ, минеңсә, "бәхет" тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңларға ярҙам итеүсе нигеҙ.
Алһыу БОҪҠОНОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА