
Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек тураһында һүҙ сыҡһа мин, беренсе сиратта, үҙебеҙҙең милли аш-һыуҙы күҙ алдына килтерәм. Бер быуаттан ашыу ҡымыҙ, буҙа, талҡан күпләп етештерелмәһә лә, сауҙаға сығарылмаһа ла, халҡыбыҙ милли асылына ҡайтырға мөмкинлек булыу менән уларҙы иҫенә төшөрҙө. Төшөрөп кенә ҡалманы, ә сәнәғәт масштабында етештерә башланы.
Бына беҙ көндө иртәнге аштан башлайбыҙ. Мин кистән Мәләүездә етештерелгән талҡанды эҫе һыу ҡойоп әҙерләп ҡуям. Талҡандың составы төрлөсә: шыттырылған бер төр игендән тирмәндә тарттырылғандан алып биш сорт үҙ еребеҙҙә үҫкән игенгә тиклем бар. Мин, ғәҙәттә, арыш, бойҙай, һоло, арпа ярмаларынан етештерелгәнен ашайым. Дөрөҫ, быларҙан тыш, ҡарабойҙайлыһы ла бар, ләкин ҡарабойҙай ононан бешерелгән икмәк һәр ваҡыт өҫтәлемдә. Был тәмле иген орлоғо нисек кенә файҙалы булмаһын, баланс һаҡлауҙы онотмау кәрәк. Ризыҡты кистән әҙерләгәндә бер нисә бөртөк булһа ла йөҙөм ҡушам. Берҙән, тәмле булһа, икенсенән, файҙалы ла. Иртән ашар алдынан етен орлоғон да һалып ебәрәм. Был өҫтәмәләрҙең үҙҙәрен генә айырым ашауға ҡарағанда, талҡанды ла тәмлерәк итә кеүек. Кемдер етен орлоғона ҡарағанда уның онон тәмлерәк һәм файҙалыраҡ тип тәҡдим итер. Нәмә ул етен оно? Ул етен орлоғонан майын һыҡҡас ҡалған продукт, ә етен майының файҙаһын һәр медицина баҫмаһы даими яҙып тора.
Ҡымыҙға килгәндә, бында ла үҙ фекерем бар. Хәҙер ҡымыҙҙы кәзә һөтөнән яһап ҡына ҡалмайҙар, ә күпләп һатыуға ла сығаралар. Хатта бер мәл һыйыр һөтөнән дә эшләй башлағайнылар. Уның исеме генә ҡымыҙ инде, тәмен дә, бигерәк тә сифатын бейә һөтөнән яһалған күркәм эсемлеккә яҡын килтереп булмай. Ҡымыҙҙы уйлап тапҡан инәй-бабайҙарыбыҙ уның нисек файҙалы икәнен бер ниндәй медицина ҡорамалдары ҡулланмай ҙа белгән. Был тәмле эсемлеккә сеймал булып ҡылған тора, ә уныһы тик дала яҡтарында үҫә. Башҡортостанда бындай ерҙәр етерлек, бәлки шуғалыр ҙа, республика Рәсәйҙә ҡымыҙҙың 70 процентын етештерә.
Йыш ҡулланған милли ризыҡтар исемлегенә мин буҙаны ла индерер инем. Уны мин беренсегә 1994 йылда Магнитогорск ҡалаһында уҙған тамьян ырыуы йыйынында тәмләп ҡараным. Өс тиҫтәнән ашыу йыл үтһә лә Әбйәлил районында йәшәгән ырыуҙаштарым әҙерләгән буҙаға еткәнде осратманым. Тик улар ғынаның боронғо рецебын һаҡлап ҡалғандыр, тип уйлайым. Сит тарафтарҙан килтерелгән йәшелсә-еләкте лә ваҡыты-ваҡыты менән генә ашау кәрәктер, сөнки Яңы йылды мандаринһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шулай ҙа уларҙы ашамлыҡ культына әйләндереү кәрәкмәҫ ине. Бына бананды маҡтайҙар. Ул бит бынан бик алыҫ ерҙәрҙә үҫкән, шундағы халыҡ өсөн бик файҙалы булһа ла беҙҙең организм уға өйрәнмәгән. Шуға күрә уны көнө-төнө ашап ултырыуҙан ни файҙа!
Ҡасандыр бер булған хәлде уҡығайным. Төньяҡ тарафына геологик экспедиция шул яҡтағы халыҡтарҙың береһенең чумына төнгөлөккә туҡтала. Геологтарҙың ризығы күптән бөткәнгә күрә, хужалар үҙҙәре ашап ултырған балыҡтан ҡунаҡтарҙы ла ауыҙ итергә саҡыра. Иртән ҡараһалар, бер генә геолог та тере түгел ти. Ул халыҡ нисәмә быуын был ризыҡ менән туҡлана, уларҙың организмы өйрәнеп бөткән, ә килгәндәр өсөн ул ят ҡына түгел, ә зыянлы ла. Был балыҡтың һимеҙ итен организмдары эшкәртә алмағандыр, күрәһең.
Быуаттар һуҙымында атай-олатайҙар ашаған ризыҡ беҙгә иң файҙалыһы. Беҙ уға өйрәнеп бөткәнбеҙ, был хаҡта уйлап та ҡарамайбыҙ хатта. Алыпһатарҙар байыр өсөн телевизорҙан рекламаға аҡса йәлләмәй, шуға ышанып, маймылдар ғына ашаған ризыҡтарҙы сират тороп алабыҙ, үҙебеҙ генә түгел, балаларыбыҙҙы ла өйрәтәбеҙ. Тәбиғәтте алдап булмай, атай-олатайҙар уҡый-яҙа белмәһә лә беҙгә иҫ киткес бай мираҫ ҡалдырған. Аш-һыу әҙерләгәндә шуны онотмаһаҡ ине.
Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА