
Йәш быуынды тәрбиәләү, уларға халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын еткереү, туған телгә һөйөү уятыу, тәртипкә өйрәтеүҙә йәмәғәт ойошмаларының әһәмиәте ҙур. Был йәһәттән республикабыҙҙа оҙайлы йылдар эшләп килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ни тиклем мөһим, хатта тарихи эштәр башҡарыуын күптәр, бәлки, аңлап та етмәйҙер. Бөгөн ағинәйҙәр үҙ теләге менән ауылының бар хәстәрен үҙ өҫтөнә алған. Улар тыуған ерҙәге тәртипте һаҡлай, йәш быуынды тәрбиәләй, һәр сараның йәме лә улар. Аҡыллы ауыл биләмәһе башлыҡтары күптән ағинәйҙәр менән бергә эшләй, күп йүнәлештә нәҡ уларға таяна.
Мерәҫ ауылында булған сара ла был ойошманың көсөн, дәртен һәм әһәмиәтен күрһәтте. Йәмле ял көнөндә бында Ишембай районы Урманбишҡаҙаҡ ауылынан ағинәйҙәр килде. Мерәҫтәр уларҙы йыр-моң менән ҡаршы алды, баймаҡтарҙың тәмле аш-һыуынан ауыҙ иттереп, түргә саҡырҙы.
Ишембай тарафтарынан килгән ағинәйҙәр ҙә яуап сәләмләүе итеп, таҡмаҡтарын яңғыратты, тәмле бауырһаҡтары менән һыйланы. "Һеҙҙең саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп, сәскәле майҙың йәмле көнөндә, ашҡынып килеп еттек. Бай тарихлы Баймаҡ ерен бик яратабыҙ, һоҡланабыҙ, ҡайһы саҡта бер аҙ көнләшәбеҙ ҙә. Сөнки Баймаҡ - бай тарихлы ил. 54 район араһынан Баймаҡты рухы, шәхестәре, байлыҡтары, төҙөклөгө, матур тәбиғәте буйынса беренсе урынға ҡуйыр инек. Бында боронғолоҡ еҫе аңҡый. Данлыҡлы "Урал батыр" эпосының ошо ерҙәрҙә яҙылып алыныуы осраҡлы түгел бит. Шуға иғтибар иттек әле, "бай" һүҙе һеҙҙең райондың - беренсе, ә беҙҙең Ишембайҙың икенсе ижегендә тора. Беҙ ҙә бай төбәк: беҙҙең Торатауыбыҙ, ҡара алтын - нефтебыҙ, Ноғман Мусиныбыҙ, рухыбыҙ, алға ынтылышыбыҙ, милләтебеҙ өсөн эштәребеҙ бар. Ошолай ике район ағинәйҙәре араһында дуҫлыҡ күпере һалыу - оло мәртәбә. Беҙ бик шатбыҙ бөгөн", - тине ҡунаҡтар.
Һөйләшеү һыйҙан һығылып торған табын артында дауам итте. Бында ағинәйҙәр бер-береһе менән танышты, баймаҡтар ҡунаҡтарға күңелле йырҙар бүләк итте. Ишембай ағинәйҙәре уларҙың башҡарған эштәре менән танышып, һоҡланыуҙарын еткерҙе. "Ни тиклем дәртле, рухлы, аҡыллы милләттәштәребеҙ йәшәй был тарафтарҙа, тип һөйөндөк",- тинеләр улар.
Мерәҫ ауыл китапханасыһы Рафиға Ғазина китапхана, Баймаҡ районының данлыҡлы шәхестәре менән таныштырҙы. Бында ағинәйҙәр райондарҙа үткән саралар, йолаға һалынған кисәләр хаҡында тәжрибә уртаҡлашты. Бай һәм ҡотло Мерәҫ китапханаһы барыһының да күңеленә хуш килде. Был йәһәттән китапханасы булып уңышлы эшләгән, күп сараларҙы ойоштороп, эсендә ҡайнап йөрөгән Рафиға Ғазинаның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Китапхана янында урынлашҡан музей ҙа барыһын да хайран ҡалдырҙы. Төрлө экспонаттарға бай, бик күп тарихи мәғлүмәттәр һаҡлаған был урынды үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Ауылдың барлыҡҡа килеүе, уның шәхестәре, хеҙмәт династиялары, хәҙерге ҡаҙаныштар тураһында Зәлифә Ҡаһарманова ентекле итеп һөйләне.
Ағинәйҙәрҙең тарихыбыҙҙы ғына түгел, ә милли аш-һыуыбыҙҙы ла ҡәҙерләп һаҡлауы һәм йәштәргә өйрәтеүе билдәле. Мәғрифә Кейекбаеванан буҙа эшләү серҙәре, шулай уҡ Мөбинә Ғазинаның талҡан тартыу, уның нисек эшләүе тураһында һөйләүе күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы.
"Өләсәйем һандығында ниҙәр бар икән?" тигән һорауға ағинәйҙәрҙең балалар менән бергә яуап эҙләүе лә әһәмиәтле булды. Һандыҡ менән танышҡанда милли кейем, биҙәүестәр, француз яулыҡтың тарихы бәйән ителде. "Беҙ балалар баҡсаһында йыш булабыҙ. Кескәйҙәргә милли тарихыбыҙ, кейемебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, кәсептәребеҙ һ.б. хаҡында һөйләйбеҙ. Беҙ - бөрйән ырыуы. Балалар ҙа ырыуыбыҙ тамғаһын, оранын, ҡошон белеп үҫергә тейеш. Бына беҙҙең милли күлдәктәребеҙ ҙә бөрйән ырыуыныҡы итеп тегелгән. Милли кейемдә лә мотлаҡ тарихи дөрөҫлөк булырға тейеш", - тип һөйләп үтте Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова .
Мерәҫ ағинәйҙәре әҙерләгән ҡул эштәре күргәҙмәһе лә сағыулығы менән хайран ҡалдырҙы. Оҫталығы менән таң ҡалдырған Зәлифә апай Ҡаһармановаға һорауҙар бигерәк тә күп булды. Ул ҡул эштәренең серҙәре менән уртаҡлашты.
Икенсе Этҡол "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Сөләймәнова: "Беҙҙең район ағинәйҙәре йолаларҙы тергеҙеү һәм мәңгеләштереү өҫтөндә күп эшләй. Яҙ үткәрә торған йолаларҙы атҡарыу рәткә һалынды. Ыуыҙ ҡоймағы, баш итенә ҡунаҡ саҡырыу, ҡар һыуына барыу һәм башҡа йолаларҙы берләштереп, яҙғы байрамдарҙы үткәрәбеҙ. Үҙебеҙ менән бергә мотлаҡ йәштәрҙе һәм балаларҙы алып йөрөйбөҙ. Улар ҙа халҡыбыҙҙың йолаларын ҡәҙерләп һаҡлап, артабан дауам итер, тип өмөтләнәбеҙ", - тине.
Мерәҫкә йәм биреп ултырған паркта булыу ҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Унда уҡытыусы Ҡәмәриә Нәҙербаева "Ветерандар аллеяһы" менән таныштырып, илебеҙ өсөн йәнен-тәнен аямаған батырҙарыбыҙ хаҡында һөйләне. Мерәҫ ағинәйҙәренең бүлмәһен барып ҡарау ҙа һоҡланыу тойғолары уятты. Ағинәйҙәр әҙерләгән концерт та һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Эйе, ике район ағинәйҙәренең осрашыуы рухи күтәренкелектә йәнле һәм йәмле итеп үтеп тә китте. Уларҙың тәжрибә уртаҡлашыуы, үткәргән саралары тураһында һөйләшеүе, киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән янып йәшәүе тураһында бәйән итеүҙәре һәм, әлбиттә, даими күрешергә һүҙ ҡуйышыуы онотолмаҫлыҡ булды. Халҡын яратҡан, тарихын ҡәҙерләгән, йәш быуынды хәстәрләгән изге уйлы апай-инәйҙәрҙең ошондай осрашыуы күптәргә өлгө лә инде ул.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА