«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БӨГӨН БАЛА - ИРТӘГӘ ХАЛЫҠ. БАЛА КҮҢЕЛЕНӘ ХАҠ ШЫТЫМЛЫ ОРЛОҠ ҺАЛАЙЫҠ!
+  - 


Биктимеровтар - йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәүсе ижади ғаилә. Милләт алдында яуаплылыҡ - уларҙың булмышында. Таңсулпан РӘСҮЛ - шағирә, журналист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты. Бөгөнгө көндә "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе. Айҙар БАЙТИМЕРОВ - ҡурайсы, юғары категориялы педагог, Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы идараһы ағзаһы, Башҡортостан Ҡурайсылар ансамбле солисы, Өфөнөң 7-се Балалар музыка мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты Башҡорт музыкаһы факультеты оркестры етәксеһе, дирижеры. Ике ул үҫтерә улар, һәм туған телгә, сәнғәткә булған һөйөү, үҙ асыштары, табыштары менән ҡыуандырыу уларҙа ла асыҡ сағыла. Бөгөн ижади ғаиләнең эске тормошона күҙ һалырбыҙ, ғаилә бөтөнлөгө, тәрбиә, киләсәк алдында яуаплылыҡ тигән төшөнсәләргә тәрәнерәк бағырбыҙ.

Ижади ғаилә менән осрашыу һәр саҡ күңелдә яҡты эҙ ҡалдыра. Һеҙҙең рухи донъябыҙға индергән үҙ юлығыҙ, үҙ өлөшөгөҙ бар. Был ике ижад кешеһе нисек танышты икән? Ҡайҙа уларҙың юлдары бергә киҫеште? Шуны белге килә иң элек.

Таңсулпан:
Беҙҙең осрашыу тарихы ҡыҙыҡлы ғына булды. Бынан ун йыл элек Бөтөн донья башҡорттары ҡоролтайы мине, шағирә булараҡ, III Төрки йәштәр фестиваленә Башҡортостан исеменән сығыш яһарға ебәрҙе. Гөлнара апай Хәлфетдинова менән автобуста иртәнсәк Ҡаҙанға барып төштөк. "Иҙел" йәштәр үҙәгендә таңғы 5-тә ойоштороусыларҙы көтөп торабыҙ. Ишек асылып китте лә, ҡурай тотҡан бер егет килеп инде. Баҡтиһәң, ул егет тә фестивалгә Өфөнән килгән ҡурайсы, Өфө сәнғәт институты студенты икән. Шунда тәүге тапҡыр күрештек Айҙар менән һәм сәхнәлә бергә сығыш яһаныҡ - мин шиғыр уҡыным, ул фонға ҡурайҙа уйнаны. Бына шулай таныштыҡ.
Беҙ фестивалдә бер аҙна булдыҡ. Сентябрь аҙағы ине, Волга йылғаһы күренеп тора. Ағастар яңы һарғая башлаған көҙҙөң ыуыҙ ғына сағы ине, беҙ икәүләп балкондан ҡарап торабыҙ. Ошо тәбиғәттең матурлығын ғына түгел, уның күңел матурлығын да йәнем менән тоя инем. Ул ваҡыт ул миңә күктән төшкән кеше һымаҡ күренде. Сөнки ул шул тиклем эскерһеҙ һәм ихлас ине. Бөтә нәмәгә тәү тапҡыр күргәндәй ҡыуана. Был егетте кем шулай тәрбиәләгән икән, тип уйландым. Мин үҙем был донъяның ағын да, ҡараһын да күп күргәнмен, шуға ла уның тормош бысраҡлығы йоҡмаған халәте, балаларса саф булмышы үҙенә ғашиҡ иттерҙе. Ҡаҙағстанда ла йәшәп алғас, мин ныҡ думбыра тыңларға яратам. Фестивалдә думбыра көйөн тыңлап йөрөгәнемде күргәс: "Әйҙә, мин һине думбыра уйнарға өйрәтәм, Өфөгә ҡайтҡас, сәнғәт институтына килерһең", - тине. Баш ҡалаға ҡайтҡас, институтҡа барып, унан думбыра уйнарға өйрәнә башланым. Ә биш айҙан беҙ өйләнештек. Минән һәйбәт думбырасы сыҡмағандыр ҙа, бәлки, ә яҡшы ҡатын, яҡшы әсәй сыҡҡандыр тип ышанғы килә.
Айҙар: Ул минең тормошома шулай ҡапыл килеп инде. Ҡаҙанға төрлө төрки халыҡтары йәштәре менән осрашам, танышам, тип тулҡынланып китеп барғанымда, фестивалдең тупһаһында уҡ уны осраттым. Был үҙ ғүмереңдә бер генә тапҡыр кисерә торған тойғо ине. Тәү күргәндән уның үҙемдең кешем икәнен аңланым һәм бергә булған бер аҙна аҙағына яҡынлаша башлағас, Өфөгә ҡайтҡас, думбыра уйнарға килергә күндерҙем. Шулай, тормошҡа, милли йәмғиәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә, милләтебеҙгә булған бер ҡараш берләштерҙе беҙҙе. Ул башҡаларға оҡшамаған, төплө фекере, аҡылы, матурлығы, шул уҡ ваҡытта ихласлығы, ябайлығы, шаянлығы менән айырылып торҙо.

Таңсулпан, һин үҙеңде, күпте күргән кешемен, тинең, шуны ла асыҡлап китәйек. Ҡаҙағстанға нисек барып эләктең?

Таңсулпан:
Беренсе һөнәрем буйынса мин агроном, микробиолог. "Алексеевка" агрокомплексында башта микробиолог булып, ябыҡ зонала, аҙаҡ инде реализация буйынса агроном ярҙамсыһы булып эшләнем, теплицаның блоктарын карантинға япһалар, уҡыған йәш белгес булараҡ, ҙур-ҙур гектар биләмәләрҙе миңә эшкәртергә тура килә ине. Һаулығым бик яҡшынан булмағас, ауырып, ундай ҡара эштә ғүмер буйы эшләй алмам тип уйлана башланым. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Беренсе курста яңы мәктәпте бөтөп килгән 17-18 йәшлек балалар менән уҡыуы миңә ҡыйыныраҡ ине. Шуға уҡыуҙан китергә лә уйлай башлағайным. Ислам Байғужин тигән таныш егет: "Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетында уҡырға Башҡортостандан һинең кеүек кеше кәрәк", - тип, шунда барырға тәҡдим итте. Профориентация буйынса төрөк уҡытыусылары килгәйне, улар миңә уҡыу тәртибен аңлаттылар. Мин ысынлап ҡыҙыҡһындым һәм беренсе курстан БДПУ-ны ташлап, Ҡаҙағстанға киттем. Азамат ағай Юлдашбаев "Шоңҡар"ға саҡырып алып, бармайһың, тип әрләне. Ул ваҡыттағы деканыбыҙ Луиза Сәмситова ла ҡаршы булды. Әлбиттә, мине бик оҙаҡ ебәргеләре килмәй шелтәләп йөрөнөләр. Мин, бер урында тик тора алмаған кеше, үҙемә ныҡ ышанғанмындыр, барыбер Ҡаҙағстанға сығып киттем һәм унда бик һәйбәт уҡыным.
Ә күпте күргәнгә килгәндә инде, унда беҙҙең класта ғына 17-18 милләт вәкиле уҡыны. Төрлө милләттәр араһында үҙеңдең асылыңды нығыраҡ аңлайһың бит ул. Унда ғилем алыу миңә бик ҙур тәжрибә булды: үҙеңдең милләтеңә, үҙеңдең республикаңа ситтән ҡарау фекер даирәһен киңәйтә. Күп ваҡиғалар булды, бер генә нәмәне әйткем килә. Беҙ үҙебеҙ аңламай йөрөһәк тә, сит милләттәр Зәки Вәлидиҙе бөйөк кеше итеп күрәләр. Беҙҙең кураторыбыҙ Асыл Шенгүн минең Башҡортостандан икәнде белгәс, беҙҙең төркөмгә: "Таңсулпан - Зәки Вәлидиҙең ейәнсәре. Уға хөрмәт йөҙөнән һине староста итеп ҡуям", - тип әйтте. Башҡа халыҡтар Зәки Вәлидиҙең милләттәше булыуҙы туранан-тура уның туғаны һымаҡ ҡабул итәләр. Әлбиттә, бөйөк шәхестең ейәнсәре тип торғандарында һин халҡыңдың йөҙөнә ҡара килтермәҫкә, үҙеңдән-үҙең лайыҡлы кеше булырға тырышаһың. Шулай итеп, унда миңә "Башҡортостан Республикаһы көнө" байрамын һәм һуңғараҡ Зәки Вәлидиҙең тыуған көнөнә арнап, ғилми-ғәмәли конференция ойоштороу бәхете тейҙе.

Ғаилә ҡороп ебәргәс, тәүге улығыҙ тыуғас, уны нисек тәрбиәләү тураһында һүҙ булдымы? Ҡала мөхитендә башҡорт телен камил үҙләштереү, шул телде үҫтереү үҙенән-үҙе генә хәл ителмәй бит...

Айҙар:
Беҙ ауыл ерендә үҫкәс, шул яҡҡа хас диалектта һөйләшеп телебеҙ асылды. Ҡалаға килгәс, әҙәби тел йоғонтоһона бирелеп, һөйләшебеҙ, тел үҙгәреш кисерҙе. Ҡалала үҫкән баланың диалектта һөйләшеүҙе ишетеү мөмкинлеге юҡ. Шуныһы, атай-әсәй булараҡ үҙебеҙ гел башҡортса һөйләшһәк, балалар туған телде яҡшы үҙләштерә. Минең үҙемә лә башҡорт телендә һөйләшеү үтә еңел тип әйтә алмайым, эштә көнө буйы урыҫса аралашырға тура килә, төрлө милләт балалары менән эш итәбеҙ. Мин ҡатынымдан уңдым, уның менән башҡорт телендә иркенләп һөйләшеп була. Үҙем иһә Сибайҙа, башҡорт класы тип аталһа ла, русса уҡыным. Унда тик башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе генә башҡортса булды. Бер мәл ауылда башҡортса математика китабы күргәйнем, бик тырышып уҡыһам да аңламаным. Башҡортса терминдарҙы өйрәтмәгәстәре, ҡайҙан беләһең инде? Ихтияр, Ҡаһарман улдарыбыҙ тыуғас та уларға башҡорт моңон һеңдерҙек. Әсәһе лә сәңгелдәк йыры менән йоҡлатты балаларҙы. Оҙон көйҙәрҙе, халыҡ йырҙарын бергәләп тыңлай инек. Беҙ тыңлағас, бала ла тыңлай. Улдарыбыҙ бәләкәйҙән ҡурай тауышы менән халыҡ көйҙәрен тыңлап үҫеп киләләр.

Моң, тигәндән, Айҙар, һин үҙең нисек килдең һуң ҡурайға?

Айҙар:
Ауылдарҙа элек мандолина сиртеүселәр күп булған. Атайым да йәш саҡта мандолинала уйнаған, шиғырҙар ҙа яҙған. Ошо уйын ҡоралында уйнағас, ижад менән шөғөлләнгәс, ауылдаштары уға "композитор" тигән ҡушамат таҡҡандар. Ул тәүҙә ағаларының мандолинаһында уйнаған, ә Сибайға күскәс, почта аша үҙенә ошондай уҡ уйын ҡоралы яҙҙыртып алырға була. Тик мандолина урынына нишләптер балалайка ебәрәләр. Ул балалайка ғүмер буйы беҙҙең өй стенаһында эленеп торҙо. Икенсе класта уҡығанда беҙгә Сибай музыка мәктәбе уҡытыусыһы балалар менән килде, улар беҙгә бәләкәй генә концерт ҡуйҙылар. "Әйҙәгеҙ, беҙгә уҡырға килегеҙ!"- тип саҡырҙылар. Дүрт малай шунда яҙылдыҡ. Ә мәктәпкә иң оҙаҡ йөрөгәне мин булып сыҡтым. Музыка мәктәбе ҡурай түңәрәге түгел, унда сольфеджио, музыка әҙәбиәте, хор, башҡа теоретик предметтарға ла йөрөйһөң. Ҡурайсыға теоретик белем яҡын түгел. Боронғо ҡурайсыларыбыҙ сольфеджио уҡып, нота менән ҡурайҙа уйнауҙы күҙ алдына ла килтермәгән. Телдән-телгә күскән халыҡ ижады һымаҡ, олатай нисек уйнаған, ейәне шуны отоп алған. Һәр бер ҡурайсының үҙенең үлән ҡурайы булған. Бергәләп уйнау традицияһы булмаған, сөнки үлән ҡурайының стандарты юҡ, бер үлән икенсеһен ҡабатламай, һәр береһенең - үҙ оҙонлоғо, үҙ ҡалынлығы...
Нисек кенә булмаһын, мин барыбер ҡурайҙы яҡыныраҡ күрҙем. Әсәйем бик тә риза ине минең ҡурай менән мауығыуға. Бер саҡ Өфөлә музыка мәктәбе бар, тигәнде ишеткән дә: "Сибайҙа ғына уҡымаһын, Өфөгә барып белем алһын", - тип, мине баш ҡалаға алып китте. Ниндәй музыка мәктәбе, ҡайҙа, ҡайһы урамда - уныһын белмәй. Таңда Сибай-Өфө поезы менән вокзалға килеп төштөк. Таксиға ултырғас, таксист: "Һеҙгә ҡайҙа?"- тип һораны. Әсәйем: "Музыка мәктәбенә", - тине. Таксист үҙе аңлап, беҙҙе Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка мәктәбенә (хәҙер гимназия) алып барҙы. Ундағы һәм минең музыка мәктәбендәге белемем тура килде, мине һигеҙенсе класҡа уҡырға алдылар. Бында ҡурай буйынса белемемде камиллаштырам икән, тип уйлағайным. Ә был музыка мәктәбенең үҙенсәлеге шунда - ул тынлы оркестр буйынса белем бирә. Мине симфоник оркестрҙың бас нигеҙен формалаштырыусы иң түбән һәм массив баҡыр тынлы инструмент тубала уйнаусылар төркөмөнә яҙҙылар. Мин барыбер ҡурайҙы ташламаным, шундағы уҡытыусы менән һөйләшеп, ҡурайҙа өҫтәмә шөғөлләндем. Сибайҙа мине ҡурай буйынса тәүге уҡытыусым Илдар Һатыбалды улы Хәсәнов уҡытты. Өфөлә Нурғәли Байрамғоловта шөғөлләндем. Бер аҙҙан мәктәп реконструкцияға ябылды. Бер йылдан төҙөлөп бөтөр тинеләр. Һәм беҙгә кире йәшәгән урындарға ҡайтып уҡырға тура килде. Туғыҙынсы класты Сибайҙа уҡыным. Туғыҙҙы бөткәс, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеп киттем.
Таңсулпан: Айҙар училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан әрме сафында хеҙмәт итә. Өфөгә ҡайтып төшкәс, икенсе көнөндә үк Өфө сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетына имтихан биреп, уҡырға инеп тә китә. Училищела Таһир Хәмитов уҡытыусыһы булһа, институтта ҡурайҙан Венер Йылҡыбаев уҡытты. Ассистентурала ҡурай буйынса уҡытыусыһы тап Азат Айытҡолов булды. Һәм уны институтта эшкә лә ҡалдырҙылар.
Бына шундай беҙҙең хеҙмәт биографияһы. Хәҙер бына ике ул тәрбиәләйбеҙ. Беҙҙең балаларға шундай ғаиәләлә тыуыу бәхете тейҙе, тигән инаныуҙамын. Атайҙары ҡурайсы, ошо һөнәргә башҡаларҙы өйрәтә. Башҡортса камил һөйләшә алмайым, тиһә лә, башҡорт рухиәтен, башҡорттоң моңон тойоуында бик көслө... Мин үҙем дә күп китап уҡып, шиғыр яҙып, милли рухта үҫкән, нығынған кеше. Башҡорт теленә, рухи ҡимәттәребеҙгә шул тиклем яҡынбыҙ. Был беҙҙең ғәҙәти тормошобоҙ, шуға ла балаларыбыҙға башҡортса һөйләшеүе еңел бирелде. Бала балалар табыу йортонда ғына тыумай, ул иң элек атай-әсәйҙең башында тыуа. Башҡортта элек-электән йола буйынса ҡолаҡ тешләткәндәр, ҡыҙ бала кемгә кейәүгә сығырын белгән, хәҙер ундай йола булмаһа ла, ҡан хәтере ҡалған. Ирем менән яҙмыштарыбыҙ ҙа, ғаилә хәле лә оҡшаған. Бәләкәй саҡтан яҡшы кешегә кейәүгә сығыу, бәхетле ғаилә төҙөү- иң ҙур хыялым булды. Үҙемдең матур ғаиләм булһын ине, тип теләнем. Сит илдәрҙә, сит ҡалаларҙа йөрөгәндә лә, мин мотлаҡ башҡорт кешеһенә кейәүгә сығам, ти торғайным. Ирем ҡурайсы, бейеүсе, йә көрәшсе булыр тип уйлай инем һәм атайҙарына оҡшаған һәләтле малайҙар табырға хыяллана инем.
Ысынлап, балаларыбыҙ башта башыбыҙҙа тыуҙы. Исемдәр шулай уҡ ҙур роль уйнай кешенең яҙмышында, йомшаҡ әйтелгән исемдәрҙән баш тарттыҡ. Ихтияр һәм Ҡаһарман тип һайланыҡ. Улдарыбыҙҙың исемдәре шыңғырҙап торған ирҙәр исеме булһын тинек. Беҙ башта Өфө сәнғәт институтының ятаҡханаһында йәшәнек. Беренсе балаға өс йөҙ мең һум аҡса сыҡты. Аҡса янмаһын өсөн, тиҙ генә фатир алырға кәрәк ине. Бына шулай Зубов ауылына барып төпләндек. Ул саҡта Ихтияр улыбыҙға ике йәш тулғайны, икенсеһен табырға йөрөй инем. Шул мәлдә алдыбыҙға йәнә ҙур мәсьәлә килеп баҫты - Ихтияр улыбыҙға өс йәш тулһа, ниндәй балалар баҡсаһына бирәбеҙ? Өфөлә 40-сы балалар баҡсаһы бар һәм ниндәйҙер башҡорт төркөмдәре табырға була. Зубовта яңы асылған мәктәп, яңы асылған балалар баҡсаһы бар, тик бер генә лә башҡорт төркөмө юҡ. Баҡсала һигеҙ рус төркөмө эшләй. Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәп, баламды рус төркөмөнә бирергә бөтә йәнем-тәнем менән ҡаршы инем. Беҙҙең башҡорт телебеҙ республикала рус теле менән йәнәш дәүләт теле булһа ла, нишләп һигеҙ төркөмдөң береһе лә башҡорт төркөмө түгел, тип аптырандыҡ. Барып, етәкселеккә мөрәжәғәт итһәк, улар, ресурстар юҡ, яңы башҡорт төркөмө аса алмайбыҙ, тип яуапланылар. Башҡорт төркөмө астырырға ата-әсәләрҙән ҡултамғалар йыйҙыҡ. Уға тиклем башҡорттарҙы эҙләп, үҙебеҙ йәшәгән урында бөтә өйҙәрҙе йөрөп сыҡтыҡ. Шунан Айҙар Ҡоролтай янындағы Ата-әсәләр комиссияһы ағзалары менән бергәләп Өфө ҡалаһының Мәғариф идаралығына барып, башҡорт төркөмө астырыуҙарын һоранылар. Асырға рөхсәт бирҙеләр. Балалар баҡсаһындағы баяғы һигеҙ төркөмдөң береһен "Сулпылар" исемле башҡорт төркөмөнә әйләндерҙеләр. Тик балалар һаны аҙ булып сыҡты. Августа тағы Зубовтағы һәр өйгә тигәндәй йөрөп, башҡорт төркөмөнә яҙылығыҙ, тип инәлеп, егерме өс бала йыйҙыҡ.
Артабан да башҡорт төркөмө эшләп китһен өсөн ҙур көс һалырға тура килде. Үҙебеҙ ҙә балалар баҡсаһында йәшәгән һымаҡбыҙ. Өйөбөҙҙәге бөтә милли кейем, биҙәүестәр, башҡортса китаптар, хатта элек атайым эшләгән, аҙаҡ инде милли биҙәктәр һалып, үҙем менән бирнә итеп алып киткән һандығым да шунда күсте. Бына шулай улдарыбыҙ Ихтияр менән Ҡаһарман өсөн башҡорт мөхитен үҙебеҙ тыуҙырҙыҡ. Хәҙер Өфө районында үткән милли сараларҙа милләттәштәр беҙҙе танып тора, минең балаларға башҡортса һүҙ ҡушалар, үҙҙәренең балаларына: "Был балалар алдында башҡортса ғына һөйләшегеҙ, оят була", - тип әйтеп ҡуйған булалар. Шундай матур күренешкә йыш тап булабыҙ. Шулай булғас, беҙ йәмғиәтебеҙҙәге әүҙемлегебеҙ менән ниндәйҙер кимәлдә тәрбиә лә бирәбеҙҙер, тигән фекергә киләм.
Айҙар: Башҡорт төркөмө астырыу - бер булһа, ул төркөмдөң тейешенсә эшләүенә ата-әсәләр яғынан контроль булдырыу - икенсе мәсьәлә. Ҡағыҙҙа "Башҡорт төркөмө" тип яҙылһа ла, етди мөнәсәбәт етешмәү сәбәпле, ҡайһы саҡта унда башҡортса аңламаған балаларҙы ла индереп ебәрергә мөмкиндәр. Шунан был бала башҡортса аңламай тип, бөтә тәрбиәселәр русса һөйләүгә күсә лә ҡуялар. Шуға ла был йәһәттән дә беҙгә хәлде контролдә тоторға тура килә. Юҡһа, бер ваҡыт беҙҙең балалар баҡсанан ҡайталар ҙа, "эйе", "юҡ" урынына, "да", "нет" тип һөйләй башланылар. Мин балалар баҡсаһына барып, бының сәбәбен һораным. Тимофеев тигән баланы башҡорт төркөмөнә күсергәндәр икән. Беҙ, ата-әсәләр, быны белмәнек. Ул телде аңламай тип, бөтөн тәрбиәселәр урыҫса һөйләүгә күскәндәр. Ата-әсәләр төркөмдөң бындай үҙгәрешенә, әлбиттә, ҡаршы булды.
Таңсулпан: Тәүге йылдарҙа балалар баҡсаһы мөдире менән конфликттарға ла инергә тура килә ине. Тикшереүҙәр килтереп, кире төркөмдө үҙ асылына ҡайтарҙыҡ. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ла ярҙам итте. Башҡорт төркөмөн астырғанда Уставҡа "На основании обучения башкирского языка" тип яҙҙырғайныҡ бит. Улар шул тәртипте тотмай, эшкә аяҡ салып маташтылар. Һуңынан инде башҡорт төркөмө баҡсала иң тыныс, иң матур төркөм булып китте. Төркөмдө туплаған саҡта ла, һәр йыл балалар өҫтәлгән һайын да: "Беҙҙең төркөм иң алдынғыһы, иң татыуы, иң әүҙеме!" - тип әйтеп кенә торабыҙ. Иң әүҙем ата-әсәләр ҙә беҙ. Республика, муниципаль, мәктәп кимәлендәге сараларҙа күп осраҡта Гран-приҙар, алдынғы урындар беҙҙә. Тотош балалар баҡсаһын тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтәбеҙ, исемен һәр саҡ лайыҡлы кимәлдә тотабыҙ. Ысынлап та, башҡорт балалары ныҡ дуҫтар, бер туғандар кеүектәр. Бөгөн бала - иртәгә халыҡ, тигән бик матур әйтем бар. Беҙ бөгөн балаға нимә өйрә-тәбеҙ, иртәгә милләтебеҙ шулай буласаҡ. Шуға ла, ошо төркөмөбөҙҙән йәмғиәтебеҙ өсөн тәртипле, тәрбиәле, уңған, матур балалар үҫеп сығыуына беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ.

Һөнәр һайлауға килгәндә. Булыр бала бишектән, тиҙәр бит, һеҙҙең балалар үҙҙәрен ниндәй йүнәлештә эҙләй?

Таңсулпан:
Был урында "гендар көслө роль уйнай", тип әйтәйекме икән... Ике бала ла әле ҡорһаҡта ятҡан саҡтарында уҡ, аталары ҡурай уйнай башлаһа, үҙҙәренең барлығын һиҙҙерәләр ине. Ихтиярҙың тыуған ваҡытта ҡурайға шундай ныҡ бәйле икәнен аңланым. Уны тапҡас, һарыһы бар, тип, дауахананан сығармай тоттолар. Шулай итеп, ике аҙна самаһы дауаханала булдыҡ, атаһы менән күрешмәнек. Бала табыу йортонан сығырға ваҡыт еткәс, атаһы ҡурай менән килде һәм "Урал"ды уйнап ебәргәйне, йоҡлап ятҡан сабый ауыҙын бәлшәйтеп, "оҙаҡ ваҡыт тыңлатманың" тигәндәй, илап ебәрҙе. Ике аҙна ҡурай тыңлай алманы бит. Шулай ҡурайға ныҡ бәйле булды. Ике бала ла музыкаға мөкиббәндәр. Телдәре асылғандан рифма менән һөйләйҙәр. Өс йәшлек баланы дәртләндереп ебәрһәң, бөтөн һүҙҙәргә рифма табып һамаҡлай башлай. Өлкәне биш-алты йәшендә үҙе алфавитты өйрәнеп, китаптарҙы уҡып ултыра торғайны. Бөгөнгө көндә музыкаға ныҡ бирелеүҙәрен күргәс, Ихтиярыбыҙҙы урта махсус музыка колледжына уҡырға бирҙек. Әле беренсе класта тик "бишкә генә уҡып йөрөй. Яратып уҡыған дәрестәре математика, башҡорт теле, сольфеджио, фортепиано. Төп һөнәре -- флейта. Икенсе класта кларнетҡа ултыртабыҙ, тип әйтте уҡытыусылары. Ике балабыҙҙың да китап уҡыуға, музыкаға әүәҫлеге бар һәм сәйер күренеш - икеһенең дә математикаға баштары ныҡ шәп эшләй. Ихтияр беренсе класта ғына уҡый, мәсьәләләрҙе тиҙ сисә. Уҡытыусыһы: "Ихтияр физика, математика йүнәлеше буйынса китһә лә, ныҡ шәп буласаҡ", ти. Ҡаһарман улыбыҙҙы ла шул уҡ урта махсус музыка колледжына бирергә ниәтләйбеҙ. Тик ул да, әле биш кенә йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙаллы 100-гә тиклем һанарға өйрәнгән, шул йөҙ эсендә ике урынлы һандарҙы иркен ҡушып-алып, ағайы менән мәсьәләләр сисеп ярыша.

Ғаиләлә ир тәрбиәһе нисек булырға тейеш? Атайҙың абруйы ҙур булырға тейешме?

Айҙар:
Эйе, тик беҙҙең атай бик һағындырып ҡына ҡайта, көнө буйы эштә була шул. Ләкин мине улдарым һәр саҡ ихлас көтөп алалар. Бәләкәсе йәбешеп елкәгә менеп китә. Көндөҙ ниндәйҙер эштәре килеп сыҡмаһа, атай ҡайтҡас ярҙам итә, тип, ишек төбөнә үк алып барып һалып ҡуялар. Ҡайтам да, уларға ярҙам итергә тотонам. Өлкәнебеҙ төп уҡыған колледжынан тыш, Өфөнөң мин эшләгән 7-се Балалар музыка мәктәбенең быйыл 2-се класында уҡый, шуға уның менән күберәк күрешергә мөмкинлек бар. Ул минең эшләгәнде ҡарарға ярата. Оркестрҙа нисек эшләгәнде иғтибар менән күҙәтә. Балаларҙы уҡытам бит, килеп, шуларҙың репертуарын үҙенә һеңдереп тыңлап ултыра. Был ниндәй көй, тип һорау бирһәм, уҡыусыларҙан алда ул яуап бирә.
Таңсулпан: Мин төрки халыҡтары араһында йөрөп, шундай бай йолалар күреп ҡайтҡас, бер йоланы үҙебеҙҙә тергеҙҙем тиергә лә булалыр, сөнки ул элек башҡорт халҡында ла булған. Башҡорттар өй түренә ҡамсы элеп ҡуйыр булған. Ул ир кешенең өйҙә баш икәнен күрһәтә. Мин дә шуны эшләнем. Ниндәйҙер сәбәп менән стенанан ҡамсы төшә икән, был өйҙә ирҙең һүҙе һүҙ түгел, тигәнде аңлатҡан. Шуға өйҙә балаларға ла әйтәм: беҙҙең өйҙә атай - баш, уның һүҙе - һүҙ. Һәм атлап киткән саҡтарында "Был бала кем булыр икән" тип йола ла үткәргәйнек. Атаһының ҡурайын, китап, аҡса һәм башҡа ҡыҙыҡ нәмәләрҙе алдарына һалабыҙ. Тәнтерәкләп, икеһе лә ҡурайға барып йәбештеләр. Шуға ла аталарының тәрбиәһе, йоғонтоһо ҙур, тип уйлайым.
Айҙар: Тәрбиә тигәндән, былтыр балыҡҡа йөрөй башланыҡ, ҡармаҡ тотоп ултырабыҙ йылға буйында, шулай әкренләп ирҙәр кәсебенә өйрәтәбеҙ. Биш-алты йәштә балаларҙа "Мин үҙем!" тигән теләк уяна. "Атай нимә эшләй, мин дә шуны эшләп ҡарайым әле",- ти минең малайҙар ҙа. Ҡайһы берҙә эшләй алмаҫтар, тип ҡурҡһаң да, килтереп сығаралар! Төрлө эксперименттар үткәрергә яраталар, шул арҡала өйҙә йә шампундәр, йә порошоктар юҡ була.
Таңсулпан Ҡайһы бер йәш ғаиләләр "Ир кеше шулай булырға тейеш", тип махсус рәүештә өйрәтәләр балаларын. Беҙ улай өйрәтмәйбеҙ. Эш эшләргә яраталар, күҙ теймәһен инде. Аталары ла егәрле бит. Ул көн дә эш менән мәшғүл, ялһыҙ ҙа эшләй. Бала атаһына ҡарай, күрә, бына шулай өйрәнә. Үҙебеҙ дөрөҫ йәшәһәк, балаларыбыҙ ҙа шулай буласаҡ.
Айҙар: Беҙ шулай булырға тейешбеҙ, беҙҙе кешеләр белергә тейеш, тигән ҡараш менән йәшәмәйбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр йә туғандары, йә күршеләре алдында, үҙҙәрен күрһәтеп йәшәргә тырышалар. Ә беҙ кеше өсөн йәшәмәйбеҙ. Ысын күңелдән донъя көтәбеҙ, ғәҙәти тормош менән йәшәбеҙ.
Таңсулпан: Йәйгә тиклем, ысынлап та, ныҡ арыйбыҙ һәм йәй сәйәхәткә сығырға яратабыҙ. Ҙур палатка, кәрәк-яраҡты алып, Башҡортостан буйлап сығып китәбеҙ. Кискеһен усаҡ яғып, балалар менән йондоҙҙарға ҡарап, һөйләшеп ултырырға яратабыҙ. Мин үҙем Бөрйәндә үҫтем, тәбиғәт балаһымын, урмандан ҡайтып инмәй торғайным. Өфөлә йәшәгәс, балаларым тәбиғәттән ситләшмәһендәр тип уйланым. Ихтиярҙы өс айлыҡ сағында палаткала йоҡлатырға алып барғайныҡ. Ҡандракүлдә һыу индерҙек. Ә Ҡаһарман тыуғас, уны ике айлыҡ сағында Асылыкүлдә һыу индерҙек. Улар яҙ тыуҙылар, тыумыштан шулай тәбиғәттәләр, йәй беҙ уларҙы сәйәхәткә алып сығып китәбеҙ.
Быйыл "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында ҡатнаштыҡ һәм финалға сыҡтыҡ, "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" тигән исем алдыҡ. Әйткәндәй, конкурстың анкетаһын тултырғанда "Һеҙҙең ғаиләнең девизы ниндәй?" тигән һорауға "Беҙ эшләмәһәк, кем эшләй?" тип яҙҙыҡ. Ысынлап, ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, ниндәй генә өлкәлә эшләһәк тә, беҙ шулай тип эш итәбеҙ. Ирем - Өфө сәнғәт институтының Башҡорт музыкаһы факультеты оркестрының етәксеһе, дирижеры булараҡ, үҙе музыкаль әҫәрҙәрҙе нотаға һала. Һүнеп барған оркестрҙы яңынан тергеҙеп, ҙур-ҙур концерттар ҡуйыу ул һәр кемдең ҡулынан килмәй. Беҙ аңлайбыҙ, ул эшләмәһә, кем эшләй? Мин үҙем дә, йәмәғәт эшмәкәрлегемде барлап сыҡһам, ул эште тик мин эшләргә тейеш бит, уны мин эшләмәһәм, тағы кем эшләй, тип тотонам. Балалар ҙа шуны күрә, белеп үҫә.

Шулай итеп...
Башҡорт ғаиләһе тап ошолай булырға тейеш, тип нөктә ҡуябыҙ ҙа, фәһемен, һығымтаһын уҡыусыларыбыҙ ҡарамағында ҡалдырабыҙ. Һәм тағы: "Афарин, Байтимеровтар!" - тип күтәрмәләп тә ебәрәбеҙ. Күтәрмәләүҙәр, фекерҙе дауам итеүселәр, үҙ тәжриәбәләре менән уртаҡлашыусылар булһа, рәхим итегеҙ, яҙығыҙ, килегеҙ!

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 13

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru