«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТАҒЫ ЛА ҺӘЙКӘЛ ТУРАҺЫНДА
+  - 

"Салауат Юлаев һәйкәле"н реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының сираттағы ултырышы булып үтте. Йыйылыусылар иң тәүге сиратта күптән көтөлгән лаборатория һығымтаһы менән ҡыҙыҡһынды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булған Салауат Юлаев һәйкәле әлеге ваҡытта постаменттан алынған һәм реставрация цехында тора. Һуңғы ваҡытта йәмәғәтселек вәкилдәре цехта бер нисә тапҡыр булды һәм скульптураның бөтә етешһеҙлеген үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Эксперттар шулай уҡ һәйкәлдең сифатһыҙ материалдан эшләнгәнен асыҡланы.
Лаборатория һығымтаһын Мельников исемендәге Үҙәк иретмә һәм металдар ғилми-тикшеренеү институты эшләне. Документ менән реставрациялау буйынса Рәсәй Художество академияһы фонды директоры Анна Пышта таныштырҙы. Ул Салауат Юлаев һәйкәлендәге суйын бронзаланмаған, тип, ҡайһы бер бәхәстәргә нөктә ҡуйҙы.
- Лаборатория тикшеренеүҙәре шуны күрһәтте: суйынға бронза яғылмаған. Бронза авторҙың ниәтендә генә ҡалған, тарихи документтарҙа ғына бар. Скульптура эшкәртелмәгән, - тип белдерҙе Анна Пышта. - Әгәр кемдер беҙҙең отчет менән ҡыҙыҡһынһа, беҙ уны өйрәнеү өсөн бирә алабыҙ, бында бер ниндәй ҙә сер юҡ. Был һығымтаны оҙаҡ көттөк. Беҙ материалдың составын тикшерҙек, һәйкәлдән экспозиция күренешенә йоғонто яһамаҫлыҡ участкаларҙан дүрт өлгө һайлап алдыҡ. Был дүрт өлгө анализға дусар ителде. Беҙ суйын скульптураны бронзалау буйынса бер нисә тапҡыр күтәрелгән бәхәсле мәсьәләне билдәләнек. Материал төрлө. Бында мин күп тапҡырҙар яҡшы суйын барлығын ишеттем. Эш уның насар йәки яҡшы булыуында түгел. Масса өсөн, йыйылма конструкция өсөн был бер төрлө түгел, ул айырым урындарҙа артыҡ көсөргәнеш тыуҙыра, һөҙөмтәлә үҙен-үҙе емереүгә дусар итә...
Ҡыҙыҡлы архив материалдары менән Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау Һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры, дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһын үткәреү буйынса аттестация үткән эксперт Данир Ғәйнуллин уртаҡлашты. Баҡтиһәң, был ваҡиға детектив тарихҡа яҡын. Архив документтары, ул саҡтағы РФ Мәҙәниәт министры Екатерина Фурцева һәм БР Мәҙәниәт министры Ғәфүр Вәхитов менән хат алышыуҙарҙан бронзаның нисек суйынға әйләнеүен асыҡ күрергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәлдең авторы, совет скульпторы Сосланбәк Тавасиев башта уҡ Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойорға йыйынған. Ҡарар ҡабул ителә, бойороҡтар сығарыла, 26 тонна бронзаға аҡса бүленә. Әммә 1962 йылда Ленинградтағы "Монументскульптура" заводында төҫлө металдарҙы ҡулланыуҙы сикләү тураһында күрһәтмә арҡаһында бронзаны суйынға алмаштырырға ҡарар ителә.
Рәсәй Художество академияһы академигы Александр Мирианашвили билдәләүенсә, вариҫтар раҫлаусы документтар тапшырған. "Автор үҙе бронзанан һәйкәл төҙөргә теләгән. Хәҙер Тавасиевтың ниәтен тергеҙеү мөмкинлеге бар. Беҙ һеҙҙән ҡарар көтәбеҙ", - тине Александр Гурамович, совет ағзаларына мөрәжәғәт итеп.
Рәсәй Художество академияһы президенты Василий Церетели Салауат Юлаев һәйкәлен постаменттан төшөрөп, реставрация цехына күсермәйенсә, уның торошо тулыһынса билдәле булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Процесс башланғас, эксперттар металдың арығанлығын һәм күп емереклектәрен тапҡан.
- Дөйөм алғанда, һәйкәлдең автор күсермәһен бронзанан яһап, уны ҡуйыу дөрөҫөрәк булыр. Ә Тавасиевтың уникаль әҫәрен музейға ҡуйырға, һауа шарттарынан нығыраҡ һаҡланған музейҙа граждандар өсөн асыҡ итергә кәрәк, - тип белдерҙе Василий Церетели. - Кәңәшегеҙгә һәм эксперттарға рәхмәтлемен, улар барыһы ла килә, реставрация барышын ҡарай, был бик мөһим. Тәү сиратта, бында теүәл күсермәләр алынасаҡ һәм был формалар Санкт-Петербургҡа, Салауат Юлаев үҙе суйындан ҡойолған "Монументскульптура" заводына күсереләсәк. Ул бронзанан шул уҡ заводта, шул уҡ мейестәрҙә ҡойоласаҡ.
РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, тарихсы Рәмил Рәхимов Салауат Юлаевтың республика өсөн образ булараҡ мөһим икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әгәр Ағиҙел йылғаһы өҫтөндәге данлыҡлы ҡурғанға һәйкәлдең ныҡлы бронза күсермәһен ҡуйһалар, ә суйын скульптура музейҙа урын алһа, дөрөҫ буласаҡ. Бронза еңелерәк, һығылмалыраҡ һәм оҙайлыраҡ, тип тағы бер тапҡыр билдәләне совет ағзалары.
Күҙәтеү советы ағзаларының реставрацияның финанс өлөшө тураһында һорауҙарына яуап итеп Салауат Ҡолбахтин һәйкәлде реставрациялауға аҡса һалыныуын, эштәр график буйынса барыуын аңлатты.
Әйткәндәй, Хөкүмәттең был аҙналағы кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бәхәскә нөктә ҡуйҙы: "Реставраторҙар беҙгә һәйкәлдең 80 процентын үҙгәртергә, яңы элементтар эшләргә кәрәк, тине. Шуға күрә фекер алышыу барышында миндә йәмәғәтселек фекере хөкөмөнә һәм республика халҡының фекеренә тәҡдим иткән идея тыуҙы. Беҙгә артабан ҡатмарлыраҡ, әммә ышаныслыраҡ һәм, минеңсә, стратегик яҡтан отошлораҡ юл менән барырға мөмкин - яңы һәйкәлде төп нөсхәнең тулы күсермәһе итеп бронзанан ҡойорға кәрәк. Әгәр элекке һәйкәлде реставрациялаһаҡ - ул 10, 20 йәки 50 йыл торасаҡ, ә бронза һәйкәл оҙайлыраҡ буласаҡ", - тине ул.
Шулай уҡ республика Башлығы тарихи ҡомартҡының яҙмышын билдәләне: "Цехтағы һәйкәл мотлаҡ реставрацияланасаҡ. Уны нисек бар, шулай йүнәтеп, яңы урынға, көмбәҙ аҫтына ҡуйырға тәҡдим ителде. Был яңы тарихи урынға, музейға әйләнәсәк. Беҙ һәйкәлде 2027 йылға тергеҙергә вәғәҙә иттек һәм быға ынтылырға кәрәк буласаҡ". Радий Хәбиров үҙенең Хакимиәтенә Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан тергеҙеү планын төҙөргә ҡушты.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 8

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru