«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕТДИ ҺЫНАУҘАР АША
+  - 

"Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәрҙән шылтыратыуҙар республиканан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә килә", - ти Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры капитан Фәдис Солтанов.

Уның һүҙҙәренсә, күрше өлкәләрҙә йәшәүселәр Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйенләнгән ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһына. Уларҙың һорауҙарына белгестәр төплө яуап бирә. Шарттарға риза булып, "Защита" һайлап алыу пунктына килгәндәр унда бушлай йәшәй һәм өс тапҡыр туҡлана. Хеҙмәткә һайлап алыу буйынса медицина тикшереүе үтеп, юридик консультация алып, финанс һәм башҡа мәсьәләләр хәл ителгәс, контракт төҙөлә.
"Йәштәр пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһында күберәк ҡыҙыҡһына. Уларҙың әле тормош тәжрибәһе самалы, шуға күрә беҙ мөрәжәғәт итеүселәргә бөтә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе еткерәбеҙ: ҡасан хеҙмәтте ҡалдыра алалар, ниндәй түләүҙәр, льготалар ҡаралған һәм башҡалар. Белешмәләр алғандан һуң, Махсус хәрби операция зонаһында БПЛА операторы булып хеҙмәт итергә теләк белдергәндәр менән беҙҙең инструкторҙар эшләй башлай. Әңгәмәләшеү, тест һөҙөмтәләре, практик дәрестәр йәш кешенең БПЛА операторына яраҡлымы, юҡмы икәнен күрһәтә. Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында яраҡһыҙ тип табылғандарҙы пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең техник хеҙмәтенә яҙабыҙ", - ти офицер.
Әлеге ваҡытта дрон операторы булып хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәр йәше "олоғая" бара, тип билдәләй ул. Әгәр әле яңыраҡ ҡына пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә башлыса 20 йәшлек егеттәр әүҙем яҙылһа, хәҙер улар артынан олораҡтар ҙа эйәрә икән.
"Йәш сикләүе бер аҙ күтәрелә, әммә йәштәр барыбер йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Ҡалай ҙа беҙ физик һәм психологик әҙерлек кимәле, моторика, заманса цифрлы ҡорамалдарҙа эшләү һәләте буйынса һайлап алабыҙ. Кандидаттың нәҡ ошо сифаттарына ҙур иғтибар бирәбеҙ. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре бөгөнгө көндә Рәсәй Ҡораллы көстәренең элиталы ғәскәр төрҙәренең береһе булып тора. Шуға күрә күптәрҙең БПЛА операторы булып хеҙмәт итеү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыныуы һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөүе ғәжәп түгел", - тигән фекерҙә Фәдис Солтанов.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 12

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru