«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙҙың оло хазинаһы булған "Урал батыр" эпосы тураһында нимә беләһегеҙ, уны уҡығанығыҙ бармы? Ундағы аҡыл-фекер беҙҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе, тигәнгә нисек ҡарайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
АЙЫРЫЛЫШЫУ СӘБӘБЕ ДӨРӨҪМӨ?
+  - 


Бер нисә йыл элек "Йәшлек" гәзитендә "Мин һинең етемлектә ғәйепле түгел, балам…" тип аталған мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Шунда бәйән ителгән ғәйәт бер сетерекле хәл (аңлауымса, булған хәл) әле лә иҫтән сыҡмай.

Унда төп герой Илфаттың ғаиләһе тарҡалыуы хаҡында һүҙ бара. Ҡатыны менән аралары боҙолоуында хәләл ефете Фәниәнең дин юлындағы яҡындары (айырыуса ҡәйнәһе) сәбәпсе тип һанай был йәш ир, һәм шуға йәне әрней. Төп геройҙың исеменән һөйләнгән һәм автор тарафынан ифрат оҫта итеп төҙөлгән был мәҡәләне уҡып ултырған күптәрҙең күҙ йәше лә сыҡҡандыр, тип уйлайым. "Минең дингә баҫмауым арҡаһында ғына шундай хәл килеп сыҡтымы? Үҙем дә аңламай ҡалдым…" - ти Илфат аҙаҡ.
Яҡташыбыҙҙың "Дингә баҫмауым арҡаһында ғына…" тигәненә иғтибар итәйек әле тәүҙә. Өс ай тирәһе дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Илфат менән Фәниә һис бер ҡаршылыҡһыҙ өйләнешә, һәүетемсә татыу ғына йәшәй башлайҙар. Эшсән ир хатта тиҙ арала машина һатып алыуға ла өлгәшә. Бер аҙ ваҡыттан Фәниәнең әсәһе (Илфаттың ҡәйнәһе) кейәүенең намаҙ уҡымауын шелтәләй башлай. "Кейәү, дингә баҫһаң, яҡшыраҡ булыр ине", ти ҡәйнәһе. Ә ҡайныһы: "Диндә көсләү юҡ, был мөһим ҡарарға һин үҙең килергә тейешһең", тиеү менән сикләнә… Фәниәнең атаһы, әсәһе, башҡа яҡын туғандары - барыһы ла дин юлында, йәғни, Ислам диненең ҡанундарын үтәп йәшәгән кешеләр икәнлеген аңлауы ҡыйын түгел. Фәниәнең дә намаҙҙа булыуы көн кеүек асыҡ (юғиһә, ни өсөн уның әсәһе кейәүен иманға өндәр ине). Күмәкләшеп өгөтләп тә, дингә күнмәгәс, Илфаттың һәм уның мөслимә ҡатынының никахы дөрөҫ түгел, тип һанай башлаған улар, күрәһең. Өгөт-нәсихәттәренең файҙаһы булмағас, был кейәүгә ҡаршы етди "һөжүм" башлана. Уларҙың иң төп "ҡоралы" - яңы тыуған балалары. Фәниәнең әсәһенең, башҡа туғандарының төрлө юлдар менән (икенсе фатирға күсереп һ.б.) сабыйҙы атаһынан айырып маташыуҙары хаҡында уҡып шаҡ ҡатырлыҡ. Шулай тартҡылаша торғас, Илфат менән уның диндар ҡатынының араһында күҙгә күренмәгән кәртә барлыҡҡа килеүе асыҡлана. Ахырҙа, ғаилә рәсми рәүештә тарҡала. Ошо килеп сыҡҡан ситуацияла ифрат әүҙем булған әсәһенең һүҙенән сыға алмаған Фәниәнең дә роле бар. Ә ҡайны кеше "нейтралитет" тота…
"Ҡайны" тигәндәй, дин ҡанундары менән таныш булған һәр кешелә уға һәм уның ғаилә ағзаларына ҡарата күп кенә һорауҙар килеп тыуыуы - тәбиғи. Беренсенән, Илфатҡа ҡатынлыҡҡа ҡыҙын биргәндә Фәниәнең атаһынан, моғайын, уның ризалығы һоралғандыр (мосолман дине талаптарына ярашлы, ҡыҙҙың атаһының ризалығы - мотлаҡ). Буласаҡ ҡайны үҙенең ҡыҙын һоратҡан егеттең дингә бөтөнләйгә битараф икәнен, әлбиттә, бик яҡшы белгән. Әммә никах уҡыусы имам: "Ҡыҙыңды фәлән улы Илфатҡа ҡатынлыҡҡа бирергә ризаһыңмы?" - тигән һорау биргәс, атай кешенең "риза" тип әйтеүенә иманым камил. Икенсенән, "Фәлән улы Илфатҡа ҡатын булып барырға ризаһыңмы?" тип, моғайын, Фәниәгә лә һорау биргәндер имам-хәҙрәт. Ҡыҙ ҙа, әлбиттә, "риза" тип әйткән (ҡыҙҙың ризалығы булмаһа ла никах атҡарылмай).
Мөслимә ҡатын-ҡыҙға тик динле кешегә генә тормошҡа сығырға рөхсәт ителгәнлеге хаҡындағы ҡанунды йәш ҡыҙ Фәниә, бәлки, белмәгәндер ҙә (ә мосолман ир-егеткә хатта христиан динендәге ҡыҙға өйләнеү ҙә рөхсәт ителә, тик был ир һуңынан кәләшен үҙенең диненә саҡырырға бурыслы), әммә уның хәҙер "шәпләнеп" йөрөгән әсәһе ул саҡ ҡайҙа булған? Аллаһы Тәғәләгә иман килтерергә уйламаған, Ислам диненең төп терәктәрен үтәүҙе бөтөнләйгә инҡар иткән егеткә ҡыҙының кейәүгә сығырға йыйынғанын күрмәгәнме? Никах атҡарылғанғаса, нимәһен ҡарап йөрөгән? Кейәүгә биреп ебәрмәҫ борон уҡ ҡыҙына: "Был егет беҙҙең тотҡан динде һанламай бит, нишләп уға сығаһың?" -тип уны иҫкәртә алмағанмы? Ғөмүмән, Фәниәнең, уның ата-әсәһенең дә баштан уҡ ошо никахҡа ризалашып, дини тарафтан бөтөнләйгә наҙан булған егетте ышандырыуҙары - уларҙың етди хатаһы.
Әммә… был никах атҡарылған. Хатта балалары ла тыуған бит! Бындай осраҡта урыҫтар "поезд уже ушел" тип тә әйтәләр. Бәлки улар Илфатты, кейәү булып килгәндән һуң, йәһәт кенә яңынан тәрбиәләп алырға өмөтләнгән булғандарҙыр… Кейәүгә ҡарата иң һуңғы сараны ҡулланырға йөьрәт итеүҙәрен мин тап ана шуның менән бәйләйем.
Хәҙер Илфат хаҡында. Башта ябай ғына бер миҫалды күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле. Әйтәйек, ҡулындағы бар нәмәне ауыҙына алып ҡапҡан өсөн биш-алты айлыҡ аңһыҙ сабыйҙы "сыбыҡлай" башлаһаң, был бала ҡысҡырып илаясаҡ, әммә уға ни өсөн һуҡҡандарын барыбер аңламаясаҡ… Тап бына шуның һымаҡ уҡ, Илфат та ни өсөн уны намаҙға өндәүҙәрен бөтөнләйгә аңларлыҡ хәлдә түгел. Ҡатыны һәм уның туғандары ниндәй генә "ҡаты ысулдар" ҡулланыуына ҡарамаҫтан, был йәш ирҙең һис кенә лә бирешергә иҫәбе юҡ. Үҙенең ошо бәхетһеҙлеккә тарығанын тик "дингә баҫмауым арҡаһында ғына…" ( йәғни, буш ҡына бер нәмә арҡаһында) тип һанаған Илфат, ифрат ныҡ тора: мосолмандың мотлаҡ намаҙҙа булырға тейешлеген әле булһа бөтөнләйгә танығыһы килмәй. Ни өсөн? Сөнки Илфатҡа, ошо йәшенә еткәнсе, бер кем дә Ислам дине хаҡында бер ни ҙә өйрәтмәгәнлеге көн кеүек асыҡ. Ғөмүмән, Фәниәнең һәм Илфаттың инаныуҙары бөтөнләйгә башҡа тарафтарға йүнәлтелгән. Бөгөнгө көндә улар бер-береһен аңларлыҡ хәлдә түгел.
Тормош бының менән туҡталып ҡалмай бит. Минең ныҡлы инаныуымса, ошо ғаилә ағзалары күмәкләшеп "боҙған" эште төҙәтеп ебәреү мөмкинлеге әлегә юғалмаған. Әгәр был йәштәр үҙҙәренә, балаларына бәхет теләй икән, һис кисекмәҫтән ғилемле бер имам-хатипҡа кәңәш һорап мөрәжәғәт итергә тейеш, тип һанайым. Ә дин белгесе уларҙың "ғаилә тарихын" иғтибар менән тыңлап бөткәс, яҡынса ошолай тип әйтер ине һымаҡ: "Ғаиләгеҙҙе ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыуға әлегә һуң түгел, балалар. Арағыҙҙа үҙегеҙгә күренмәгән, әммә ныҡлы, ышаныслы күпер бар. Илфат улым, яратҡан сабыйыңды ҡабаттан ҡайтарыу өсөн, ә унан да бигерәк, үҙеңдең мәңгелек киләсәгеңде хәстәрләү ниәте менән дә, иманға килергә һиңә әле һуң түгел. Аллаһы Тәғәләнең илсеһе Мөхәммәт (с.ғ.с.) аша төшөрөлгән дин һеҙҙең айырылышыуығыҙға сәбәпсе булды, тигән юҫыҡтараҡ булған уйҙарыңды йөрәгеңдән бөтөнләйгә алып ташларға тырыш. Дин талаптарын яҡшы өйрәнмәй тороп, һин барыбер Фәниәңдең кисерештәрен аңламаясаҡһың. Диндә мәжбүр итеү юҡ, әммә динһеҙ ғүмерҙең ахыры - аяныслы икәнлеген онотма! Ә бына Аллаһы Тәғәләгә тәүбә ҡылып, Уның ҡушҡандарын үтәй башлау менән, хәләл ефетең, әсәһенән дә бигерәк һинең әйткәндәреңде генә тыңлай башлаясаҡ, донъяла һәм Ахирәттә сикһеҙ бәхет татырһығыҙ, ин шәә Аллаһ. Илфат улым, һиңә тағы бер һорауым бар, әммә яуапты миңә бирмә, ә өйөңә ҡайтҡас, ашыҡмай ғына уйла..."
Уңайын тура килтереп, Фәниәнең әсәһенә лә был хәҙрәт тейешенсә кәңәштәрен бирер ине: "Һәр саҡ иҫеңдә тот: үҙеңде ни тиклем хаҡ тип һанауыңа ҡарамаҫтан, ҡәйнә кеше булараҡ, кейәүең менән булышма. Ирмен тигән ир кеше ҡәйнәнең "мораль уҡыуын" бер ҡасан да яратмай, уның тик "йәне генә көйә". Кейәү менән ҡайны кешенең аралашыуы - хәйерлерәк. Хатта ул да кейәүенә аҡыл өйрәтергә тейеш түгел. Икенсенән, кейәүеңде көсләп иманға күндерергә ашыҡма. Ин шәә Аллаһ, әкренләп, ул да хәҡиҡәтте аңлар. Тормош ҡатмарлы бит ул: моғайын, үҙең дә, ҡартың да йәп-йәш көйө намаҙҙа булмағанһығыҙҙыр, ҡасандыр хатта "комсомол" булып та йөрөгәнһегеҙҙер… Ҡатыны намаҙға баҫҡас, ир кеше бер нисә йылдан һуң ғына тәүбәгә килеп, дин ҡабул иткән осраҡтар ҙа булғылай. Үҙегеҙҙең ғаилә эсендәге мөхитегеҙ кейәүегеҙ өсөн үрнәк алырлыҡ булырға тейеш. Ә инде кейәүең дингә килеп, ҡыҙың менән татыу ғына йәшәй башлай икән, шуға һөйөнөп, үҙеңдең ҡартың менән тыныс ҡына, көңгөр-ҡаңғыр итеп йәшәп ятыу кәрәк. Ҡыҙыңа, уның сабыйына (үҙеңдең ейәнеңә) бәхет теләһәң, балаларыңдың һәр аҙымын "контролгә" алып, тормоштарына ҡыҫтырылыу ғәҙәтен бөтөнләйгә ҡуй! Юғиһә, кейәүең намаҙға баҫыу түгел, хатта үҙе имам булып киткән хәлдә лә, уларҙың татыу йәшәүен күрә алмаясаҡһың…"
Ә ҡәйнәнең йәнәшәһендәге "йыуаш" ҡайны, үҙенең хәләл ефетенә уҡылған бына ошо нәсихәтте һүҙһеҙ генә тыңлап, эстән генә йылмайып, Аллаһ Тәғәләгә зекер әйтеп ултырыр, моғайын… Тап ана шулай эшләгәндә, был ғаиләнең хәле төҙәлеп тә китер, тигән өмөттәмен. Сабыйҙарын өҙөлөп яратҡан Илфат менән Фәниәнең бер-береһенә ҡарата ихтирам тойғоһо ла уяныр, мөхәббәт уттары ҡабыныр. Ғаиләлә ҡабаттан татыулыҡ хөкөм һөрөр. Ә иң мөһиме: аталы һәм әсәле үҫеп килгән бала һәр саҡ шат йөҙлө, бәхетле булыр. Ин шәә Аллаһ. Ә һеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ошо сетерекле хәлдән сығып китеү мөмкинлегенә нисек ҡарайһығыҙ?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru