
Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ҡалаһы вуздарына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта 15 меңдән ашыу студент республикабыҙҙан ситтә белем ала, тип хәбәр иттеләр төбәктең Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә.
Улар Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға диплом алырға китә. Дөрөҫөн әйткәндә, ҙур ҡалаларҙа йәшәү ҡиммәткә төшә, конкуренция юғары, ә уҡыуҙы тамамлағандан һуң "шәп" диплом һәм тәжрибәһеҙ килеш хеҙмәт биржаһына эләгеү мөмкинлеге лә юҡ түгел. Башҡортостан был мәсьәләне хәл итеү өсөн йыл башында республиканың Кадрҙар стажировкаһы үҙәген асты. Был баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары студенттарын тыуған яҡта төп эш биреүселәр менән бәйләүсе реаль карьера лифты булып тора. "Студенттарҙың һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың республикабыҙ иҡтисадында, йәки дәүләт хеҙмәте, муниципаль хеҙмәт органдарында стажировка үтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Быны беҙ мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ", - тип вәғәҙәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров февралдә Үҙәкте асыу тантанаһында.
Был нисек эшләй? Ғариза ҡалдыраһың. Кураторҙар һинең менән бәйләнешкә инеп, юғары уҡыу йортона, һөнәргә һәм курсҡа ҡарап, түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә:
1-се курс: каникулдарҙа еңелсә генә таныштырыу стажировкаһы. Бер ниндәй ҙә бюрократия юҡ - министрлыҡҡа йәки ҙур заводҡа киләһегеҙ, эштең нисек ҡоролғанын ҡарайһығыҙ, бер юлы күпме аҡса эшләргә мөмкин икә-нен беләһегеҙ.
2-4-се курс. Бында инде производство практикаһы. Юғары уҡыу йорто рәсми һорау ебәрә, өс яҡлы килешеү төҙөлә, шунан һуң һеҙ реаль кейстарҙы хәл итергә бараһығыҙ. Был эш биреүсегә үҙеңде күрһәтеү, шулай уҡ "тороп ҡалыу" мөмкинлеге лә булып тора.
Сығарылыш курсы. Үҙәк Башҡортостанда хыялыңдағы эште табырға ярҙам итә ала, тимәк, эшкә урынлашыу мәсьәләһе хәл ителгән тип иҫәпләргә мөмкин.
Кем әле үк стажерҙарҙы көтә? Үҙәк директоры Тигран Карапетян әйтеүенсә, ошондай стажировка үтеү урындары тәҡдим ителә:
дәүләт власы органдарында: республика министрлыҡтарында, ведомстволарында һәм Башҡортостан Хөкүмәте аппаратында;
муниципаль хеҙмәт органдарында: республика ҡалалары һәм райондары хакимиәттәрендә;
закондар сығарыу власы органдарында: мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа;
иҡтисадтың реаль секторында: төбәктең төп коммерция һәм сәнәғәт предприятиеларында.
Башҡортостан студенттарын стажировкаға ҡабул итергә әҙер булған 40-ҡа яҡын предприятие бар.
"Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына түгел, башҡа ҡалаларҙа белем алған республикабыҙ студенттары ла практика үтә ала. Ҡаҙан һәм Силәбе студенттарынан ғаризалар бар, - тип һөйләне "Башинформ"ға Тигран Карапетян. - Кире йүнәлештә лә стажировка үтергә мөмкин. Өфө студенттары беҙҙең тулы хоҡуҡлы вәкиллектә эшләй, эшебеҙ менән яҡындан таныша ала. Әлеге ваҡытта ошондай 7-8 ғариза бар, барыһын да төрлө ваҡытта ҡабул итергә әҙерҙәр".
Стажировка өсөн түләнмәй, әммә ҡайһы бер предприятиелар аҡса түләргә һәм һуңынан уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырырға әҙер. Стажировка урынына барып ҡайтыу өсөн юл хаҡын түләү мөмкинлеге әлегә юҡ, әммә Үҙәктә ошо турала уйлана башланылар, тип өҫтәне уның директоры.
Проекттың тәүге һөҙөмтәләре. Был тема студенттар араһында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы - 106 кеше Үҙәккә ғариза биргән. Был старт ҡына. Уларҙың ҡайһы берҙәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтендә һәм республика Ҡоролтайында стажировка үткән. Бер үк ваҡытта Үҙәк бизнесты штурмлай: Башҡортостандың билдәле предприятиеларына стажерҙарға һорау ебәрелгән. Логика ябай: компанияларға - баш ҡала бэкгрунды менән яңы белгестәр, ә студенттарға портфолиоға шәп кейстар һәм киләсәктә лайыҡлы эш кәрәк.
Етәкселек нимә ти? "Маҡсат студентты практикаға ебәреү генә түгел. Уның менән ныҡлап шөғөлләнергә лә кәрәк. Кеше предприятиеға практикаға килә һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтә һәм, әгәр ул үҙенең бында кәрәклеген аңлаһа, уның эшкә ҡайтыу ихтималлығы ҙур. Бөтә студенттарҙың да башҡа ҡалаларҙа ҡалмауын аңлайбыҙ, уларҙың күбеһе кире ҡайта. Был беҙҙең стратегик резерв, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
- Йәштәребеҙ республика менән бәйләнеш тотһон өсөн күп нәмә эшләйбеҙ. Улар менән осрашабыҙ, Башҡортостандың нисек үҫешеүе хаҡында һөйләйбеҙ. Яңыраҡ беҙҙең предприятиеларҙа һәм власть органдарында стажировкалар ойоштороу буйынса системалы эш башланыҡ. Йыл йомғаҡтары буйынса беҙгә 100-ҙән ашыу егет-ҡыҙ килер тип көтәбеҙ. Кемдер практиканан һуң эшкә ҡалырға теләр. Беҙ шат булыр инек".
"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|