
Китап байрамының йомғаҡлау көнөндә "Урал батыр ерендә йыл китабы" конкурсының еңеүселәре тәбрикләнде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл конкурсҡа 26 нәшриәттән 85 китап тәҡдим ителгән, улар - Рәсәйҙең 13 төбәге, Беларусь һәм Ирандан. Ғәҙәттәгесә, Яҡут, Удмурт, Татарстан, Марий Эл республикаларынан әүҙем ҡатнашҡандар.
Ете номинацияла 38 дипломант һәм лауреат бүләкләнде. Гран-при - Башҡортостан Башлығының махсус призына З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең рус телендә баҫылған "Көс - берҙәмлектә. Күп милләтле Рәсәй. Классиктар әҫәрҙәре" тигән баҫмаһы лайыҡ булды. Награданы конкурстың жюри рәйесе, Рәсәй китап сығарыусылар ассоциацияһы президенты Константин Чеченев тапшырҙы. Китап Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналып, илебеҙҙең милли әҙбиәттәре классиктарының әҫәрҙәренән тора. Баҫмаға баш һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров яҙған. Уҙған йылда махсус бүләккә Мәскәүҙең "Аҡ ҡала" сауҙа йорто" нәшриәте баҫтырған "Еңеү йылъяҙмаһы. 1941-1945" китабы лайыҡ булғайны. "Конкурсҡа килгән һәр китап иғтибарға лайыҡ. Күп милли нәшриәттәрҙең беренсе премияны алыуы - ҡыуаныслы күренеш. Улар һәр китапхананы биҙәй ала, уларҙы уҡырға кәңәш итергә була. Үҙҙәренең төбәге тарихы һәм мәҙәниәте тураһында бәйән итә, Рәсәй халыҡтары телдәрендә яҙылған", - тип билдәләне К. Чеченев.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|