«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө. Баш ҡалабыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбаны, ни өсөн һеҙ тап ошо ҡалала төпләнергә ҡарар иттегеҙ һәм Өфө йәшәйеш өсөн уңайлымы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БАШҠОРТТАРҘЫҢ ТЕЛЕН ҺӘМ МӘҘӘНИ МИРАҪЫН БЕЛГӘН ҒАЛИМ
+  - 


Рәсәй Президенты В.В. Путиндың указына ярашлы, быйыл бар донъяға "Толковый словарь живого великорусского языка" исеме аҫтында билдәле булған бик ҙур һүҙлек авторы, яҙыусы, этнограф, хәрби хирург Владимир Иванович Далдең тыуыуына 225 йыл тулыуы киң билдәләнеп үтәсәк.

Әйткәндәй, ошо һүҙлек өҫтөндә В. И. Даль ярты быуаттан ашыу эшләй: тәүге һүҙҙәргә аңлатма 1819 йылда бирелһә, 1872 йылда һуңғы һүҙҙәре индерелә. 4 томлы хеҙмәт 200 меңдән ашыу һүҙҙән тора, аңлатмалар сифатында 30 мең мәҡәл, әйтем һәм йомаҡ килтерелә. Йәнә шуныһы ҡыҙыҡ: Далдең атаһы сығышы буйынса Дания кешеһе була, һуңынан Рәсәй подданные булып китә. Әсәһе - француз ҡатыш немка. Был ғаилә заманы өсөн бик уҡымышлы заттар иҫәбенә инә. Далдең атаһы Иоган Кристиан 6 телдә иркен һөйләшһә, әсәһе Мария Фрейтаг рус һәм донъя әҙәбиәтен бик яҡшы белә, байтаҡ ҡына сит ил яҙыусылары әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә. В.И. Даль Луганск заводы тип аталған ҡасабала тыуа (хәҙерге Луганск ҡалаһы), ҡайһы бер әҫәрҙәрен "Казак Луганский" тигән әҙәби псевдоним аҫтында баҫтыра.
Кадет корпусын тамамлаған Владимир Даль 6 йыл рус флоты мичманы булып хеҙмәт итә, унан һуң Дерпт университетының медицина факультетын тамамлай, рус-төрөк һуғышында хәрби хирург вазифаһында яралыларҙы дауалай. Билдәле рус табибы Николай Пирогов Далдең һәләттәренә юғары баһа бирә. Атаһы кеүек, ул да полиглот була, 12 телде, шул иҫәптән латин, инглиз, немец, француз, поляк, башҡорт һәм ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белә.
В.И. Даль 1832 йылда рус халыҡ әкиәттәре ерлегендә үҙенсә эшкәртелгән 5 рус әкиәте китабын баҫтыра, яҙыусы булараҡ, замандаштары араһында билдәлелек таба. Әммә, ошо китапта властарға ярамаған фекерҙәр бар, тип, уны ҡулға алалар. Күренекле рус шағиры В.А. Жуковский уны яҡлап сыға, Далде хөкөм итмәйҙәр. В.А. Жуковский Далгә ваҡытлыса алыҫҡараҡ китеп йәшәргә тәҡдим итә һәм 1833 йылда Ырымбур хәрби губернаторы итеп тәғәйенләнгән генерал В.А. Перовский менән таныштыра. Абруйлы генерал Далде үҙенә хеҙмәткә саҡыра, һәм ул 1833 йылдың июленән Ырымбурҙа махсус поручениелар буйынса чиновник вазифаһында эшләй башлай. В.И. Даль Ырымбур губернаһын арҡырынан буйға йөрөп сыға, барса башҡорт кантондарында булып, халыҡ тормошон, уның мәҙәниәтен өйрәнә. Тап шул ваҡытта Ырымбурға А.С. Пушкин килә, Даль уны төбәктең Емельян Пугачев менән бәйле урындарына оҙатып йөрөй. В.И. Даль Пушкинға үҙенең яман даны сыҡҡан әкиәттәр китабын да бүләк итә, китап шағир күңеленә хуш килә. Бөйөк рус шағиры аҙаҡтан "Сказка о рыбаке и рыбке" тип исемләнгән шиғри әкиәт китабын Далгә бүләк итеп, ошондай автограф ҡуя: "Твоя от твоих! Сказочнику Казаку Луганскому, сказочник Александр Пушкин". Пушкин дуэлдә үлемесле яра алғас, Даль шағирҙың һуңғы сәғәттәренә тиклем уның янында була.
Ырымбурҙа хеҙмәт иткән сағында В.И. Даль ошо төбәктә йәшәгән рус, башҡорт, ҡаҙаҡ халыҡтарының этнографияһын ентекләп өйрәнә, уларҙың мәҙәни мираҫы нигеҙендә байтаҡ ҡына әҫәрҙәр ижад итә. Әйтергә кәрәк, рус этнографы башҡорт фольклоры өлгөләрен дә йыя, башҡорт халыҡ йырҙарын яратып тыңлай. Мәҫәлән, уның "Обмиранье" хикәйәһендә ошондай эпизод теркәлгән: "Смеркалось вовсе, и мы катились по дороге, что по полотну, молча. Наконец возница мой соскучился и, оглянувшись, спросил: "Юрлайме?" (Запеть, что ли?). "Юрлай, - отвечал я, будто проснувшись в раздумьи, - пой…" - Башкир, будто мехом потянул в себя дыханье, задержал его и залился плачевным, высоким голосом, словно издали по ветру донесся звучный стон, под конец замиравший; затем последовал однообразный напев, на слова местного народного сочинения: "Сакмар быстра, бреуна тулста, икмяк да йок, капрал да сок!"
Далде әкиәт иле кеүек тойолған Башҡорт ерҙәре, уның тылсымлы мәмерйәләре, риүәйәт-легендаларҙа бәйән ителгән Аслыкүле һәм Ҡандракүле ныҡ һоҡландыра. Уның байтаҡ ҡына әҫәрҙәре башҡорт мотивтары менән биҙәлгән, улар иҫәбенә мауыҡтырғыс итеп яҙылған "Майна", "Охота на волков" хикәйәләре, башҡорт һәм ҡаҙаҡ тормошон сағылдырған "Бикей и Маляуна" повесы, башҡа бер әҫәрҙәрен индереп була. Владимир Далгә башҡорт халҡының фольклор гәүһәрҙәренән "Заятүләк менән Һыуһылыу" мифологик эпосы шул тиклем оҡшай, һәм ул ошо эпостың "Башкирская русалка" тип исемләнгән русса вариантын 1843 йылда "Москвитянин" журналдында баҫтырып сығара. Әлбиттә, рус уҡыусылары өсөн махсус әҙерләнгән баҫма ошо эпостың башҡа варианттарынан үҙенең художество формаһы менән айырылып тора. В. Даль яҙмаһы тулыһынса прозаик әҫәр, ә уның башҡорт телендәге версияларында һөйләү телмәре йыр-шиғри, йәғни поэтик тел менән сиратлашып килә. Шулай ҙа халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын Рәсәй кимәленә сығарған этнограф әлегә тиклем оло хөрмәткә эйә. "Башкирская русалка" әҫәренең инеш өлөшөндә В.И. Даль башҡорттарҙың ауыр иҡтисади хәле, уларҙың властар тарафынан йәберләнеүе хаҡында ла асыҡтан-асыҡ яҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Далдең башҡорт кантондарына сәйәхәте ваҡытында яҙылған мәғлүмәттәре әлегә тиклем табылмаған.
В.И. Далдең башҡорт тормошо менән бәйле яҙмаларында халҡыбыҙҙың килеп сығышы хаҡында башҡорттарҙың үҙ ҡараштары ла урын алған, уларҙың йолалары, боронғо риүәйәттәре, инаныстары сағылдырыла. Ул ошо хаҡта бына нисек яҙа: "Башҡорттарҙа әлегә тиклем боронғо инаныстар, риүәйәттәр һаҡланып ҡалған: яман дейеү пәрейе кеше, бесәй, эт һәм бигерәк тә барс һәм юлбарыҫ булып күренә ала, ҡайһы саҡта уның ялы алтындан була; күренекле башҡорт батырҙары, ошо имәнес зат төрлө ҡиәфәткә инеп, һөжүм иткәндә, бигерәк тә ҡыҙҙарҙы урлап алып киткәндә, уның менән көрәшеп дан яулай; дейеү пәрейе кеше, йә батыр образына ингән саҡта, уны, Ахилл кеүек, тик үксәһенән генә яралап була".

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 12 - 18 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru