«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө. Баш ҡалабыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбаны, ни өсөн һеҙ тап ошо ҡалала төпләнергә ҡарар иттегеҙ һәм Өфө йәшәйеш өсөн уңайлымы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
МИЛЛИ МӘКТӘПТӘРЕБЕҘ БАШҠОРТОСТАН МӘҒАРИФЫНЫҢ ЙӨҘӨК ҠАШЫ КЕҮЕК
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ - Өфө ҡалаһының 48-се Башҡорт лицейы директоры Мәрзиә Уралбәк ҡыҙы АБДРАХМАНОВА, З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы директоры Фәнил Нил улы БҮЛӘКОВ, Р.Т. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһы директоры Шайморат Азамат улы ТИМЕРБУЛАТОВ.

Әңгәмәбеҙ башында үҙегеҙ һәм һеҙ етәкләгән уҡыу йорто менән таныштырып китһәгеҙ, урынлы булыр.

Мәрзиә Абдрахманова:
Мин Көйөргәҙе районының Яҡуп ауылында тыуып үҫкәнмен, әлеге көндә 48-се башҡорт лицейының яңы етәксеһемен. Белеүегеҙсә, лицейыбыҙ Черниковка биҫтәһенең бер яҡ ситендә урынлашҡан, шуға күрә иң беренсе проблемаларҙың береһе - йыл һайын мәктәп контингентын тулыландырып тороу. Быйылғы уҡыу йылында 515 уҡыусыбыҙ бар, педагогик коллектив 31 уҡытыусынан тора. Уҡытыу-тәрбиә процесын өҫтәмә белем биреү учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә алып барабыҙ, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Төп бурысыбыҙ - лицейҙа белем һәм тәрбиә биреү сифатын юғарыраҡ кимәлгә сығарыу, башҡа мәктәптәр араһында уның ыңғай имиджын булдырыу.
Фәнил Бүләков: Тыумышым менән Учалы районының Иманғол ауылынанмын, ата-бабаларым - барын-табын ырыуы башҡорттары. Һуңғы 5 йылда Зәйнәп Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһында директор вазифаһын башҡарам. Гимназияла 864 бала уҡый, башҡорт кластары менән бер рәттән, рус кластары ла бар. Шуға күрә барса тәрбиә эштәрен башҡорт һәм рус телдәрендә алып барырға тура килә. Уҡытыу-тәрбиә процесында барса уҡыусыларыбыҙҙы башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан таныштырырға тырышабыҙ, гимназияла башҡорт мөхитен сағылдырған күп саралар ойошторола. Шул уҡ ваҡытта төрлө милләт балаларын милләт-ара татыулыҡ рухында тәрбиәләүҙе лә үҙебеҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе, тип иҫәпләйбеҙ. Уҡыусыларыбыҙҙы вузға әҙерләү маҡсатында ӨФТУ, ӨДНТУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шулай уҡ Өфө машиналар эшләү техникумы һәм Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе менән бәйләнештәр булдырылған, сөнки баш ҡалабыҙҙың Инорс биҫтәһендә башлыса эшсе халыҡ йәшәй, улар балаларына техник өлкәләргә йүнәлеш биреүҙе хуплай.
Шайморат Тимербулатов: Баймаҡ районының бәләкәй генә Янғаҙы ауылында тыуғанмын, ата-бабаларыбыҙ түңгәүер ырыуына ҡарай. Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы директорымын. Гимназиябыҙ Дим биҫтәһендә урынлашҡан, быйылғы уҡыу йылында беҙҙә 1454 уҡыусы белем ала. 5-әр параллель класс булдырылған, башҡорт балалары "А" кластарында уҡый. Дим районында башҡа башҡорт мәктәбе юҡ, шуға күрә башҡорт мөхитен сағылдырған барса саралар беҙҙең гимназия базаһында уҙғарыла. Башҡорт кластарында белем кимәле яҡшы, Өфө ҡалаһында уҙғарылған конкурстарҙа еңеүҙәр яулайбыҙ.

Милли мәктәптәребеҙ Башҡортостан мәғарифының йөҙөк ҡашы кеүек ҡабул ителә һәм баһалана. Башҡорт мәктәптәре республика мәғариф системаһының авангардында барырға, башҡа бер мәктәптәрҙән алдымыраҡ, өҫтөнлөклөрәк позициялар биләргә тейеш, тигән фекер менән килешәһегеҙме?

Мәрзиә Абдрахманова:
Әлбиттә, был фекер менән ризалашмайынса булмай. Өфөләге башҡорт гимназияларында, лицейҙарында, Башҡортостандың башҡа милли мәктәптәрендәге кеүек, халҡыбыҙҙың киләсәк интеллегенцияһы тәрбиәләнә. Иң мөһиме - уҡыусыларыбыҙҙың белем кимәле хәҙерге заман талаптарына яуап бирерлек булырға тейеш. Белем сифатын күтәреү менән бәйле проблемалар бар ул, әммә беҙ, мәктәп етәкселәре һәм педагогик коллективтар, уларҙы системалы рәүештә хәл итеү юлдарын табырға тейешбеҙ.

Уныһы шулай, әммә уҡыусыларҙың белем сифаты буйынса проблемалары булмаған мәктәптәр юҡтыр ул?

Мәрзиә Абдрахманова:
Бар, ни эшләп булмаһын ти. Бына, республикабыҙҙа байтаҡ йылдар буйына эшләп килгән башҡорт интернат-мәктәптәрен генә алып ҡарайыҡ. Интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр тәүлек әйләнәһенә башҡорт мөхитендә йәшәй, уларға дәрестәрҙән һуң үҙаллы шөғөлләнеү, төрлө түңәрәктәрҙә һәм сараларҙа һәләттәрен үҫтереү, кәрәк булғанда, педагог ярҙамын алыу өсөн барса мөмкинлектәр булдырылған.
Шайморат Тимербулатов: Республика гимназия-интернаттарында махсус рәүештә һайлап алынған һәләтле балалар уҡыуын да иҫәпкә алырға кәрәк.
Мәрзиә Абдрахманова: Эйе, уларҙы халҡыбыҙҙың һөт өҫтө, ҡаймағы тиһәк тә һис яңылышмабыҙ. Ундай балалар менән эшләүе күпкә еңеләрәк, әммә яуаплылыҡ та ҙур.

Республика статусындағы интернат-мәктәптәрҙе ябай милли мәктәптәр өсөн маяҡ итеп ҡарарға кәрәктер?

Мәрзиә Абдрахманова:
Ундай мәктәптәрҙең авангардта барыуын бер кем дә инҡар итмәй. Шул уҡ ваҡытта ҡәҙимге, ҡала-район гимназияларының үҙ өҫтөнлөгө бар. Беҙҙең типтағы белем усаҡтарында даими көсөргәнеш, баҫым аҫтында эшләү талап ителмәй, был психологик яҡтан уңайлыраҡ. Республика гимназия-интернаттары педагогтарына ҡуйылған талаптар күпкә юғарыраҡ, улар һәләтле балаларҙы юғарыраҡ кимәлгә күтәрергә тейеш, шуға күрә уларҙың эш һөҙөмтәләренә юғары талаптар ҡуйыла.
Фәнил Бүләков: Бөгөнгө шарттарҙа ҡала башҡорт мәктәптәренә уҡырға килеүсе һәр бала ҡәҙерле беҙгә. Әлбиттә, үҙебеҙҙең башҡорт балаларын бер урынға туплап, уларға туған телебеҙҙе ныҡлап өйрәтергә тырышабыҙ. Әлеге ваҡытта ата-әсәләр уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы ата-әсәләрҙән айырылыбыраҡ тора, йәғни, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тел мәсьәләһе уларҙы артыҡ борсомай. Балаларының белем сифаты яҡшы булһын, дәүләт имтихандарында алған балдары бюджет нигеҙендә вуздарҙа уҡый алыу мөмкинлеген бирһен - уларҙың төп теләктәре шул. Шул уҡ ваҡытта барса ата-әсәләр милли мәктәптә уҡыусылар тәртибенең һәйбәт булыуын белә, ә был беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙҙең береһе. Башҡорт балалары менән бер рәттән, башҡа милләт балалары ла беҙҙә үҙҙәрен ипле, әхлаҡҡа ярашлы тоторға өйрәнә.

Ҡәҙимге мәктәптәр янынан үткәндә йыш ҡына үҫмерҙәрҙең яман итеп һүгенгәнен ишетергә тура килә...

Фәнил Бүләков:
Юҡ, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ундай түгел. Ошондай айырманы үҙебеҙ ҙә беләбеҙ: 10-сы ҡласҡа өҫтәп алынған башҡа мәктәп балалары тәртиптәре яғынан беҙҙекеләргә ҡарағанда ҡайтышыраҡ. Йәнә бына нимә: ата-әсәләр мәктәптең ыңғай имиджы булыуына бик иғтибарлылар. Ә ул ТДИ һәм БДИ күрһәткестәренең кимәлен, уҡыусыларыбыҙҙың төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа күрһәтә алған ҡаҙаныштары менән бермә-бер бәйле. Баш ҡалабыҙҙың милли мәктәптәре ҡала хакимиәте ҡарамағына күсерелгәс, алға китеш, үҫеш һиҙелә башланы, быға үҙебеҙ шаһитбыҙ. Беҙгә уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләренең гимназия хаҡында ниҙәр һөйләгәндәре, ниндәй баһа биреүҙәре бик мөһим, уларҙың тәҡдимдәрен, һорауҙарын иҫәпкә алып эшләргә тырышабыҙ. Хәҙерге осорҙа ҡала мәктәптәре өсөн күҙ яуын алып торған биналар һалына, улар заманса йыһаздар менән тәьмин ителә, әммә мәктәптең ысын йөҙө уның формаһынан түгел, ә йөкмәткеһенең ниндәй булыуынан тора.

Мәктәп тормошо - ағын йылға кеүек: балалар беренсе класҡа килә тора, 9-сы йә иһә 11-се кластарҙы тамамлағандары китә тора. Шулай булғас, тотош мәктәп тә яңырып, үҙгәрә барып, үҫеш кисерергә тейештер ул...

Фәнил Бүләков:
Уҡыусыларға белем биреү, уларҙы тәрбиәләү - бик оҙайлы процесс, ул байтаҡ йылдар дауамында ғәмәлгә ашырыла. Уҡытыу-тәрбиә динамикаһын, үҫеш барышын тиҙ арала ғына, бер-ике йыл эсендә билдәләү мөмкин түгел, шуға күрә педагогик эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген уҡытыуҙың башланғыс осоронан алып һуңғы этаптарына тиклем ниндәй ыңғай үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар булыуына ҡарап баһалайҙар.
Мәрзиә Абдрахманова: Мәктәп үҙе бер үҙенсәлекле система булып тора, шуға күрә педагогик эшмәкәрлектең билдәле бер системаға һалыныуы фарыз. Һәр уҡыусы ошо педагогик системаның айырылғыһыҙ бер элементы, уҡыусыларҙың 1-се кластан 11-се класҡа тиклемге үҫеше тотош мәктәптең үҫеш динимикаһын билдәләй.
Шайморат Тимербулатов: Башҡорт мәктәптәренең милли мәғариф системаһының авангардында барыуы уларҙы булдырыуға юл асҡан 90-сы йылдарҙа уҡ күҙаллана. Ваҡытында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән баш ҡалабыҙҙың һәр районында башҡорт мәктәбен асыу мәсьәләһен республика етәкселеге, Беренсе Президентыбыҙ М.Ғ. Рәхимов ыңғай хәл итте, һәм был башҡорт мәғарифының үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары инновацион мәктәптәр иҫәбенә инә, һәм ошо юғары статусты раҫлар өсөн күп эшләргә тура килә. Әйтергә кәрәк, ҡала хакимиәте беҙгә юғарыраҡ талаптар ҡуя, һәр саҡта ла яуаплылыҡ тойоп эшләйбеҙ. Башҡорт мәктәбе булғас, башҡорт мөхите менән бәйле төрлө мәҙәни сараларҙы беҙгә ойошторорға тура килә. Мәҫәлән, "Урал батыр" эпосы буйынса уҙғарылған конкурстарҙа, "Һаумы, һаумы әкиәт", "Шаяниум" кеүек сараларҙа мотлаҡ ҡатнашабыҙ.
Шулай ҙа ата-әсәләр алдындағы төп бурысыбыҙ - гимназиябыҙҙы тамамлаусыларҙың белем сифаты юғары булыуына өлгәшеү. Бына яңыраҡ Республика инженер лицей-интернатының директоры урынбаҫарҙары һеҙҙең гәзитегеҙ ойошторған әңгәмә барышында лицейҙы тамамлаусыларҙың барыһының да вуздарға инеүе хаҡында әйткәйнеләр. Ошоға яуап итеп, һуңғы ике йылда гимназиябыҙҙы тамамлаусылар шулай уҡ тулыһынса төрлө вуздарҙа уҡыуын дауам итә, тип ғорурлана ла алабыҙ. Сығарылыш уҡыусыларының 30 проценты самаһы Мәскәү, Санкт-Петербург, башҡа ҡалаларҙың вуздарын һайлай. 9-сы класты тамамлағандарҙың 30-40 проценты урта һөнәри уҡыу йорттарына инһә, ҡалғандары гимназияла уҡыуын дауам итә. Әлбиттә, педагогик коллективтың тырышлығы, уҡытыусыларҙың белем биреү оҫталығы яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Беҙ, етәкселек талабына ярашлы, үҙебеҙгә беркетелгән микрорайон балаларын да уҡырға алабыҙ, шулай ҙа әлеге ваҡытта Дим биҫтәһенең төрлө урамдарында йәшәүсе башҡорттар гимназиябыҙға балаларын күберәк килтерә башланы.

Совет мәғарифы билдәле бер тотороҡло халәттә үҫешә барҙы, уның уңышлы эшләүе бар донъяла танылыу тапты. Беҙ реформалар, үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ, әммә совет мәғарифының ниндәйҙер бер яҡшы яҡтарын кире ҡайтарып булырмы икән?

Фәнил Бүләков:
Элекке осорҙарҙа эшләгән мәктәптәрҙең төп айырмаһы шунда: һәр бер мәктәп үҙенең үҫеш юлын уның етәкселеге һәм уҡытыусылар коллективы күҙаллағанса, үҙҙәре һайлап алған программаларға, уҡытыу методикаларына, уҡыу әсбаптарына ярашлы билдәләй ала ине. Хәҙерге мәктәп эшмәкәрлеге федераль стандарттарға ярашлы башҡарыла, ҡәҙимге мәктәпме ул, гимназия йә иһә лицеймы - бер үк стандарт талаптар, программалар һәм һөҙөмтәләр. Шулай ҙа совет мәғариф системаһының үҙ стандарттары булыуын инҡар итеп булмай - бер үк уҡыу пландары, предметтар буйынса программалар, барса илдә бер үк дәреслектәр ҡулланыла. Хәҙерге стандарттарҙы ла совет осороноң уҡытыу принциптарына яңы кимәлдә кире ҡайтыуға тиңләргә мөмкин.
Әлбиттә, мәғариф системаһында приоритеттар үҙгәреп тора - бер заман башлыса уҡытыу сифатына төп иғтибар йүнәлтелһә, хәҙер тәрбиә мәсьәләләрен алғы планға сығарыу өҫтөнлөклө маҡсат итеп ҡуйыла. Хәҙерге заман мәктәбенең өс тағаны бар: сифатлы белем биреү, яҡшы тәрбиә һәм шәхес үҫешенә йүнәлтелгән педагогик эшмәкәрлек. Йәнә шуныһы мөһим: дәүләт стандарттарына ярашлы, балаларҙың туған телен үҫтереү мәктәп эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше булып тора. Ошо йәһәттән дәүләт иғтибары булыуы ла, тотош йәмғиәттә элегерәк кисерелгән ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың юҡҡа сыға барыуы ла туған телдәрҙе уҡытыуға ыңғай йоғонто яһай.
Мәрзиә Абдрахманова: МХО-ла ҡатнашҡан яугиҙарыбыҙ ҙа иң ҡатмарлы шарттарҙа туған телеңде белеүҙең ни тиклем файҙалы булыуына инанды. Белеүебеҙсә, унда милли республикаларыбыҙҙан байтаҡ ҡына егеттәр хәрби бурыстарын үтәй. Үҙемдең ҡустыларым да МХО-ла, бына улар ни тип һөйләй: "Йыш ҡына рация аша башҡорт телендә һөйләшәбеҙ, беҙҙең ниндәй мәғлүмәт биргәнде тыңлай алған дошман радистары бер ни ҙә аңламай ҡала".
Шайморат Тимербулатов: Һәр яңылыҡ онотола биргән элекке күренеш тигәндәй, мәғариф системаһына, ысынлап та, совет осорона хас байтаҡ ҡына нәмәләр кире ҡайтарыла. Шул уҡ хеҙмәт тәрбиәһе совет мәғарифының йөҙөк ҡашы ине бит. Ә уны юҡҡа сығара яҙҙылар: ата-әсәләрҙең ризалығынан тыш, уҡыусыларҙы хатта иң ябай эштәргә лә йәлеп итеп булманы. Хәҙер хәл үҙгәрә, ниндәйҙер кәрәкһеҙ тыйыуҙар бөтөрөлдө. Йәнә уҡытыусыларҙың закон тарафынан яҡланған булыуына өлгәшеү фарыз беҙгә. Шулай килеп сыҡты, ҡайһы бер ата-әсәләр уҡытыусыға йә иһә мәктәп етәкселегенә бер ниндәй нигеҙһеҙ ғәйептәр тағып, төрлө органдарға ялыу менән мөрәжәғәт итә башланы. Әлбиттә, бындай хәлдәр мәктәп эшенә зыян килтермәй ҡалмай.
Мәрзиә Абдрахманова: Был бик тә сетерекле, әммә ғәҙел хәл ителергә тейешле мәсьәлә. Ата-әсәләрҙең хоҡуҡтарын бер кем дә инҡар итмәй, әммә улар араһында үҙ бурыстарын теүәл үтәмәй, яуаплылыҡты тик уҡытыусыға, мәктәпкә генә ҡайтарып ҡалыусылар ҙа бар. "Ата-әсә ни әйтһә лә, хоҡуғы бар", тип иҫәпләгәндәрҙең балаларының балалары мәктәптәргә килде, ә әлеге тенденция һаман дауам итә. Ярай әле, Рәсәйҙең "Мәғариф тураһындағы законы"на педагогтарға ҡарата физик һәм психик көс ҡулланыуҙы, уларҙың шәхесен кәмһетеүҙе тыйған яңы статья индерелде. Шәхсән үҙемә бер нисә осраҡта ата-әсәләрҙе ошондай норматив акт булыуы хаҡында иҫкәртергә тура килде.
Фәнил Бүләков: Совет осоронда уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү айырым бер ҙур маҡсат итеп ҡуйылғайны. Бына ошо юҫыҡта ла һәйбәт башланғыстар бар. Һәр мәктәптә яңы аҙна Рәсәй һәм Башҡортостан гимны, ил флагын күтәреү менән башлана икән, был балаларға ошо төшөнсәләрҙең ни тиклем мөһим булыуын күрһәтеп тора. Шул уҡ "Беренселәр хәрәкәте" кеүек уҡыусыларҙың йәмәғәт ойошмалары төрлө тәрбиәүи сараларҙы һөҙөмтәлерәк башҡарыу мөмкинлеген бирә, хәҙер директор кәңәшсеһе һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары ватансылыҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Әүәл мәктәптәрҙә идеологик тәрбиәгә баҫым яһалған, хәҙер ҙә тыуып үҫкән ергә, Ватанға һөйөү тәрбиәләү бик мөһим. Уҡыусыларыбыҙ йыш ҡына төрлө кимәлдә уҙғарылған патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Мәрзиә Абдрахманова: Әлбиттә, уҡыусылар менән уларҙың йәшенә ярашлы сәйәси аңлатыу һәм тәрбиә эштәре алып барырға кәрәк. Был йәһәттән совет осоронда алып барылған тәрбиә системаһының яҡшы өлгөләренә таянып була. Былар барыһы ла башланғыс класс уҡытыусылары һәм класс етәкселәренең үҙҙәре алдына ҡуйылған бурысты дөрөҫ аңлауҙарынан һәм әүҙемлегенән тора.
Шайморат Тимербулатов: Совет осорон иҫкә алғас, мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре (НВП) тигән предмет булыуы иҫкә төшә. Унан һуң тормош хәүефһеҙлеген ойоштороу (ОБЖ) индерелгәйне, әлеге көндә был предмет хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре тип атала. Минеңсә, уҡыусыларыбыҙҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү предметын ҡайтарһаҡ, уңайлыраҡ һәм файҙалыраҡ булыр ине. Был предметты запастағы офицерҙар алып бара ала.

Яңыраҡ Дәүләт Думаһына бер тәҡдим индерелде, һүҙ мәктәп штатында класс етәксеһе тигән айырым вазифа булдырыу хаҡында бара. Был осраҡта класс етәксеһе дәрестәр алып бармай, тик тәрбиә эштәре менән генә шөғөлләнергә тейеш. Һеҙ ошо тәҡдимгә нисек ҡарайһығыҙ?

Фәнил Бүләков:
Класс етәкселеге - мәктәп эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ бер өлөшө ул. Бик әүҙем эшләгән класс етәкселәре менән бер рәттән, һүлпәнерәктәре лә бар. Ә ундай ҡатмарлы эш өсөн матди стимул етерлек кимәлдә түгел: ауыл мәктәптәрендә 10 мең һум булһа, ҡалала 30-лаған уҡыусы менән эшләгән өсөн 5 мең һум ғына түләнә.
Мәрзиә Абдрахманова: Әлеге ваҡытта уҡытыусылар класс етәкселеген алып барырға бик теләп бармай. Ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, ата-әсәләрҙең дә төрлөһө бар. Унан һуң, һәр класс етәксеһенең, предмет уҡытыусыһы булараҡ, байтаҡ ҡына дәрестәр алып барыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Йәштәр мәктәптә оҙаҡ эшләмәй, бының үҙ сәбәптәре бар. Юғары педагогик вузға күберәк ауыл мәктәптәрен тамамлаусылар уҡырға инә. Эшкә ҡала мәктәбенә урынлашһа, фатир өсөн байтаҡ түләргә, ыҫпай кейенеп йөрөү, башҡа төрлө сығымдар өсөн дә аҡса кәрәк, ә эш хаҡы әллә ни ҙурҙан түгел.
Фәнил Бүләков: Класс етәксеһе башҡара торған эштәр аҙ түгел. Мәктәптә һәр бер кластың үҙенә тәғәйенләнгән айырым бүлмәһе бар. Класс етәксеһенә ошо бүлмәне зауыҡлы итеп ойоштороп, һәйбәт итеп тотоу бурысы ла йөкмәтелгән. Был эштә уға ата-әсәләр комитеты ярҙам итә, йыл һайын косметик ремонт эшләүҙе лә улар үҙ өҫтөнә ала. Әлбиттә, беҙ ата-әсәләргә баҫым яһай алмайбыҙ, барса мәсьәләр ҙә килешеү юлы менән хәл ителә.
Шайморат Тимербулатов: Дим биҫтәһе - баш ҡалабыҙҙың ҙур төҙөлөштәр алып барылған районы. Бында башҡа райондарҙан күсеп килеп йәшәгән педагогтар ҙа байтаҡ. Шөкөр, мәктәп уҡытыусыһыҙ ҡалмаҫ, тим. Бөгөн мәктәптә башлыса педагог һөнәрен, балаларҙы яратҡан шәхестәр эшләй. Ә класс етәксеһе вазифаһы буйынса шуны әйтер инем: уҡытыусы барса балаларының мөмкинлектәрен, холҡон, үҙенең тотошон дәрестәр барышында күреп-белеп тора. Ә предмет уҡытыусыһы булмаған класс етәксеһе ни рәүешле балаларҙы яҡындан тороп белергә тейеш? Ә ҡәҙимге класс етәксеһенә килгәндә, уға ярты ставка дәрестәрҙән тыш, етәкселек өсөн юғарыраҡ кимәлдә түләү ҡаралһа, бик шәп булыр ине. Шулай булһа, уҡытыусылар класс етәкселеген бик теләп алыр ине.
Мәрзиә Абдрахманова: Әүәлерәк уҡытыусы бер ставкалыҡ эшкә лә бик риза булған. Ни өсөн? Педагогтың эшен еңел тип әйтеп булмай, ул күп физик һәм психологик көсөргәнеш талап итә. Баш ҡалабыҙҙың 105-се гимназияһында 16 йыл эшләнем. Директорыбыҙ Ю.В. Казаков бик талапсан етәксе ине, уҡытыусыларҙың нагрузкаһын 25 сәғәттән арттырманы. Тәүге йылда минең нагрузкам 18 сәғәт булды. Ул бик дөрөҫ эшләгән, сөнки иң элгәре тәжрибә туплау фарыз. Һуңынан аҙнаһына 25, хатта 36 сәғәт уҡытырға тура килде. Үҙемдең тәжрибәмдән сығып әйтәм, ошолай эшләү еңелдәрҙән түгел, бындай эш графигы уҡытыусыны бик ныҡ арыта, ә был уҡытыу сифатына кире йоғонто яһай. Ә хәҙерге уҡытыу эшендә педагогҡа йөкмәтелгән бурыстарҙың байтаҡҡа күберәк һәм ҡатмарлырыҡ булыуын да иҫәпкә алырға кәрәк.

Уҡыусылар бер юлы өс телде үҙләштерергә тейеш, проблемалар ҙа юҡ түгелдер?

Шайморат Тимербулатов:
Инглиз теле буйынса республика кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урындар алыусылар бар, рус теле буйынса ла һөҙөмтәләр насар түгел. Башҡорт кластарына килгәндә, ҡыйынлыҡтар бар. Ғаиләләрендә туған телендә һәйбәт кенә аралашырға өйрәнә алғандар менән бер рәттән, бөтөнләйгә һөйләшә белмәгәндәре лә бар. Башҡорт теле уҡытыусыһына ошондай төрлө кимәлдәге балалар менән эшләргә тура килә, был билдәле бер ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Уҡытыусы дәрестә ваҡытын башҡортса белмәгән уҡыусылар менән эшләүгә сарыф итергә мәжбүр, был үҙе үк тел өйрәнеүҙә алға китеште тотҡарлай. Ярай әле класты төркөмдәргә бүлеп уҡытыу ҡаралған, был уҡытыусының эшен бер аҙ еңеләйтә.

Күренекле башҡорт ғалимы, телсе-методист Вәкил Хажиндың бер фекере иғтибарға лайыҡтыр тим: башҡорт телен уҡытыу методикаһын тамырынан үҙгәртеп ҡорорға кәрәк, сөнки бөгөнгө уҡытыу, башлыса, грамматика өйрәтеүгә ҡайтып ҡала, ә бындай шарттарҙа уҡыусыларҙың телмәре үҫешмәй.

Фәнил Бүләков:
Бына бөгөн уҡыусыларыбыҙ башҡорт теле буйынса диктант яҙҙылар. Һәйбәт кенә яҙа беләләр, грамматика ҡағиҙәләрен дә үтәйҙәр. Әммә, быны раҫлау нисек кенә ҡыйын булмаһын, улар туған телебеҙҙә иркенләп һөйләшә, аралаша белмәй. Был проблема башҡа мәктәптәргә лә хас, шуның өсөн артабан нисек уҡытыу тураһында уйланырға ерлек бар.
Шайморат Тимербулатов: В.И. Хажиндың ошо фекере менән килешеп була. Ҡала башҡорттары балаларына башҡорт теленең грамматикаһын өйрәтеүҙән әллә ниндәй фәтеүә юҡ. Ғөмүмән, улар өсөн айырым дәреслектәр булһа, уҡытыусыларға лә эшләүе еңелерәк булыр ине. Шәхсән үҙем уҡытыусыларыбыҙҙан уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә күберәк ваҡыт бүлеүҙәрен талап итәм. Әлбиттә, һәр уҡытыусы үҙенә оҡшаған методиканы ҡуллана ала, тик ул һөҙөмтәле булырға тейеш. Башҡорт теле уҡытыусыһының универсаль педагог булыуын теләргә ҡала: тел менән ныҡлап ҡыҙыҡһындыра алһын, уйнатып, йырлатып уҡытһын, сөнки уҡыусыларының аңына, күңеленә туған тел моңон һеңдерә алған саҡта ғына уға ҡарата һөйөү тойғоһо уянасаҡ.

Баш ҡалабыҙҙың Дим, Калинин һәм Орджоникидзе райондарында урынлашҡан башҡорт мәктәптәренең киләсәге өмөтлөмө?

Шайморат Тимербулатов:
Һәр мәктәптең киләсәге уның эшмәкәрлегенең һөҙөмтәле булыуы менән бәйле. Р. Бикбаев исемен йөрөткән 102-се Башҡорт гимназияһының киләсәге өсөн беҙ бөгөн эшләйбеҙ, рухлы уҡытыусыларыбыҙ Дим районында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау бурысын намыҫ менән үтәр, тип ышанайыҡ.
Мәрзиә Абдрахманова: Уҡыусыларыбыҙ үҙ мәктәбенә теләп, яратып йөрөһә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшһә, һәләттәрен үҫтерһә, ата-әсәләр уға ыңғай мөнәсәбәттә ҡаласаҡ. Улар мәктәп тормошо хаҡында мәғлүмәтле булһындар өсөн социаль селтәрҙәрҙә, лицей сайтында һәр даим яңылыҡтарыбыҙҙы сағылдырып торабыҙ. Хәҙергесә әйткәндә, лицейыбыҙҙың ыңғай имиджы уның киләсәге өсөн бик мөһим.
Фәнил Бүләков: Зәйнәп Биишева исемендәге гимназиябыҙҙың 30 йыллыҡ тарихы бар, ошо ваҡыт дауамында үҙебеҙгә генә хас эш йүнәлештәре хасил булған, элекке традицияларыбыҙҙы дауам итәбеҙ, яңылыҡтар индерәбеҙ. Гимназиябыҙҙы тамамлаусылар араһынан үҫеп сыҡҡан байтаҡ ҡына күренекле шәхестәр менән даими бәйләнеш булдырғанбыҙ, уларҙың ярҙамын тойоп торабыҙ, хәҙерге уҡыусыларыбыҙға өлгө итеп ҡуябыҙ. Башҡортостан етәкселегенең телебеҙ тураһында хәстәрлеге бар сағында киләсәгебеҙгә өмөт менән ҡарайбыҙ.

Шулай итеп...
Әңгәмәбеҙҙе йомғаҡлап, хөрмәтле директорҙарыбыҙ алдағы йылдарҙа үҙҙәре етәкләгән мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларының һанын арттырырға һүҙ бирҙе. Беҙгә уларға уңыштар теләргә генә ҡала.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 12 - 18 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru