«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө. Баш ҡалабыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбаны, ни өсөн һеҙ тап ошо ҡалала төпләнергә ҡарар иттегеҙ һәм Өфө йәшәйеш өсөн уңайлымы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЖУРНАЛИСТИКАҒА ЮЛ АСҠАЙНЫ
+  - 


Район-ҡалаларҙа донъя күргән гәзиттәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бигерәк тә интернетҡа тиклемге заманда улар - урындарҙа төп мәғлүмәт сығанағы булып торҙо. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халыҡҡа иң яҡын был баҫмаларҙың тәүге һандары башлыса үткән быуаттың 30-сы йылдарында сыҡҡан. Баймаҡ районында "Ҡыҙыл Баймаҡ" гәзите 1931 йылда нәшер ителә башлай. Атамаһы үҙгәрә килеп, 2000 йылдан алып бөгөнгәсә үҙ уҡыусыларына ул башҡорт телендә - "Һаҡмар", русса "Баймакский вестник" исемдәре аҫтында тарала. Быйыл баймаҡтар үҙ баҫмаларына нигеҙ һалыныуҙың 85 йыллығын билдәләй.

Кеше хыялһыҙ булмай. Яҙышыу теләге миндә электән ҙур ине. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында, һүҙ иреклеге, фекер төрлөлөгө осоронда, матбуғат, цензуранан арынып, иркен ҡанат киргән заманда, "Йәшлек" гәзитендә тәүге мәҡәләләрем сыға башланы. Ә профессиональ журналистикаға 1996 йылдың сентябрендә аяҡ баҫтым һәм, нәҡ шул мәлдән артабанғы тормош юлым, һөнәри шөғөлөм икенсе юҫыҡҡа күсте.
Баймаҡта сыҡҡан "Октябрь байрағы" район гәзите редакцияһы ишеген шаҡығанда өс һөнәр (эш урыны түгел, ә һөнәр төрө) алмаштырып өлгөргәйнем. Йәшермәйем, икеләнеү тойғоһон көскә еңеп, бик баҙнатһыҙ ҡаҡтым мөхәррир ишеген. Ул заманда гәзит-журналдарҙың, унда эшләгән кешеләрҙең абруйы ғәйәт ҙур ине әле. Журналистар, үҙҙәре бер каста, ҡатлам булып, башҡаларҙан айырылып торҙо.
Мөхәррир Ғәлимйән Ситдыҡ улы Баймурзин эш белешеп йөрөүем хаҡында хәбәремде иғтибар менән тыңланы. Кем булыуым, яҙышыу тәжрибәм тураһында һорашты, баҫылып сыҡҡан мәҡәләләремде ҡарап сығыу теләген белдерҙе. Донъя күргән эштәрем тупламаһын тотоп, иртәгәһенә редакцияға кире килдем. Уны бүлектәр буйлап ҡарап сыҡҡас, ыңғай баһа биргәндәр. Шулай итеп, "Октябрь байрағы" ("Октябрьское знамя") гәзитенең махсус хәбәрсеһе булып киттем. Төп гәзит русса сыға, ә башҡортсаһы уның дубляжы ине. Мәҡәләләр рус телендә яҙылды, тәржемә бүлеге уларҙы башҡортсаға ауҙарҙы.
Гәзиттең ул ваҡыттағы йөҙөн үткән быуаттың 60-сы йылдары уртаһында һәм аҙағында, хатта унан да алдараҡ килгән хәбәрселәр билдәләй ине. Рәшит Зиннәт улы Үтәев, Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы Ниғәмәтова, Әсхәт Әхмәт улы Байназаров, Мөнир Ғәле улы Маннапов, Тәфтизән Сабирйән улы Ушанов совет журналистикаһы мәктәбен үткән төплө белемле, эшкә яуаплы ҡараған юғары грамоталы ихлас кешеләр булараҡ хәтерҙә ҡалған. Кейенеү, сәс ҡырҡтырыу стилендә лә ниндәйҙер миҡтарҙа үҙ заманы шауҡымын һаҡлағайны улар. 57-се йәше менән барған Рәшит Зиннәт улын күҙ алдына килтереү өсөн шағир Назар Нәжми портретына күҙ һалыу ҙа етә - бер яҡҡараҡ һалып таралған оҙон ап-аҡ сәстәр, мул күлдәк, галстук... Редакция ирҙәре берет, плащ кейергә ярата ине.
Һөнәргә мине редакцияның ауыл хужалығы бүлеге мөдире Рәшит Үтәев өйрәтте. Аграр тармаҡ район иҡтисады нигеҙе булғанға күрә, уға ҡағылышлы тема башлыса гәзиттең беренсе битендә яҡтыртылды. Ауыл хужалығы идаралығы белгестәре менән тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Ул осорҙа идаралыҡ менән Петр Максимович Божеховский, Фаил Рафаэль улы Сәйетов, Флорит Фәрит улы Сәлимйәнов, бер-береһен алмаштырып, етәкселек итте. Дөйөм хужалыҡтар ҙа әле көс-ҡеүәтен юғалтмағайны: баҫыуҙар һөрөп-сәселде, фермалар мал менән тулы булды, техника паркы ярайһы бай ине. Ҙур ауыл хужалығы кампанияларына (сәсеүгә, бесәнгә, ураҡҡа, малды йәйләүгә күсереүгә, мал ҡышлатыуға) әҙерлек буйынса район семинарҙары, был эштәрҙә үҙ-ара тәжрибә утаҡлашыу буйынса колхоз-совхоздар белгестәренең осрашыуҙары, йылға йомғаҡ яһау отчет йыйылыштары даими үтте. Уларҙың барыһында ла беҙ ҡатнаштыҡ һәм гәзиттә мәҡәләләр, репортаждар баҫтырҙыҡ. Аҙна һайын тигәндәй ауыл хужалығы белгестәре менән районға материал тупларға сыға инек. Ай һайын фермалар буйынса һауым күрһәткестәрен, ураҡ осоронда гектар ҡеүәтен, һуғып алынған тулайым ашлыҡ иҫәбен, мал аҙығы әҙерләү барышын таблицаларҙа биреп барҙыҡ.
Совет заманынан килгән практикаға ярашлы, ауыл хужалығы тармағының төрлө хеҙмәте йыш ҡына гәзиткә үҙ эш йүнәлеше буйынса мәҡәләләр тәҡдим итә торғайны. Ветеринария өлкәһенә ҡағылышлы шундай бер материалды Баймаҡ төбәк-ара тоҡомсолоҡ предприятиеһы етәксеһе Рәшит Тәхәү улы Яҡшыбаев алып килде. Уны гәзиткә мин әҙерләнем. Яҙма донъя күргәс, автор беҙҙең кабинетҡа тағы инеп сыҡты. Уның менән ошондайыраҡ һөйләшеү булды.
- Ҡустым, һин ветеринарға уҡығанһыңдыр ул? Мәҡәләне бик белдекле мөхәррирләгәнһең, - тине миңә Рәшит Тәхәү улы, рәхмәтен еткереп.
- Юҡ, - тинем яуап итеп.
- Зоотехникһыңмы әллә?
- Юҡсы...
- Агрономмы, әтеү?
- Уҡыған һөнәрем геология буйынса, - тип асыҡлыҡ индереп ҡуйҙым, ағай ныҡ ныҡышҡас.
Был диалогты килтереп, шуны билдәләмәксемен: һөнәри белемем ауыл хужалығынан алыҫ булып та, башҡа тармаҡҡа ҡағылышлы материалды еренә еткереп килештерә алғанмын икән, уның өсөн иң элек Рәшит Зиннәт улына бурыслымын. Уның кеүек һәр мәҡәлә өҫтөндә үтә ентекле эшләгән журналисты башҡаса осратманым. Икеләндергән, шик тыуҙырған мәғлүмәтте аҙағына еткәнсе асыҡламайынса, ҡағыҙға баҫтырмай ине ул. Белешмәләрҙе, һүҙлектәрҙе, китаптарҙы күтәрә, телефон аша кәрәкле кешеләргә сыға - барыбер төбөнә төшөп ҡуя. Уның ҡулы аша үткәндәр шул дәресте ғүмерлеккә үҙенә һеңдерҙе.
Коллективтың татыулығы, берҙәмлеге башлыса етәксенән тора. Ипле холҡло, ғәҙел, һәр осраҡта ла тыныс ҡала белгән Ғәлимйән Ситдыҡ улына уның ҡулы аша үткән бөгөнгө район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре оло рәхмәтлелер, тим. Үҙемде генә алғанда ла, әгәр ул, тәжрибәң юҡ, тип ишектән кире бороп сығарһа, моғайын, яҙмышым, үрҙә әйтелгәнсә, бөтөнләй башҡаса яҙылыр ине.
Ғәлимйән Ситдыҡ улы һәр материалды ентекле ҡарап сыҡмайынса, гәзит битенә ҡуйҙыртманы. Район кимәлендә, етәкселәр алдында ла уның абруйы юғары булды.
Яуаплы секретарь Мөнир Ғәле улы Маннаповты, Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы Ниғәмәтованы, Әсхәт Әхмәт улы Байназаровты, Тәфтизән Сабирйән улы Ушановты ихласлыҡтары, ябайлыҡтары, гәзит эшен төплө белгәндәре өсөн ихтирам иттек. Үкенескә, уларҙың байтағы арабыҙҙа юҡ инде. Йәндәре ожмахта булһын!
Районда дубляж урынына айырым башҡорт баҫмаһы була, тигән ҡыуаныслы хәбәр 1999 йылдың аҙағында таралды. Ул ысынға сыҡты. "Һаҡмар" гәзите мөхәррире вазифаһына тәғәйенләнгән Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов команда йыя башланы. Мине баҫманың ауыл хужалығы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләне. Яңы гәзитте аяҡҡа баҫтырыуҙа мөхәррир урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгән Тәфтизән ағай Ушановтың, яуаплы секретарь эшенә егелгән Хәйризаман Зиннәт улы Үтәевтың матбуғат өлкәһендәге бай тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ роль уйнаны. Сөнки, быға тиклем рус редакцияһында эшләгәнгә күрә, беребеҙ ҙә ныҡлап башҡортса яҙа алмай инек. Тәүге һанды декабрь айында уҡ әҙерләй башланыҡ. Мин районда "Һаҡмар" исеме йөрөткән объекттар тураһында мәҡәлә әҙерләнем. Мәғлүмәт иң элек, әлбиттә, Һаҡмар йылғаһына ҡағыла ине. Шул атама менән ҡунаҡхана, колхоз булды ул ваҡытта. Ыҙалап яҙыуым, аҙаҡтан Тәфтизән Сабирйән улының тексҡа күп төҙәтмәләр индереүе хәтерҙә ҡалған.
Социаль мәсьәләләр бүлеген - Гүзәл Салауат ҡыҙы Салихова (Иҫәнгилдина), иҡтисад һәм сәнәғәт бүлеген Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин уңышлы етәкләп алып китте. Беренсе йылдан уҡ гәзиттең тиражы юғары булды - 7 мең дананан ашты Илһам Миңлеғәле улы, яңы быуын етәксеһе булараҡ, демократик ҡарашлы, яңылыҡҡа ынтылыусан яғы менән айырылып торҙо. Киҫкен, сетерекле темаларҙы ла урап үтмәнек. Ундай саҡта: "Кәрәк булғас, баҫабыҙ инде", - тиеп, ҡурҡмай яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды ул. Мин ауыл хужалығындағы эштәрҙе яҡтыртыуҙан тыш, аҙналыҡ сәйәси күҙәтеүҙәр колонкаһын алып барҙым. Район гәзитендә 2002 йылға тиклем, Сибайға күсеп киткәнсе, хеҙмәт иттем.
Бөгөн "Һаҡмар" гәзитен Гүзәл Салихова етәкләй. Азамат Мөхәмәтшин, Лилиә Таҡаева, Лилиә Күсәбаева (Салихова) ла инде сирек быуат баҫмаға тоғро. Редакция уңышлы эшләй икән, тимәк, коллективта тәүге көндән һалынған матур традициялар үҙ емешен бирә.

Рәсүл БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 12 - 18 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru