«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө. Баш ҡалабыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбаны, ни өсөн һеҙ тап ошо ҡалала төпләнергә ҡарар иттегеҙ һәм Өфө йәшәйеш өсөн уңайлымы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
"УРАЛ БАТЫР" ТАНТАНАҺЫ
+  - 


Был аҙнала республикала икенсе тапҡыр "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы көнө билдәләнде. Байрам былтыр Башҡортостан Башлығы указы менән булдырылды һәм беҙҙең мәҙәни традицияларҙың мөһим бер сағылышына әйләнде. Был юлы ла 8 июндә бөтөн республика төбәктәрендә тантаналы саралар үтте.

Баймаҡ районында...

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Бар кешелек тарихын сағылдырған данлыҡлы "Урал батыр" эпосының был юлдары һәр заман, һәр милләт, һәр кем өсөн тормош ҡануны булырға тейештер.



Мәшһүр эпосыбыҙға арнап, Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында "Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала" сараһы уҙҙы. 1910 йылда тап ошо урында башҡорт халыҡ ижады байлығын йыйыу менән шөғөлләнгән фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов "Урал батыр" эпосын Баймаҡ районының мәшһүр сәсәндәре Ғәбит Арғынбаевтан һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып ала. Мәшһүр әҫәр өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла киң билдәле ошо жанр әҫәрҙәре менән бер баҫҡыста тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы һәм яман, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр сағылдырылған.
"Урал батыр" эпосы яҙып алынған урынға бынан егерме йыл элек ауылдың рухлы ир-уҙамандары Мораҙым Хәлилов, Илдар Рахманғолов һәм Айбулат Ғүмәровтың тырышлығы менән стела ҡуйыла, урын кәртәләп алына, өс сәсән иҫтәлегенә өс ҡарағай ултыртыла. Былтыр арҙаҡлы яҡташыбыҙ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдиновтың ярҙамы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Ниғәмәт ауыл биләмәһе тырышлығы менән мәшһүр әҫәр яҙып алынған урын яңынан кәртәләп алынды. 8 июндә ошо урында үткәрелде лә инде "Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала" сараһы.
Тәүҙә сараға йыйылыусыларҙы билдәле тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мораҙым Хәлилов эпос яҙып алынған урын һәм Хәмит утары менән таныштырҙы. Йола буйынса, Илнур Аслаев етәкселегендәге район ҡурайсылар ансамбленең һәм Өфөнән директоры Рәмзин Әбсәләмов етәкселегендәге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының ҡурайҙа "Урал" көйөн уйнауы аяғөҫтө баҫып тыңланды. Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Дәүләтбаев тәбрикләне һәм тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге лә юҡлығын билдәләп, был сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан байрам ҡунағы Илшат Тажетдинов һүҙ алды һәм: "Һис шикһеҙ, "Урал батыр" эпосы ул халҡыбыҙҙың бөйөк рухи хазинаһы. Унда изгелек, ғәҙеллек, атай-әсәй васыятына тоғролоҡ, тыуған ергә һөйөү, халыҡҡа хеҙмәт итеү кеүек рухи ҡиммәттәр сағыла. Был сифаттар һәр заманда ла мөһим", - тине. Хәмит сәсәндең вариҫы булған Рәил Әлмөхәмәтов сараға әҙерлек нисек башланыуы тураһында һөйләп үтте. "Ата-бабаларыбыҙҙың данлыҡлы эшен беҙ ҙә дауам итергә тейеш. Шуға күрә бөгөнгө сараны ойоштороуҙы Әлмөхәмәтовтар дәррәү күтәреп алдыҡ һәм эшкә тотондоҡ. Балалар, ейәндәр беҙҙең өлгөлә милләтен, тарихын ҡәҙерләп үҫергә тейеш", - тине Рәил Оморҙаҡ улы.
Жюри рәйесе "Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала" конкурсының шарттары менән таныштырғандан һуң, сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө башланды. Конкурста Урал аръяғы райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары көс һынашты. "Урал батыр" эпосы образдарын һынландырған кейемдәге ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың бәйгегә бик етди әҙерләнеүе ҡыуандырҙы, күпселегенең халҡыбыҙҙың төрлө музыка ҡоралдарында уйнай белеүе лә һоҡландырҙы. Хәмит сәсән вариҫтарының көсө һәм тырышлығы менән сара барышында балаларға ғына түгел, ололар өсөн дә төрлө уйындар үткәрелде. Уҡ атыу, гер күтәреү, һөңгө ташлау ярышында ир-егеттәр ҙур теләк менән ҡатнашты. Әлмөхәмәтовтар ойоштороу эштәренән тыш, ҡатнашыусыларҙы бүләкләү, ҡайнар аш-һыу, тәмле сәй менән һыйлауҙы ла ҙур ихласлыҡ менән башҡарҙы. Шулай уҡ Икенсе Этҡол, Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәренең тирмә ҡороп, милли ризыҡ, кейем-һалым, биҙәүестәрҙән күргәҙмә ойоштороуы ла баһаланды. Баһалама комиссияһы бәйгелә еңеүселәрҙе билдәләүе еңелдән булмауын белдерҙе һәм: "Һәр бала сығышына иҫ китмәле тырышлыҡ һалды, уларҙың һәләте, осҡон сәсеп тороуҙары һоҡландырҙы. Шулай ҙа һәр сығышҡа ҡуйып барылған балл ярҙамында еңеүселәрҙе билдәләнек", - тигән фекер еткерҙе. Эйе, Хәмит утары был көндө тарихҡа боролош яһап, атаҡлы сәсәндәрҙе яныбыҙға ғына килтереп баҫтырғандай тойолдо. Беҙгә кешелек тарихы йылъяҙмаһын еткергән Хәмит сәсән һәм Ғәбит сәсән, Мөхәмәтша Буранғолов кеүек, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе балаларыбыҙ ҙа Уралдың үлемһеҙ рухи юлын дауам итеүселәр бит. Тимәк, рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә, телебеҙ ҙә, тарихыбыҙ ҙа һаҡлана, башҡорт халҡының данлыҡлы юлы киләсәккә эҙ һала...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Бөрйән районында

Был көндә "Шүлгәнташ" музей-ҡурсаулығы амфитеатрында "Урал батыр: Быуаттар ауазы" тигән тантаналы сара уҙҙы.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов "Урал батыр" эпосы көнөнөң киң билдәләнеүе тураһында һөйләне. "Тап Бөрйән районында боронғо эпоста данланған изге урындарҙы күрергә мөмкин, - тип уртаҡлашты Фәнүр Шәйхисламов. - Музейҙа "Урал батыр" эпосын өйрәнеү өсөн яңы тематик класс асҡандар. Түңәрәк ҡорҙа ғалимдар, рәссамдар һәм фольклорсылар ошо баһалап бөткөһөҙ мираҫты киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу тураһында фекер алышты. Байрам ҙур концерт һәм эпос буйынса театрлаштырылған композиция менән тамамланды".
Проекттың авторы һәм режиссеры - Сулпан Асҡарова. Солистар һәм коллективтарҙың, шул иҫәптән Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең, Зәйнетдиндең сағыу сығыштары кисәгә айырым бер атмосфера бүләк итте. Бөйөк эпос менән илһамланып эшләнгән "Урал батыр" кейеҙ костюмдар коллекцияһын күрһәтеү программаның ысын биҙәгенә әүерелде. Коллекция менән "Башҡортостандың этно һылыуҡайы - 2026" республика матурлыҡ һәм талант конкурсы финалсылары, моделдәр таныштырҙы.

Белорет районында

Белорет районында, Үрге Әүжән менән Исмаҡай ауылдары араһында, тәүге тапҡыр "Урал батыр" эпосы көнөнә арналған күләмле сара уҙҙы. Был урын осраҡлы һайланмаған - бында башҡорт эпосының төп геройына мемориал ҡуйылған.

- Ҙур сараны ойоштороуға тотонор алдынан "Халыҡ килерме, лайыҡлы кимәлдә үтерме?" тигән уйҙар тыуҙы, - тип һөйләне Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов. - Әммә ҡунаҡтарыбыҙҙың, артистарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың күҙҙәренә ҡарап, барыһы ла дөрөҫ икәнен аңланым. "Урал батыр" - ул боронғо эпос ҡына түгел, ә намыҫыбыҙ, әхлағыбыҙ, аҡылыбыҙ. Уны үҫеп килгән быуынға тапшырырға бурыслыбыҙ. Байрамды ойоштороу буйынса ла, ҡунаҡтарға уңайлыраҡ итеү өсөн тағы ла нимәләр өҫтөндә эшләргә кәрәклеген билдәләнек. Әгәр барыһы ла килеп сыҡһа, йыл һайын ошондай сара ойошторасаҡбыҙ. "Урал батыр" эпосы көнөн билдәләү изге йолаға әүерелеүен теләйбеҙ".
Байрамға республиканың төрлө төбәктәренән халыҡ күп йыйылды. Мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Ә инде унда даны бөтә донъяға таралған AY YOLA төркөмө ҡатнашыуы оло ваҡиға булараҡ ҡабул ителде. Шулай уҡ байрамда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, Зәйнетдин, BABY TI, Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, Салауат Әйүпов, Зилә Лира, Флорида Иркина-Хәмзина кеүек билдәле артистар, урындағы һәүәҫкәр йырсылар, төркөмдәр, уҡыусылар сығыш яһаны. Милли уйындар конкурсы, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы "Урал батыр" байрамы хөрмәтенә автоуҙыш ойошторҙо. Шулай итеп, "Урал батыр" эпосы көнө төрлө милләт вәкилдәрен матур йыр-моң, рух һәм халыҡтар дуҫлығы байрамына тупланы.

Әбйәлил районында

Әбйәлил тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Әбйәлил районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған "Урал батыр" эпосына арналған сараға Баймаҡ районы Темәс ауылы ағинәйҙәре лә саҡырылғайны.



Байрам дилбегәһен музей етәксеһе Шәүрә Ильяс ҡыҙы Әхмәтҡужина баштан уҡ үҙ ҡулына алып, тарих һөйләп башлап ебәрҙе: "Мөхәмәтша Буранғоловтың "Урал батыр" эпосын сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алыуы тураһында мәғлүмәт бөгөн һәр кемдең телендә. Бөгөн уларҙың уҡытыусыһы - халҡына үлемһеҙ ҡобайырҙы еткереүсе күренекле сәсән- импровизатор Мырҙаҡай (Ишмөхәмәт) Мырҙаҡаев - Балапановты хәтергә алмау яҙыҡ булыр. Халыҡ уны Ишмөхәмәт сәсән тип белә. Заманына күрә бик уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, зыялы, рус телен бик яҡшы белеүе тураһында раҫлаусы тарихи документтар һаҡланған. Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев үҙенән алда йәшәгән сәсәндәрҙең ижади мираҫын һаҡлап ҡалыуҙан тыш, боронғо ҡулъяҙмалар, шәжәрәләр туплау эше менән дан тотҡан. "Урал батыр", "Абуҙат", "Алпамыша" кеүек ҡобайырҙарҙы яттан һөйләүсе, "Саңдыүҙәк", "Томан", "Малбай", "Бүҙекәй кантон" йырҙары, " Перовский" маршы авторы булған күренекле сәсән-импровизатор ул. Ишмөхәмәт сәсән тураһында мәғлүмәттәрҙең беҙҙең көнгә килеп етеүенә Хәмит сәсән һәм Мөхәмәтша сәсәндәргә бурыслыбыҙ".
Шәүрә Ильяс ҡыҙының ошо "Урал батыр" эпосына бәйле тарихты тулы иткән мәғлүмәтле сығышынан һуң сара 6 йәшлек Әбйәлил ҡыҙы Лия Бикйәнова менән Баймаҡ ағинәйе Нәзилә Яхинаның "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү ярышы менән башланып китте. Ҡыҙ бала ағинәйҙән ҡалышманы, күҙ ҙә йоммай, тасуири итеп, эпостың 150 юлын һөйләп ишеттереп һоҡландырҙы. Уларҙан һуң Асҡар ауылының "Тирмәкәй" балалар баҡсаһынан 6-7 йәшлек балалар эпостың "Урал батыр васыяты" өлөшөн сәхнәләштереп, тағы бер хайран итте (һүрәттә). Был балалар әле генә булып үткән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсында беренсе урын яулап ҡайтҡан икән. Уларҙы республика кимәлендә лайыҡлы баһа алырлыҡ итеп әҙерләгән тәрбиәселәргә - Әлиә Сәйетғалина менән Гөлназ Ғүмәроваға рәхмәтле булды йыйылыусылар.
Артабан музей хеҙмәткәрҙәре "Урал батыр эпосы - хазиналар һандығы" тип аталған квиз уйын ойоштороп, ике район ағинәйҙәренең эпос буйынса мәғлүмәтлелеген тикшерҙе. Был йәһәттән ағинәйҙәрҙең белеменә шик юҡ ине, әлбиттә. Сөнки улар бит тап "Урал батыр" эпосы аша халҡыбыҙға васыят итеп тапшырылған аҫыл асылыбыҙҙы, булмышыбыҙҙы, традицияларыбыҙҙы, үҙлегебеҙҙе һаҡлау маҡсатын алға алып берләште. Бөгөн улар атҡарғандарҙың барыһы ла - милли кейем һәм аш-һыуҙарыбыҙҙы, милли кәсептәрҙе тергеҙеү, тәбиғәтебеҙҙе имен килеш һаҡлау, ярҙамға мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу, айыҡлыҡҡа, илһөйәрлеккә, ерһөйәрлеккә, тәрбиә-әхлаҡ ҡағиҙәләрен таныуға саҡырыу - улар барыһы ла ағинәйҙәр иңенә йөкмәтелгән бурыстар. Шуға ла "Урал батыр" эпосы көнөн билдәләү идеяһын иң тәүҙә улар хуплап, күтәреп алды һәм был хазинабыҙҙы ентекләп өйрәнергә тотондо.
Сара һуңынан Баймаҡ ағинәйҙәре делегацияһы менән килгән Темәс тарихи - мәҙәни үҙәге директоры Марат Әминев һүҙ алып, былай тине: "Ағинәйҙәребеҙ "Урал батыр" эпосындағы аҡылды йөрәге аша үткәреп, киләсәктә йәш быуынды тәрбиәләгәндә ошо аҡылға таянырға кәрәк икәнен бик яҡшы аңлай. Бына бөгөн дә улар бөйөк эпосты өйрәнергә лә өйрәнергә тип һүҙ ҡуйыша. Шулай итеп, үҙебеҙҙең данлы эпосыбыҙҙы бөтә донъяға танытып, бөйөк ғалимдарыбыҙ ярған эҙҙәрҙән үтеп, Уралдың исемен Ер шарына яңғыратырға яҙһын. Эпостың эстәлегенә батырҙар рухы һалынған һәм шундай рухтағы егеттәребеҙ әле лә бит ил һағында тора, уларҙы беҙ бар яҡлап күтәрмәләргә, ярҙамыбыҙҙан ташламаҫҡа бурыслы. Бөгөн бында йыйылған балалар ҙа күңелдәренә "Урал батыр" эпосындағы рухты һеңдерә, афарин уларға ла!"

Учалы районында

Былтыр "Комфорт ҡала мөхите формалаштырыу" федераль программаһы буйынса Учалы районы үҙәгендә арыҫлан атланған Урал батыр һәйкәле ҡоролдо. "Урал батыр" эпосына арналған тантана ла нәҡ төбәгебеҙҙең яңы рухи үҙәге янында үтте.

Тантанаға балаларҙың күп килеүе, күҙҙәре баҙлап тамашаны күҙәтеүе күңелгә өмөт һәм шатлыҡ бирҙе, артабан яҙмыштары ҡайҙа ғына алып китмәһен, ҡолаҡтарында гел генә "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ" юлдары яңғырап торасаҡ. МХО яугирҙары менән аралашҡанда ла: "Ниндәй генә шартар булмаһын, иң мөһиме - кеше булып ҡалырға", - тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Иң башта, милли йыйындар өсөн хәҙер йолаға әйләнгән ғәҙәт буйынса ҡурайсылар "Урал" моңон башҡарҙы. Ҡала хакимиәте башлығы Вадим Садиҡов ҡыҫҡаса телмәр тотто, ҡотланы һәм эпостың рухи ҡиммәттәре заман тормошонда ла көнүҙәк икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Байрам артабан филармонияла дауам итте. Йәнһүрәт һәм эпос буйынса сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтелде. Марсель Нажметдинов (сәсән), Наҙгөл Юнысова (ейәнсәр), Арыҫлан Шаимов (Урал батыр), Айгиз Ғайсин (Шүлгән), Вилиә Усманова (Һомай), Ринат Хәлимов (Аҡбуҙат) сағыу һәм мәғәнәле образдар булдыра алдылар. Ни әйтәһең инде - афарин, афарин һәм тағын да бер тапҡыр афарин ойоштороусыларға һәм артистарға!
Тамашаны ҡуйыусы мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы, "Урал батыр" эпосын пропагандалауға нисәмә йылдар көсөн дә, ваҡытын да, һәләтен дә йәлләмәгән Гөлназ Ғайсарованан бер кәлимә һүҙ: "Урал батыр хәтере барыбыҙға ла асыҡ дәлил - бер кеше лә мәңгелек түгел, ә бына ҡылған изге эштәре - мәңгелек. Батырыбыҙ минең өсөн эпос, әкиәт персонажы ғына түгел. Төптән ҡарағанда, башҡорттарға яҡшыны ямандан айырып күрһәткән, артабанғы рухи үҫешебеҙҙе бер ҡалыпҡа һалған бөйөк шәхес бит ул. Эйе, был инаныуымды дәлилләп тә, кире ҡағып та булмай, әммә иманым камил - башҡорттарға ебәрелгән тәүге бәйғәмбәр бит ул! Ҡөрьәндә әйтелә бит - Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт бәйғәмбәргә (с.ғ.с) тиклем дә һәр халыҡҡа айырым бәйғәмбәрҙәрҙе ебәргән була. Ҡалған халыҡтарҙың күбеһе был хаҡта онотһа йә үҙҙәре лә тарих төпкөлөндә ғәйеп булһа, беҙ хәтерләйбеҙ, рухи маяҡ итеп тотабыҙ, был үҙе генә лә оло ғорурлыҡ!"
Гөлназ Рәис ҡыҙының һүҙҙәре менән тулыһынса килешәбеҙ. Ислам дине Урал батыр тарафынан һалынған нигеҙгә һуңынан ныҡлы урынлаша. Шуға ла хаҡ мосолманлыҡ ҡанундары менән борондан килгән башҡорт менталитеты һис тә бер-береһенә ҡаршы килмәй. Әйткәндәй, быйыл июль айында был юҫыҡта ҙур мәҙәни ваҡиға көтә - "Урал батыр эҙҙәре буйлап" фестивале үткәреләсәк, тереһыу һирпелгәндәй, төбәгебеҙгә ҡот һәм йәм өҫтәлер. Эйе, яманға юл ҡуймайыҡ, яҡшынан баш тартмайыҡ, батыр әрсегән ерҙәрҙә кешегә байман табайыҡ, кешегә ил ҡорайыҡ!

Ильфат ЯНБАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 12 - 18 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru