
Ниһайәт, III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы йәнә Өфөгә ҡайта. 23 июндән 27 июнгә ҡәҙәр илебеҙҙең 80 төбәгенән килгән 1100 бала милли йыр-моң иленә сәйәхәт ҡыла аласаҡ.
Байрамдың һәр көнө ҡыҙыҡлы сараларға бай буласаҡ, тип вәғәҙә итә сараны ойоштороусылар. Фольклориаданы асыу тантанаһы 24 июнгә планлаштырылған. Был көндә "Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда сағыу сара ойоштороласаҡ, унан һуң Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килгән ҡатнашыусыларҙан торған Дуҫлыҡ хороводы яйлап ҡына Ленин урамы буйлап Совет майҙанына тиклем үтәсәк ҙур парадҡа әүереләсәк. Ошо уҡ көндә сәхнәгә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятованың сығыуы көтөлә.
Саралар программаһында 25 июнь айырым урын алып тора, тип әйтергә мөмкин. Сөнки 11 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем Совет майҙанында илебеҙҙең 40 фольклор ансамбле ҡатнашлығындағы масштаблы концерт көтөлә. Ә был көндөң хедлайнеры булып бар илгә билдәле AY YOLA төркөмө сығыш яһаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң "Первомайский", "Дим", Якутов исемендәге парктарында һәм "Волна" скверында Фольклориада ҡатнашыусылары һәм солистары ижады менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Фестивалдең һәр зонаһы сағыу концерт программалары тәҡдим итәсәк. Килгән ҡунаҡтар шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының милли уйындарын күрә, Башҡортостанды төбәк иткән һәр милләтттең көнкүреш әйберҙәре, милли кейем һәм биҙәүестәре күргәҙмәләрен ҡарап сыға, халыҡ ижадына бәйле оҫталыҡ дәрестәрендә, йыр һәм бейеү флешмобтарында ҡатнаша аласаҡ. Был көн йырлап, бейеп кенә үтмәйәсәк. "Торатау" конгресс-холында "Фольклор һәм балалар: йолалар аша берҙәмлеккә" тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы фольклор, этнография һәм педагогика өлкәһендәге алдынғы белгестәрҙе бергә йыясаҡ.
26 июндә фестиваль сағыу Zainetdin этно-шоуы сығышы менән тамамланасаҡ. Был турала сараға ҡағылышлы матбуғат конференцияһы ваҡытында: "Ун йыл элек мин яҡындарыма, оҙаҡламай һәр кем ҡурайға бейейәсәк, дискотекалар ойоштороласаҡ, тигәндә, мине фантазерға һанағайнылар. Әммә күңелемдә беҙҙең көйҙәребеҙ барыһын да бейетәсәгенә ышана инем..." - тине шоу солисы Заһир Зәйнетдин.
Башҡортостан Республикаһы исеменән III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында 3 ижади коллектив һәм 2 солист сығыш яһаясаҡ. Шуларҙың береһе БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбле артисы Вәсил Баймырҙин етәкселегендәге Ә. Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле. Коллектив халҡыбыҙҙың оҙон, лирик, бейеү көйҙәрен, хәрби марштарын милли уйын ҡоралдарының боронғо яңғырашында ишеттерәсәк.
Өфө районының Роберт һәм Алина Хәмиҙуллиндар етәкселегендәге өлгөлө "Дарман" халыҡ бейеүҙәре ансамбле милли йолаларға таянып эшләүе, үҙенсәлекле башҡарыу манераһы һәм традицион рәүештә тегелгән костюмдары менән данлыҡлы. "Балалар фольклориадаһында сығыш яһау өсөн беҙҙе һайлағандарына бик шатбыҙ. Беҙ үҙебеҙ ижад иткән, әммә мәшһүр хореограф Фәйзи Ғәскәров стиленә таянып эшләнгән бейеүҙәр ҡуябыҙ", - тип бүлеште коллектив етәкселәре.
Күмертау ҡалаһынан ҡатнашыусы "Зоренька" өлгөлө рус халыҡ йырҙары ансамбле Брянск, Курск, Ырымбур өлкәләренең диалекттары һәм йырлау манералары нигеҙенә таянып төҙөлгән программа менән сығыш яһай. Ә солист булараҡ республикабыҙ вәкилдәре - Көйөргәҙе районынан 13 йәшлек оҙон көй оҫтаһы Әнүәр Вәхитов һәм ҡурай моңдарын үҙенсәлекле өзләү манераһы менән биҙәүсе Баҡалы районы егете 15 йәшлек Азамат Ханнановтар сығышы яңғыраясаҡ.
Фольклориаданы асыу тантанаһында тағы бер мөһим ваҡиға көтөлә: тәүге тапҡыр Өфөнөң төрлө музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәренән торған 200 кешелек хор башҡарыуында Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына бағышланған гимн яңғыраясаҡ. Был хаҡта БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина хәбәр итте. Гимндың көйөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, композитор Ришат Сәғитов ижад иткән, текст авторы - Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина.
Беҙҙең илебеҙ - үҙенең сағыу йөҙө, ғөрөф-ғәҙәттәре, үҙенсәлекле йыр-моңо булған йөҙләгән милләттән торған аҫалы балаҫ төҫлө. Һәм барлыҡҡа килеү идеяһы тап Башҡортостандан булған Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы йәш быуын вәкилдәренә ошо милли хазинаны күрһәтеү форсатын биреүе менән дә әһәмиәтле бит.
Айһылыу ДАУЫТОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 19 - 25 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|