
16 июнь - милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө, быйыл уның тыуыуына 272 йыл тулды. Күпме генә йылдар уҙмаһын, уның яҡты, изге образы башҡорт хәтеренән юйылмаясаҡ. Емельян Пугачев башлаған ихтилалдан өс кенә йыл алдараҡ, йәғни 1770 йылда, батырыбыҙ тыуған-үҫкән ерҙәр аша Санкт-Петербург Фәндәр академияһы академигы Петр-Симон Паллас экспедицияһы үтеп китә. Күренекле ғалим "Путешествие по разным местам Российского государства" тигән китабында ошо төйәк хаҡында бик ентекле мәғлүмәттәр ҡалдырған. Ошо әҫәрҙән алынған өҙөктө уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Егертауҙы (нөсхәлә русса Джиггер-Тау) уҙып, шыршы ағастары менән ҡапланған шырлыҡтар аша үтеп киткәс, беҙ ҙур ғына үҙәнгә килеп сыҡтыҡ. Был үҙәндә һирәк кенә үҫкән ҡайын сауҡалығына тап булдыҡ, бынан егерме саҡрым тирәһе арыраҡ Эҫемгә (Сим) ҡойған Ерал (Ераль) йылғаһы буйында һигеҙ йыл элегерәк рус ауылына нигеҙ һалынған. Ерал ауылы Твердышевтың тимер заводтарына ҡарай. Тиҙҙән башҡорттарҙың Шайтан-көҙәй олоҫоноң Юлай (Гулей) һәм Шағанай (Шиганей) ауылдарынан алмашҡа яңы аттар килтерергә тейеш инеләр, шуға күрә мин, ауыр йөк арбаларын ҡалдырып, Ерал ауылынан Ҡатау (Катавский) тимер заводына йүнәлдем. Уға тиклем йәйге юлдан ҡырҡ бер, ҡышын утыҙ саҡрым тирәһе юл үтергә кәрәк.
Кире ҡайтҡанда мин икенсе юлды һайланым, ике тапҡыр Эҫем йылғаһын, унан һуң Ямаҙы (Ямазе) йылғасығын кисеп сыҡҡас, алыҫтараҡ Ямаҙы Ҡарағай түбәһе күренде, унан шишмәләр ағып сыға. Төштән һуң сәғәт биштә Миндеш ауылын үтеп, эңерҙә ауыр йөктәремде ҡалдырып киткән Ералға килеп еттек. Икенсе көндә иртә менән уларҙы тура юлдан Шағанай ауылы аша егерме ике саҡрымдағы Ҡаратаулы ауылы янындағы Йөрүҙән (Юрьюзен) кисеүенә, артабан Нәсибаш (Ниссебаш) тигән мишәр ауылына ебәрҙем. Үҙем көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан мәмерйәләрҙе ҡарарға киттем, бында, Ералдың тигеҙ ерҙәрен биш саҡрымлап уҙғас, тағы ла тау һырттарында үҫкән ҡайын сауҡалыҡтары башлана. Тауҙар араһынан Күлмәк тигән инеш ағып сыға, уның янында алты ғына өйҙән торған бәләкәй башҡорт ауылы урынлашҡан. Йылғасыҡҡа плотина эшләнгән, унда ярма тартыу тирмәне ҡуйылған. Бындай тирмәнде беренсе тапҡыр күрҙем, һуңынан улар йышыраҡ осраны. Был ғәҙәти булмаған ҡоролманы башҡорттар үҙҙәре уйлап тапҡан, шуға күрә уның хаҡында ентекләберәк яҙып китеү фарыз.
Ауыр булмаһын өсөн улар иң бәләкәй йылғасыҡтарҙы файҙалана, уларҙы сыбыҡтан үрелгән ситән менән кәртәләп, ер һалалар, йә иһә сыбыҡ үрелмәләренән (фашинниктан) бәләкәй генә ысын плотина төҙөйҙәр. Плотинала бағаналар (свайҙар) өҫтөнә бәләкәй генә ыҙма һалына, уның уртаһында өҫтәл урынына бура эшләнә. Уның өҫтөнә тирмән ташы ҡуйыла, әммә ул таштан яһалмаған: ныҡлы ағас тамырынан, йә ағастан эшләнгән тоташ тәгәрмәстең уртаһынан ҡырыйына тиклем күп итеп бәләкәй генә тимер киҫкестәр ҡаҙап ҡуйылған. Аҫтағы тирмән түңәрәге таҡтала хәрәкәтһеҙ ята, ә өҫтәгеһе алынып тора. Ул аҫҡы түңәрәктең үҙәге аша сығарылып ҡуйылған тирмән ҡуласаһы күсәре ярҙамында хәрәкәткә килтерелә: күсәрҙең осона тимер ырғаҡ беркетелгән, ул өҫкө таштың уртаһындағы уйымға инеп тора. Күсәр, ғәҙәттә, ағастан яһала: йыуан тамырҙың аҫҡы өлөшө суҡмар кеүек итеп киҫеп алына, уға, тәгәрмәс күсәренең тырнаҡтары кеүек, улаҡлы итеп эшләнгән ҡанатсыҡтар беркетелә, был һыу ҡуласаһы була. Күсәрҙең аҫтына тимер кендек ҡағып индерелгән, ул аҫҡы яҡтан күсәрҙе свай тотҡаһында тура итеп тотоп тора һәм өйөрөлөү мөмкинлеген бирә. Плотина уйымы аша ҡуйылған улаҡтан аҡҡан һыу күсәр тырнаҡтарының улаҡтарына төшә һәм гоизонталь ятҡан ҡуласаны, уның күсәрен һәм өҫтәге тирмән түңәрәген әйләндерә. Тырнаҡтар араһына оҙонса һайғау тығып, тирмәнде туҡтатып була. Бәғзе урындарҙа тирмәнде улаҡты ситкә күсереп тә туҡтаталар.
Ярма йә иһә эре он тарттыра торған ашлыҡ, башҡа бер ҡәҙимге тирмәндәрҙәге кеүек, таҡта кузовҡа ҡойола, уның аҫҡы яғындағы бәләкәй генә улаҡ өҫкө тирмән түңәрәгенең тап уртаһындағы тишеккә тура килтереп эшләнә. Ашлыҡ һалынған ҡап тирмәндең арҡыры һайғауына һелкенеп торорлоҡ итеп элеп ҡуйыла, ҡапҡа бер осо менән тирмән түңәрәгенә тейеп торған рычаг беркетелгән. Тирмән ташы әйләнгән саҡта әлеге ҡап та һелкенеп тора, унан аҫтағы кузовҡа ашлыҡ аҙлап ҡына ҡойола бара. Әгәр башҡорт ашлыҡтың ҡойолоуын, йә иһә тирмәнде бер аҙға туҡтатып торорға теләһә, әлеге рычагты ситкә алып тора. Мин башҡа бер оҫта ла бынан ябайыраҡ һыу тирмәнен уйлап таба алырына шикләнәм.
Мин бынан Күлмәк йылғаһы буйлап, уға ҡушылған Һарыҡондоҙ (Саракундус) инеше аша түбәнгә табан ыңғайланым; һуңынан ошо инешкә ҡушылған Көҫкәнде (Кускинде) йылғасығы аша сыҡтым, ул Йөрүҙәнгә ҡоя. Бынан ошо йылғасыҡтың һул яғында урынлашҡан, таралышып ятҡан бер нисә өйҙән торған Шайтан ауылынан (Шайтан-аул) бер нисә оҙатып йөрөтөүсе алып, Көҫкәнде аша юлһыҙ-ниһеҙ ерҙән туп-тура көнсығышҡа табан, һирәк кенә ҡайындар үҫкән, ике тау һыртынан хасил булған Һарыҡондоҙ тауы (Саракундус-Тау) буйлап кирегә киттем. Ошо тау һырттары араһындағы үҙәндә күп булмаған өйҙәрҙән торған Юлай (Гулей) ауылы урынлашҡан, унда Шайтан-көҙәй (Шайтан-кудей) нәҫеле башлығы (начальнигы) йәшәй.
Ауыл эргәһенән бер нисә инештән хасил булған, ҙур булмаған йылғасыҡ, төньяҡҡа табан боролоп ағып, ошо уҡ үҙәндә бер саҡрымда ятҡан һаҙлыҡҡа кереп юғала. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, уның ағымы яҡшы беленеп тора, бәлки ул ер аҫтынан Йөрүҙән менән тоташҡандыр, сөнки йәй көндәрендә лә бер ҡасан да ҡоромай.
Икенсе тау һыртын уҙыуға өсөнсөһө башлана, уның түбәһе бейек һәм ныҡ ташлы, уның артында Йөрүҙән көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан төньяҡҡа табан аға башлай. Был тауҙа, шулай уҡ Йөрүҙәндең икенсе яғында ятҡан барса һырттарҙа, бик күп ҡарағай үҫә, шуға күрә был яҡта йәшәүсе башҡорттар уны Ҡарағай тип исемләй (нөсхәлә: "сосну и вообще сосновый лес называют башкирцы карагай"). Шул уҡ тауҙа бәләкәй генә Иҙрис (Идресс) исемле ауыл урынлашҡан, ә тауҙа мәмерйә бар, мин уны барып ҡарарға ниәт иттем...
Шайтан-ауылға килгән юл менән кире ҡайттым. Бында йәшәгән башҡорттар тирә-яҡтағы баҫыуҙарҙы яҡшы файҙалана, күп итеп ер һөрөп, 40 боттан 50 ботҡа тиклем иген сәсәләр. Былтырғы йәй ҡоро килгәнлектән, ашлыҡ аҙ алына, шуға күрә быйыл, сәсеү орлоғо етмәгәс, баҫыуҙарҙың яртыһы ғына сәселгән. Улар ерҙәрен татар һабанына 4, ҡайһы саҡта 6 ат егеп һөрә. Яңы ергә ике йыл арпа, ике йыл һоло, ике йыл ужым арышы һәм тағы ла бер, йә иһә ике йыл яровой иген сәсәләр, шунан һуң яңы урында сиҙәм һөрөлә. Бойҙай һәм ҡарабойҙай сәсмәйҙәр...
Йөрүҙәндең икенсе яғында, башҡорт ауылынан өҫтәрәк, тағы ла бер ҙур булмаған ҡыҙыҡлы урын бар. Йылға буйындағы тау һыртынан Ҡорғаҙак (Кургузак) шишмәһе ағып сыға һәм, 60 сажинлап үткәс, шәп ағымын бейек ярҙан Йөрүҙәнгә ҡоя. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта дүрт тирмән ҡуйылған, улар бында йәшәгән Йәнгилде (Янгилле) һәм Күскилде (Кюскилде) исемле башҡорттарҙыҡы...
Башҡорттар, ҙур һәм бәләкәй тауҙарҙы, шишмәләрҙе һәм бәләкәй генә ҡылымыҡтарҙы, үҙәндәрҙе, сауҡалыҡтарҙы һәм барса башҡа тәбиғи ыҙандарҙы айырып, исемләп атағанлыҡтан, уларҙың был урындарҙы борондан бирле төйәк итеүенә дәлил итеп ҡарап була. Унан башҡа, тик бер урында ғына йәшәмәүҙәре һәм һунар итеүгә әүәҫ булыуҙары сәбәпле, улар даланы юлһыҙ-ниһеҙ гиҙеп йөрөй, бының өсөн уның билдәле бер урындарына атама бирә. Әгәр башҡорттар ысынлап та Урал тауҙарында йәшәгән боронғо кешеләрҙең тоҡомдары булып, яңы тикшеренеүселәр әйтеүенсә, венгрҙарға туғандаш халыҡ икән, татарҙар (төркиҙәр. - Тәрж. иҫк.) менән аралашыу һөҙөмтәһендә уларҙың боронғо телдәре бөтөнләйгә юғалыуға дусар булған, төҫ-ҡиәфәттәре һәс сәс төҫтәре татарҙарҙыҡына оҡшай башлаған, әммә был уларҙың йәшәү рәүешен һәм йәшәү урынын үҙгәртә алмаған.
Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 19 - 25 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА