
"Күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ..." тигән һүҙҙәр Салауат яуы ваҡытында 1774 йылдың 10 сентябрендә Салауат Юлаев менән Юлай Аҙналиндың Ҡатау заводы эшселәренә яҙған мөрәжәғәтендә әйтелә. Был документты тәүге тапҡыр тарихсы Ә.Н. Усманов 1962 йылда "Ағиҙел" журналының 8-се һанында (86-93-сө биттәр) баҫтырып сығара. Рауил Бикбаевтың "Күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ..." тигән шиғыры ла бар.
Хәрби писарь Ғәбдрәшит уғлы ҡул ҡуйған тарихи документ "Салауат менән Юлайҙың Ҡатау заводы эшселәренә мөрәжәғәте" тип атала. Уның тексы түбәндәгесә: "Беҙ главный атаман Юлай Аҙналы улынан һәм бригадирлыҡ эшен башҡарыусы баш полковник Салауат Юлай улынан һүҙ шулдыр: Һеҙ, Ҡатау заводында командир булып тороусы приказчиктарға һәм ҡарттарға! Әгәр һеҙҙең кешегеҙ беҙгә тотолһа, беҙ уларҙы үлтермәйенсә һәм зарар килтермәйенсә һеҙгә ҡайтарабыҙ. Әгәр беҙҙең кешебеҙ һеҙгә тотолһа, итәһегеҙ уны тотҡон һәм бәғзеләрен үлтерәһегеҙ, имеш. Беҙ, әгәр беҙҙең күңелебеҙҙә уҫаллыҡ булаһы булһа, Алла теләһә, һеҙҙән артығыраҡ тотоп һәм һеҙҙән артығыраҡ үлтерер инек. Беҙ теләмәйбеҙ, күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡлыҡтан. Инде күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ. Әгәр татыулыҡты теләй торған булһағыҙ, ебәрегеҙ Мусабай Бикйән улын (ул 14 июндә завод етәкселеге менән һөйләшер өсөн Юлай менән Салауат тарафынан ебәрелә һәм унда ҡулға алына - Ә.Ғ.-Ү.), аралыҡта йөрөп татыулаштырыу өсөн. Һеҙҙең беҙгә тотолған ике урыҫтың береһен ҡайтарҙыҡ, яҙыу менән һәм Мусабай ҡайтып килгәндән кизин (аҙаҡ, һуң - М.Х. Иҙелбаев аңлатмаһы), бында беҙҙең ҡулыбыҙҙа ҡалған берәүһен дә ҡайтарырбыҙ.
Беҙ бер-беребеҙ менән бәхәсләшеп, бер вә беребеҙҙе бөлдөрөшөп торорға мөмкин түгелдер: көллөбөҙ ҙә бадишаһыбыҙ император Петр Федорович хәҙрәттәренең ҡолобоҙ һәм беҙгә даим изге хәбәрҙәр килә, указдар арҡыры: улы Павел Петровичҡа ҡушҡандыр, тип, һеҙ ҙә уларҙың сәләмәтлеген теләгеҙ, тип. Изгелек теләүсе дуҫығыҙ баш атаман Юлай Аҙналы улы ҡулым ҡуйҙым һәм бригадирлыҡ эшен башҡарыусы баш полковник Салауат Юлай улы ҡулым ҡуйҙым.
1774-се йыл рәжәптең 15 көнөндә Войсковой писарь Ғәбдрәшит улы ҡулым ҡуйҙым".
Был хат уларҙың авторҙары тарафынан ике яҡты, йәғни баш күтәреүселәр менән Ҡатау заводы етәкселеге араһындағы мөнәсәбәтте көйләү, килешеү маҡсатында яҙыла. Тарихтан билдәле булыуынса, көҙөйҙәрҙең һәм ҡыуаҡандарҙың аҫаба ерендә рөхсәтһеҙ, баҫып алыу юлы менән һалынған был завод ҡоролмалары һуңынан баш күтәреүселәр тарафынан яндырыла. Был ҡаршылыҡ Салауат яуы тарихының әллә ни ҙур әһәмиәтле, һынылышлы ваҡиғаһын тәшкил итмәһә лә, Юлай Аҙналин менән Салауат Юлаевтың завод етәкселегенә яҙған өндәмәһе тексы, ундағы айырым һүҙбәйләнештәр һәм фразалар күп кенә нәмәләр хаҡында тәрән уйланырға мөмкинлек бирә. Бер яҡтан уйлағанда, улар был хаты менән "Пугачев бунты тарихы" авторы Александр Пушкинға ла яуап бирә. Шағир был әҫәрендә Салауатты "свирепый" тип атай, йәғни уны ҡанһыҙлыҡта, мәрхәмәтһеҙлектә ғәйепләй. Ҡыҙыҡ, бер сикәһенә һуҡҡандан һуң икенсе сикәһен ҡуйған кеше образында күрергә теләнеме икән башҡортто Александр Пушкин? Әгәр шулай икән, шағир башҡорт тарихы хаҡында урыҫ феодалдары мәнфәғәте күҙлегенән генә сығып фекер йөрөтә. Ваҡытында дөрөҫ ҡулланмаған бер генә һүҙ өсөн быуаттар үткәндән һуң да шағирҙы хәҡиҡәт алдындағы намыҫ яуаплылығы хөкөмөнә баҫтырырға була, тигәнде аңлата булыр был хәл. Шағир һәр һүҙе өсөн тарих алдында яуаплы.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, башҡорттоң ни өсөн шулай үҙ дошманына ҡарата аяуһыҙ көрәшеүенең дә тарихи сәбәптәре асыҡлана Юлай менән Салауаттың өндәмә хатында. "Һеҙ беҙгә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булһағыҙ, беҙ ҙә һеҙгә шундай уҡ юл менән яуап бирәбеҙ, һеҙ беҙгә ҡарата аяуһыҙ булһағыҙ, беҙ ҙә һеҙгә ҡарата шулай уҡ аяуһыҙ", тигәнде аңлата булыр был принцип. Был осраҡта "Һорауына күрә яуабы" тип тә әйтәләр.
Американың билдәле киноактеры, музыканты һәм продюсеры Брюс Уиллистың был йәһәттән башҡорт милләтенең тарихи характерын да асып бирергә булышлыҡ итерлек, шулай уҡ Пушкиндың Салауат хаҡындағы һүҙҙәренә яуап булырлыҡ бик тәрән мәғәнәле һүҙҙәре бар. "Аяуһыҙлыҡ, ҡанһыҙлыҡ - изге кешеләрҙең характер һыҙаты, ул һыҙат башҡалар һинең изгелегеңә аяҡ һөртә, төкөрөп ҡарай башлағанда барлыҡҡа килә", ти актер. Был һүҙҙәрҙе ул ниндәй сәбәптән һәм ниндәй маҡсатта әйткәндер, әммә Салауаттың "Күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ" тигән һүҙҙәрен киң мәғәнәлә һәм дөрөҫ итеп аңларға мөмкинлек биреүе көн кеүек асыҡ.
Салауат Юлаевтың ҡулға алынғандан һуң Шайтан-Көҙөй улысына иректәге туғандарына хакимдар алдында ғаилә мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу тураһында һорап яҙған хаты ла айырым иғтибарға лайыҡ. Унда ла тәүге документтағы кеүек "Ни өсөн күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ?" тигән һорауға яуаптар бар: "Мәғлүм булһын: бөгөнгө көндә үҙ йорттарында йәшәүсе старшиналарҙан беҙҙең эштәр тураһында һорашһалар, беҙгә юҡ-бар яла яҡмаһындар, дөрөҫөн күрһәтһендәр: Пугачевтан беҙгә генә түгел, бөтә дүрт юлға ла приказ булды бит, беҙ заводтарҙы яндырыуҙы һәм көрәште шул приказ арҡаһында ҡылдыҡ.
Ә бер рус менән бер сыуаш кешеһе аҫылһа, уларҙы атаман Белобородовтан (шундай) указ бар, тип, Ибрәш Галин тотоп алып килеп аҫты. Был ысынлап та дөрөҫ. Әйберҙәрен һәм бурыл атын алып, шуның менән йөрөнө, үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ бит.
Беҙҙән шикләнмәгеҙ. Беҙ хәҙерге көндә өйҙәрендә йәшәгән халыҡҡа бер ниндәй ҙә ғәйеп ташламаныҡ, ә уларҙың именлеген генә ҡайғырттыҡ. Шуға күрә улар ҙа беҙҙе изге доғаларынан ташламаһын ине...
Ҡатындарыбыҙ һәм балаларыбыҙ хаҡында Ырымбурға хәбәр бирегеҙ: беҙҙе ҡәрҙәштәребеҙ ҡотортманы, шуға уларҙы азат итһендәр, тип яҙығыҙ. Әгәр быны губерна канцелярияһы эшләй алмай икән, Сенатҡа ебәрһен: ғәзими хәҙрәттәренең ҡолдары уға бойһоноусылар ҡулы аҫтында хеҙмәтсе булмаһын. Балаларҙың йәшен күрһәтегеҙ.
Ғүмерҙәре юҡ ителеүселәрҙең (йәғни, аҫып йә язалап үлтерелеүселәрҙең) ғаиләләрен тартып алырға тигән указ ысынлап юҡ. Беҙ, Хоҙай ҡушһа, язаланмабыҙ тигән өмөттә торабыҙ, сөнки хәҙер үлем язаһы тыйылған. Әгәр һеҙ ошолар хаҡында ҡайғыртмаһағыҙ - кеше түгелһегеҙ: кешеләр аттар тураһында ла юллайҙар һәм хәстәрлек күрәләр.
Беҙҙең турала ла хәбәр бирегеҙ, Салауаттың ҡатынын һәм бер улын комендант ҡарауылы һаҡлай, тип яҙығыҙ. Резолюцияға тиклем уларҙы (комендант) һәләк итеп ҡуймаһын, тип ҡурҡабыҙ. Бер улымды секретарҙа фатирҙа тороусы генерал алған. Бүтән ҡатындар һәм балалар ҙур (түрәләр) тарафынан таратып алынған, һәм улар көн һайын бергә ашайҙар, йөрөйҙәр, ҡатындар һәм балалар алдында ҡыланалар. Күрһәтмәләрҙе дөрөҫ ҡарамаҫтар, тип уйлайбыҙ. Чукаловтан күҙ йәштәре менән һорағыҙ - беҙҙе һәм беҙҙең эште губерна канцелярияһы ҡарамағына алһындар, мең һум кәрәк булһа ла - бурысҡа булһа ла алығыҙ, өҫтәүенә, мишәрҙән аҡсалы һандыҡ алынған, тип ишеттем, (шуның) табылыуы ихтимал.
Был хатта яҙылғандарҙы (үтәргә) тырышығыҙ, һәм беҙҙән һуң ҡалып йәшәгәндә йорттарығыҙҙа тороғоҙ һәм мөлкәт йыйнағыҙ.
Тәржемәсе Андрей Васильев тәржемә итте".
Салауат батырыбыҙ шәхесен кәмһетергә, уны ҡанһыҙлыҡта, мәрхәмәтһеҙлектә ғәйепләргә теләүселәрҙе инҡар итеү өсөн был документтар кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр булырлыҡ. Салауаттың шул уҡ иректәге туғандарына яҙған хатындағы ошо юлдарға кире әйләнеп ҡайтайыҡ: "...Ә бер рус менән бер сыуаш кешеһе аҫылһа, уларҙы атаман Белобородовтан (шундай) указ бар, тип, Ибрәш Галин тотоп алып килеп аҫты. Был ысынлап та дөрөҫ. Әйберҙәрен һәм бурыл атын алып, шуның менән йөрөнө, үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ бит..."
Был юлдарҙа беҙ Салауатты, ниндәй халыҡ вәкиле булыуына ҡарамайынса, һәр кешенең ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойған гуманист итеп тә беләбеҙ. Быны беҙ батырҙың аҡланыуы итеп ҡабул итә алмайбыҙ, сөнки былар "Күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ" тигән кешенең йөрәк һүҙе. Икенсенән, бында тағы ла ниндәйҙер Ибрәш Галин тигән исем һәм бурыл ат телгә алына. Тарихсылар өсөн был тағы бер бурыс: кем булған һуң ул Ибрәш Галин? Әгәр ҙә ул Салауаттың рухташы, дуҫы булһа, хатта телгә алыныр инеме икән? Яҙмаларҙан шул да асыҡлана төшә: Пугачев яуы осоронда ҡайһы урында кемдең ғүмере ҡыйылһа, ниндәй йорт яндырылһа, былар барыһы ла яу башлығы булған Салауатҡа һәм уның көрәштәштәренә япһарыла. Былар "Бүренең ауыҙы ашаһа ла ҡан, ашамаһа ла ҡан" тигән хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Күңелендә уҫаллығы булмаған кешенең ғәмәл-ҡылыҡтарына һис тә оҡшамаған был.
Беҙ бығаса 1773-1775 йылдарҙағы тарихта Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышы тип аталған күтәрелеште баш күтәреүселәр менән батша ғәскәрҙәре араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ тип өйрәндек һәм был ваҡиғаларҙың тышҡы яғына ғына күберәк иғтибар иттек, буғай. Һәр хәлдә, тарихсылар крәҫтиәндәр һуғышын тап ошо аспектта ғына өйрәнде. Ә бит баш күтәреүселәр сафындағы эске конфликт тағы ла көслөрәк булған. Тимәк, 1773-1775 йылдарҙағы күтәрелештә тик бер генә һуғыш булмаған, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың ил эсендә тағы ла бер нисәүһе булған. Бының иҫбатламаһы: Пугачев, Салауат һәм уларҙың күп кенә көрәштәштәре эске дошмандар тарафынан батша ғәскәрҙәренә тотоп бирелгән. Тарихсылар был ваҡиғаларға берәй ваҡыт асыҡлыҡ индерер, әлбиттә. Тарих фәне хәҡиҡәткә тоғро булған осраҡта ғына тарих киләсәккә хеҙмәт итә ала.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 19 - 25 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА