«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был арала дауа һәм сәй өсөн ниндәй үләндәр йыяһың?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
САЛАУАТҠА ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ, ЙӘКИ МӘҢГЕ БАЛҠЫР ҺИНЕҢ ҺЫНЫҢ (Лирик эссе)
+  - 


Фани донъяға килгән һәр әҙәм балаһының яҙмышы баҡыйлыҡҡа күскәнсе ил, халыҡ яҙмышынан айырылғыһыҙ булыуы бырыбыҙға ла мәғлүм. "Заман башҡа - заң башҡа", тигәндәй, һәр тарихи осорҙоң үҙенә генә хас ижтимағи, иҡтисади һәм сәйәси ихтыяждары булып, инсан да ошо заман ҡаҙанында ҡайнап йәшәйҙер. Берәүҙәр үҙенә яҙғанын күҙгә-башҡа артыҡ салынмай, тын күлдәге балыҡ һымаҡ шым һәм вайымһыҙ ғына йәшәп уҙғарһа, икенселәренең ғүмере, иркен тын алып була торған сафлыҡ алып килеүсе дәшһәтле, йәшенле-күкрәүле дауыл кеүек, тиҙ генә үтеп китә лә, халыҡ күңелендә һис юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра.

Беҙ Салауат батырҙы ла ошондай дауыл тыуҙырған шәхестәр иҫәбенә индерәбеҙ. Беҙгә, уның хәҙерге замандағы ҡан-ҡәрҙәштәренә, Салауаттың изге исеме бала саҡтан уҡ таныш һәм ҡәҙерле. Шуныһы ҡыуаныслы, башҡорт батырының исеме бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, донъяның күп илдәрендә танылыу табып, йөҙәрләгән телдәрҙә яңғырай. Беҙ, Ер кешеләре, Салауат, тибеҙ икән, батырыбыҙҙың һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтергән һыны һаман да тере булғандай, Салауат батырыбыҙ ниндәйҙер бер мөғжизә менән баҡыйлыҡтан фанилыҡҡа яңынан әйләнеп ҡайтҡандай тойола. Ошо үҙе үлемһеҙлеккә тиң түгелме ни?
Урман-ҡырҙар өҫтөнән күкрәп-йәшнәп шифалы ямғырҙар яуып үтте лә, ялтлап ҡояшы ла килеп сыҡты. Сәскәле туғайҙар, иркен баҫыуҙар, күкһел тау һырттары өҫтөндә йәйғор балҡыны. Ниндәйҙер бер эске саҡырыуға буйһоноп, күк күкрәүенән ҡурҡыңҡырап, баҡса өйөнә инеп боҫҡан ейәндәремә өндәшәм: "Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, Салауат күпере төшкән, ҡалай матур ул!" Бала сағыбыҙҙан уҡ ошо һоҡланғыс тәбиғәт күренешен беҙ халыҡса "Салауат күпере", тип атап өйрәнгәнбеҙ. Ни эшләптер, әҙәбисә, китапса яңғыраған "йәйғор" һүҙенә ҡарағанда, халыҡ телендәгеһе күңелгә яҡыныраҡ булып, әйтелеше лә һауалыраҡ, бейегерәк, күркәмерәк тойола.
Ниндәй фәһемле һәм хикмәтле икән был атама: күпме ҡабатлаһаң да иҫкермәй торған изге доға һымаҡ, милли батырыбыҙҙың исемен хәтеребеҙҙә яңыртып тора түгелме һуң ул? Хоҙай Тәғәләнең бер ғилләһе барҙыр ул ошо һүҙҙә: Тәңребеҙҙе маҡтау, данлау доғаһының, ғәжәйеп тәбиғәт күренешенең һәм данлы батырыбыҙҙың Салауат тигән бер үк исеме есемдәренә тап килеп, кешене тыуған ере менән, ә уның рухын мәңгелек менән тоташтырып тороусы бер илаһи күпергә бәрәбәрҙер ул. Мин, Салауат күпере аҫтындағы фани донъяның бер инсаны, йәйғор нурҙарынан әҫәрләнеп, яҡты уй-хыялдар донъяһын гиҙәм. Мин бит кеше, ә кеше - фекер эйәһе, тимәк мин үҙемдең уй-фекерҙәремдең мәғлүмәти тулҡындарын Салауат күперенә табан йүнәлтһәм, ул ошо тулҡындарҙы, гигант бер камертондай, йыһан төпкөлдәренә тапшыра алыр һымаҡ...
Әгәр миңә, башҡорттоң тиҫтәләгән азатлыҡ ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша килеп, яртылаш ҡырылып бөткән Әйле ырыуҙар берләшмәһенең, Салауат батырҙың көҙәй ырыуына ҡан-ҡәрҙәш булған башҡорттарҙың бөгөнгө вәкиленә, Мәңгелек Зәңгәр Күккә олғашҡан батыр рухы менән ысынлап аралашырға яҙһа, уға нимәләр һөйләр инем дә, бөгөнгө хәл-торошобоҙҙо нисегерәк аңлата алыр инем? Шәхсән ике быуаттан ашыу әүәлерәк баҡыйлыҡҡа күскән батыр йәненең саф башҡорт телендә ниндәйерәк хәбәрҙәр көтөүен һиҙемләгәндәй һәм үҙемдең уға ниҙәр әйтеремде лә төҫмөрләгәндәй булдым:
- Һаумы, Салауат, һаумы башҡорт иленең мәңгелек батыры! Һинең баҡый донъяла ла башҡортлоғоң - баш ирлегеңде һаҡлап, үҙ асылына тоғро бер йыһангир йән булыуыңа ысын күңелдән ышанабыҙ. Үҙ илеңдән, сал Уралыңдан сәләмдәр көтөп зарыҡҡанһыңдыр инде: ике быуаттан ашыу ваҡыт дауамында бихисап үҙгәрештәр кисерелһә лә, туған халҡың иҫән-һау, Башҡортостан атлы тыуған илең имен-аман әле. Ҡаратауыңда һаман йөҙйәшәр имәндәр үҫә, йүгерек Йөрүҙәнең яҙҙар килгән һайын шаулап-гөрләп, әүәлгесә ташып-ашҡынып ала, Янғантауыңдың да янып бөтмәгәне раҫ.
Яҡташтарың ырыу-нәҫел ерҙәрегеҙҙең бөгөн һинең исемең менән аталыуына ифрат ҡыуанһа, ихлас ғорурланһа, бынан 78 йыл элек нигеҙләнгән Салауат ҡалаһы ла һинең ҡаһарманлығыңа бер һәйкәл булып ҡалҡты. Шөкөр, аҫыл хазиналай булған үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, динбеҙҙән яҙа яҙһаҡ та, хәҙер күптәребеҙ Ислам хозурына кире ҡайта бара. Меңәр йылдар дауамында дәшһәтле тарих боролмаларында юғалып юҡҡа сыҡмаған халҡыбыҙ бөгөн дә, киләсәктә лә үҙ-үҙен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген мотлаҡ табыр, тип ышанабыҙ.
Әлбиттә, көнитмешебеҙҙә, рухи тормошобоҙҙа барыһы ла ал да гөл түгел, изге батырыбыҙ: донъя бит, ағы ла, ҡараһы ла бар. Әммә ҡараңғы яҡта ҡалыусыларҙан яҡтыға ынтылыусылар күберәк, һинең дәүерҙә нисек булһа, хәҙер ҙә шулай. Исемең телебеҙҙән төшмәһә лә, рухи асылыңды аңлағандар күңеленә генә ул изге доға булып инә.
Һиңә әйтер һүҙҙәрем әллә нисәмә көндәр буйы дауам итерлек телмәргә әйләнер ине, шуға күрә теләгәндәремдең, уйҙарымдың иң мөһимдәрен генә һайлап алырға мәжбүрмен. Ә иң мөһиме шул инде: халҡың һине онотманы, батшалар тарафынан тыйылған исемең уның йөрәгендә, күңел түрендә һаҡлана килде.
Юҡ, һин бөгөн бары тик хәтер, уй-фекер халатендә генә йәшәмәйһең, һине тормошобоҙ ысынбарлығы итеп ҡабул итәбеҙ. Мөһабәт һын-образың, һине һағынып-юҡһынып, халҡың сығарған йыр-ҡобайырҙарҙа, риүәйәт-легендаларҙа йәшәй, яҙыусы һәм шағирҙар йөҙәрләгән шиғыр-поэмаларында, хикәйәттәрендә, башҡа әҫәрҙәрендә һиңә дан йырлай. Төҫ-ҡиәфәтеңде һис бер ҡасан күреп белмәгән хәлдә лә, рәссамдар төҫлө буяуҙар сағылышында йөҙ-һыныңды ғына түгел, ҡомарланып-илһамланып, рухи булмышыңды һүрәтләргә ынтыла. Үҙең тотҡонлоҡ яфаларында ыҙа сиккән Өфөлә, Ағиҙелдең текә ярында мәңгелеккә туҡталып ҡалған ҡорос атлы һыбайлы башҡорт яугиры ла һин бит ул, Салауат! Әкиәттәрҙә һөйләнгән Ҡаф тауҙары иле инсаны, ғорур һәм саф күңелле осетин дуҫың Сосланбәк Тавасиев батырлығыңа, рухи ҡаһарманлығыңа үҙ ҡулдары менән ҡуйған мөһабәт һәйкәл ошолор. Әйтерһең дә, һин һаман заманаларҙың хәтәр елдәренә ҡаршы тороп, халҡыңды ирекһеҙләүгә бирешмәҫкә, хыянатҡа бирелмәҫкә өндәйһең. Тик шуныһын ғына өҫтәп әйтмәһәм, дөрөҫ булмаҫ ине: батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, бөгөн һинең ошо изге һының ваҡытлыса урынынан алынып, яңыртылып, бронза һәйкәл булып ҡалҡып, Башҡортостанға килеүсе һәр кемде ҡаршы алып торасаҡ.
Һинең изге образың Тавасиевҡа ғына түгел, рус рәссамы Алексей Кузнецовҡа, скульптор Тамара Нечаеваға, яҙыусы Степан Злобинға, ғалимә Ирина Гвоздиковаға, шағирҙар Мостай Кәрим һәм Рәми Ғариповҡа, яҙыусы һәм ғалим Мирас Иҙелбаевҡа, башҡа бик күп Башҡортостан һәм Рәсәй ижадсыларына һоҡланғыс әҫәрҙәр тыуҙырырға дәрт-дарман биргәндер.
Һине иҫкә алғанда халҡыңдың үҙеңде тереләй күргәндәй булған мәлдәре тураһында лә әйтеп үтәйем. Кино тип аталған заман сәнғәтенең мөмкинлектәре аша башҡорт егете Арыҫлан Мөбәрәков һинең тере һыныңды күҙ алдыбыҙға баҫтырһа, Заһир Исмәғилев исемле талантлы музыка оҫтаһы ижад иткән әҫәрҙә Мәғәфүр Хисмәтуллин тигән йырсыбыҙҙың Салауат булып йырлауы, уның йөрәк түренән сыҡҡан илаһи моңо кемдең генә күңелен тетрәтмәне икән? Былар барыһы ла, үҙе бер онотолмаҫ хәтирә булып, халыҡ күңелендә йәшәр.
Бөгөн йәшәйешебеҙҙә интернет тип аталған мәғлүмәт селтәре булып, унда Салауат Юлаев тигән исемдең әллә нисә миллион тапҡыр ҡабатланыуына шаһитбыҙ. Был үҙе үк бер ғәжәп күренеш түгелме ни? Тимәк, һинең ҡасандыр яуыз батшалар тарафынан мәңгегә тыйылған исемең, мәғлүмәт арауығында меңәрләгән саҡрым ерҙәрҙе күҙ асып йомған арала үтеп сыға ла, Ер шарының теләһә ҡайһы мөйөшөндә электрон экрандарҙа яҡтырып пәйҙә була. Нисек кенә булмаһын, Салауат, һинең образың бөгөн милли һәм дини сиктәрҙе лә уҙып китте. Башҡорт батыры ғына түгелһең, барса донъяның рухи батырҙарының береһе һин, Салауат!
Эйе, батырыбыҙ, һин бөгөн дә дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек, арҡаҙашлыҡ өлгөһө булып, Башҡортостан тигән илебеҙгә хеҙмәт итәһең. Шуның өсөн дә йыл һайын йәмле йәй башында республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә һине хөрмәтләп, ҙурлап-ҡәҙерләп иҫкә алалар, быуаттар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән аманатыңды йәш быуындарға тапшыралар.
Салауат күпере аҫтында торғанда бына ошондай уй-хистәр аң-зиһенемде биләп торҙо ла, бейек күктәргә олғашты, буғай. Иншалла, ил-йортобоҙ имен-аман тороп, ҡотло еребеҙ өҫтөнән Салауат күпере ҡалҡҡан һайын да, башҡа иҫтәлекле мәлдәрҙә лә Салауатыбыҙ телебеҙҙән төшмәҫ, күңел күктәребеҙҙә лә илаһи Салауат күперҙәре балҡыр.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 19 - 25 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru