
"Эйе. Хәрби биографияны хәтерҙән үткәреп яҙып ҡуйыу бик мәслихәт. Хәтерҙән юйылғандары ла бихисап. Хәҙер миңә 80 йәш бит инде". Был минең: "Һуғыш тураһында яҙ, атай", - тигән тәҡдимемә атайымдың яуабы булды. Кем уйлаған, уның яҙғандары бөгөн васыят һымаҡ яңғырар, тип. Атайымдың бөхтәлеге шунда сағыла: яҙған әйберенә мотлаҡ башлаған һәм тамамлаған датаһын ҡуя. Уның вафатына быйыл июлдә 6 йыл була. Һуңғы саҡырылыш һалдаттары ла баҡыйлыҡҡа күсеп бөтөп бара. Йәндәре йәннәттә булһын уларҙың. Тыныс йоҡлаһындар…
Беҙ һуғышҡа барабыҙ.
"Беҙҙең халыҡта электән бер йола бар: ололар иң тәүҙә ырыу-атың кем, эскән һыуың ниндәй, тип танышыр булғандар. Бына мин һеҙҙең алдығыҙҙа: тәүҙә ҡыҙыл армеец, һуңынан Совет Армияһы һалдаты. Европа илдәрен Гитлер ҡоллоғонан ҡотҡарыусы бер быуын вәкиле. 1927 йыл 15 июлдә Хәйбулла районының иң төпкөлөндә урынлашҡан Аҡъюл ауыл советы Урыҫбай ауылында тыуғанмын. 17 йәш тулғас, "досрочный призыв"ҡа эләгеп, 1944 йыл көҙөндә шул ауылдан армияға алынғанмын. Мин, Иҙелбаев Ғәлиаслан Ғәлиәскәр улы, һеҙгә ете йыл ғүмерем сарыф ителгән армия хеҙмәтемде иң беренсе көнөнән башлап һөйләргә булдым. Тыуған илебеҙ тарихында башҡа һуғыш-ҡанғойош булмауына өмөтөм ҙур. Һәр бер бала, йәш үҫмер үҙ мәле еткәнсе үҙ илендә, ата-әсәһе янында йәшәренә ысын күңелдән ышанам. Килер быуын армияға "досрочный призыв" тигән нәмәне күрмәһен, беҙ күргән улар башына төшмәһен, тигән теләктә ҡалам.
Беҙ 1927 йылғы йәш кенә егеттәр инек. Башҡортостан. Хәрби ҡаласыҡ Әлкә (Алкино) лагеры. Бында беҙҙе, йәш егеттәрҙе (17 йәшебеҙ тулып ҡына уҙған сағыбыҙ) 1944 йылдың октябрь аҙаҡтарында йәм-йәшелдән кейендереп, аяҡтарға обмоткалар уратып, ботинкалар кейҙереп, хәрби белемгә, хәрби алымдарға өйрәтә башланылар. Беҙҙе отделение, взвод, роталарға бүлделәр.
Йоҡлаған урыныбыҙ: ерҙән ҡаҙып эшләнгән землянкаларҙа өс ҡат итеп эшләнгән һәндерә-урындыҡтар. Беҙ, Һатыбалды тигән иптәшем менән өҫкә, 3-сө ҡатта урынлаштыҡ. Бесәй кеүек үрмәләп менеп китәһең. Өҫкө һәндерәлә уралған обмоткаң төшөп китһә, бер бәлә, ҡабаттан йомарлап урағансы, ваҡыт үтә лә китә. Аҫтағы ике һәндерәлә лә һалдаттар, мәшәҡәте ҙур. Ике-өс айҙа яйлап күнектек. Беҙ, башҡорт балалары, ашауға талымһыҙ инек, кәбеҫтә һурпаһына ғына өйрәнә алмай йонсоноҡ. Икмәкте, шәкәрҙе хатта арттырып, төндә отбойҙан һуң ашарға кеҫәләргә йыйып та булыша инек. Махорка бирәләр ине. Беҙҙең йылғылар күбебеҙ тәмәке тартманыҡ. Тартҡандарға етмәгәндер, күрәһең, уны шәкәр-рафинадҡа алмаштырып бер була инек (үҙенә күрә, һалдат сауҙаһы инде).
Мин тәүҙә подъемға өйрәнә алмай бер булдым. Өйҙә әсәй: "Тор, балам", - тип әкрен генә уятҡан булһа, бында дежур дневальныйҙың: "Подъем!" - тип аҡырыуына күнегә алмай, тертләп уянып, ҡалтырап төшәм. Йәһәт кейенеп, ҡышҡы һыуыҡта ла, физзарядкаға тышҡа сығырға кәрәк ине. Шунан яйлап "Подъем"ға ла күнектем. "Подъем!" - тип ҡысҡырыуҙарынан бер 10-15 минут алда уянырға ғәҙәтләндем.
Иптәш бер взвод, бер отделение һалдаттары менән танышып, бер туғандай өйрәнешеп алдыҡ. Үҙебеҙҙең яҡ башҡорттары ла байтаҡ ине. Өфө яғы райондарынан татар, мари, мордва егеттәре татарса һөйләшәләр. Күбебеҙ русса белеп тә етмәйбеҙ. Бына бер заман беҙҙе сафҡа теҙеп, йырларға мәжбүр итә башланылар. "Белмәйбеҙ", - тип тәүҙә ҡыр талашып ҡараһаҡ та, аҙаҡтан төшкө ашҡа алып йөрөтөүсе кесе командирҙар "Запевай!" тип теңкәгә тейеп, ашханаға индермәй, плац буйлатып оҙаҡ йөрөтә башлағас, үҙебеҙсә йырларға булдыҡ. Йыр башлаусы беҙҙең отделениенан, хәҙерге Краснокама яғынан мари егете Пашаев Сәйфулла булды. "Запевай!" тигән команда булғас, әсе тауыш менән татарса йыр башланы:
Казармаға кергән саҡта
Таптым патрон гильзаһын.
Унан беҙ ҡушылабыҙ:
Беҙҙең маршал Ворошилов
Йәшәһен! Йәшәһен!
Эскадрон, аттарға!
Рәтләп, тигеҙ сафтарға!
Беҙ барабыҙ фронттарға
Тыуған илде һаҡларға!
Алға! Алға! - тип тә ҡысҡырабыҙ.
Быныһы инде тел белмәгән урыҫ һалдаттары өсөн шәп ине. Сафтан сыҡмайынса, урыҫса булмаһа ла, бик дәртле йырлап үтә башланыҡ. Ошоларҙы төшөнөп алғас, беҙҙе плац буйлап ҡыуыуҙы кәметтеләр. Иҫемдә, бер капитан, стройҙы туҡтатып: "А про что поют они?" - тип, алып барыусы сержанттан һораны. Ул: "Не могу знать, про Ворошилова, про казармы поют", - тине. Капитан: "Продолжайте, красиво получается", - тип баһа биреп ҡуйҙы беҙгә.
Занятиеларҙа күбеһен стрелковый ҡоралды, "Максим" пулемётын ныҡлап өйрәндек. Яҡшылап русса белмәһәк тә, ҡоралдың һәр өлөшө ҡайҙа, ниндәй хеҙмәт үтәй, нисә өлөштән тора икәнен һөйләп бирә алдыҡ. Тик ҡапыл һорау бирһәләр, төшөнә алмай ныҡ аҙапландым. Уставты, патрульный службаны ла, уҡый белгәс, ятлап алам да, һөйләп тә бирәм. Молодец, тип кенә ҡуялар.
1945 йылдың ғинуарын шул лагерҙа ҡаршыланыҡ, өйрәндек тә инде. Хәрби хеҙмәттә ул ваҡытта иң йонсотҡаны, ҡурҡытҡаны - противогаз-маска кейеп, газ ебәрелгән землянкаларҙы үтеп сығыуҙар. Сөнки противогаздар иҫке, йыртыҡтары ла бар, газ үтеп, үпкәгеҙҙе зарарлаһағыҙ, үҙегеҙгә ҡарап үпкәләгеҙ, ҡабаланмай, яҡшылап кейегеҙ, тиҙәр командирҙар. Үҙҙәре: "Быстрей, быстрей!" - тип торалар. Ярай, уныһын да үттек.
Алты ай буйына Әлкәлә тейешле хәрби әҙерлек үткәндән һуң, 1945 йылдың 19 февралендә хәрби ант бирҙек. Присяга ҡабул иткәс, беҙҙе көнбайышҡа, фронт яғына ыңғайлатырға булдылар.
Ул ваҡытта беҙҙең армия "Ҡыҙыл Армия" тип йөрөтөлдө, Гитлерҙың вассалдары булған хәрби союздаштар территорияһына сыҡҡас, Совет Армияһы тип атала башланы.
Хәҙер беҙ - совет һалдаттары! Политруктар: "Ғәскәребеҙ сит ил территорияларына азат итеү походы менән бара. Беҙ халыҡтарҙы Гитлер ҡоллоғонан ҡотҡарыу өсөн фашистарҙы тамам тар-мар иткәнсе һуғыш барасаҡ. Гитлерсылар үҙ ерҙәрендә беҙҙең Армияға ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә. Ләкин улар еңелеүгә дусар ителгән: 2-се фронт асылды. Дошман ике яҡтан ҡыҫымға алынды - теге яҡтан Англия, Америка ғәскәрҙәре, был яҡтан беҙҙең Совет Армияһы һөжүм итә", - тинеләр.
Эшелондарға тейәнеләр. Беҙгә, малайҙарға, ҡыҙыҡ та, борсолдора ла. Йәнәһе, ил күрәбеҙ, тип ҡыуанғандар ҙа бар. Беҙ барғансы, һуғыш бөтөп ҡуйыр, тип борсолғандар ҙа бар.
Совет Армияһы был көндәрҙә сит илдәр биләмәләрендә фашистарҙы тар-мар итеү буйынса ҡыҙыу һуғыш алып бара. Шуғалыр ҙа, беҙҙе, малайлыҡтан яңы сыҡҡан 17-18 йәшлек егеттәрҙе, тура ут эсенә алып барып тыҡманылар. Февраль айының аҙаҡҡы көнөндә беҙҙе Татищево тигән хәрби лагерға төшөрҙөләр. Бындағы землянкалар Әлкәләге һымаҡ түгел, тәрәнерәк ҡаҙылған, баҡһаң, ерҙәре ҡомлоҡ икән. Улар яңыраҡ ҡына бушаған, беҙҙән алдағыларҙы (25-26 йылғылар булһа кәрәк) көнбайышҡа, фронтҡа оҙатҡандар.
Лагерҙа беҙҙе оҙаҡ тотманылар, Саратовтан 25 км-ҙа урынлашҡан Курдюм тигән ауылға күсерҙеләр. Һәр отделение һалдаттарын айырым өйгә урынлаштырҙылар. Бында тактик занятиеләр башланды. Совет армияһы һөжүм итеү һуғышы алып бара, тип, беҙҙе дошманға һөжүм итергә өйрәтә башланылар. Йүгерттеләр генә. Бер ай самаһы бында булғас, кире Татищевоға килтерҙеләр.
Март урталарында фронтҡа оҙаталар, тигән хәбәр таралды. Бында беҙҙе өр-яңынан кейендерҙеләр (союзниктар ярҙамын үҙебеҙҙә тойҙоҡ): еңел йәшел "английский" шинелдәребеҙҙе систереп, беше күкшел "американский" шинель кейҙерҙеләр. Ботинкаға обмотка урынына гетры тигән ойоҡ һымаҡ бер нимә бирҙеләр. Гетрыны анһат, кейәһең дә, бәйләп, йәрпесәк һымаҡ ботинка тышына төшөрөп ҡуяһың. Обмотка урап ултырыуҙар бөттө.
Смотр үткәс, март аҙаҡтарында эшелондарға тейәп, көнбайышҡа оҙаттылар. Был юлы инде беҙҙе хәрәкәт итеүсе Армия составына 3-сө Украина фронтына ебәрҙеләр. "Дошман бик хәлһеҙләндерелгән. Һеҙ сит илдәрҙә хәрәкәт итәсәкһегеҙ. Совет яугире намыҫына тап төшөрмәгеҙ! Уяу булығыҙ!" - тип оҙатып ҡалдылар. Беҙҙе бик аҡрын, төндә генә алып китәләр ине. Бик оҙаҡ барҙыҡ. Псковты үткәндә, һуғыш харабаларын, емерелгән ауыл-ҡалаларҙы күреп, иҫебеҙ китте. Шаярыуҙар бөттө, барыбыҙ ҙа ҡапыл үҙгәреп, етдиләнеп киткән һымаҡ булдыҡ.
Зифа ИЛБАҠТИНА.
Сибай ҡалаһы.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №24, 19 - 25 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА