«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был арала дауа һәм сәй өсөн ниндәй үләндәр йыяһың?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЗАМАН ТАЛАП ИТКӘНСӘ
+  - 

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса реконструкцияланыуы тормошобоҙҙа көтөп алған ҙур бер ваҡиға булғайны. Бинаны төҙөү-яңыртыу эше ике йыл дауам итеп, уның дөйөм майҙаны ике тапҡырҙан ашыуға - 2,5-тән 6,4 мең квадрат метрға тиклем арттырылды. Бөгөн беҙ ҙур ҡәнәғәтлек менән, коллектив заман талабына ярашлы эшләй һәм ижад итә, тип әйтә алабыҙ. Театр үҙенең ижади эштәре менән Рәсәйҙә яҡшы билдәле, ул төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай һәм тағы ла ҙурыраҡ проекттар өҫтөндә эшләй. Быйылғы миҙгел дә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры өсөн уңышлы булды. Ошо уңайҙан беҙ театрҙың директоры Альберт ИМАМЕТДИНОВҡа өс һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Альберт Альфред улы, быйылғы миҙгел театр өсөн нимәһе менән үҙенсәлекле булды?

- Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 94-се миҙгеле әле дауам итә. Уны рәсми рәүештә 27 июндә ябасаҡбыҙ. Быйылғы йылыбыҙ, ғәҙәттәгесә, төрлө-төрлө сағыу ваҡиғаларға бай булды. Иң ҙур эштәребеҙҙең береһе - беҙ А. С. Пушкиндың "Руслан һәм Людмила" мюзикл-спектаклен оло сәхнәгә сығарҙыҡ. Интерактив кесе залда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 81 йыллығына арналған "Еңеү юлы" тип аталған спектаклдең премьераһы үтте. Әлеге көндә ололар өсөн Александр Островскийҙың "Не все коту масленица" спектакле өҫтөндә эш алып барыла. Уның премьераһы сентябрҙә буласаҡ. Шулай уҡ балалар өсөн "Ун ике миҙгел" тип аталған спектаклдең премьераы буласаҡ.
Фестивалдәргә килгәндә, Ҡаҙанда "Шомбай-фест" тип аталған VI халыҡ ара фестивалдә ҡатнашырға торабыҙ. Быйылғы миҙгелдә беҙҙең ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе - Михаил Булгаковтың "Йәш табиптың яҙмалары" тигән хикәйәләре шәлкеменә нигеҙләнеп эшләнгән "Мысыр ҡараңғылығы" спектакле менән театрыбыҙ "Алтын битлек" фестиваленең финалына барып етте. Беҙҙең Ҡурсаҡ театры унда биш театр менән бәйге алып бара. Егерменсе июндә ошо фестивалгә йомғаҡ яһалып, унда еңеүселәрҙең исемдәре аталасаҡ. Әйтергә кәрәк, илебеҙҙең танылған театрҙары менән бергә финалға барып етеүебеҙ - беҙҙең өсөн үҙе үк ҙур еңеү.
Реконструкция эшләнгәндән һуң, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында бик күп проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек тыуҙы. Һуҡыр йә насар күргән кешеләр өсөн тефлокомментирование буйынса спектаклдәрҙең һаны бермә-бер артты. Беҙ уны Грант отоп тормошҡа ашырҙыҡ, ике һөнәрҙәшебеҙҙе Мәскәүгә ебәреп уҡытып алып, шундай ҙур, яуаплы эште башлап ебәрҙек.
Шулай уҡ киске репертуар өҫтөндә эш алып барыла. Беҙҙең маҡсат - ололар өсөн спектаклдәрҙең исемлеген киңәйтеү. Балалар студияһы уңышлы ғына эшләй. Яңы миҙгелдә студияла балаларҙың һанын тағы ла арттырырға ниәтләйбеҙ. Был йәһәттән әле реклама алып барабыҙ. Шулай уҡ сәнғәт институты менән бәйләнеште нығытабыҙ: артистарыбыҙ, рәссамдарыбыҙ, режиссерҙарыбыҙ унда өҫтәмә һөнәри белем алалар. Тағы ла мөһим бурыстарҙың береһе - ҡурсаҡ театры белгестәре, студия уҡытыусылары театр менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн өҫтәмә һөнәри белем алыу курстары әҙерләй, яңы миҙгелдә ошо юҫыҡта эш көсәйтергә тип торабыҙ.
Күп кенә хеҙмәткәрҙәребеҙ был миҙгелдә үҙҙәренең белемдәрен камиллаштырҙы. Ошо алған белемде ҡулланып, тамашасыларға яңы проекттарҙы тәҡдим итеү өҫтөндә баш ватабыҙ ҙа инде. Ысынлап та, театр реконструкциянан һуң тамашасыларын бик йыш ҡыуандырып тора.

Балалар студияһы эшләй, тинегеҙ. Унда кемдәр шөғөлләнә?

- Студияға мәктәп уҡыусылары, төрлө йәштәге балалар йөрөй. Улар менән беҙҙең ҡурсаҡ театрында эшләгән режиссерҙар, артистар, рәссамдар шөғөләнә. Балалар беҙ биргән иғлан буйынса киләләр, дөрөҫөрәге, ата-әсәләре иң башта беҙҙең менән бәйләнешкә сыға, шулай килеп табалар. Ижадҡа битараф булмаған ошо балаларҙы ҙур, матур студияға туплап, улар менән йыл буйы йәнле эш алып барыла. Актерлыҡ оҫталығы, ҡурсаҡ йөрөтөү, ҡурсаҡ эшләү, стенография, сәхнә теле, вокал, режиссура буйынса шөғөлләнәләр. Быйыл хатта балаларҙы сәхнәгә сығарҙыҡ, улар театрҙың Яңы йыл спектаклдәрендә лә ихлас ҡатнаштылар. Әлбиттә, үҙҙәре өсөн ҙур, бай ғына тәжрибә тупланылар.

Ҡурсаҡ театры башҡа театрҙар кеүек үк гастролдәргә сығамы? Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының үҙенсәлеге лә бар бит, тамашасының уны нисек ҡабул итеүен дә белге килә.

- Эйе, беҙ ҙә башҡа театрҙар кеүек үк, республика буйынса ла, Рәсәйҙең төрлө төбәктәре буйынса ла гастролдәргә, фестивалдәргә сығып йөрөйбөҙ. Фестивалдәр йыш үткәрелмәй, кварталға бер-ике тапҡыр булыуы мөмкин. Гастролдәр иһә йышыраҡ була. Ғәҙәттә, уның планы алдан уҡ төҙөлә.
Тамашасы тамашасы инде ул. Хәйер, үҙенең театры булған төбәктәрҙә тамашасы инде театрға күнеккән була, шуға, бәлки, башҡа яҡтар менән сағыштырғанда, уны тынысыраҡ та ҡабул итәлер. Ә бына ҡурсаҡ театры булмаған урындарҙа, ысынлап та, беҙ килгәнде һыуһап көтөп алалар.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында төрлө йәштәге актерҙар эшләй, сөнки һәр спектаклгә лә төрлө йәштәге, төрлө тәжрибәле артистар кәрәк. Ғөмүмән, ҡурсаҡ театры артистарын "универсалдар" тип атарға кәрәк - улар балалар өсөн дә, ололар өсөн дә ҡурсаҡтарҙы йөрөтә белергә, тауыш менән эшләргә, оҫта итеп хәрәкәт итергә, шулай уҡ мауыҡтырғыс итеп ролдәрен башҡарып, уларҙың күңелдәренә үтеп инергә тейештәр. Алда беҙҙе тағы ла мөһим ваҡиға көтә. 2027 йылда ҡурсаҡ театрына 95 йыл тула. Юбилей йылына әҙерлекте алдан алып барабыҙ. Уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа етерлек. Беҙҙең аҡһаҡалыбыҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Әкрәм улы Әхмәтшин үткән миҙгелдә "Алтын битлек"тең "Театр сәнғәтенә индергән ҙур өлөшө" тигән махсус премияһына лайыҡ булды. Был беҙҙең "Алтын битлек"тә беренсе ҙур еңеүебеҙ ине. Йәнә лә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 2027 йылда үтәсәк "Ҡурсаҡфест" икенсе халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестиваленә етди әҙерләнә.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 19 - 25 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru