«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ИР ҺҮҘЕ - 3
+  - 


Әхмәҙиәнең ҡайтып төшөүе кескәйҙәр өсөн иң ҙур шатлыҡ булды. Ағаларын юғалтыуҙан ныҡ ҡурҡҡанғамы, уның эргәһенән китмәнеләр. Сат йәбештеләр. Уларҙың әле береһен, әле икенсеһен ҡосаҡлаған Әхмәҙиәнең күҙенән йәше килеп сыҡты. Ағаһының күҙенән йәш сыҡты... Ағайҙар ғына түгел, ниндәй ҙур аттар ҙа илай. Эйе, Бибинур быны яҡшы белә, аттар ауыр эштән йығылалар, имгәнәләр, ҡазаланалар. Улар ҙа кеше шикелле илайҙар, асырғанып кешнәп алалар. Өләсәһе шикелле уларҙы ныҡ аңлаған берәү ҙә юҡ, өләсәй улар менән һөйләшә, уларҙы йыуата. Хатта ейәндәрен дә улай йыуатмай. Ләкин аттарға өләсәй кәрәгерәк. Аттарға Бибинур ҙа кәрәк. Эйе!
Хисләнергә лә ирек юҡ шул, бер мәл ишек шар асылып китте, унда бригадирҙың башы күренде.
-Нимә, һине ял итергә ҡайтарҙылармы? Әхмәҙиә, беҙҙе эш көтә!
Бригадир менән Әхмәҙиә күҙҙән юғалыуға күп тә үтмәне, һаҡ ҡына аҙымдар менән почтальон Зәйнәп апай килеп инде. Төҫө үҙгәреп киткән Ғәйниямал әбей урындыҡҡа ултыра төштө.
- Ваҡытһыҙ йөрөйөм инде, апай... - тине Зәйнәп һүренке тауыш менән.
- Ваҡыты еткәнгә килгәнһең, беләм. Атлауыңа ҡарағанда..
- Инәй, Әхмәҙиәнең ҡайтҡанын көттөм. Был хәбәр уны алып киткән көндө килгәйне.
Ғәйниямал әбей бер нәмә лә өндәшмәне. Зәйнәп апай бер урында тапанды.
- Кем? - тине әбей һүнгән тауыш менән.
- Ғиниәтулла.
Әбейҙең яурындары дерелдәне:
- Өмөт шәмдәре һүнә бара, һүнә бара. Инде ҡалайтырға?
Өләсәһенә ҡарап торған Иштуған ҡысҡырып илап ебәрҙе.
- Сеү, балам, - әбей үҙен нисек тә ҡулға алды.
- Ошолайтып йөрөү минең үҙемә ныҡ ҡыйын. Ҡай берәүҙәр күҙ уғы менән атып үлтерергә әҙер. Ҡарғыш та аламдыр, тик ғәйебем юҡ бит минең, - Зәйнәп апайҙың тауышы өҙөлдө.
Өләсәһенә ни тиклем ауыр икәнен аңлаған Бибинур ҡустыһын тышҡа өҫтөрәне.
- Әйҙә, тышҡа!
-Сыҡҡыһы килмәһә, ярар, көсләмә. Ә мине аттар көтә.
Ғәйниямал әбей яй ғына атлап сығып китте. Зәйнәп апай уның артынан эйәрә бирҙе лә, тороп ҡалды.
- Өләсәй!
Бибинур менән Иштуған өләсәләре артынан саптылар. "Ауыр ҡайғы килгәндә кешене яңғыҙ ҡалдырырға ярамай". Быны өләсәһе гел ҡабатлай.

* * *

Бәхеттәре булды, был юлы Рәүә инәйҙең ишек алдыһында ҡарты күренмәне. Усаҡ эргәһендә булышып йөрөгән әбей балаларҙың арҡаһынан һөйгән булды.
- Йәтимдәрҙең өлөшө бар был донъяла. Юҡҡа сыҡмаҫһығыҙ. Мин хәҙер эшкә китәм. Усаҡ яғылған, төбөндә әлүмин битун. Уның эсендә картуф бар. Усаҡ һүрелгәс, битунды тәртешкә менән тартып сығарығыҙ. Ашыҡмағыҙ, картуфты алам тип, янып ҡуймағыҙ.
Әбей менән бабай ферма яғына юлланғас, балалар усаҡ алдына килеп ултырҙылар, тилмереп уттың янып бөткәнен көттөләр. Бына Бибинур тәртешкәгә үрелде. Битун эсендә дүрт картуф! Икеһенә икешәрҙән тура килә! Балалар шатлыҡтан һикерештеләр.
- Беҙ иң байы!
- Бай ! - тип ҡабатлай Иштуған.
Бындай бай көндәр гел генә булмай, ләкин һирәкләп булһа ла булһын! Бөгөн улар иң байы. Вәт!

* * *

Ғәйниямал әбей Бибинур менән Иштуғанды үҙе менән ҡуша йөрөтә башланы.
- Шөкөр, ҡыҙым ҡул араһына инде. Минең ярҙамсым ул.
Ысынлап та, гел тиерлек өләсәһе эргәһендә ураланған Бибинур эш рәтен аңлай ине.
- Бибинур, Иштуған, йәһәт тоҙ онтай тороғоҙ, - тине Ғәйниямал әбей.
Бибинур өләсәһенең артабан нимә эшләрен белеп тора. Улар тоҙ онтаған арала Ғәйниямал инәй һыуға көл һалып ҡайната, арҡалары әрселеп, изырап килгән аттарҙың эйәк аҫтарынан йөрөп, шул һыу менән йыуып сыға. Балалар онтаған тоҙҙо услап-услап аттарҙың яраларына һала. Өләсәһе "ата тоҙ" тип атай уны. Артабан ат яраһынан эрене ҡойолоп торасаҡ. Эрен сыҡмаһа, йәрәхәт тә төҙәлмәй. Ә инде эрен ағыуҙан туҡтаһа, өләсәй аттарҙы ҡабат көл һыуы менән һәйбәт итеп йыуып сыға. Өләсәй күрмәгәндә генә балалар тоҙҙоң ағын ғына һайлап, ауыҙҙарына ҡабалар. Асыҡҡанда ата тоҙ тәмле ул!
Ә уларға эш табылып ҡына тора.
- Йәһәтерәк туҙ әрсегеҙ! Күп кәрәк! - тип йәнә йомошлай Ғәйниямал әбей.
Өләсәйҙең ҙур ҡаҙаны бар. Ғәйниямал әбей әрселгән туҙҙы ҡаҙанға һала, уны ҡайнатып-ҡайнатып, төтөнө бөтһә, май өҫтәй. Шыйыҡ дегет яһалғас, өләсәй шуны аттарҙың арҡаларына һылап сыға ла, өҫтән сепрәк ябып ҡуя.
Бына йөк машинаһы ла килеп туҡтаны, һауыҡҡан аттарҙы тейәп алып та киттеләр.
- Күпме атты терелттем. Һуғышҡа оҙаттым. Шуның хаҡына берәр балам иҫән-һау әйләнеп ҡайтһасы, - Ғәйниямал әбей күҙ йәшен һөртөп ала. Бибинур йәлләп ҡарай, ләкин өләсәһен нисек йыуатырға белмәй.

* * *

Ауылға сиғандар килгән, тигән хәбәр ишетелде. Ысынмы-бушмы, улар балаларҙы урлай икән, тигән хәбәр ҙә йөрөй. Һәр хәлдә, абай булыу кәрәк. Әхмәҙиә, бәләкәстәрҙе ризыҡ-фәләнгә әүрәтеп алып китеп бармаһындар тип, өйөнә ашыҡты. Ул ауыл осона килеп еткәндә, бер төркөм сиған ҡатындары геүләшә ине. Береһе татарса һупалай икән, үҫмерҙе туҡтатты.
- Егет, Баймаҡ яғына юл ҡайҙа?
Әхмәҙиә ихлас итеп аңлата башланы. Уны тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән, сиған әбейе икенсе һорау бирҙе.
- Ҡырҙан ҡайтып киләһең. Беҙҙең бер ат юғалды, шуны эҙләйбеҙ. Ят ат күренмәнеме? Ә бәлки, һеҙҙекеләр араһына...
- Сит аттар юҡ беҙҙә! - Әхмәҙиә ҡәтғи баш сайҡаны.
- Ана, тегендә, ниндәй һарай?
- Йылҡыны бикләйҙәр. Ул буш. Беҙҙекеләр эштә.
- Ҡарап үтәйек әле. Беҙҙең ҡасҡалаҡ шунда түгелме икән?
Үҫмер көлөмһөрәне. Ниндәй сит ат бында йөрөһөн инде! Уны бит шундуҡ күрәсәктәр, бөтөн хужаларға билдәле буласаҡ.
Сиғандар ат һарайын иғтибар менән ҡарап сыҡтылар.
- Тишек-тошоҡ. Аттарҙы ҡыш сирләтәһегеҙ бит.
- Беҙҙекеләр ныҡ. Ҡыш тибенгә лә сығалар. Әйттем бит, беҙҙә ят мал-тыуар йөрөмәй тип!
- Рәхмәт егет, ҡана, бир ҡулыңды, мин бушлай...
- Юҡ, мин ышанмайым!
Тегеләрҙе ауылдан тиҙерәк сығарып ебәргәненә ҡыуанып, Әхмәҙиә кире эшенә сапты.
Бер көндән Орликтың юғалғаны асыҡланды. Кем хәбәр иткәндер, ҡараңғы төшөүгә райондан милиция килеп етте. Был мәлдә Әхмәҙиә өйгә инергә лә өлгөрмәгәйне. Атлы милиционер ҡаршыһына килеп баҫҡас, аптырап китте, ишеккә үрелгән ҡулы һәленеп төштө. Артҡараҡ сигенде.
- Һине ауыл тирәһендә сиғандар менән күргәндәр. Нимә эшләп йөрөнөгөҙ? - тип һораны Тофиков фамилиялы милиционер ашыҡмай ғына атынан төшөп.
- Баймаҡҡа юл һоранылар...
Тофиков һаһылдап көлдө, шунан ҡапыл йөҙө етдиләнде.
- Мин шунан киләм. Ҡаршыға бер сиған да осраманы. Уларҙың ҡайһы яҡҡа юл тотҡандарын да яҡшы беләм. Мал һарайы тирәһендә нимәгә ураландығыҙ?
Әхмәҙиәнең тамағы кипте, йөҙө ап-аҡ булды.
- Улар... Улар... Аттарын юғалтҡандар, шуны эҙләнеләр.
- Вәт, алйот, әй! Сиған ат юғалтҡан! Башың бармы һинең, юҡмы? Башын юғалтһа, юғалта, атын юғалтмай ул сиған! Шунан колхоз аттарын һораштылармы?
Һүҙ ҡата алмаған Әхмәҙиә баш ҡына сайҡаны.
- Хөкүмәт игенен урлап, саҡ башың төрмәнән ҡалды. Ә хәҙер... - Тофиковтың күҙҙәре ҡыҫылды.
- Мин түгел!
- Һин түгел. Ләкин кәрәкле мәғлүмәтте һинең аша алғандар. Юғиһә, нисек ат эҙһеҙ юҡҡа сыҡһын!
- Мин түгел... - тип ҡабатланы үҫмер.
Уғаса булмай, бригадир килеп етте.
- Иптәш, Тофиҡов, ат тышауынан ысҡыныуы ла бар. Бер нәмә лә асыҡ түгел. Һеҙгә ялған хәбәр ишетелгән...
- Ә һин яҡлашма!
- Табыла мал, ундай хәл булғаны бар...
- Ҡайҙан табаһығыҙ? Ат - сиған ҡулында, мин беләм! Бурҙар күбәйҙе. Бына был дезертир... - милиционер һуҡ бармағын Әхмәҙиәгә төбәне. Уның һуңғы һүҙе Әхмәҙиәгә йәшен атҡандай тәьҫир итте. Ул ҡапыл башын ҡалҡытты. Күҙҙәрендә ут тоҡанды. - Мин бур түгел! Сиғандар алып киткән булһа, алып ҡайтам. Ҡыуып етәм!
Ул йүгереп барҙы ла Тофиков менеп килгән аттың ауыҙлығына йәбеште.
- Туҡта, сволочь, атам!
Тофиков кабураһынан пистолетын алып, үҫмергә тоҫҡаны. Ололарҙы ишек ярығынан ғына күҙәткән Бибинур ағаһына төбәлгән пистолетты күреү менән, атылып сығып, милиционерҙың аяҡтарын барып ҡосаҡланы. - Теймә ағайыма!
Уның артынса, Иштуған да йүгереп килеп сыҡты, хәрби кейемле кешене күреү менән ауыҙы ҡолағына етте. Хәрби кейемле! Уны, етмәһә, апаһы ҡосаҡлап тора.
- Атай! - Малай ҡулдарын йә-йеп, милиционерға табан атылды, аяҡтарын барып ҡосаҡланы.
Был күренештән уҫал Тофиков та юғалып ҡалды. Ул пистолетын кобураһына кире тыҡты. Балаларҙы ситкә этте.
- Аталары һуғышта, - тине бригадир аҡланғандай.
- Өс көн һиңә срок! - Тофиков Әхмәҙиәгә ҡарап, шулай тине лә, атына менеп китеп тә барҙы.
- Нисек табырға Урликты?
Күрше ауылдан имгәнгән атты бағып ҡайтып ингән өләсәһе һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙманы.
- Йыйын, улым!
- Ҡайҙа?
- Сиғандарҙы ҡыуып етәбеҙ.
- Уларҙы нисек табырбыҙ икән? - Аптырауҙанмы, әллә өләсәһе әйткәнгә ышанмауҙанмы, Әхмәҙиәнең күҙҙәре маңлайына менде.
-Күҙең даһраймаһын, улар ҙа эҙ ҡалдыра. Урликты нисек алып ҡасырға, ҡалайтып ҡотҡарырға тип, баш ватырға кәрәк.
Ҡул арбаһына иң кәрәк нәмәләрҙе һалып, Бибинурҙы үҙҙәре менән алып, өләсәй һәм Әхмәҙиә юлға сығып киттеләр. Иштуғанды күршеләргә ҡалдырҙылар. Ҡыҙыҡай өләсәләре менән ҡуша атты эҙләүенә ҡупайҙы. Тимәк, ул ҙур, уға ышаналар. Ә өләсәй һәр үләнде, һәр ҡыуаҡты ҡарап бара. Тупраҡты, ташты күҙ уңынан ысҡындырмай. Таборҙың ҡайҙа йүнәлгәнен, ҡайҙа туҡтап торғанын, нимә эшләгәнен Әхмәҙиәгә һөйләп бара. Өләсәһенең шул тиклем күп белгәненә аптыраны ҡыҙыҡай. Бибинур ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс менән тирә-йүнгә баға. Уны кем күрә икән? Ул бит ат ҡотҡарырға китеп бара? Көнтөшмәҫ тауы уны күрә! Ана бит, бер ҙә юғалмай, Бибинурҙы ғына ҡарай шикелле ул. Ағаһы арбаға күрһәтеп, "арығанһыңдыр", тиһә лә, ултырыуҙан баш тартты. Тамам ҡараңғы төшкәс, ҡырҙа ҡунырға булдылар. Унан тағы өләсәй күрһәткән яҡҡа ыңғайланылар. Ғәйниямал әбейҙең тауышы бер аҙҙан үҙгәрҙе.
- Инде яҡынлашабыҙ. Әхмәҙиә, ошонда ҡалып тор. Башта үҙем барып әйләнәйем. Бибинурҙы ла ҡуша алам. Һин хәлеңдән килгәнсә, аттар яғын байҡаштыр. Тик яҡын килмә! Ҡырҙараҡ бул. Сиғандар атҡа көнсөл, күҙҙәренә салынып ҡуйма! Бисәһен ҡыҙғанмаҫ, ат өсөн йәнеңде алыр. Абай бул, ишетһен ҡолағың!
- Уны ғына беләм өләсәй. Һеҙҙе унда арбап ҡуймаҫтармы? Күҙҙәре үткер бит, сәнсеп алған һымаҡ була.
- Ҡалай арбарға үҙем дә беләм. Ҡыҙым, тотон итәгемә. Ныҡ йәбеш.

(Дауамы. Башы 23-24-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru