«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҺУҢҒЫ САҠЫРЫЛЫШ ҺАЛДАТТАРЫ
+  - 


Һуғышта бер ай өс йылға торошло

Минең хәрби билетемда "Бөйөк Ватан һуғышының алыштарында, походтарында 1945 йылдың 5 апреленән 1945 йылдың 9 майына тиклем 8-се айырым элемтәселәр полкы составында линейный надсмотрщик сифатында ҡатнашты", - тигән яҙыу бар. Был ваҡытта миңә 18 йәш тә тулмағайны әле. Бөйөк Еңеүҙән һуң ике ай үткәс кенә 18-ем туласаҡ.
Эшелонда, беҙ барғансы һуғыш бөтөп ҡуймаһын, тип борсолоп килгән кисәге малайҙар һуғыштың иң ҡыҙыу осорона барып эләктек. Совет Армияһы дошманды үҙ өңөндә туҡмай. Улар йән асыҡҡа ҡаршылаша. Беҙҙе ҡаршы алған 3-сө Украина фронтының данлыҡлы Гомельский 8-се айырым элемтәселәр хөкүмәт полкы ине. Бында мин элемтәсе-телефонист булып хеҙмәт итә башланым. Элемтәселәрҙең төп бурысы: һөжүм итеп йылдам алға барған беҙҙең ғәскәр менән штабтар араһында ышаныслы элемтә тәьмин итеү. Беҙҙең полк Румыния ерендә ине инде. Еңелеүгә дусар ителгән дошман аяуһыҙ тартҡылаша. Карпат тауҙарындағы урмандарҙа йәшеренеп ятып, Германия еренә ҡарай ваҡ төркөмдәр менән хәрәкәт итәләр. Юлдарында күп зыян килтерәләр. Улар бит ҡораллы фашистар!
Бына шундай башкиҫәрҙәр менән беҙгә лә осрашырға тура килде. Был хәл мәңге онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә уйылып ҡалды. Телефон линияһын төҙөк тотоу беҙгә йөкмәтелгән. Бер саҡ шулай линиялағы аварияны төҙәтеү өсөн мине һәм иптәшем, Мәскәү егете Балашов Виктор Андреевичты наряд башлығы итеп, линия буйлап артҡа, Карпат тауҙары итәгенә ҡарай ебәрҙеләр. Линиялағы боҙоҡ урынды тиҙ таптыҡ. Тимер сым бушаған икән. Ялан телефонынан ротаға хәбәр иттек. Аварияны төҙәтеү өсөн аралары 70-80 метр булған ике бағанаға менеп, напарнигым блок менән тимер сымды тарттырырға, ә мин изоляторҙан сымды бушатырға тейешмен. Витя тимер тырнаҡтарҙы кейеп ҡалды, мин икенсе бағанаға киттем. Икебеҙ ҙә телефон бағанаһы башына менеп, үҙ эшебеҙҙе башлағайныҡ ҡына, тау ҡабырғаһы артынан атыу тауыштары яңғыраны. Беҙ әһәмиәт бирмәй эшебеҙҙе дауам иттек. Ә бит уйлап ҡараһаң, дошман өсөн асыҡ урындағы тере сәп булғанбыҙ. Ҡапыл атыу тауышы эргәлә генә яңғыраған һымаҡ булды. Ҡараһам, иптәшем бағанала тимер тырнағында көйө монтер билбауында биленән аҫылынып, хәрәкәтһеҙ тора.
Шул ваҡыт икенсе пуля минең ҡулым һуҙылған изоляторҙы селпәрәмә килтерҙе. Тимер сым үргә күтәрелеп китте. Изоляторҙың фарфор ярсыҡтары минең биткә, ҡулға сәсрәп ҡаҙалды. Мин бағана башынан нисек ысҡынып төшкәнде хәтерләмәйем. Күҙҙе әсетеп ҡан аға. Изолятор ярсығы күҙҙән 2 мм-ҙай ғына өҫкә сәнселгән икән. Бик шөбһәләнә башланым: наряд башлығы бағана башында хәрәкәтһеҙ аҫылынып тора, атыу тауыштары һаман ишетелә. Урман яғынан ҡыҙыл погонлы боецтар күренгәс кенә, эскә йылы инде. Эргәмә йүгереп килгән өлкән сержант: "Һалдат, һин яраланғанһың бит", - тип тиҙ генә пакетын сығарып, ярамды һөртөп, бәйләп тә ҡуйҙы һәм: "Иптәшеңә ярҙам кәрәкмәйҙер инде", - тине. Шунда ғына напарнигымдың тере түгел икәне аңыма барып етте. Ялан телефонын алып, часҡа хәбәр иттем. Аҙаҡтан частән иптәштәр килгәс кенә беҙҙе ҡотҡарыусы яугирҙарҙың фашист ҡалдыҡтарына облава яһап йөрөүсе НКВД кешеләре икәнен ишеттем. Был хәл һуғыш бөтөүгә 21 көн ҡалғас, 1945 йылдың 17 апрелендә Карпат тауҙары араһында, Румыния - Венгрия сигендә румындарҙың Орадя тигән ҡасабаһынан алыҫ түгел, линия буйында булды. Тылда йәшеренеп ҡалған фашист ҡалдыҡтары менән осраҡлы осрашыуҙа мин еңелсә яраланһам, хеҙмәттәшемдең ғүмере өҙөлдө. Уны яугирҙарға күрһәткән хөрмәт менән яҡшылап ерләһәләр ҙә, минең күңелемдә иптәшемдең күҙ алдымда, һуғыш бөтөр алдынан ғына һәләк булыуы мәңге юйылмаҫ яра булып ҡалды.
Был ваҡиғаны мин нишләп шулай тасуирләп яҙам? Минең тиҫтерҙәремде сроктан алда саҡырыу менән 17 йәштән армияға алһалар ҙа, һуғыштың аҙағында ғына хәрәкәт итеүсе армияға барып эләгеү сәбәпле, улар һуғышта булмаған, тигән ғәйбәт таратыусылар ҙа булған икән. Һуғыштың бер көнө өс йылға торошло икәнен белмәгәндәр генә шулай фекер йөрөтә ала. Был осорҙа 1927 йылдың ҡайһы айында тыуыуың да әһәмиәтле ине. 1927 йылдың тәүге айҙарында тыуғандар Венгриялағы Балатон операцияһында ҡатнашты. Күптәр Көнсығыш фронтҡа, Япония менән һуғышҡа ебәрелде. Был ерҙәрҙәге һуғыш "ит турағысы"на барып эләккән тиҫтерҙәремдең бик күптәре, 18 йәше лә тулмайынса, Ватан өсөн көрәштә яу ҡырында ятып ҡалды. Бынан тыш, көнбайышта ла бандеровсылар менән алыштың ҡыҙған осоро ине. Йәш булһаҡ та, сибек иңдәребеҙҙә һуғыштың бөтөн ауырлығын күтәрештек.

Еңеү көнө килде

Еңеү көнөн беҙҙең часть Венгрияла ҡаршыланы.
Фронтҡа килгәс, 8-се айырым элемтәселәр полкына ҡушҡанда Башҡортостандан 300-гә яҡын үҙебеҙҙең милләт кешеләре инек. 7 йыл хеҙмәтте тултырғанда Хәйбулла районынан дүртәү ҡалдыҡ. Сәғит ауылынан Йәнтүрин Мәхмүтйән һәм Каипов Ишбулды, Аҡьюл ауыл советынан Абдрахманов Һатыбалды һәм мин, Иҙелбаев Ғәлиаслан. Һуғыш тамамланғас, өлкәнерәк һалдат һәм офицерҙарҙы демобилизацияланылар. Илде аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. 1949-1950 йылдарға тиклем армияға саҡырыу булманы. Илде һаҡлау, оборонаны нығытыу минең тиҫтерҙәрем өлөшөнә төштө. Шуға ла беҙ 7 йыл хеҙмәт иттек. Хеҙмәтем дәүерендә мине 1,5 йылға айырым полк мәктәбенә ебәреп, кесе командирҙар әҙерләүсе курста уҡытып алдылар. Уҡып ҡайтҡас, отделение командиры һәм замкомвзвода булдым.
Һуғышҡа барғанда беҙ 4 йыл буйына илде йонсотоусы ҡанлы һуғыш алып барған илбаҫарҙарҙы өңөндә туҡмау уйы менән ашҡындыҡ. Ауылынан сығып йөрөмәгән йәш егеттәрҙең, беҙҙең, ил, ер-һыу күрергә, тигән теләгебеҙ ҙә бар ине. Был хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Беҙҙең 8-се айырым элемтәселәр полкы элемтә линияларын төҙәтеү һәм эксплуатациялау буйынса махсуслашҡайны. 1945 йылдың май-июнь айҙарында Венгрияның Дебрецен ҡалаһында булһаҡ, 1945 йылдың июненән 1951 йылдың майына тиклем Румыния ерендә хеҙмәт иттем. Эшебеҙ буйынса был илде арҡырыһын-буйына йөрөп сығырға тура килде. Зәңгәр Дунай йылғаһын да, диңгеҙҙе лә күрҙем. Румынияның беҙ булған ҡалаларының серле, ҡолаҡҡа ят исемдәре әле лә иҫтә: Констанца, Галац порттары, Тульча, Плоешти, Джурджу, Орадя, Крайов, Тимишоара, Бухарест ҡалалары - беҙҙең частең дислокация урындары булды.
Миңә 1951 йылдың май айында сержант званиеһында демобилизацияланырға тура килде. Күкрәгемә "За победу над Германией", "За боевые заслуги", "За трудовую доблесть" миҙалдарын, "Отличник связи" билдәһен тағып, командованиеның часть байрағы алдында бирелгән Рәхмәт хатын һәм Маҡтау ҡағыҙын алып, 7 йылдан һуң ғына, Тыуған ил алдындағы бурысымды тулыһынса үтәп, тыуған илемә әйләнеп ҡайттым.

Ғәлиаслан ИҘЕЛБАЕВ.
Башлап яҙылды: 15.03.2005, тамамланым: 18.02.2007 йыл.

Шулай итеп...
Атайым яҙмалары... Бына ҡайҙа ул - тере тарих!
Атайымдың хәтирәләре 20 йыл элек яҙылған булған. Был иҫтәлектәрҙә ниндәйҙер аҡланырға тырышыу һымаҡ хистәр тойолғас, Википедияны һәм шул осорға ҡағылған тарихи материалдарҙы ҡарап сыҡтым. Һуғыштың тәүге йылдарында юғалтыуҙар күп була. Йәше тулмайынса алдан хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1943 йылда уҡ булған. Ул саҡта 1926 йылғылар алынған. Улар 700 меңдән ашыу була. Армия резервын тулыландырыу кәрәк булғас, Дәүләт оборона комитеты 1944 йылдың 25 октябрендә тағы сроктан алда саҡырыу иғлан итә. 1 млн. 156 мең 727 бәлиғ булмаған, йәғни йәше 18-гә етмәгән, 1927 йылғылар армияға алына. Улар, әлбиттә, парта артында ултырмаған, ә баҫыуҙарҙа, заводтарҙа һуғышҡа киткән атай, ағайҙарын алмаштырған. Йәш һалдаттар ил һаҡлауға килгәс, фронтҡа - һуғышыусы частәргә, хәрби кораблдәргә ынтылалар. Күптәр хәрәкәт итеүсе армияға эләгеп, батырҙарса һуғыша. 15 Советтар Союзы Геройы бар улар араһында. Шулай ҙа күбеһе фронтҡа барып етмәй: хәрби объекттарҙы һаҡлауҙа, әсирҙәрҙе ҡарауыллауҙа, бандеровсылар менән көрәшкә ебәрелә. Һуғыштың аҙаҡҡы саҡырылыш һалдаттары, 1927 йылғылар араһында юғалтыуҙар - 280 мең кеше.
Атайымдың үҙенең тиҫтерҙәрен яҡлап сығыуының да ғилләһе бар икән. Һуғыштан һуң, хәрби хәрәкәттәр ваҡытында армия составында булған сроктан алда саҡырылыш һалдаттарына һуғышта ҡатнашыусы статусы бирелә. Ә 1978 йылда КПСС Үҙәк Комитеты һәм Министрҙәр Советы указы менән ул статус юҡҡа сығарыла. Аңлашылмаусылыҡ килеп тыуа. Һуғышта булған, ә һуғышта ҡатнашыусы түгел. Был ғәҙелһеҙлек 1994 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан төҙәтелә. Үҙенең указы менән Рәсәй Дәүләт Думаһы Бөйөк Ватан һуғышының аҙаҡҡы саҡырылыш һалдаттарын һуғышта ҡатнашыусы тип таный. Бөтә льготалары менән статус кире ҡайтарыла. Һуғыштың иң ауыр мәлендә, Ватаныбыҙҙың ҡорал тотоп ил һаҡларға саҡырыуын ҡабул иткән йәш гвардияның килеүе һалдаттарға көс өҫтәп, Еңеүҙе яҡынайта. Совет Армияһы сафына ҡушылған йәш көстәр бөтә Европаны фашистарҙан таҙартыуҙа актив ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы тарихының һәр бите беҙгә ҡәҙерле, һәр бер һалдаты иҫтә. Донъялар үҙгәреп китһә лә, һеҙҙең тыныслыҡ яулауҙағы хәрби хеҙмәтегеҙ онотолмаҫ!
"Беҙҙең Тыуған илде һаҡларға китеүебеҙҙе күрһә, ҡартатайыбыҙ ғорурланыр ине", - тип бөгөн Махсус хәрби операцияға киткән ейәндәренә ни әйтер ине икән атайым? Ветерандар урынына йәш яугирҙар баҫты сафҡа. Элекке һуғыш һымаҡ түгел, тиһәләр ҙә, һуғыш һуғыш инде. Һуғыш "ит турағысы" аяуһыҙ. Яу ҡырында баш һалғандарҙың урыны ожмахта булһын, хәбәрһеҙ юғалғандар табылһын ине. Иҫән йөрөгәндәр имен генә ҡайтығыҙ, балаҡайҙар...

Зифа ИЛБАҠТИНА.
Сибай ҡалаһы.
(Аҙағы. Башы 24-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru