
Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан Башҡортостанда һыу буйҙарында 17 кеше һәләк булған, уларҙың 4-һе - балалар.
Өфө районының Михайловка ауылы янындағы "Лукоморье" ял базаһы пляжында ҡотҡарыусылар 19 йәшлек егетте һыуҙан сығара. Реанимация саралары үткәрәләр, тик ул файҙа бирмәй. Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы уның үлемен билдәләй. Был фажиғәле хәлдең шаһиттары әйтеүенсә, егет иҫерек булған.
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында Һаҡмар йылғаһында һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар. Фажиғә өлкәндәрҙең күҙ алдында булған: бала йыһазландырылмаған урында ҡарауһыҙ һыу инеп йөрөгән.
Дүртөйлө районының Күсәргес ауылы янында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары Ағиҙел йылғаһынан 41 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған.
Ир менән ҡатын һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында ял иткән. Кәмәлә йөрөгән саҡта ул түңкәрелеп китә һәм ирле-ҡатынлы икәүһе лә һыуға ҡолай. Ҡатындың ҡотҡарыу жилеты булған, шуға күрә ул йөҙөп сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире батып үлгән.
Республика Башлығы йылға-күл буйҙарындағы был хәлгә ҡарата борсолоу белдерҙе: "Баймаҡ, Дыуан, Дюртөйлө, Шишмә райондарында дүрт ғаилә ҡот осҡос ҡайғы кисерҙе, иң ҡәҙерле кешеләрен - балаларын юғалтты. Бөтә фажиғәләр ҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сыҡты", - тип яҙа Радий Хәбиров МАКС-тағы мөрәжәғәтнамәһендә.
Республика етәксеһе халыҡты ял иткәндә айырыуса һаҡ булырға саҡыра, Башҡортостанда хәүефһеҙ, яҡшы йыһазландырылған пляждар күп булыуын билдәләй.
"Башҡортостанда һыуҙа хәүефһеҙ ял итеү урындары һаны арта бара. Быйыл уларҙың һаны 392-гә етте. Шул иҫәптән махсус йыһазландырылған 197пляж асылды. Тағы ла булдырыласаҡтар әле. Уларҙың күбеһе туристарҙы ылыҡтырған матур Нуриман (20) һәм Мәләүез (16) райондарында урынлашҡан. Һыу буйында ял өсөн шуларҙы һайлағыҙ. Ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ", - тип өндәй Республика Башлығы.
Шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ла иҫкәртә:
- рәсми һәм йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инегеҙ;
- кәмәлә йөрөгәндә һәр ваҡыт ҡотҡарыу жилетын кейегеҙ;
- һыу буйында балаларығыҙҙы аҙға ғына ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|