
Яһалма интеллект (ЯИ) - кино геройы түгел, ә көндәлек тормоштағы ҡорал. Белгестәр уны ҡулланыуҙың өс төп ысулын атай: мессенджер боттары, ассистент чаттары һәм API. Һәр береһенең көслө һәм көсһөҙ яҡтары бар. Ҡайһыһы һеҙгә тура килә?
Яһалма интеллект бөгөн һәр кемдең телефонында. Әммә күптәр әле лә уны фантастик робот тип кенә күҙ алдына килтерә. Ысынында иһә, ЯИ - беҙҙең ҡул аҫтыбыҙҙағы инструмент. Уны нисек дөрөҫ ҡулланырға?
Беренсе юл: Мессенджер чат-боттары - етеҙ, әммә сикләнгән.
Был - иң ябай һәм таралған вариант. Бындай боттар алдан билдәләнгән сценарий буйынса эшләй. Улар һауа торошон белергә, яңылыҡтар уҡырға йәки заказ бирергә ярҙам итә. Ҡайһы берҙәре хатта рәсемдәр ҙә яһай ала.
Өҫтөнлөгө: ҡулланыу еңел, яңы ҡушымталар күсерергә кәрәкмәй. Боттар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Етешһеҙлеге: улар сценарийҙан ситкә сыға алмай. Әгәр мессенджерҙа техник өҙөклөк булһа, бот та эшләүҙән туҡтай.
Был ысул кафе менюһы, эш ваҡыты кеүек йыш бирелгән һорауҙарға яуап биреү өсөн иң уңайлы.
Икенсе юл: Ассистент чаттары - шәхси аҡыллы кәңәшсе.
ChatGPT, YandexGPT, DeepSeek, Алиса АИ, ГигаЧат - был исемдәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр. Нейроселтәрҙәрҙең диалог ассистенттары менән аралашыу өсөн махсус ҡушымта ҡуйырға кәрәк.
Өҫтөнлөгө: программалау белеме талап ителмәй. Улар ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирә, ижади текстар яҙа, код төҙөй, документтарҙы анализлай. Әңгәмәне оҙаҡ онотмай. Ҡулланыу - бушлай. Етешһеҙлеге: ЯИ ҡайһы саҡ "галлюцинацияларға" - булмаған факттарҙы уйлап сығарырға мөмкин. Шуға күрә мөһим мәғлүмәтте тикшереү мотлаҡ. Бынан тыш, һәр һорауҙы ҡулдан яҙып йәки файл йөкләп ҡабаттан һорарға кәрәк. Был ысул текстар яҙыу, мәҡәләләр редакциялау, телдәр өйрәнеү өсөн иң яҡшы ҡорал.
Өсөнсө юл: API - профессионалдар өсөн ҡеүәт. API (Application Programming Interface - ҡушымталарҙы программалаштырыу интерфейсы) - ЯИ-ны үҙ программаңа, сайтыңа йәки хеҙмәтеңә тоташтырыу. Был - эшҡыуарҙар, эшләп сығарыусылар һәм ҙур компаниялар өсөн уңай юл. API аша ЯИ менән бәйләнеш автоматик рәүештә бара. Мәҫәлән, интернет-магазинда тауарҙы һүрәтләү, клиенттарға шәхси тәҡдимдәр ебәреү. Был ысул ҙур күләмдә мәғлүмәт эшкәртеү һәм бизнес-процестарҙы автоматлаштырыу өсөн иң ҡеүәтле ҡорал.
Белгестәр нимә ти? Нейросеть инструменттарын ошондай метафора менән аңлатырға мөмкин: чат-бот - таксиға, ассистент - шәхси водителгә, ә API - үҙ машинаңа тиң. Берәүҙәре өсөн ябай боттар ҙа етерлек, ә профессиональ эш өсөн API-ға күсергә кәрәк.
Йомғаҡлау: Яһалма интеллект менән эшләү ысулын һайлау - маҡсатығыҙға бәйле. Ябай һорауҙар өсөн чат-бот, ижади эш өсөн Ассистент, ә бизнес өсөн API - иң дөрөҫ юл. Ә һеҙ ҡайһы форматты өҫтөн күрәһегеҙ?
Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|