«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"КИЕВ РЕЖИМЫН ҠОТҠАРЫУ БЕҘҘЕҢ ПЛАНҒА ИНМӘЙ"
+  - 

Үткән аҙнаның һуңғы көнөнә ҡарата Рәсәй Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, "Көнсығыш" төркөм подразделениелары яугирҙары Днепропетровск өлкәһенең Новоскелеватое торлаҡ пунктын яуланы. Был 50 кеше йәшәгән бәләкәй генә ауыл булһа ла, мөһим әһәмиәткә эйә объект ине: тап ошо урындан беҙҙең Ҡораллы көстәргә Украина Ҡораллы көстәренең (ВСУ) мөһим логистика төйөнө булып торған Покровскоеға, шулай уҡ Запорожье сиге тарафындағы Н15 трассаһы буйлап көнбайышҡа юл асыласаҡ.

Шул уҡ ваҡытта Днепропетровск өлкәһе Богодаровка тораҡ пункты ла азат ителде. 28 июнь төнө РФ Ҡораллы Көстәре Украина территорияһын көслө ракета утына тотто. Киевтағы объекттарға һөжүмдә "Искәндәр" баллистик һәм "Цирконы" ракеталары, шулай уҡ пилотһыҙ осоусы аппараттар файҙаланылды. Ошо уҡ көндәрҙә ВСУ бер юлы үҙенең өс МиГ-29 истребителенән ҡолаҡ ҡаҡты. Тәүҙә беҙҙең идара ителеүсе "Герань-2 сикер" Николаевский өлкәһе Вознесенскиҙағы дошман аэродромына барып етеп, заданиеға осорға әҙерләнгән МиГ-29 истребителен хәрби комплекты менән бергә юҡ итте. Күп тә үтмәй, шул уҡ аэродромда "Герань-4" реактив ракетаһы заправкала тороусы тағы бер МиГ-тың көлөн күккә осорҙо. Аҙағыраҡ дошмандың өсөнсө МиГ-29 истребителенең Полтава өлкәһе күгендә шартлауы мәғлүм булды.
Рәсәйҙең тылдағы объекттарына, шул иҫәптән Мәскәү нефть эшкәртеү заводына һөжүм итеү өсөн Вашингтон Киевҡа разведка мәғлүмәттәре биргән һәм Трамп "шартлау һөҙөмтәләре менән бик ҡәнәғәт булған", тип яҙа Financial Times гәзите. Әйткәндәй, Дональд Трамп Рәсәйгә мөнәсәбәтендә тағы ла тактикаһын үҙгәртә. Мәҫәлән, ул Рәсәй нефтенә ҡаршы санкцияны яңынан ҡайтарырға ниәтләй. Был хаҡта ул Францияла булып үткән G7 саммитында белдергән. АҠШ президентының бындай ҡылығын сәйәсмән Александр Ионов Америка администрацияһының эске проблемалары менән аңлата. Беренсенән, Конгресҡа аралыҡ һайлауҙары яҡынлаша; икенсенән, Иран компанияһы буйынса Трамптың абруйы етди юғалтыуға дусар ителде. 28 июндә АҠШ президенты Тегеранды утты туҡтатыу килешеүен боҙоуҙа ғәйепләп, Иранға ут асты һәм Ислам республикаһының радарҙарын, дрон һәм ракета складтарын шартлатыуҙары хаҡында белдерҙе. Иран армияһы (КСИР) яуап уты асып, Кувейт һәм Бахрейндағы америка хәрби базаларын сәпкә алды.
24 июндә АҠШ Сенаты Иранға ҡарата президент вәкәләттәрен сикләү тураһында резолюция ҡабул иткәйне. 50:48 тауыш менән был документ президентҡа Иран Ислам Республикаһына ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙән Америка ҡораллы көстәрен сығарырға ҡушты һәм Конгресс рөхсәтенән тыш һуғыш башлауҙы тыйҙы. Өҫтәүенә, был мәсьәләлә Трамп фирҡәҙәштәренән дүрт республикасы демократтарға ҡушылды. Хәҙер Трамп теге йәки был илгә һуғыш башлар алдынан ниәтен закон сығарыусылар менән яраштырырға бурыслы.
Һәр хәлдә, Трампҡа "күңелһеҙләнергә" тура килмәйәсәк: әлеге "етәү" саммитында ул Украина конфликты буйынса Рәсәйгә баҫымды көсәйтергә уйлауын һәм Донбасс буйынса былтыр Анкориджда һөйләшелгәнде ҡайтанан ҡарау ихтималлығын белдерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, ошо көндәрҙә РФ Президенты Владимир Путин, Ирандағы "ҡыҙыу хәлдәр" баҫылғандан һуң Рәсәй Мәскәүгә АҠШ делегацияһын көтә һәм был осрашыуҙа украин мәсьәләһе буйынса ҡайһы бер проблемалар ҡараласаҡ, тип белдерҙе.
Рәсәйҙең эске баҙарында яғыулыҡ менән килеп тыуған хәл буйынса кәңәшмәлә (28 июнь) Путин илдең эре нефть эшкәртеү заводтарының сикке кимәлдә көсөргәнешле эшләүе, бәләкәй заводтарҙың да эшкә ҡушылыуы, ә зыян күргән предприятиеларҙа ремонт эштәренең тиҙләтелеүе һәм июлдә яғыулыҡ етештереүҙең артасағы, уға хаҡтарҙың иҡтисади нигеҙлеген һаҡлау хаҡында һөйләне. Илдә бензин запасы 1,7 млн тонна - былтырғы кимәлдә, тине Президент, ләкин баҙарҙа сираттар булып тора йә кәрәкле марка табылмай. Иҡтисад белгесе Игорь Юшков әйтеүенсә, Украина һөжүменән һуң зыян күргән нефть эшкәртеү заводтарын ремонтлауҙа кәрәкле ҡорамалдарҙы Рәсәй үҙе лә етештерә, өҫтәмә рәүештә улар Азия илдәренән алына. Илдә яғыулыҡ менән ваҡытлыса ҡытлыҡ хәле ремонт эштәрен теүәлләүҙе тиҙләтеүгә лә бәйле.
28 июндәге интервьюһында Владимир Путин илдәге һәм халыҡ-ара хәлдәр, шулай уҡ Махсус хәрби операция барышы хаҡында мөһим белдереүҙәр менән сығыш яһаны. ВСУ-ның ил эсенә һөжүме һөҙөмтәләрендә килеп тыуған проблемалар артыҡ ныҡ хәүефле түгел, зыян күргән объекттар тергеҙелә бара, тине ул. Владимир Путин шулай уҡ Украина буйынса һөйләшеүҙәр барышына яңы тәҡдимдәр килеүен билдәләне. Атап әйткәндә, ул Украинаның хәрби хәрәкәттәрҙе дүрт төбәк - Херсон һәм Запорожье өлкәләре, шулай уҡ Луганск һәм Донецк Республикалары менән сикләү хаҡындағы тәҡдимен етди фекер түгел, ә хәйлә, тип ҡылыҡһырланы. Әгәр беҙ быға риза булһаҡ, ВСУ-ға үҙ ғәскәрен башҡа өлкәләрҙән алып, ошо дүрт төбәккә күсерергә мөмкинлек кенә бирәсәкбеҙ, ләкин ВСУ-ның ҡотолғоһоҙ рәүештә һалдаттар һаны көрсөгө кисереүе шарттарында был тәҡдим уларҙы ҡотҡармаясаҡ, ә Киев режимын ҡотҡарыу иһә беҙҙең планға инмәй, тине Рәсәй Президенты.
Белоруссияға украин конфликтына йәлеп ителеү хәүефе янай, ләкин фронт һыҙығының йәйелеүенә юл ҡуймаҫ өсөн Минск үҙенең бөтөн дипломатик мөмкинлектәрен файҙалана һәм Рәсәй - Украина конфликтында аралашсы ролендә ҡалырға тырыша.
"Европа Рәсәй менән ҙур һуғышҡа иҫәп тота... 7-8 июлдә НАТО-ның Анкарала буласаҡ саммитында Төньяҡ Атлантика альянсының Рәсәй менән конфликт тураһында планы ҡаралыуы ихтимал", - тип яҙа "Известия" гәзите сайты.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru