«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЫЛ ҺҮҘҘӘРҘЕҢ ТАМЫРЫ ҠАЙҘАН?
+  - 


Туған телебеҙҙә иркенләп һөйләшеп йөрөгән, әммә махсус тел ғилеме өйрәнмәгән яҡташтарыбыҙ араһында көнкүрешебеҙҙә ҡулланған бик күп һүҙебеҙҙең тамырын белмәүселәр аҙым һайын. "Фәлән һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан?" - тип берәй милләттәшеңдән һораһаң, күп кенә осраҡта "Әллә, белмәйем…" тигән генә яуап ишетәһең. Бына шул юҫыҡта үҙемдең миҫалдарымды килтереп, бер килке әңгәмәләшеп алмаҡ булдым әле. Бәлки, күптәргә былар ҡыҙыҡ та булып тойолор…

Әйтәйек, ниндәйҙер сәбәп менән (ҡаты әйбергә бәрелеп, йә иһә кемдер семетеп) берәй еребеҙ кинәт кенә ауыртһа, "әлиммм", тип ҡысҡырып ебәрәбеҙ (бәғзеләр бер аҙ урыҫсараҡ "ой" тип әйтә). Ауыртыу мәлендәге ым формаһында ҡулланған "әлим"дең, башҡа бихисап һүҙҙәр һымаҡ уҡ, динебеҙ менән бергә ғәрәпсәнән килеп ингән икәнлеген күптәр белмәй. "Әлим" беҙҙең телгә "ауырта" тип тәржемә ителә. Изге Ҡөрьәндә лә ниндәйҙер бер оло гонаһ өсөн вәғәҙә ителгән ғазапты "ғаҙаабун әлим" ("мучение болезненное") тип телгә алған һүҙбәйләнештәр бар.
Шулай уҡ, оло йәштәге кешеләрҙең барыһы ла тағы бер әйтемде беләлер. Элегерәк берәй наҙан кеше хаҡында: "Ул әлифте таяҡ тип тә белмәй бит", - ти торғайнылар. Хәҙерге ваҡытта бөтөнләйгә уҡый-яҙа белмәгән кеше булмағанғамылыр, һуңғы осорҙар уны әллә ни ишеткәнем юҡ. "Таяҡ" тигән һүҙ һәр кемгә таныш. Ә бына "әлиф"те мәҙрәсәләрҙә, шулай уҡ башҡа уҡыу йорттарында ғәрәп телен махсус уҡығандар, өйрәнгәндәр генә белә. Бында - ғәрәби алфавиттағы иң тәүге "Әлиф" (А, Ә) хәрефе күҙ уңында тотола. Уның ғәрәпсә яҙылышы - "I", ысынлап та, вертикаль хәлдә торған бер таяҡты хәтерләтә. Боронғо мәҙрәсәләрҙә уҡыған шәкерттәребеҙ, еңелерәк өйрәнеү маҡсатында ла уны "әлеп - таяҡ" тип хәтерләп ҡалған булһа кәрәк. "Хатта бер хәреф тә белмәй ул", тигән һымағыраҡ мәғәнә биреп, наҙан кешеләргә ҡарата бәғзе бер үткер теллеләр сығарған әйтемдер был, моғайын. Шуны ла әйтеү кәрәк, ата-бабаларыбыҙ бик борондан уҡыу-яҙыуҙы яҡшы белеүе менән айырылып торған, әммә араларында наҙандар ҙа булғандыр…
Мәктәпкә барғас та, беренсе синыфта уҡый башлаған тәүге китабыбыҙ ни өсөн "Әлифба" тип аталғанын белмәгәндәр ҙә бар. Ғәрәп алфавиты "әлиф", "бә", "тә", "ҫә"… тип башланып китә (һәр хәрефтең айырым уҡылышы бар). Һәр кемдең күңеленә яҡын булған "әлифба" һүҙе боронғо олатай, өләсәйҙәребеҙ өйрәнгән ана шул алфавиттың иң тәүге ике хәрефенән тора ла инде.
"Аҡыл" һүҙенең дә ғәрәптән күскәнлеген беләйек. Беҙҙең телдә үҙгәртелмәй тиерлек һаҡланған был һүҙ урыҫсаға "разум" тип тәржемәләнә. Бынан тыш, ныҡ иҫереп киткән кеше хаҡында "ләйәҡыл" тигән һүҙбәйләнеште йыш ҡулланабыҙ. Ни өсөн мин уны "һүҙбәйләнеш" тип атаным: сөнки ғәрәпсәнән һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә "лә йәҡыл" - "ул үҙ аҡылында түгел" (урыҫсаһы - "он не соображает") тигәнде аңлата.
Бала саҡтан оло кешеләрҙең кемдер хаҡында "Фәлән әбейҙең ҡиәмәтлек улы (йә ҡыҙы)" тигән һүҙҙәрен ишеткеләй торғайным. Хәҙерге йәштәрҙең күбеһе был хаҡта ла белмәүе бар. Динебеҙҙе өйрәнә башлағас, "Ҡиәмәт көнө" тигән төшөнсә менән таныштым. Ҡасандыр мотлаҡ киләсәк был көндө халыҡта Ахырызаман (конец света) тип тә әйтәләр. Был төшөнсә "ҡиям" тигән ғәрәп һүҙенән "аяғөҫтө тороу" тигәнде аңлата. Был фани донъяның мөҙҙәте бөткәс ("фани" - ғәрәпсәнән урыҫ теленә "исчезающий" тип тәржемәләнә), Ер йөҙөндә элек йәшәп киткән барлыҡ кешеләр бер көндө Аллаһы Тәғәлә тарафынан терелтелеп, тороп баҫасаҡ. Әлеге "ҡиәмәтлек ул йә ҡыҙ" менән ана шул "Ҡиәмәт" һүҙе араһында ниндәй бәйләнеш бар икән, тип уйлай торғас, киләһе һығымтаға килеүе лә ауыр түгел. Борон, Ислам ҡанундары буйынса йәшәгән ата-олатайҙарыбыҙ, ауырыу, аслыҡ йә һуғыш һымаҡ һәр төрлө сәбәп арҡаһында үкһеҙ етем ҡалған балаларҙы уллаштырып алыу яғын ҡараған. Ҡараусыһыҙ ҡалған баланы тәрбиләп үҫтергән өсөн оло сауап яҙылып, Ҡиәмәт көнөндә ана шуның әжерен (вознаграждение) Аллаһы Тәғәлә ҡайтарасағын яҡшы белгән боронғолар. Бына шуға күрә лә ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренә тәрбиәгә алған сит кешенең балаһын "ҡиәмәтлек" тип атаған булһа кәрәк. Минең Мөхәммәтйән ҡартатайым (әсәйемдең атаһы) егерменсе-утыҙынсы аслыҡ йылдары ата-әсәһеҙ ҡалған бер ҡыҙҙы һәм бер улды ҡарап үҫтергәне хаҡында әсәйемдән ишетеп белә инем. Утыҙ өсөнсө йыл, "батрак малай тота" тип кемдеңдер ошаҡ яҙыуы сәбәпле, хатта төрмәгә китеүҙән дә көскә ҡотолоп ҡалған ҡартатайым. Улы Мостафа һуғышта һәләк булған, ә ҡыҙы Зәбихә инәй менән әсәйем ғүмерҙәренең аҙағына тиклем бер туған апалы-һеңлеле һымаҡ бер-береһен яҡын күреп, ҡатнашып йәшәнеләр. Хәҙерге тормоштан айырмалы, сит баланы бағыусыларға, әлбиттә, ул саҡта бер ниндәй ҙә түләү ҡаралмаған. Дин юлында булған боронғо ата-бабаларыбыҙ бындай изге эштәрҙе Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыу маҡстында эшләгән, үҙҙәренең Ҡиәмәт көнөн хәстәрләгән, тип аңлау кәрәктер.
"Әхирәт" тигән төшөнсә лә халҡыбыҙҙа киң таралған. Башлыса ҡатын- ҡыҙҙар ҡуллана был һүҙҙе. Ир-ат араһында әллә ни таралмаған. Шулай ҙа бала сағымда бәғзе бер малайҙарҙың үҙенең дуҫын "әхирәт" тип атағанын ишеткәнем булды. Ислам динендә "Ахирәт" төшөнсәһе - Ҡиәмәт көнөнән һуң башланасаҡ ахырғы (аҙаҡҡы), йәғни, мәңгелек тормош тигәнде аңлата. Башҡортса - урыҫса һүҙлектә әлеге "әхирәт" һүҙе "задушевная подруга, до конца жизни, навечно" тип тәржемәләнә. Әлеге лә баяғы бала саҡта, йәш ваҡыттарҙа бер-береһенә тоғролоҡ вәғәҙә итеп йөрөгән яҡын дуҫтарҙың - "Ахирәткә тиклем" айырылмаҫҡа вәғәҙәләшеп, әшнәләшеп йөрөгән боронғолар ҡулланған ғәрәп һүҙе инде был да, әлбиттә…
Телебеҙҙән төшөп ҡалып, онотола башлаған тағы бер төшөнсә - "йәмәғәт" һүҙе. Был ғәрәп һүҙенең урыҫ телендә "общество" тип яңғырағанын һәммәбеҙ белә, ҡуллана ла. Әммә, ир - ҡатынын, ҡатын - ирен тап ана шулай тип атауын һуңғы йылдар ифрат та һирәк ишетәбеҙ. Ысынлап та, ҡатын йә ир нисек бөтөнләй йәмәғәт булып киткән икән? Ошо төшөнсәне лә халҡыбыҙҙың борондан дин юлында булғанлығы, мотлаҡ намаҙ уҡығанлығы менән аңлатыу кәрәктер. Бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) "Йәмәғәт менән уҡылған намаҙ яңғыҙ уҡығанға ҡарағанда егерме ете тапҡырға сауаплыраҡ", тигән риүәйәте бар. Намаҙҙа имамдан тыш тағы бер кеше була икән - ул йәмәғәт менән уҡығанға һанала. Милләттәштәребеҙ ҡасандыр өйҙәрендә үҙҙәренең хәләл ефеттәре менән бергә (йәмәғәте менән!) ошо ғибәҙәт төрөн атҡарып, Раббыбыҙҙан оло сауап өмөт итеп йәшәгән, тип аңлайыҡ быныһын да…
Ниһәйәт, күптәребеҙ яратмаған бер һүҙ - "араҡы". Был атама ғәрәпсәнән - "араҡа" тигән ҡылымдан килеп сыҡҡан булһа кәрәк ("түгеү, түгергә" тип тәржемә ителә). Бик боронғо ата-бабаларыбыҙҙың хәмергә ҡырҡа кире ҡарашта булыуы менән бәйлелер был, тип һанайым. Мөхәммәт (с.ғ.с.) өммәтендә, йәғни мосолман булып ғүмер иткән ҡартатайҙарыбыҙҙың ҡартаталары әҙәм балаларын тилертә, алйотландыра торған шайтан эсемлеген тап ана шулай "түгә торған нәмә", тип һанағандыр, тип фаразлайым. Ҡөрьән Кәрим индерелә башлағас, күпмелер ваҡыттан Аллаһы Тәғәлә Үҙенең илсеһе Мөхәммәт с.ғ.с аша хәмерҙе ҡәтғи тыйыусы аятты ла төшөргән. Бынан алда ғәрәптәр араһында эскелек тигән нәмә лә таралған була. Әммә әлеге аятты ишетеү менән Бәйғәмбәрҙең с.ғ.с. замандаштары - иман килтереүселәр, йәғни мосолмандар барыһы ла өйҙәрендә булған иҫерткес эсемлектәрҙе тышҡа сығарып, түгә башлаған. Хатта ҡала урамдарында шарап йылғалары барлыҡҡа килгәнлеге хаҡында бер уҡығайным. Әйткәндәй, "Беҙ - Мөхәммәт өммәтенән", тибеҙ. Барыбыҙ ҙа киң ҡулланған "өмә" һүҙе лә ана шул "өммәт"тән (халыҡ, төркөм) килеп сыҡҡан да инде. Кешеләр күмәкләшеп башҡарған эште "өмә" тип атайбыҙ, шәмбе көнө өмәләр яһайбыҙ.
Бына ошо һанап киткән һүҙҙәребеҙҙе, һүҙбәйләнештәребеҙҙе милләттәштәремә тәфсирләп биреүҙе кәрәк тип таптым ("тәфсир" ғәр. - толкование).

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru