«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ГЕОРГИ БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА
+  - 


Башта автор тураһында белешмә. И.Г. Георги 1729 йылда Трептов ҡалаһы янындағы ҙур булмаған Ваххгольцхаген ҡаласығында, протестант динле рухани ғаиләһендә тыуған. Штеттин ҡалаһындағы урта мәктәпте тамамлағас, үҫмер егет Упсаль университетында химия, медицина, минерология, ботаника, география фәндәрен тәрәндән өйрәнә. Университетты тамамлағандан һуң, үҙенең тыуған ҡалаһына фармацевт булып ҡайта. 1770 йылда Георгиҙы Петербург Фәндәр академияһына академик экспедицияларҙа ҡатнашырға саҡыралар. Ул И.П. Фальк менән берлектә, бер нисә йыл буйы Рәсәй төбәктәре буйлап халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнергә ғилми экспедицияға сыға. Башҡортостанда ла булырға тура килә. Башҡорт халҡын ентекләп өйрәнгәндән һуң, Георги, үҙенең ғилми эштәре араһына "Башҡорттар" исемле очеркын да индерә.

"Башҡорттар үҙҙәренә шундай исем бирһә, нуғайҙар ҙа уларҙы башҡорт тип атаған. Үҙҙәренең аңлатыуынса, был исем ҡортсо (бал ҡорто атамаһынан), ә нуғайҙар баш бүре һүҙенән килеп сыҡҡан, тип иҫбатлай. Ҡырғыҙҙар уларҙы истәк, йә булмаһа, үтәк тигән. Улар үҙҙәрен нуғай тоҡомонан тип иҫәпләй; ҡайһы бер яҙыусылар башҡорттарҙы боронғо булғарҙарҙан килеп сыҡҡан тип тә раҫлай. Әбүл Ғази Булғарияны Дәште Ҡыпсаҡ тип атай. Ҡыпсаҡ олоҫо Башҡортостанда хәҙер ҙә бар, ул иң ҙуры. Тыштан ҡарағанда, улар татарҙарға (төркиҙәргә - Тәрж. иҫк.) бигүк оҡшап етмәгәндәр. Ҡарттар йәшәгән ерҙәрен Башҡорт, йә Пашҡатыр ере тип атай, был боронғо Булғар еренең бер өлөшө. Боронғо заманда улар үҙҙәренең хандары етәкселегендә Көньяҡ Себер буйҙарын уның сиктәренә тиклем гиҙеп йөрөгән. Ләкин, Себер хандары уларҙы ҡыҫырыҡлағанға күрә, хәҙерге ерҙәренә килеп етеп, унан Волга һәм Урал йылғалары буйҙарына тиклем таралып, Ҡаҙан ханлығы аҫтында йәшәй башлаған. Хәҙерге Башҡортостан Урал тауҙарының көньяғын, Ағиҙел буйҙарын, Кама, Волга менән Урал йылғаһы арауығын биләй, тимәк, уға Ырымбур губернаһының көнбайышында Өфө һәм көнсығышта Исәт провинциялары инә. Был таулы һәм уңдырышлы тигеҙлектәре булған ерҙәрҙә урмандар, балыҡлы йылға-күлдәр күп. Ул электән Ҡаҙан, Өфө, Себер һәм Нуғай даруғаһына бүленгән. (Георгиҙың Өфө - Уфская даруғаһы яңылыш бирелгән, уның урынына Уса - Осинская даруғаһы булырға тейеш - Тәрж. иҫк.). Рус дәүләте батшаһы Иван Васильевич Ҡаҙан батшалығын ҡыйратҡандан һуң, башҡорттар үҙ теләктәре менән Рәсәйгә буйһонды: унан һуң ҡырғыҙҙарҙан (ҡаҙаҡтарҙан. - Тәрж. иҫк.) һаҡланыу өсөн Өфө ҡалаһын төҙөргә ҡушылды.
Ул саҡта башҡорттар көсһөҙ ине, әммә улар тиҙҙән рәтләнеп китте һәм үҙҙәренең йәмғиәтенә фин һәм татар сығышлы кешеләрҙе лә ҡабул итеп, ярайһы уҡ көсәйә бирҙе, һуңғылары типтәр тип нарыҡланды. Ошонан һуң улар йыш ҡына Рәсәй дәүләтенә ҡаршы баш күтәрҙе, бигерәк тә 1676, 1708, 1735 йылдарҙа. Ихтилалдар ваҡытында улар бик уҫал булдылар, тирә-яҡтағы урындарҙы тар-мар иттеләр. Дәүләт тарафынан уларға ҡаршы күрелгән саралар һәләкәтле булды, уларҙың хәле бик ныҡ хөртәйҙе. Шуға ҡарамаҫтан, иркен ерҙәре күп булыуы сәбәпле һәм йәшәү рәүештәренә ярашлы, улар тиҙ арала яҡшыраҡ йәшәй башланы.
1741 йылда, был халыҡтың баш күтәреүе баҫтырылғас, Башҡортостан сиктәрендә һәм уның эске өлөшөндә ҙур булмаған ҡәлғәләр төҙөлә, уларҙың ҡоймалары һәм диуарҙары ағастан ғына булһа ла, атлы башҡорт һөжүмдәрен кире ҡағыу мөмкинлеген бирә. 1774 йылғы һуңғы болғаныш шайкаһында ҡатнашып, үҙҙәренә насар мөнәсәбәт һәм бәхетһеҙлек килтерһәләр ҙә, яуыздарҙы юҡ иткәс, барыбер баш һалырға мәжбүр булдылар.
Һәр бер олоҫта башҡорттарҙың үҙҙәренең араһынан бер йә бер нисә старшина һайлап ҡуйыла. Һәр старшинаға Ырымбур губернаһы канцелярияһынан писарь тәғәйенләнә, ғәҙәттә, ул мишәрҙәрҙән була, ул указдарҙы һәм башҡа нәмәләрҙе уҡып ишеттәрә һәм аңлата, уларҙың үтәлеүен күҙәтә. Барыһы 34 олоҫ булып, 1770 йылда 27 000 ғаилә теркәлгән. (Санкт-Петербургта 2007 йылда баҫылған китапта бер ни тиклем үҙгәртелгән мәғлүмәт бирелгән: "Байтаҡ уҡ ваҡыттарҙан бирле уларҙың хандары юҡ; болалар осоронда дворяндары ҡырылып бөткән. Улар хәҙер Рәсәй подданныйҙары булып тора. Нуғай һәм себер башҡорттарына бүленәләр. Тәүгеләре Өфө наместничествоһында, һуңғылары Уралда, Исәт провинцияһында йәшәй. Олоҫтарға бүленгәндәр, улар аймаҡтарҙан тора. Һәр олоҫтоң үҙ старшинаһы һайлап ҡуйыла, хөкүмәт уларға писарь беркетә, ул үҙенә күрә прокурор ролен дә үтәй. 1770 йылда нуғай башҡорттарының 23 882 ғаиләһе булһа, себер башҡорттарының һаны кәмерәк. Уларҙан башҡа Пермь наместничествоһында 1000 тирәһе башҡорт ғаиләһе бар").
Башҡорттар йөҙгә татарҙарға оҡшай, ләкин, башлыса, яҫыраҡ йөҙлөләр. Кәүҙәгә лә Ҡаҙан татарҙарынан йыуаныраҡ һәм мыҡтыраҡтар. Күбеһенең ҡолаҡтары ҙур, күҙҙәре бәләкәй, ирҙәренең яртыһынан күберәгенең һаҡалдары һары. Улар тәбиғәт тарафынан иҫ киткес аҡылға эйә, әммә уны ҡуллана белмәйҙәр. Уларға шулай уҡ үҙһүҙлелек, саялыҡ, ышанмаусанлыҡ, ҡырыҫлыҡ та хас. Шул яғы менән ҡурҡыныс был халыҡ...
Телдәре татар теле кеүек үк (бында төрки тел хаҡында әйтелә. - Тәрж. иҫк.), әммә ул ҡаҙанлылар теленә бигүк оҡшамаған. Улар, мосолмандар булараҡ, уҡый беләләр һәм мәктәптәре бар, әммә бының ошо ҡырыҫ халыҡҡа әллә ни файҙаһы юҡ; уҡыу илке-һалҡы алып барыла, сөнки улар уҡытыусыларын да, руханиҙарын да үҙҙәре араһынан һайлап ҡуя.
Һәр ғаиләгә йән башына ҡарап һалынған һалым тәүҙә бәләкәй күләмдә аҡсалата булһа, улар шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә бал, кәрәҙ һәм башҡа кәрәк-яраҡ йыйып тапшырып торорға тейеш була. 1741 йылда баш күтәреүҙәр баҫтырылғас, башҡорттарға ла, казактар кеүек, ил сигендә хеҙмәт итеү, походтарҙа ҡатнашыу, хеҙмәткә үҙ аттары, кейем-һалымы, ҡорал кәрәк-яраҡтары менән барыу ҡаралған; башҡа бөтә нәмәләр буйынса уларға казактарға ҡараған кеүек мөнәсәбәт була, сөнки тыныс ваҡытта уларҙан хәрби хеҙмәткә кеше күп йәлеп ителмәй, ә өйҙәрендә йәшәгәндәр йән башына 40 тин аҡса түләй. Тоҙ хаҡында яңы ҡарарҙар ҡабул ителгәс, улар тоҙ һалымынан азат ителә, әммә элекке кеүек тоҙҙо үҙҙәренең күлдәренән бушлай түгел, ә ҡаҙнанан һатып алырға тейеш була.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru