
Ҡул арбаһын һөйрәгән әбей, уға йәбешкән ҡыҙыҡай ҡыуыштар теҙелгән урынға яҡынлаштылар. Бына ҡаршыларына өлкән генә әбей килеп сыҡты. Бибинур күргән башҡорт әбейҙәренә оҡшамаған ул. Төҫө лә, кейеме лә башҡа. Етмәһә, әллә нисек тишерҙәй итеп ҡарай. Бибинур өләсәһенә һыйынды.
- Кем булаһығыҙ? Аҙаштығыҙмы?
- Күп йөрөгән күп тел белә, тиҙәр. Хаҡтыр, мишәрсә һупалайһығыҙ, - тине Ғәйниямал әбей.
- Мин был яҡта йәшәп киткән кеше. Күп йылдар үткәс, тағы килеп әйләндем, - сиған әбейе ҡыуыштарға күрһәтте. - Табор менән. Беҙҙең табор көнбайышҡа юл алды. Унда элек йәшәгән ерҙәребеҙ азат ителгән. Һин дә минең самалыһың, күпте күргән әбейһең. Юлығыҙ оҙон булһа, үҙебеҙ менән алып китә алабыҙ.
Сиған ҡарсығы үҙенә текләгән һымаҡ тойолғас, Бибинур йәһәтләп өләсәһенең итәгенә уралды.
- Баймаҡҡа ғына беҙҙең юл. Баламдың атаһы фронттан ҡайтып килә.
- Ауылда көтөргә кәрәк!
- Күп көттөм! Үҙем ҡаршы алам.
- Беҙҙән, сиғандарҙан, ҡурҡмайһыңмы?
- Һеҙ ҙә әҙәм балалары, беҙ ҙә. Әҙерәк хәл алабыҙ ҙа, ары китәбеҙ.
Өләсәһенә һыйынып ултырған ҡыҙ әкренләп кенә ойоно һәм ҡул арбаһында уянып китте.
- Өләсәй, беҙ ҡайҙа?
- Кире ағайың янына. Беҙҙе көтә-көтә көтөк булғандыр.
- Өләсәй, аттары тирәһенән үттем. Урлик юҡ шул, - тине уларҙы ҡаршы алған Әхмәҙиә төшөнкө генә.
- Шунда, балам, - тине өләсәһе ышаныслы тауыш менән.
Әхмәҙиә уфтанды, яуап урынына баш сайҡаны.
- Ниңә, бер ат та һиңә бышҡырманымы ни? - тип һораны Ғәйниямал әбей.
- Ниңә бышҡыра инде...
- Бер ҡара ат бышҡырҙымы, тием?
- Һиҫкәндеме, бышҡырҙымы, әллә... Шунан мин йәһәтләп боҫа һалдым, тегеләр һиҙеп ҡалмаһын тип.
- Тап шул ҡара тигәнең Урлик инде. Ҡараға буяп та ҡуйғандар, нишаналар.
- Шулмы! - тип ҡысҡырып ебәрҙе Әхмәҙиә. - Һуң, уның бит ҡойроғо...
- Ҡырҡҡандар.
- Ҡайҙан беләһең?
- Шул тирәнән үҙем үтеп киттем. Байҡап барҙым. Сиған аттары ике аяҡҡа тышаулы, ә бының өс аяғы бәйҙә. Бөгөн сиғандарҙың туйы бара. Ә улар ғәләмәт байрам итергә ярата. Бөтөн ир-ат шунда ҡайнаясаҡ. Урликты бөгөн генә алып ҡасып була. Тик һаҡ бул, Әхмәҙиә. Улар уяу, сос. Ат тип, йәндәрен бирә торған халыҡ.
- Ә беҙ, өләсәй? - тип һораны Бибинур.
- Беҙ ҡайтыу яғына ыңғайлайбыҙ. Ағайың Урликка менһә, беҙҙән дә иртәрәк ҡайтып төшөр. Үҙе беҙҙе ҡаршы алып торор.
Ғәйниямал әбей менән Бибинур ҡайтыуға юл алдылар.
Күпме көтһәләр ҙә, Әхмәҙиә күренмәне. Шул рәүешле, ике көн үтеп китте. Нимә булды, нишләп тотҡарланды ағаһы? Бибинур ауыл осонан күҙен алманы.
Ә бөгөн ҡыҙыҡай аттар бағып йөрөгән өләсәһенең һығылып-һығылып илағанын күрҙе. Зәйнәп апай ғына эргәһендә ине, Ғәйниямал инәйҙе йыуатып, ул эргәһендә тегеләй ҙә, былай ҙә өйөрөлдө. Өләсәй илағанын балаларына күрһәтмәҫкә тырыша, шуға мал һарайына инеп, йәшеренеп кенә буҙлай. Үкһегән тауышты һаҡҡолаҡ Бибинур барыбер ишетә, тик ишетмәмеш була. Әйтергә ярамай, өләсәй бит тап уларҙан ҡасып илай. Ишетмәйҙәр-күрмәйҙәр, тип уйлай бирһен әйҙә.
Өләсәйҙе илатмаҫҡа кәрәк. Тиҙерәк ҡайтһын ине ағаһы! Бер заман ҡыҙыҡай йән көсөнә һөрән һалды:
- Өләсәй, ағайым ҡайтып килә!
- Раббым-Аллам!.. - Ғәйниямал әбей йәштәр етеҙлеге менән урынынан һикереп торҙо.
Юл ыңғайы хәл белергә һуғылған Шәрифулла ҡарт та ҡыҙыҡай күрһәткән яҡҡа һонолдо. Ниндәй ят атты менеп алған Әхмәҙиә? Ҡарт, аптырауҙанмы, әллә үҙ күҙенә үҙе ышанманымы, артҡараҡ сигенде, шөбһәле ҡарашын Ғәйниямал әбейгә төбәне.
- Шәрифулла ағай, Урлик сиғандар ҡулында, тип әйткәйнем бит.
- Нимә, ошолай сихырлағандармы?
- Әллә ниндәй төҫкә индереп сихырлаһындар, Урлик таныулы! Беҙгә тоғро! Ана, ҡалай талпына!- Ғәйниямал әбей ҡуш усын яҙҙы. - Эй, Хоҙайым, был балам иҫән!
Һарай эргәһенә килеп еткән һыбайлы хәлһеҙ генә йылмайҙы.
-Урлик ҡайтты...
- Хәлең нисек, улым? - тип борсолоп өндәште өләсәй.
- Мине Урлик өйгә алып барып ҡуйһын.
- Бар-бар, - тине бригадир. - Бүреләр ҙә туҡ, һарыҡтар ҙа иҫән. Бетерә шырлығында йөрөгән, тиербеҙ.
- Балам, нишләп төҫөң ҡасҡан? - тип алға атланы әбей.
Әхмәҙиә, өләсәһенә яуап бирмәйенсә, Орликты өй яғына борҙо.
Өләсәй һағая төштө.
- Ҡана, ҡайтып киләйем.
Ғәйниямал әбей өйгә ингәндә, Әхмәҙиә урындыҡта ята ине. Өләсәй улына эйелде, яурынына һаҡ ҡына ҡағылды.
- Балам, был кем эше? Кем атты?
- Өләсәй, һин мине терелтерһең бит...
- Терелтәм, балам. Ҡулбашыңа тейгән. Ҡаның күп аҡҡан... Юҡ-юҡ, ҡыбырлама, оҙаҡламай хәл инер, - Өләсәй йәһәтләп үләндәр ҡайната башланы.
- Өләсәй, мин Урликты алып ҡайттым, - тине хәлһеҙ тауыш менән Әхмәҙиә.
- Алып ҡайттың, улым. Шулай булырын белә инем мин.
- Мин һатлыҡ түгелмен.
- Беҙҙә ундай кешеләр юҡ. Һин батыр, атайың һымаҡ. Ул ныҡ ҡыуаныр ине.
- Нишләп ине?
Өләсәй тертләне, тамаҡ ҡырып алды.
- Әле эргәбеҙҙә түгел бит.
- Түгел шул.
- Бибинур, анау сепрәкте алып бир миңә. Яҡыныраҡ килтер сеүәтәне, - тине Ғәйниямал бойороусан тауыш менән. Бибинур өләсәһе әйткән нәмәләрҙе алып биреп торҙо.
- Өләсәйеңдең ҡулы көслө. Һауығырһың, улым, - тине Ғәйниямал әбей доғаларын уҡый-уҡый.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, Әхмәҙиәгә төҫ ингәндәй булғас, Ғәйниямал әбей тел осондағы һорауын бирҙе.
- Тотолдоңмо әллә, улым?
- Юҡ. Сиғандар атты һаттылар икенсе кешеләргә, - тине Әхмәҙиә.
-Уйламаған-көтмәгән бәләгә тарығаныңды һиҙҙем, улым...
Ысынлап та, һаҡҡолаҡ Әхмәҙиә төнгә тиклем сиғандарҙың аттарын ҡарауыллап ятты. Урманда үҫкән бала боҫа ла, эҙ йәшерә лә белә инде ул - сиғандар үҫмерҙең барлығын һиҙмәне лә, тойманы ла. Орликты алып китер йәтеш мәл сыҡты, тип, урынынан ҡалҡынырға ғына иткәйне, ниндәйҙер шәүләләр яҡынлашҡанын шәйләп, кире боҫто. Сиғандар, йәнә ике һыбайлы күренде... Тегеләре аттарынан төштөләр ҙә, малайҙың эргәһенә үк килеп баҫып, ҡыҙып-ҡыҙып нимә тураһындалыр гәп һатырға керештеләр. Ә һөйләшеүҙәре урыҫса ине. Ул телде бер аҙ аңлай Әхмәҙиә. Сиғандар тап ошо кешеләргә ат һатырға тейештәр икән. Сиғандар икенсе аттарҙы күрһәтһәләр ҙә, тегеләр һис ризалашманы, Орликты ғына алырға иттеләр. Бәхәсләшеп, ғауғалашып алғандан һуң, атты эйәрҙәренә бәйләп, тағып алып киттеләр.
- Мин арттарынан барҙым. Йәйәү булғас, хәлем бөттө. Барыбер тороп ҡалманым. Шунан тегеләр йылға буйында туҡтанылар. Мин инде бүтән ҡыуып етә алмаҫымды белә инем, хәҙер алып китәм, йәки минең баш төрмәлә серей, тинем. Тәүәккәлләнем. Тышауын ысҡындырып, Урликҡа менеп ултырыуым булды, бурҙарҙың береһе яман итеп ҡысҡырҙып ебәрҙе, уғаса булмай, кемеһелер атты. Көйҙөрөп кенә үтте... Ярай, башыма теймәне бит. Урлик аңланымы, тағы ла шәберәк сабырға тотондо. Ҡыуып етә алманылар.
- Үлемдән ҡалғанһың бит, балам.
- Урлик уларҙан ҡотолорға тырышты. Урлик Урлик бит инде ул!
- Туҡта, тик кенә ят, ҡоромағыр!
- Өләсәй, Урликты таҙартырға кәрәк. Милсейә килһә, был Урлик түгел, тиерҙәр.
- Үҙем. Буяуын сығарам, бер табы ла ҡалмаҫ. Һин әлегә ҡыбырлама, ишетһен ҡолағың!
Ағаһының йоҡоға талғанын күргән Бибинур өләсәһенә эйәрҙе.
- Өләсәй, нишләп һин бая иланың? Ағайым ҡайтмаҫ, тип ҡурҡтыңмы?
- Былай ғына иланым.
- Былай ғына?..- тип ышанмағандай ҡабатлап һораны ҡыҙыҡай.
- Атаҡ, ҡарт кеше лә ҡай саҡ илап ала ул.
Бибинур өләсәһенең һүрән генә яуабына риза булмай, йәнә төпсөштө:
- Ә Зәйнәп апай нимәгә килгәйне?
- Бушталйун бит ул. Килеп йөрөй. Эше шул.
- Килмәһә лә була инде! Ул кеше илата.
- Ҡыуандыра ла белә. Хаттар әпкилә. Тереләрҙән...
- Ә-ә-ә-ә... Эйе, шулай, ҡыуандыра! Беҙҙе лә гел ҡыуандырһын! Атайымдан хат әпкилһен! Уға ағайым тураһында яҙырға кәрәк. Ағайым үҙе яҙыр. Ул яҙа белә - Бибинур өләсәһенә ҡараны, һағайҙы. -Тағын илайһыңмы әллә?
- Шатлыҡтан да илайҙар, балам. Әхмәҙиәм ҡайтты бит. Иҫән-һау. Һин, бар, уның эргәһендәрәк бул. Үлән сәйе әҙерләнем бит, шуны бирерһең.
- Эйе шул. Мин киттем, өләсәй.
- Бар!
Ғәйниямал әбей, әүеҫлеккә барып еткәс, итәге менән битен һөртөп алды. Бибинурының күҙе үткер шул. Бөтөн нәмәне күрә, бөтөн нәмәгә иғтибар итә, белгеһе, асыҡлағыһы килә. Зирәк бала... "Зәйнәп апай нимәгә килгәйне?" тип төпсөнөпмө-төпсөшә. Әбей Бибинурҙың өйгә ингәнен ҡарап торҙо, шунан түшелдерегендә ятҡан ҡағыҙҙы һыйпаштырҙы.
Эйе, килеп китте бушталйун ҡатын. Һәр саҡ ғәйепле ҡарашлы Зәйнәп уға: "Мөхәмәҙиә батырҙарса һәләк булды",- тигән ҡайғылы хәбәр алып килде. Өсөнсө улының ҡара ҡағыҙын алған әсә мал һарайына инеп, үкереп иланы. Ярай әле, балалары күрмәне. Бына Бибинур ҙа өләсәһенең яуабына ышанды... "Беҙҙең атай ҡайта", тип әҙерәк өмөтләнеп йәшәһен балаҡайҙары. Һауыҡһын Әхмәҙиә. Әлегә был алама хәбәр тураһында ул берәүгә лә әйтмәйәсәк. Ҡарт әсә күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡайын туҙын ҡайната башланы. "Исмаһам, ошо аттарҙы дауалау, һауыҡтырыу хаҡына бер улым иҫән ҡайтһасы!"
Береһе лә ҡайтмаясаҡ. Ләкин ҡапҡа шығырлаған һайын, айырыуса, таңдарын һәм кистәрен, Ғәйниямал өләсәй Бибинурға өмөт менән шулай тиер булған, ғөмүмән, донъянан киткәнсе йыш ҡабатлаған һүҙҙәре шул булыр ҡарт әсәнең:
"Ҡапҡа шығырланы. Әллә Абдрафиҡ ҡайтып килә инде!" "Ғиндулла ағайың түгелме икән, ҡапҡа шығырлай?" "Мөхәмәҙиәнең аяҡ тауышын ишеттем һымаҡ. Сығып ҡара әле, атайың түгелме!"
Ҡапҡа шығырлауы - ҡарт әсәнең һүнмәҫ өмөтө ул.
* * *
Әхмәҙиә егет ҡорона инде. Армияға алыныр алдынан өләсәһенә ейәндең йыуатыу һүҙе шулайыраҡ яңғыраны.
- Өләсәй, беҙҙең өй иҫкерҙе. Әрменән әйләнеп ҡайтыу менән яңы өй һалырмын. Ҡапҡаны булһа ла яңыртып китәйемме әллә?
-Һалырһың, балам, һалырһың. Тик ҡапҡаға теймә инде. Шул йырлап асылһа, өс улымдың береһе килеп инер төҫлө.
- Ҡапҡаға теймәйбеҙ, өләсәй, - тип һүҙгә ҡушылды Иштуған да. - Йырлы ҡапҡа һинеке. Торһон, ивет, ағай?
- Шулай тиһеңме, улым, - тине өләсәй кинйәһенең һүҙен хуплағандай.
- Ир һүҙе, өләсәй! - тине Иштуған ағаһына ҡарап алғандан һуң.
Ғәйниямал әбейҙең йөҙөндәге йыйырсыҡтары яҙылып киткәндәй булды.
- Нимә, ир һүҙе, тинеңме? Эй-й-й, бәләкәсенә тиклем ҡалайтып һүҙ биреп тора. Аллаға шөкөр, бына улдарым ир етте бит, күҙ алдында! Шөкөр! Инде был донъяла үкенестәрем әҙерәк булыр. Ир һүҙендә торһа, илдә именлек була. Һеҙ бит ул минең өмөт ҡапҡаларым!
(Аҙағы. Башы 23-25-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА