«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҺӨНӘРМӘН БУЛЫҒЫҘ, ҺӨНӘРЛЕ ҠУЛДА БӘРӘКӘТ БАР
+  - 


Уҡырға ҡайҙа барырға? Бөгөн сығарылыш мәктәп уҡыусылары алдында торған төп һорау шулай яңғырай. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры Роза Наил ҡыҙы АСЛАЕВА һәм Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Хажғәле улы САБИТОВ менән ҡорған әңгәмәбеҙҙе уҡып, бәлки, улар үҙ юлын табыр, тигән уйҙабыҙ.

Һеҙ етәкләгән уҡыу йорттарының тарихы бай, улар урта һөнәри белем биреү өлкәһендә абруйлылар иҫәбендә. Яғыулыҡ-энергетика һәм сауҙа-иҡтисад колледждарының үткәне һәм бөгөнгөһө ниндәй ул?



Ришат Хажғәле улы:
Ысынлап та, беҙҙең колледждың тарихы бик бай. Ул - элекке Өфө совет сауҙаһы техникумы. Уҡыу йорто РСФСР Сауҙа министрлығының 1972 йылдың 24 февралендәге 63-сө бойороғона ярашлы, Ситтән тороп уҡыу совет сауҙаһы техникумының уҡыу-консультация пункттары нигеҙендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ойошторола. Алдағы йылда колледж 55 йыллығын билдәләй. Әлбиттә, баштан уҡ уҡыу йорто ныҡ популяр һәм абруйлы була. Сөнки нәҡ уны тамамлаған белгестәр совет осоронда Өфөлә һәм башҡа урындарҙа сауҙа тармағының терәк-таянысы була. Унда уҡырға инеү өсөн институттарға ҡарағанда ла ҙурыраҡ конкурс була. Бөгөн дә колледж шул кимәлде төшөрмәй тота. Заман талаптарына тап килергә тырышабыҙ. Балалар һаны - 1382. Төп контингент - туғыҙынсы класты тамамлағандар.
Әйтергә кәрәк, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы - республикала барлыҡ иҡтисади йүнәлештәрҙе берләштергән берҙән-бер урта белем биреү уҡыу йорто. Ҡайһылыр уҡыу йотонда - бухгалтер иҫәбе, ҡайһыһындалыр банк эшмәкәрлеге йәки логистика йүнәлештәре генә бар, ә беҙ бөтә йүнәлештәрҙе тупларға тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Шулай уҡ туризм, ашнаҡсы-кондитер эшмәкәрлеге, ерҙе файҙаланыу буйынса белгестәр әҙерләйбеҙ. Ике йыл элек юриспруденция йүнәлешенән белем бирә башланыҡ. Сөнки тормошта иҡтисад менән хоҡуҡ өлкәһе һәр саҡ йәнәш килә. Киләһе йыл тәүге ҡарлуғастарыбыҙҙы осорабыҙ, Алла бирһә.



Роза Наил ҡыҙы: Быйыл Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ул Өфө нефть (1946 йылда нигеҙләнгән) һәм Өфө энергетика (1961 йылда асылған) колледждарын ҡушыу һөҙөмтәһендә 2003 йылда барлыҡҡа килә. Ике уҡыу йортоноң да данлы традицияларын дауам итәбеҙ, республикала урта һөнәри белем биреү өлкәһендә иң ҙур уҡыу йорттарының береһе һаналабыҙ. Баймаҡ менән Ағиҙел ҡалаларында филиалдарыбыҙ уңышлы эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә колледж илебеҙҙең, республикабыҙҙың нефть, газ, энергетика һәм башҡа тармаҡтары өсөн 60 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған.
Республикабыҙҙың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов беҙҙең уҡыу йортонда - нефть техникумында - уҡый (1956 йылда техникумды "Махсус техника операторы" һөнәре буйынса тамамлай. Ред.). Ул бер ниндәй сәбәпһеҙ ҙә, юбилей даталарына, сығарылыш уҡыусылары осрашыуҙарына бәйле лә колледжға йыш килә ине. Бер ваҡытта ла беҙҙе онотманы, ярҙамы ла ҙур булды.
Студенттар һаны буйынса Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы республикала - иң ҙуры. Төрлө йүнәлештәр буйынса яҡынса 4700 кеше уҡый. Йылылыҡ электр станциялары; электр станцияларҙа һыу, яғыулыҡ, майлау материалдары технологияһы; электр энергетикаһы системаларын релейлы һаҡлау һәм автоматлаштырыу кеүек энергетика өлкәһе һөнәрҙәрен тик беҙҙә генә алырға мөмкин. Иҡтисадсы һәм логистика белгестәре лә нефть һәм газ, энергетика тармаҡтары өсөн ҡулайлаштырып әҙерләнә.
Ағиҙел филиалында 170 студентты бер дөйөм һөнәр (профессия) һәм ике һөнәр йүнәлеше (специальность) буйынса уҡытабыҙ. Баймаҡта 430 кеше ике һөнәр йүнәлешенән белем ала.

Ғөмүмән, белем биреү, шул иҫәптән һөнәргә уҡытыу ҙа - дәүләтебеҙ үҙ өҫтөнә алған ҙур һәм мөһим социаль-ижтимағи һәм иҡтисади өлкәләрҙең береһе. Яңы заман яңы талаптар ҡуя. Ошо йәһәттән власть органдары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр хәҙер нисек көйләнгән?

Ришат Хажғәле улы:
Әлбиттә, уҡытыу процесы тулыһынса бюджеттан финанслана. Ә ремонтҡа, ҡорамалдар алыуға бәйле ҙур сығымдар өсөн аҡса һорағанға ғына бирелмәй. Бының өсөн ниндәйҙер грант программаһында ҡатнашырға йәки проектҡа инеп китергә кәрәк. Бында "Профессионалитет" федераль проекты ярҙамға килә. Унда ҡатнашыусылар уҡыу корпусын йә ятаҡты модернизациялауға финанс ярҙамы ала. Әйтәйек, уҡыу йортоноң бинаһы туҙған, кабинеттарға ремонт кәрәк, ти. Кәрәкле сумманың бер өлөшө республика бюджетына һалына, шул уҡ ваҡытта уҡыу йортоноң үҙенең дә финанс ҡатнашлығы мотлаҡ.
Быйыл беҙ ошо конкурста еңеп сыҡтыҡ. 2027 йылда 115 миллион һум алырға тейешбеҙ. Еңел бирелмәй был аҡса. Беҙҙең республикала 92 колледж иҫәпләнә. Ә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрен иҫәпкә алһаҡсы? Улар барыһы ла конкурста ҡатнаша. Беҙҙең йүнәлеш буйынса биш кенә лот (грант) ҡуйылды. Еңеүселәрҙең береһе - Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы. Был - беҙҙең оло ҡаҙанышыбыҙ. Бүленгән аҡсаға киләһе йылда уҡыу корпусын ремонтлайбыҙ.
Роза Наил ҡыҙы: Бер осор урта һөнәри белем биреү системаһы бик насар финансланды, шуға матди базабыҙ ныҡ туҙып киткәйне. 20-се йылдарҙан алып хәл үҙгәрә башланы. WorldSkills хәрәкәтендә ҡатнашыуға бәйле, 2018 йыл тирәһендә, ҡорамалдарҙы модернизациялауға тәүләп аҡса бүленде. 2021 йылда Өфөлә IX "Йәш профессионалдар" милли чемпионаты үтте. Ә 2022 йыл, әгәр иҫләһәгеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде. Шулай итеп, республикала һәм илдә урта һөнәри белем биреү системаһының бөгөнгө шарттарҙа әһәмиәте һәм иҡтисад тармаҡтары өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләүҙә мөһим урын тотоуы яңынан танылыу алды, тип әйтергә мөмкин.
Беҙҙең уҡыу йорто "Профессионалитет" федераль проектына ингән. Былтыр колледж конкурста еңеп сыҡты. Лаборатория корпусын ремонтлауға, уны заманса ҡорамалдар, компьютерҙар һәм тейешле комплекстар менән йыһазландырыуға 100 миллион һум федераль аҡса алыуға дәғүә иткәйнек. Конкурс шарттарына ярашлы, республика - 50 миллион, эш биреүселәр 60 миллион һум бүлде, үҙебеҙ 4 миллион һум индерҙек. Подрядсылар менән контракттар төҙөлгән. 1 сентябргә эште тамамлап, уҡытыуҙы яңы шарттарҙа башларға ниәтләнәбеҙ. Проектты финанслауҙа ҡатнашҡан беҙҙең бағыусылар (эш биреүселәр) - Башҡорт генерациялау компанияһы, "Башнефть", "Башкирэнерго" һәм "БашРТС". Башлыса улар өсөн белгестәр әҙерләйбеҙ ҙә инде.
Хәҙер ҡорамалдар ныҡ ҡыйбатланды. 1 сентябрҙән технологик йыйылма (сбор) индерелә, хаҡтар тағы ла артасаҡ. Беҙ килешеүҙәр төҙөп өлгөрҙөк. Әйләнгән һайын аҡса биреп тормайҙар, шуға тиҫтә йыл хеҙмәт итерҙәй яҡшы техника алып ҡалырға тырышабыҙ.

Йәштәрҙе мәктәптән һуң артабан белем алыу өсөн һеҙҙең уҡыу йорттарын һайларға нимә этәрә тип уйлайһығыҙ?

Ришат Хажғәле улы:
Әйтәйек, балағыҙ мәктәпте тамамланы һәм һеҙҙең алдығыҙға уны артабан уҡырға ҡайҙа бирергә, тигән һорау килеп баҫты, ти. Икеһе лә банк белгестәре әҙерләгән сауҙа-иҡтисад һәм дизайн колледждары йәнәш тора, улығыҙ йә ҡыҙығыҙ иһә банкир булырға хыяллана. Ошо ике уҡыу йортоноң ҡайһыныһына өҫтөнлөк бирерһегеҙ? Әлбиттә, атап киткән профилгә яҡынына, иҡтисад өлкәһенә махсуслашҡанына, ә төп йүнәлеше дизайн булғанға түгел. Бөгөнгө көндә баҙар, йәғни конкурентлы мөхит хөкөм һөрә. Әгәр яҡшы өлгәшкән балалар килһен, уҡытыусылар коллективы көслө булһын тиһәң, әлбиттә, уҡыу йортоноң матди базаһына тейешле иғтибар кәрәк. Аудиториялар, лабораториялар, уҡытыу программалары - заманса, ятаҡтар йәшәү өсөн ҡулай булырға тейеш. Уҡыусыларҙың ялын ойоштороу, буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреүе лә мөһим. Шуға ла үҙебеҙ эшләп алған аҡсаның яртыһын йыл һайын уҡыу һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонабыҙ.
Өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге лә ҡыҙыҡһындыра ата-әсәләрҙе һәм сығарылыш уҡыусыларын. Сөнки эш биреүсегә бөгөн универсалдар, күп йүнәлештәр буйынса һөнәргә эйә хеҙмәткәрҙәр талап ителә. Кондитерҙың бармен һәм бариста таныҡлыҡтары ла бар икән, тимәк, уның баһаһы бермә-бер арта.
Юғары профессионалдар әҙерләү, уҡытыу сифаты был йәһәттән, әлбиттә, беренсе урында тора. Бөгөнгө көндә беҙ туғыҙ йүнәлеш буйынса халыҡ-ара WorldSkills һәм беҙҙең илдең "Йәш һөнәрмәндәр" ("Молодые профессионалы") тип аталған стандартын индерҙек. Уның асылы - практик йүнәлешле, реаль сектор менән бәйләнеше булған һәм заманса компетенцияға эйә эшсе һөнәрҙәре белгестәрен әҙерләүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек. Ябай ғына итеп әйткәндә, Өфөләге иретеп йәбештереүсе Индонезиялағы, йәки башҡа илдәге шул һөнәр эйәһе менән бер кимәлдә булырға тейеш. Был бер үк аппараттар, бер үк материалдар, бер үк алымдар менән эш итеү һәм билдәле бер һөҙөмтәгә өлгәшеү, тигән һүҙ. Йәғни беҙҙә уҡып сыҡҡан, "Йәш һөнәрмәндәр" стандартына тап килгән белгес - унда барып, ә ундағы беҙгә килеп бер үк эште башҡара алһын. Бының өсөн, "Инфраструктур бит" тип аталған документҡа ярашлы, лабораторияларҙың һәм оҫталыҡ кабинеттарының талап ителгән ҡорамалдар, программалар, инструменттар, материалдар менән йыһазландырылған һәм тәьмин ителгән булыуы шарт. Беҙҙә шундай туғыҙ оҫтахана бар.
Роза Наил ҡыҙы: Нефть һәм газ, энергетика тармаҡтары элек-электән абруйлы һаналды һәм әле лә шулай ҡала. Быны иң элек ҡабул итеү конкурсының юғары килеш ҡалыуы раҫлай. Ғәҙәттә, йыл һайын нефть һәм газ эшкәртеү, логистика, скважиналар быраулау, нефть һәм газ үткәргестәр төҙөү кеүек һөнәрҙәргә бер урынға ун ете кешегә тиклем дәғүәсе була. Студенттарыбыҙ өсөнсө курстан производствола эшләй башлай. Улар индивидуаль график буйынса уҡый. Әлбиттә, өлгәшеүҙәрен, предприятиеның Өфөлә урынлашыуын шарт итеп ҡуябыҙ.

Һеҙҙең колледждарҙа уҡыуҙың үҙенсәлектәре бармы? Һөнәргә өйрәтеү өсөн тейешле шарттар булдырылғанмы?

Ришат Хажғәле улы:
Беҙҙең маҡсат - кәрәкле белгестәр әҙерләп сығарыу һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу. Талап ителмәгән һөнәргә уҡытыу дәүләт аҡсаһын бушҡа түгеүгә тиң бит ул. Бөгөн предприятиеларға әҙер белгестәр кәрәк, беренсе көндән үк улар өҫтәмә әҙерлекһеҙ эшләй башларға тейеш. Шуға беҙ практикаға студенттарҙы ышаныслы коллективтарға ебәрергә тырышабыҙ. Улар унда хеҙмәт алымдарына өйрәнһен, белемдәрен эштә байытһын, тигән ҡағиҙәне тотабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, юристарҙың барыһын да, Республика юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты менән килешеп, судьяларға беркеттек.
Тағы бер үҙенсәлегебеҙ - беҙ дәрестәр үткәреүгә ғәмәли белгестәрҙе саҡырабыҙ. Йәғни улар үҙ өлкәләрендә эшләп йөрөй һәм шул уҡ ваҡытта колледжда ла уҡыта. Практик тәжрибәһе булған уҡытыусы теорияны ғына өйрәткән коллегаһына ҡарағанда, әлбиттә, студенттарға күберәк һәм төплөрәк белем бирә. Практика дәрестәре беҙҙә белем биреү программаһының етмеш процентын алып тора. Бәлки, ошо үҙенсәлек буйынса ла башҡаларҙан айырылабыҙҙыр.
Үрҙә әйтеп үткәйнем инде, сауҙа-иҡтисад колледжында заман талаптарына яуап биргән белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Әлбиттә, уны булдырыуға ҙур ғына финанс сығымдар һалына. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә республика уҡыу йорттары араһында юғары заман технологиялары нигеҙендә ҡоролған кондитер цехы тик беҙҙә генә бар. Цехыбыҙ үҙенең йыһазландырылыуы буйынса хатта Волга буйы федераль округында 2-се урында тора. Уны шул кимәлгә күтәреү 18 миллион һум федераль субсидия алыуға өлгәшеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Биш йыл рәттән беҙҙең колледж студенттары "Кондитер эше" конкурсында беренсе урынды бирмәй. Шулай уҡ бухгалтер иҫәбе буйынса ла алдынғыбыҙ, Рәсәй этабында сығыш яһайбыҙ. Ә сауҙа эше буйынса быйыл Рәсәйҙә икенсе урын алдыҡ. Былар барыһы ла - уҡытыу кимәленә бәйле ҡаҙаныштар.
Роза Наил ҡыҙы: Һәр өлкәнең үҙенә хас үҙенсәлеге бар. Беҙҙә техника һәм технологиялар киң ҡулланылған, шул иҫәптән хәүефһеҙлек яғынан юғары талаптар ҡуйылған тармаҡтар өсөн белгестәр әҙерләнә. Әлбиттә, ысын производстволағы һәм уҡыу кабинеттарындағы, оҫтаханаларҙағы ҡорамалдар араһында айырма бик ҙур. Студенттар тәүге эш алымдарын колледжда алһа, производство практикаһы ваҡытында һөнәргә ысынлап өйрәнәләр. Элегерәк предприятиелар уҡыусыларҙы өйрәнсек итеп алырға ашҡынып торманы. Сөнки кадрҙар менән хәл башҡасараҡ ине. Хәҙер теләп ҡабул итәләр, хатта аҡса түләйҙәр. Әлбиттә, һаулығы тураһында справкаһы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеүе, эшсе һөнәре буйынса таныҡлығын талап итәләр. Уҡыусыларыбыҙ, стажер булһалар ҙа, наставнигы ҡарамағында төп производство участкаларына йәлеп ителә, шулай итеп улар бай тәжрибә, ғәмәли белем туплай ала.
Беҙҙә предметтар ике профилгә бүлеп уҡытыла. Технологик профилдә физика, информатика, математика тәрән өйрәнелһә, тәбиғи-ғилми йүнәлештә химия һәм биология кеүек дәрестәргә өҫтөнлөк бирелә.
Колледжда барлыҡ имтихан майҙансыҡтары аккредитацияланған һәм техниканың һуңғы өлгөләре буйынса йыһазландырылған. Тиҫтәгә яҡын һөнәр буйынса имтихандар WorldSkills стандарттарына ярашлы үткәрелә. Йәғни халыҡ-ара кимәлде тотабыҙ. Шуны ла өҫтәргә кәрәк: Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары WorldSkills Russia ярыштарында 2017 йылдан алып уңышлы сығыш яһай.
Әгәр электриктарҙы алһаҡ, егет һәм ҡыҙҙар иретеп йәбештереү эштәренән алып приборҙарҙы йыйыу, көйләүгә тиклем барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләй ала. Беҙ бер юлы икенсе диплом алыу өсөн дә шарттар булдырғанбыҙ. Әйтәйек, шул уҡ электрик, мәҫәлән, скважина быраулау буйынса ла уҡый ала. Төп дипломдан тыш, ул эшкә урынлашыу хоҡуғы биргән һөнәргә өҫтәмә уҡыу тураһында айырым дипломға эйә була. Йыл һайын 30-40 студент колледждан шулай ике диплом менән сыға. Уҡыусыларыбыҙҙың яртыһы тип әйтерлек коммерция нигеҙендә түләп уҡый.

Техника һәм технологиялар йылдам үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Ҡайһы саҡ йәмғиәтебеҙ ошо үҙгәрештәрҙән артта ҡала һымаҡ. Һеҙ бөгөнгө көн талаптарына нисек ҡулайлашаһығыҙ, уҡытыу программаһынан төшөп ҡалған һөнәрҙәр бармы, яңылары өҫтәләме?

Ришат Хажғәле улы:
Элек официант, йәғни йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә хеҙмәтләндереүсе һөнәренә өс йыл буйы уҡыттыҡ. Хәҙер уҡытылмай, сөнки ихтыяж юҡ. Уның ҡарауы, туризм тармағы белгестәре әҙерләү бөгөнгө көн талаптарына яуап бирә.
Логистиканы алайыҡ. Был һөнәр тураһында күптәр белмәй ҙә, ишетмәгән дә хатта. Тауар магазин кәштәләренә килеп ятыр алдынан ниндәйҙер юл үтә. Был эште кемдер башҡара? Әгәр конкуренттарыңдан ҡалышмайым тиһәң, аҙ сығымдар түгеп, был эште ҡыҫҡа ваҡытта башҡарырға кәрәк. Әйтәйек, Өфө һөт заводы продукцияһын Пермгә алып барып еткереү бурысы ҡуйылған. Логистика белгесе маршрут һала, техника сараларын билдәләй, ҡулай ваҡыт графигы төҙөй һәм эшен урын-еренә еткереп атҡарып ҡуя. Хәҙер логистик хаб тип аталған, иң яңы технологиялар ҡулланылған ҙур-ҙур складтар төҙөлә. Уларҙы ла логистиктар хеҙмәтләндерә. Был һөнәргә уҡытыуҙы беҙ өс йыл элек башланыҡ.
Роза Наил ҡыҙы: Логистика йүнәлешен беҙ унан да алдараҡ индерҙек. Ул - кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Элек склад мөдирҙәре булһа, хәҙер уларҙың урынын тауар, продукция запасын, уны килтереү һәм оҙатыуҙы ойошторған, махсус программалар аша ошо хәрәкәтте күҙәтеп ултырған, төҙәтмәләр индергән логистиктар биләй. Бында ла һәр тармаҡ өсөн айырым үҙенсәлектәр бар, әлбиттә. Нефть, газ һәм нефть продукттары торбалар аша йышыраҡ ҡыуыла, унан ҡала тимер юл составтары, автотранспорт килә.
Беҙ биргән һөнәрҙәр күпселек осраҡта һәр ваҡыт һәм һәр дәүер өсөн кәрәкле, талап ителгән. Улар иҫкермәй, тип әйтергә мөмкин. Нефтсе һәм электрик һәр ваҡытта ла нефтсе һәм электрик булып ҡаласаҡ. Эйе, төшөп ҡалған уҡытыу йүнәлештәре булды, яңылары ла заман талаптарына ярашлы өҫтәлә. Берләштергән осраҡтар ҙа бар. Былар барыһы ла матди-техник, белем биреү базаларының торошо, башҡа мөмкинлектәребеҙ менән дә бәйле.

Башлыса ҡайһы райондарҙан киләләр һеҙгә? Ятаҡта йәшәү шарттары нисек?

Ришат Хажғәле улы:
Процентлап алғанда, Өфөнән һәм ситтән килеп уҡыусылар нисбәте сағыштырмаса тигеҙ. Баш ҡалаға яҡын ятҡан райондарҙан күберәк киләләр. Һуңғы ваҡыт Урал аръяғы райондарына сығып, урындарҙағы хакимиәттәр башлыҡтары менән килешеүҙәр төҙөнөк. Хәҙер иҫәп буйынса өсөнсө позицияла Әбйәлил менән Баймаҡ тора. Силәбе өлкәһенән беҙҙә 25 бала уҡый. Ул төбәктә реклама акциялары үткәрмәйбеҙ, колледж тураһында йүкә телефоны аша ишетеп беләләрҙер, тип уйларға ҡала. Ырымбурҙан, Пермь крайынан, хатта Татарстандан, Чечен Республикаһынан да уҡыусыларыбыҙ бар. Ике бала - сит илдәр граждандары.
Өфө колледждары араһында беҙҙең ятаҡ иң яҡшылар рәтендә. Урындар 400 кешегә иҫәпләнгән. Түләүҙе лә ата-әсәләрҙең хәленән килерлек кимәлдә тотабыҙ. Республикала бына инде өс йыл урта белем биреү уҡыу йорттары ятаҡтарын капиталь ремонтлау программаһы эшләй һәм күп урындарҙа студенттарҙың йәшәү шарттары бермә-бер яҡшыра.
Роза Наил ҡыҙы: Беҙҙә студенттар контингентының ҡырҡ проценты Өфөнән, ҡалғандар - ситтән килеүселәр. Күпселек, әлбиттә, үҙебеҙҙең республиканан. Былтыр, нишләптер, күпләп Бөрйән районынан килделәр. Быға тиклем улай уҡ булмай торғайны. Баймаҡта филиалыбыҙ булһа ла, унан да баш ҡалала белем алырға теләүселәр байтаҡ. Рәсәй төбәктәренән уҡыйҙар, Ҡаҙағстан, Үҙбәкстан, Тажикстан кеүек яҡындағы сит илдәрҙән һигеҙ уҡыусыбыҙ бар. Өфөлә өс ятаҡта 850 бала йәшәй. Баймаҡта - 28, Ағиҙелдә 150 урынлыҡ ятаҡтарыбыҙ бар. Шарттарҙы тейешле кимәлдә тоторға тырышабыҙ. Үкенескә ҡаршы, ситтән килгән бөтә студенттарға ла урын бирә алмайбыҙ. Шуға иң элек бюджет иҫәбенә уҡыусылар һәм льготаһы булған уҡыусылар ятаҡтарға урынлаштырыла.

Диплом алғас, егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙләштергән һөнәр буйынса эшләйме икән? Улар менән бәйләнеш тотаһығыҙмы, был йәһәттән статистика алып бараһығыҙмы?

Ришат Хажғәле улы:
Ғәҙәттә, беҙҙең студенттар һуңғы курстарҙа уҡ, ҡайһылары хатта икенсе курстан, эшкә урынлаша. Эшләп йөрөгәндәр айырым график буйынса уҡый. Ашнаҡсылар шул рәүешле уҡыуҙы тамамламаҫ борон үҙҙәренә эш таба. Диплом тапшырғас, белгестәр һорап килеүселәргә бер кешене лә тәҡдим итә алмаған саҡтар була. Логистиктар, банкирҙар менән дә шундай уҡ хәл.
Һикһәндән ашыу предприятие һәм ойошма менән килешеү нигеҙендә көндәлек эш алып барыла. Йыл һайын Карьера көндәре үтә. Сараға предприятие-ойошма вәкилдәре килә, сығарылыш уҡыусылары менән йәнле әңгәмә ҡоралар, эш, карьера шарттары тураһында һөйләйҙәр. Сығарылыш имтихандарында ла предприятие етәкселәре ҡатнаша, улар шунда уҡ үҙҙәренә буласаҡ белгестәрҙе һайлап ала.
Уҡытыу процесында предприятие-ойошмалар вәкилдәренең ҡатнашыуы буласаҡ белгестәрҙең урынлашып китеүенә һөҙөмтәле йоғонто яһай. Беҙҙең сығарылыш студенттарының 80 проценттан ашыуы тәүге йылда уҡ эш таба. Колледж тамамлап сыҡҡан бер баланы ла өс йыл дауамында күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, сөнки Мәғариф министрлығы алдында даими отчет биреп барабыҙ.
Юғары белем алырға теләгәндәр вуздарға колледж базаһында, унда үткәрелгән эске имтихан һөҙөмтәләре буйынса инә. Бөтә юғары уҡыу йорттары менән килешеү төҙөлгән. Ҡайһылары ҡыҫҡартылған программа нигеҙендә уҡыта. Колледждан һуң көндөҙгө бүлеккә барыусылар әҙ, башлыса ситтән тороп белем алалар. Сөнки йәштәрҙең маҡсаты - тиҙерәк аҡса эшләй башлау.
Роза Наил ҡыҙы: Беҙҙә лә шундай уҡ система. Кураторҙар элекке студенттарыбыҙҙың яҙмышы менән даими ҡыҙыҡһынып тора. Колледжда Студенттарҙы эшкә урынлаштырыу үҙәге булдырылған. Эшкә урынлашып та өлгөрмәй армияға киткән егеттәргә лә, улар армиянан ҡайтҡас, эш табырға ярҙам итәбеҙ. Алған һөнәренә ҡарап, байтаҡтар илебеҙҙең башҡа төбәктәренә юллана. Мәҫәлән, скважина быраулаусылар нефть күпләп табылған Төньяҡ тарафтарға китә. Ә нефть эшкәртеү йүнәлеше буйынса уҡығандар башлыса бында, республикала, ҡала. Урта һөнәри белемгә эйә техник квалификацияһынан тыш, эшсе һөнәрҙәренә таныҡлыҡ та алып сыҡҡас, беҙҙең егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡайҙа ла ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар.

Студент тормошо мауыҡтырғыс саралар менән иҫтә ҡалыусан. Уҡыуҙан тыш, тағы нимә менән шөғөлләнә һеҙҙең уҡыусылар?

Ришат Хажғәле улы:
Бер бала ла дәрестәрҙән һуң эт һуғарып йөрөргә тейеш түгел. Был йүнәлеш кураторҙарҙың һәм тейешле хеҙмәттәрҙең яуаплылығында. Колледжда ун спорт төрө буйынса секциялар эшләй. Бигерәк тә волейбол, саңғы, теннис ярайһы үҫешкән, ҡала ярыштарында даими призлы урындарға сығабыҙ. Икенсе йүнәлеш - үҙешмәкәр сәнғәт. Беҙ "Талария" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Амадео" заманса бейеүҙәр һәм вокал студиялары һәм студент театры менән ғорурланабыҙ. "Талария" ансамбле ҡыҙҙары ике йыл элек Ханты-Манси округында "Ете ҡыҙ" бейеүе менән Гран-при алып ҡайтты. Волонтерҙар, Беренселәр хәрәкәте йәйелдерелгән, Студенттарҙың һәм Ятаҡтың үҙидараһы эшләй.
Роза Наил ҡыҙы: Уҡыусылар буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрһен өсөн колледжда бөтә шарттар ҙа булдырылған. Миҫал итеп, "Айтуған" халыҡ ансамблен килтерергә мөмкин. Ижади коллектив төбәк, төбәк-ара, халыҡ-ара фестивалдәрҙә йыш ҡатнаша, еңеүҙәре лә бик күп. Төркиәлә, Кореяла, Ҡырғыҙстанда сығыш яһағандары булды.
Спортҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ. Көрәш буйынса секция һуңғы йылдарҙа ныҡ алға китте. Республика, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүселәребеҙ, чемпиондарыбыҙ бар. Беҙҙә лә вокал, театр студиялары эшләй, студенттар волонтерҙар, Беренселәр хәрәкәттәренә йәлеп ителгән. Ағиҙелдә "Варяг" хәрби-патриотик клубы бик көслө.

Әле һеҙҙең өсөн яуаплы ла, мәшәҡәтле лә мәл - ҡабул итеү кампанияһы бара. Абитуриенттарға әйтер һүҙҙәрегеҙ...

Ришат Хажғәле улы:
Абитуриенттар конкурста аттестат балы менән ҡатнаша. Законда ҡаралған льготалар иҫәпкә алына. Әйтәйек, балдар тигеҙ осраҡта, льготаһы булған балаға өҫтөнлөк бирелә. Беҙҙә иң юғары конкурс банк эшмәкәрлеге, логистика, юриспруденция бүлектәренә.
Роза Наил ҡыҙы: Ҡағиҙә барлыҡ уҡыу йорттары өсөн дә бер үк. Һәр кем үҙ хәленә, мәктәптәге өлгәшенә ҡарап һөнәр һайларға тейештер, тим.

Шулай итеп...
Русса атамаларының аббревиатуралары (УТЭК) тап килгән ике урта белем биреү йорто араһында, ошо билдәһе арҡаһында, буталып китеүе бик анһат. Улар иҡтисадтың ике төр йүнәлеше өсөн белгестәр әҙерләй. Икеһе лә - танылған, абруйлы уҡыу йорто. Йәш быуын үҙенә киләсәк һөнәр һайлағанда УТЭК-тарҙың ҡайһыныһы ишеген асһа ла, яңылышмаҫ, моғайын.

Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 10 - 16 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru