«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАЙҘА УҠЫРҒА БАРАҺЫҢ?
+  - 

Һорау: Был осор имтихандар алдынан булған тулҡынланыуҙарға, сығарылыш кисәләрендә кисергән шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы мәл. Кисәге уҡыусылар хәҙер инде оло тормошҡа аяҡ баҫа. Улар артабан ҡайҙа уҡырға барырға йыйына, буласаҡ профессиялары уларҙы нимәһе менән ылыҡтыра икән?

Әминә ИСМӘҒИЛОВА:
Мин Көйөргәҙе районының Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһын тамамланым. Балалар баҡсаһында мәктәп уйнағанда, мин һәр саҡ уҡытыусы ролендә булғанымды иҫләйем. Тап шул саҡтарҙан алып мин уҡытыусылыҡ - ул күңелемә ятҡан һөнәр икәнен, яңы асыштарҙан балаларҙың күҙҙәре баҙлап янғанын күреүҙән дә ҡыуаныслыраҡ нимә юҡлығын аңлағанмындыр, моғайын.
Мин Башҡорт дәүләт педагогия университетына ике профиль: химия һәм биология буйынса педагогик белем алыу йүнәлешенә уҡырға инергә планлаштырам. Юғары уҡыу йортон мин урынлашыуына, уҡыу шарттарына һәм төрлө урындарҙа практика үтеү һәм артабан эш табыу мөмкинлектәренә ҡарап һайланым. Мәктәптә уҡығанда университет үткәргән олимпиадала ла ҡатнашҡайным, был миңә шулай уҡ өҫтәмә балдар бирә. Тап химия һәм биологияны һайлауыма уҡытыусым Тунасова Алиса Ришат ҡыҙы ла йоғонто яһаны, әлбиттә, әсәйем дә кәңәштәре менән ярҙам итте. Имтихандар алдынан икеләнеүҙәр, бәлки, был һөнәр минеке түгелдер, ҡулымдан килмәҫ, тигән уйҙар булды инде ул. Әммә янымда һәр саҡ ярҙам иткән, миңә ышанған кешеләрем булыуы миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне. Һәм, Аллаға шөкөр, мәктәпте тик бишкә генә һәм миҙал менән тамамланым. Миңә оҙаҡламай ун һигеҙ йәш тула, барыһы ла алда. Иң мөһиме, үҙең яратҡан эш менән булһаң, кәрәк саҡта ярҙам һорарға ҡурҡмаһаң, барыһы ла килеп сығасағын аңланым.

Айгизә ӘЛМӨХӘМӘТОВА: Беҙҙең ғаиләбеҙҙә өс ҡыҙ, мин иң бәләкәйе. Өлкән апайым Башҡорт дәүләт, ә уртансы апайым Башҡорт дәүләт педагогия университеттарын тамамланылар. Мин бәләкәйҙән китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә әүәҫ булдым, волейбол һәм баскетбол уйнарға ла ярата инем. Әммә киләсәк һөнәремә ҡағылышлы хыялым класташтар менән бергәләп шишмәләр таҙартыу буйынса өмәәләр үткәргән ваҡытта тыуғандыр тип уйлайым. Ғөмүмән тәбиғәтте, хайуандарҙы яратҡанға күрә, экологияға бәйле профессия һайларға планлаштырам. Был йүнәлеш беҙҙең дәүерҙә бигерәк тә актуаль бит. Теләгемде атайым, әсәйем, апайымдар ҙа хупланы, улар минең таянысым, миңә көс өҫтәп, дәртләндереп тороусы кешеләрем. Берҙәм дәүләт имтиханын химия фәненән тапшырҙым. Мәктәптә тап химия һәм математика иң яратҡан предметтарым ине, шуға, һынауҙарҙың бер ҡыйынлығы ла булманы. Туплаған балдарым үҙем теләгән Башҡорт дәүләт педагогия университетына инеү мөмкинлеген бирер, тигән өмөттәмен.

Илнур ШӘРИПОВ: Мин атайымдың ауылда ер эше менән булғанын күреп үҫкән кеше. Шуға ла бәләкәй саҡта ололар "Илнур, үҫкәс кем булаһың?" тип һораһалар, "Тракторсы булам!" ти торғайным. Техника миңә ысынлап та оҡшай, өлкән ағайым менән икебеҙ машина йүнәтеү кеүек эштәрҙә бәләкәйҙан атайға ярҙам итә лә торғайныҡ. Әммә 11-се класҡа барып еткәс, атай-әсәйем менән кәңәшләшеп, әлеге ваҡытта бик кәрәкле IT йүнәлешен һайларға булдым. Берҙәм дәүләт имтиханын профилле математика һәм информатиканан бирҙем. Имтиханға әҙерләнеү, тапшырыу бик еңелдән булманы, әлбиттә. Бигерәк тә информатиканы тапшырыр алдынан бик тулҡынландым. Аллаға шөкөр, балдарым етерлек кенә йыйыла. Университет һайлауға килгәндә, мин Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына уҡырға инеүҙән баш тарттым, электән үк Башҡортостанда ҡалыу теләге менән йәшәнем. Документтарымды Өфө фән һәм технологиялар университетына һәм Башҡорт дәүләт нефть университетына тапшырам. Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡтағы филиалын да күҙ уңынан сығармайым, сөнки ул миңә йышыраҡ тыуған ауылға ҡайтып йөрөү форсатын бирәсәк.

Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 10 - 16 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 
Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru