
Үткән аҙнала Украина ҡораллы көстәренең (ВСУ) Ҡырымға һөжүме бер кешенең һәләкәтенә килтерҙе, ике кеше йәрәхәттәр алды. Белгородта иһә ике тәүлек буйы дошман уты аҫтында ҡалыуҙан 174 фатир, 4 торлаҡ йорт һәм 135 автомобиль зарарланды. Был хаҡта Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов менән Белгород мэры Валентин Демидов хәбәр итте.
Уның ҡарауы, былтырғы көҙҙән алып һуғыш барған Константиновка ҡалаһы (Донецк республикаһы) тулыһынса азат ителде. Дошман һәләк булған йөҙәрләгән һалдаттары кәүҙәләрен ташлап, ашыҡ-бошоҡ сигенергә мәжбүр булды. Ләкин был әле сик түгел: Константиновканы яулау, РФ Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, ВСУ-ның славянск-краматорск оборона төйөнөн алыуҙа мөһим этап булып тора, ә был үҙ сиратында тотош Донецк Халыҡ Республикаһын азат итеүгә юл асасаҡ.
Артабан Рәсәй армияһы алдында тағы ла ауырыраҡ бурыс - Көнбайыш етәкселеге һәм ярҙамында Киевтың Донбаста төҙөгән нығытмалар системаһын юҡ итеү мәсьәләһе тора. 4 июль кисенә ҡарай РФ Ҡораллы Көстәре ВСУ-ның пилотһыҙ шартлатҡыс аппараттар менән 47 идара итеү пунктын һәм 148 дронын юҡ итте. Рәсәй ғәскәрҙәре тәүлек эсендә дошмандың яғыулыҡ-энергетика һәм транспорт объекттарын авиация, дрондар, ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия ҡатнашлығында көслө ут аҫтына алды. Украиананың алыҫ араға дрондар етештереү заводтары һәм уларҙы һаҡлау складтары, дошман подразделениеларының ваҡытлыса урынлашыу пункттары, шулай уҡ 142 районда сит илдән ялланған боевиктар юҡ ителде. Бынан тыш, Рәсәй Һауа-космос көстәренең СУ-34 бомбаға тотоусы истребителдәре дүрт ФАБ-250 авиабомбаһы менән ВСУ-ның Сумы өлкәһендәге 101-се оборона бригадаһының терәк пункттарын да сәпкә алды.
Асыҡланыуынса, ВСУ сафтарында нигеҙҙә Латин Америкаһынан килеп ялланған 16,5 мең хәрби хеҙмәт итә. Украиналағы подполье сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, Британия, Германия, Канада, Америка ялланыусылары күпләп Украинаны ташлап китә башланы. Уларға алмашҡа Колумбия, Мексика, Сальвадор һәм Венесуэла граждандары һуғышҡа килә. Ҡыҫҡаһы, Махсус хәрби операция тип башланған хәрби кампания ысын һуғышҡа әүерелде, сөнки Киев артында Берлин, Париж, Гаага, Осло һәм, үкенескә күрә, Вашингтон да тора, тип белдерҙе Рәсәй Президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков "Вести" яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Павел Зарубинға. Ә инде Германия Киев режимының яңы ярҙам фондына иң күп өлөш индереүсе төп финанс доноры булып ҡала, тине ГФР-ҙың оборона министры Борис Писториус. Британияның хәрби күҙәтеүсеһе Александр Меркурис үҙенең YouTube-каналында һөйләүенсә, әгәр Көнбайыш Украинаның яңынан-яңы территориялар юғалтыуын теләмәһә, Зеленскийҙы Мәскәү менән килешеүгә инандырырға бурыслы.
Киевтың үҙ позицияларында ҡалырға маташыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй армияһы ВСУ-ның Донбастағы бөтөн нығытмаларын да контролдә тота. 5 июль Рәсәй менән АҠШ лидерҙары телефондан аралашҡанда ошо хаҡта һүҙ барҙы, ти РФ Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков. Әйткәндәй, был һөйләшеү Дональд Трамп башланғысы менән АҠШ бойондороҡһоҙлоғоноң 250 йыллығын байрам иткән көндә булып үтте. Путин Трампты байрамдары менән ҡотланы, һуғыш ҡырындағы ысынбарлыҡты бәйән итеп, Рәсәй ғәскәрҙәренең ышаныслы һөжүм алып барыуы һәм Мәскәү өсөн мөһим, өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе иҫәпкә алып, конфликттың дипломатик юл менән тамамланыу теләге хаҡында белдерҙе. Үҙ сиратында иһә Трамп конфликтты тыныс көйләүгә булышлыҡ итергә әҙерлеген раҫланы һәм Украина конфликты тамамланғандан һуң да Аҡ йорттоң Мәскәү менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса ғәйәт ҙур мөмкинлектәре булыуын билдәләне.
Ике ил лидерының аралашыуы Киев менән Европаның һуғышты йәйелдереү ниәте хаҡында Мәскәүгә үҙ мөнәсәбәтен Трампҡа белдереү өсөн яҡшы бер мөмкинлек булды, тип баһаланды. Әйткәндәй, НАТО, ысынлап та, хәрби конфликтҡа әҙерлек барышында Рәсәй менән сиктәш флангыларын обороналауҙы нығыта башланы, тип хәбәр итә Politiko баҫмаһы. Владимир Путин, Евросоюз лидерҙарының үҙ илдәре халҡын "Рәсәй тарафынан янауҙар" менән даими ҡурҡытыуын билдәләп, "аҡыллы кешеләргә бының ялған ҡотҡо булыуы" былай ҙа асыҡ аңлашыла, тине.
Донъя мәғлүмәт сығанаҡтары Дональд Трамптың НАТО саммитында (Төркиә) ҡатнашҡандан һуң Зеленский менән осрашып, Украина конфликтын көйләү буйынса фекер алышасағы һәм шунан һуң Владимир Путин менән бәйләнешкә инәсәге хаҡында хәбәр итә. Трамп һуғыштың туҡтатылыуын кисектергеһеҙ бурыс тип иҫәпләй һәм конфликттың тамамланыу юлдарын эҙләүгә, дипломатик бәйләнештәрҙе әүҙемерәк файҙаланыуға бөтөн иғтибарҙы туплаясағын белдерә. "Ҡушма Штаттар әлегә һөйләшеүҙәр алып барған арала ВСУ һөжүм итеү түгел, ә һаҡланыу хаҡында уйларға тейеш",- тине АҠШ-тың вице-президенты Джей Ди Вэнс Британияның The Time гәзите менән әңгәмәһендә. Шул уҡ ваҡытта аналитиктар АҠШ менән Рәсәйҙең "Анкоридж рухы"нан ситләшеүҙәрен билдәләп, американдарҙың Аляскала бер ниндәй ҙә килешеүҙәргә килеү булманы, тип иҫәпләүен, ә Украина конфликтын көйләү АҠШ өсөн тиҙерәк Рәсәйҙә үҙенең бизнес-мәнфәғәттәрен бойомға ашырыу мөмкинлегенә ынтылыш ҡына, тип ҡылыҡһырлай. Ә РФ Президенты өсөн Трампҡа Рәсәйҙең үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа сигенмәйәсәген тағы бер тапҡыр белдереү форсаты тыуыу мөһим ине.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 10 - 16 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА