«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ГЕОРГИ БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА
+  - 


Хәрби хеҙмәткә алынғандар үҙҙәренә старшина, унбашы, иллебашы, йөҙбашы һ.б. һайлай. Ә уларға полк башлыҡтары итеп Рәсәй етәкселәре старшиналарҙың иң яҡшыларын ғына һайлап ҡуя, уларҙы атаман тип тә йөрөтәләр.
Уларҙың үҙҙәренең яу ҡоралдары - йәйә (ян) һәм уҡ, шулай уҡ һөңгө, һайман (йәүшән) һәм баш ҡалҡаны (торҡа). (Георги ни эшләптер йәйәне ша, һайманды савот тип теркәп ҡуйған. - Тәрж. иҫк.). Күптәр походҡа былар урынына ҡылыс, мылтыҡ йә иһә пистолеттар менән бара, ә бәғзеләренең барыһы ла була, улар ян һәм уҡтар ала, илле уҡ һыйҙырышлы һаҙаҡты айыу йә башҡа хайуан тиреһенән үҙҙәре яһай.
Һайман (тимер күлдәк) тимерсыбыҡ дүңгәләктәрҙән селтәр рәүешле итеп эшләнә, улар ауыр ҙа, бик ҡиммәт тә, шуға күрә аҙ ҡулланыла. Уларҙың аттары яҡшы; һыбай бик оҫта йөрөйҙәр, ҡыйыуҙар һәм йәйәләренән мәргән аталар: аҙ һанлы башҡорт яугирҙары уларҙан байтаҡ күберәк ҡырғыҙҙырҙы (ҡаҙаҡтарҙы. - Тәрж. иҫк.) һәр саҡта ла еңә; йыш ҡына башҡорттарҙың бер полкы ҡырғыҙ урҙаһында еңелмәйенсә оҙаҡ ваҡыт йөрөй, шул сәбәптәнме, шулай уҡ башҡорттар ҡырғыҙ далаларында аҙыҡ-түлекһеҙ һәм башҡа кәрәкле әйберҙәрһеҙ оҙаҡ ваҡыт йөрөй алғанғамы, рустарҙың ил сиге начальниктары каруандарҙы талағандары һәм башҡа шуҡлыҡтары өсөн ҡырғыҙҙарға ҡаршы башҡорттарҙы ебәрергә тырышҡан.
Башҡорт ғәскәре походта булғанда уларҙың күп кенә сәйер яҡтары күренә. Һәр башҡорт һуғышсыһы ниндәй кейем тегеп кейергә теләй һәм ниндәй кейемде тектерергә хәле етә, шул кейемдә йөрөй; ул, ғәҙәттә, оҙаҡҡа етә.
Һәр һыбайлы үҙе менән запас (алмаш) ат йөрөтә, уны дошман менән алышҡанда менер өсөн һаҡлап тоталар, уға тәғәйенләнгән аҙыҡтары була, ул ныҡ киптерелгән икмәктән (талҡан булһа кәрәк. - Тәрж. иҫк.) ғибәрәт: шуның өсөн үҙҙәре менән атҡа артмаҡланған бер нисә тирмән ташы йөрөтәләр (ҡул тирмәне. - Тәрж. иҫк.).
Һәр бер йөҙ һыбайлының (сотняның) тиерлек үҙенең ҙур булмаған сыбар әләме була, был әләмдәр һәр бер полкта, уларҙың ҡоралдары кеүек үк, күп төрлө. Улар һыбай барғанда ниндәйҙер бер тәртип менән хәрәкәт итмәй, ялға туҡтағанда ғына бер ни тиклем рәттәргә бүленеп урынлаша.
Башҡорттар Рәсәй дәүләтенә буйһонғанға тиклем һәм унан һуң да оҙаҡ ҡына күсмә тормош алып бара; әммә тора-бара улар күсеп йөрөүсе мал көтөүселәре тормошон даими торлаҡ булыуын талап иткән ер эшкәртеү менән бәйләй башлай. Хәҙер уларҙың бер бүлмәле өйҙәре һәм күсереп йөрөтөп булған йәйге тирмәләре бар.
Урындыҡ аҫты йыш ҡына йәш мал тотоу өсөн ҡулланыла. Мейес балсыҡ менән һылана ла, һайғауҙар менән уратып алына. Мейескә суйын ҡаҙан беркетелә. Ишектәр бик тәпәш, хатта сүкәйеп үтергә кәрәк, ә тәҙрәләргә хайуандарҙың ҡарынынан эшләнгән йә майға манылған сепрәк һуҙып эленә. Һәр йорттоң ҙур булмаған дүрт мөйөшлө келәте була. Әгәр ҙә инде йәшәгән урындарына ҡарағанда башҡа урын нығыраҡ оҡшай икән, әйберҙәрен йыялар ҙа, шул урынға күсенәләр. Ниндәй старшинаның кешеләре күсә, был урынға шул старшинаның исеме бирелә, мәҫәлән, Солтанов, Әхмәтов һ.б.
Йәйге йәйләүҙәрҙә 5-тән алып 20-гә тиклем тирмә ҡорола. Ҙур ауылдар бер нисә йәйләүгә бүленә. Тирмәләр түңәрәк формаһында, стенаһы ағас рәшәткәләрҙән дүрт футҡа тиклем төҙөлә. Тирмәне кейеҙ менән көпләйҙәр һәм арҡандар менән нығыталар. Бейек Урал тауы баштарында йәшәгән башҡорттар тирмәләрен дүрт мөйөшлө итеп ҡора. Һарыҡ көтмәгәнгә күрә, тирмәләрен туҙ менән уратып көпләйҙәр. Тирмә уртаһында усаҡ яғыр өсөн таған, йә булмаһа, ҡаҙан элер өсөн сынйыр ҡуйыла.
Ҡышҡы ауылдарын һалғанда, уларҙың һыуға яҡын булыуына ҡарағанда, ерҙәрҙең уңдырышлылығын иҫәпкә алалар, сөнки ҡыштарын ҡар менән дә ҡәнәғәт булалар. Ауылда 10-дан алып 50-гә тиклем йорт була. Өйҙәр бүрәнәнән насар һәм ныҡһыҙ итеп буралған, күп осраҡта яҫы япмалы бер ыҙманан тора. Урындыҡ аҫтында йәш мал тотола. Усаҡ тирәләй һайғауҙар ҡуйылған, уларҙы бер-береһенә бәйләп, балсыҡ менән һылап ҡуйғандар (бында һүҙ башҡорттарҙың сыуалы тураһында бара. - Тәрж. иҫк.). Уның янында кирбес өҫтөнә суйын ҡаҙан ҡуйылған. Ишектәренең күбеһе шул тиклем бәләкәй, улар аша сүкәйеп кенә инергә тура килә; стеналарҙағы яҡтылыҡ тәҙрәләренә быяла урынына мал ҡарындары, балыҡ тиреләре йә иһә майға манып алынған сепрәк киҫәктәре киреп ҡуйылған. Һәр торлаҡта ҙур булмаған дүрт мөйөшлө келәт бар. Бик күренекле ауылдарындағы доға ҡылырға йөрөй торған ҡорамдары ла быларҙан яҡшыраҡ итеп төҙөлмәгән.
Әгәр ҙә уларҙың илдәрендә ниндәйҙер урын элеккеһенән яҡшыраҡ булып тойолһа, улар ауылдарын ташлап китә һәм яңы ауыл һала: бер нисә йыл үтеүгә ул ауылдарҙың исемен асыҡлау ҡыйын була, сөнки улар ауылдарын старшиналарының исемдәре менән атай, ә улары йыш алышынып тора, мәҫәлән, Солтан, Әхмәт һ.б. исемле ауылдар.
Уларҙың йәйге ауылдарында 5-тән 20-гә тиклем тирмә була; шуға күрә ҙур ауылдар вағыраҡ йәйге стандарға бүленә (бында йәйләүҙәр хаҡында һүҙ бара. - Тәрж. иҫк.). Тирмәләре түңәрәк, иңе 3 сажиндан 5 сажинға тиклем (сажин - 170-180 см тирәһе. - Тәрж. иҫк.). Ҡабырғалары рәшәткәле, бейеклеге дүрт футҡа тиклем (фут - 30, 48 см. Тәрж. иҫк.). Уларға түңәрәк буйлап тирмә ҡыйығының арҡыры ағастары (таталары) беркетелгән, арҡырыға ике фут тирәһе, шуға күрә уларҙың һәр бер тирмәһе тупаҡ кегелгә оҡшаған. Ҡабырғалары һәм өҫкө яғы арҡан менән бәйләп ҡуйылған кейеҙ менән ҡапланған. Бейек Урал тауҙарында йәшәүсе башҡорттар үҙҙәренең йәйге тирмәләрен беҙҙең ихаталар кеүек, оҙонсараҡ, дүрт мөйөшлө итеп төҙөйҙәр, уларҙы туҙ менән ҡаплайҙар, сөнки һарыҡты аҙ аҫрайҙар (бында кейеҙ баҫыу өсөн һарыҡ йөнө етешмәүе күҙ уңында тотола. - Тәрж. иҫк.). Ошондай тирмәнең уртаһында тағанлы усаҡ йә иһә ҡаҙан аҫа торған сылбыр күренә. Пермдә, Көңгөр өйәҙендә, ундағы Ҡаҙан татарҙары араһында ҙур булмаған ике Башҡорт олоҫо бар. Уларҙың кешеләре, иркен ҡырҙары аҙ булғанлыҡтан, һәр ваҡытта ла бик төҙөк һәм яҡшы ауылдарҙа көн итә, улар башҡа татар ауылдарына оҡшаш (күрәһең, бындағы башҡорттар йәйләүгә сығып йөрөмәгәндер. - Тәрж. иҫк.).
Башҡорттарҙың (әле генә иҫкә алынған Көңгөр башҡорттарын да индереп) йорт кәрәк-ярағы етешһеҙ һәм уларҙың тормошо фәҡир, был улар кеүек шундай байлыҡҡа эйә булған халыҡҡа бер нисек тә тап килмәй. Намаҙға йөрөй торған ҡорамдарының урындыҡтарына һәм иҙәндәренә кейеҙ түшәлгән; уларҙа балаҫтар һәм түшәктәр һирәк осрай.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 26-сы һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №27, 10 - 16 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.26 | Ҡаралған: 12

Киске Өфө
 

Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru