
Ихаталары шәхси машиналар менән нышып тултырылған, тынсыу, эҫе ҡаланан ҡасып, күптәр йәмле йәй көндәре баҡса участкалары, дачаларында тыныслыҡ таба. "Ине", тип тә өҫтәргә тура килә хәҙер, сөнки әлеге лә баяғы тыйыу һәм дә штрафтар әҙәм балаларын уларҙың тәбиғәт утраусығы - шәхси участкаларынан да барып тапты.
"Дачамда ла тын алырға форсат ҡалмаҫ микән ней?" тип ауыр һулап ҡуйҙы күршем, 20 йыл "стажлы" уңған баҡсасы. Әйткәндәй, был күршебеҙ ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫтермәй унда! Һәм йәй, көҙ буйы хәләл көсө менән үҫтергән уңышынан бөтөн подъезд халҡына өлөш сығарып, таратып сыға, үҙенә лә ҡышҡылыҡҡа дачаһы мөгәрәбен лыҡа тултырып ҡуя. Бөгөн, картуфтың килоһы 80 һумдан ашып киткән мәлдә, был, әлбиттә, пенсионерҙың ғаилә бюджетына, шулай уҡ балаларының тормош хәленә ҙур ярҙам.
Ошо йылдың 1 июленән бойомға ашырылыусы баҡса һәм дача тотоуҙағы үҙгәрештәр хаҡында бәйән итеп китеү кәрәктер, сөнки ошо яңылыҡтарҙы ишеткән әлеге йомарт күршебеҙ бик бойоғоп йөрөй башланы, хатта ғүмере буйы саф һауала рәхәтләнеп көн күргән баҡсаһын һатырға ниәтләүе, ләкин быға ҡулы бармауы хаҡында ла бошоноп һөйләп торҙо. Ә нимә көтә һуң ҡала фатирында бикләнеп ултырыуҙы хуп күрмәй, үҙ хеҙмәте менән ярҙамсы хужалығында көн күрергә тырышҡан пенсионерҙарҙы, мәҫәлән?
Хәҙер ябай баҡсасылар "ҡала яны күсемһеҙ милке" булған категорияға ҡараясаҡ икән дә баһа! Ә бит пенсионерҙарҙың күбеһенең "күсемһеҙ милке" ғәҙәттәге 6 сотыйҙан да кәмерәк ерҙе биләй. Үҙгәрештәр иһә бер нисә мәсьәләнән тора: пенсионерҙың социаль ярҙамға ихтыяжынан алып, ер участкалары һәм капиталь төҙөлөш объекттарына һалымға тиклем.
Уйлап ҡарағанда, өлкән кешенең баҡсаһы менән уның пенсияһына өҫтәмә түләү араһында ниндәй уртаҡлыҡ булыуы мөмкин? Асыҡланыуынса, яңы үҙгәрештәрҙән күренеүенсә, туп-тура бәйләнеш бар икән. Хәҙер дәүләт социаль ярҙамға мохтаж иҫәпләнеүсе оло кешенең "ниндәй активтарға" эйә булыуын күҙ яҙҙырмай күҙәтә башлаясаҡ. Көлкө түгелме был? Эреле-ваҡлы дәүләт чиновниктарының зиннәтле әкиәт һарайҙарына тиң коттедж һәм дачалары менән сағыштырып буламы һуң инде пенсионерҙың "тауыҡ тәпәйендә" ҡоролған, хужаһы менән бергә ҡартайып бөткән иҫке өйөн? Юҡ икән шул, адреслы социаль ярҙам системаһын ҡарағанда хәҙер пенсионерҙың ҡала яны милке уның "байлыҡ билдәһе" булараҡ баһаланасаҡ (!) һәм унан алынған килеме генә түгел, баяғы "тауыҡ кетәгендәй" өйөнөң квадрат метрҙарына тиклем иҫәпкә алынасаҡ, тиҙәр.
Артабан пенсияға өҫтәмә түләүҙәр, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидия һәм башҡа ярҙам сараларын түләү-түләмәү мәсьәләһе пенсионерҙың "активтарына комплекслы анализ" үткәргәндән һуң ғына хәл ителәсәк. Баҡса йорто булған ҡайһы берәүҙәргә, "өҫтәмә күсемһеҙ милке" булыу сәбәпле, социаль түләүҙәр тәғәйенләнмәүе лә ихтимал, сөнки, властарҙың фекерләүе буйынса, был пенсионерҙың матди хәлен еңеләйтеүсе фактор: йәнәһе, дачаны һатырға, ҡуртымға бирергә мөмкин, йә уңыш үҫтереп, килем алырға була, имеш. Баҡса участкаң, өйөң барлығын раҫлау өсөн элек килем хаҡында белешмә ҡағыҙы ла яраһа, хәҙер Росреестрҙан күсермә, һалым мәғлүмәттәре һәм хатта... көлгәнгә - көлкө - космостан спутниктар йә булмаһа, һауанан дрондар ярҙамында баҡса участкаһындағы капиталь төҙөлөш объекттарын билдәләү кеүек тикшереү саралары ла эшкә ҡушыласаҡ, тип әйтелә был хаҡтағы положениела.
Быныһы бер булһа, икенсе тема - штрафтар. Әлбиттә, бер генә эшсән, намыҫлы баҡсасы ла үҙ ерендә ҡый үләндәре үрсеүгә юл ҡуймай. Күптәренең баҡсаһы ялт итеп тора: тәртип һәм таҙалыҡ. Шулай ҙа төрлө кеше бар бит, ял итергә генә килеп, шашлыҡ ҡурып, музыка аҡыртып, эсеп-күңел асып ҡайтып киткәндәр ҙә бар. Ләкин пенсионерҙар улар иҫәбенән түгел, әлбиттә. Ә бына ял итергә яратыусыларҙың баҡсаларын ҡый үләне баҫып киткеләй. Был йәһәттән закон ғәҙел талап ҡуя, айырыуса ағыулы иҫәпләнгән ҡырағай балтырған (борщевик) һәм ҡыуарған ағас-ҡыуаҡтар үҫкән баҡса хужаларына штраф 5 меңдән алып тиҫтәләгән меңгәсә барып етеүе ихтимал.
Баҡса ерендә хәҙер тәрән итеп ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыу ҙа тыйыла, ә уны һанламағандарға шулай уҡ штрафтар янай. Элек баҡсалағы мунса, һарай, йәйге аласыҡ кеүек хужалыҡ ҡоролмалары капиталь төҙөлөш иҫәбенә индерелмәһә, хәҙер, әгәр улар бөгөнгө талаптарға яуап бирә икән, милексегә һалым суммаһы арттырыласаҡ.
Шулай уҡ мөһим темаларҙың береһе - баҡса ерендә усаҡ ҡабыҙыу, сүп-сар, ҡороған ағас-ҡыуаҡ, ҡойолған япраҡ яндырыу ҙа ҡәтғи тыйыла. Был ғәҙел талап, әлбиттә.
Яңы үҙгәрештәр менән бәйле күңелһеҙ хәлдәргә осрамаҫ өсөн юристар пенсионерҙарға шундай кәңәштәр бирә: баҡсағыҙҙағы төҙөлөш ҡоролмаларының статусын билдәләгеҙ, йәғни, әгәр баҡса йорто теркәлмәгән булһа, ашығыс рәүештә Росреестрға ғариза яҙығыҙ; баҡсағыҙ сиктәрен аныҡлығыҙ, межалау хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ, юғиһә, территорияғыҙ сиктәре арҡаһында күршеләр менән низағ килеп тыуыуы бик ихтимал. Ә был судлашыу йә булмаһа, "күрше ерен биләгән өсөн" штрафтар менән янай.
Ғөмүмән, яңы үҙгәрештәр менән һәр баҡсасы үҙе ентекләп танышып сығырға бурыслы, сөнки был хаҡта бәйнә-бәйнә яҙып сығыу өсөн күп ваҡыт һәм гәзит битенән урын сарыф ителер ине. Баҡсасылар өсөн штрафтар исемлеге генә лә ун бер статья буйынса һанап кителгән. Эйе, яңы тәртиптәрҙе үтәү өсөн көс һалыу, тырышлыҡ кәрәк, был баҡсасы тыныслығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.
Шуныһы йыуандыра: пенсионерҙарға, элеккесә, ер участкаһына һалым һалынмай; Рәсәйҙең күп төбәктәрендә пенсионерҙарға кадастр һәм межалау эштәре, юристар ярҙамы өсөн ташлама ҡаралған. Шулай уҡ йәйҙе баҡсаһында үткәреүселәр ҡала фатирына түләүҙе бер аҙ кәметә ала. Һүҙ электр энергияһы, эҫе һәм һыуыҡ һыу тотоноу, сүп-сар өсөн түләүҙәр хаҡында бара. Ҡала фатирында 5 көн рәттән йәшәмәгән хәлдә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе Күп функциялы үҙәк (МФЦ) йә идарасы компания (УК) аша ҡайтанан иҫәпләтергә мөкин һәм бының өсөн баҡсаға йөрөгән транспортта һатып алынған билеттар, Баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесенән белешмә кәрәк. Пенсионерҙар өсөн элек милеккә һалым буйынса ташлама мәсьәләһе автоматик рәүештә башҡарыла торған булһа, хәҙер ғариза менән ваҡытында һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк, ти юрист Любава Трофимова. Юғиһә, ташламаға документтарҙы тәғәйен көнөнә тапшырмаған хәлдә, түләү квитанцияһы тулы күләмдә киләсәк һәм артыҡ түләнгәнде кире ҡайтарып алыу мәшәҡәтле эшкә әйләнәсәк.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА