«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺҮГЕНЕҮ ХАҠЫ НИ ХАҠ?
+  - 

Мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, илдәге яғыулыҡ көрсөгө арҡаһында 11 июлгә ҡарата бензинға сираттар Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, шулай уҡ Тула АЗС-тарында бер аҙ кәмеүгә бара. Силәбелә хәл түҙерлек, тиҙәр, Өфө менән Ҡаҙанда урыны менән сираттар һаҡлана әле. Ә бына Һарытау менән Волгоград һәм башҡа өлкәләрҙә сираттар оҙаҡҡараҡ һуҙылырға оҡшай.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, АИ-92 менән АИ-95 маркаларына бензинға хаҡ йыл башынан алып ҡарағанда 14 процентҡа ҡиммәтләнгән. Рәсәйҙең өс төбәгендә АИ-92 100 һумдан артып киткән, ә дизель яғыулығы хаҡы 3,4 процентҡа артып, 87,76 һумға еткән. Мәҫәлән, иң ҡиммәте Ҡырым Республикаһында - АИ-92 - 123,53 һум, АИ-95 - 170,59 һум; Севастополдә - АИ-92 - 105,47, ә АИ -95 - 148,64 һум. Бынан бер аҙна элекке мәғлүмәт буйынса, иң арзан яғыулык Омск өлкәһендә булған: АИ-92 - 61,33 , ә АИ-95 - 66,58, АИ-98 - 84,74 һум. Үкенескә, 6 июлдә илдәге иң ҙур предприятиеларҙың береһе - йылына 20,5 млн тонна ҡеүәтле Омск нефть эшкәртеү заводы украин дрондары һөжүменә дусар ителде һәм әле уның эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре бара. Ярославль һәм Ырымбур өлкәләрендә, шулай уҡ Башҡортостанда, Коми һәм Удмурт республикаларында АИ-95 маркаһына хаҡ 70 һумдан кәм тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта бер үк ҡаланың төрлө АЗС-тарында төрлө хаҡтар күҙәтелә. Хаҡтар арзаныраҡ станцияларҙа, ғәҙәттә, сираттар оҙон була, уның ҡарауы, бензин тиҙ бөтә. Илдең 25-ләгән субъектында лимит иғлан ителгән һәм кәнистргә бензин ҡойоп алыу тыйылған.
Сираттар оҙонға һуҙылған урындарҙа, тәбиғи, талаш-тауыш, бәхәс һәм тиргәшеүҙәр ҡубып китеүсән. "Московский комсомолец" гәзите яҙып сығыуынса, Чита ҡалаһындағы сираттарҙың береһендә ике кеше талашып китә һәм беренсеһе икенсеһенә яман итеп һүгенә. Эш судҡа барып етә. Үҙегеҙгә мәғлүм - бөгөн ниндәй генә "ҡыйыш" ғәмәлдәр өсөн штраф ҡаралмаған! Шуларҙың иң күбеһе - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙән түләтелә. Был бик дөрөҫ, сөнки юлдарҙа хәрәкәт ҡанундарын ғына боҙоп ҡалмай рулдә ултырған тәкәббер һәм үҙен генә ҡайғыртыусы һере водителдәр, йыш ҡына әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләрен дә бар тип белмәй. Әлеге һүгенгән водителдән дә суд штраф түләтә. 500 һум бик әҙ, әлбиттә. Башҡаса ауыҙынан шаҡшы һүҙҙәр сыҡмаҫлыҡ суммала кәрәк ине лә бит яза хаҡы...
Бына шулай, бер ямандың - бер яҡшыһы, тигәндәй, һүгенгән өсөн бөтә урындарҙа ла штраф түләтелһә, үәт йыйылыр ине ҡаҙнаға миллиондар! Үкенескә, кәмһетелеүсе яҡ та бындай осраҡтарҙа судлашып йөрөүҙе хуп күрмәйенсә, өндәшмәй ҡала, шуға ла һүгенергә яратыусылар үҙҙәрен иркен тота. Ғөмүмән, илдәге йәмәғәт урындарында, урамдарҙа һүгенмәгән ир-ат менән үҫмерҙәр бар микән ул?..

Фәйрүзә ИШБИРҘИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 9

Киске Өфө
 
Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru