«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТРАМП РӘСӘЙГӘ САНКЦИЯНЫ ХУПЛАЙ
+  - 

Үткән йәкшәмбелә Белгород өлкәһенең оператив төбәк штабынан хәбәр итеүҙәренсә, Украина ҡораллы көстәре (ВСУ) дроны Белгород өлкәһе Грайворон ҡалаһында велосипедта китеп барған 13 йәшлек балаға һөжүм итә. Йәрәхәттәр алған бала ауыр хәлдә дауаханала ята.

Мәскәү мэры Сергей Собянин 12 июлдә хәбәр итеүенсә, баш ҡалаға яҡынлаған 5, унан һуң тағы 9 пилотһыҙ шартлатҡыс аппарат, ә унан алдараҡ, 7 июль төнөндә, Мәскәү өлкәһе төбәгенә осоролған 300-ләп дрон Һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре тарафынан юҡ ителә. Шуларҙың 45-е туранан-тура баш ҡалаға йүнәлтелгән була. Донецк Халыҡ Республикаһында Украина ҡораллы көстәре пассажирҙар автобусына ут аса, һөҙөмтәлә 9 кеше йәрәхәттәр ала, ә 14 июлгә ҡарай тәүлек эсендә ошо уҡ төбәктә һигеҙ кеше, шул иҫәптән бер бала, украин дрондарынан һәләк булды, 10 кеше яраланды, тип хәбәр итә төбәк башлығы Денис Пушилин.
Күренеүенсә, ВСУ тыныс граждандар объекттарына һаман да күпләп ҡанығыуын дауам итә. 11 июлдән 12-һенә ҡарай төндә Мәскәү, Һамар, Тула, Ростов, Калуга, Курск, Воронеж - Рәсәйҙең барлығы 16 төбәге күгендә самолет рәүешендәге 349 пилотһыҙ дошман аппараты бәреп төшөрөлә. Үкенескә, тыныс халыҡ араһында яраланыусылар һәм зыян күреүсе торлаҡ йорттар байтаҡ.
Ә бына Украинанан 2,5 мең км арала ятҡан Омск нефть эшкәртеү заводына һөжүм төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Хәрби осоусы, авиация генерал-майоры Владимир Попов дрондың Рәсәй һауа оборонаһы системаһы сәбенә эләкмәй генә шунса араны үтеп, Омскиға килеп етеүенә һәм аппараттың Украина территорияһынан осоролоуына шик белдерә. Уның фекеренсә, был ил эсендәге дошман агенттары һәм көнбайыш аҡсаһына ялланған урындағы һатлыҡ йәндәрҙең эше. Тимәк, ти эксперт, дрон Омскиға яҡын райондан ебәрелеүе бик ихтимал. Шуның өсөн "тыштағы" дошманға ғына түгел, эске дошманға ҡаршы ла көрәшергә өйрәнергә, уларҙы фашларға кәрәк. Һәм, ысынлап та, ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте Киев режимы тарафынан Силәбе менән Амур өлкәләре хәрби аэродромдарына дрондар һөжүме әҙерләнеүе хаҡында белеп ҡалып, дошмандың планын өҙҙө. Был террор актын башҡарырға тейешле әҙәмдәр һәм уларҙың ярҙамсылары тотолдо, Британия, АҠШ, Канада һәм Швецияла етештерелгән һәм һәр береһе килонан ашыу шартлатҡыс менән ҡоралландырылған 24 нейромодулле дрондар тартып алынды. Асыҡланыуынса, нацист агенттары туранан-тура көнбайыш кураторҙары етәкселегендә эш иткән. Тәүҙә FPV-дрондар махсус контейнерҙарҙа Украина сигенән Брянск олкәһенә килтерелгән һәм улар артабан ил төпкөлөнә - Амур менән Силәбе өлкәләренә ике ҡатлы йәшерен багажлы еңел автомашиналарҙа ташылған. Дрондарҙы ҡуртымға алынған гараждарҙа йыйып әҙерләй башлағандар.
Зеленскийҙың хәрби хәрәкәттәрҙе һауа киңлегенә күсереү ниәтен хуплағандай, Рәсәй өҫтөнә туҡтауһыҙ һәм күп күләмдә дрондар атакаһын Дәүләт Думаһында ла күрҙеләр, буғай, ниһайәт: Думаның оборона буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Журавлев әйтмешләй, Европа менән Америка Украинаны көн-төн ҡорал һәм дрондар менән тыңҡыслауҙан туҡтамайынса тороп, Рәсәй төбәктәренә дрондар яуҙырыу дауам итәсәк. "Бер генә юл бар: уларҙың ҡорал ташыу юлдарын, күперҙәрҙе, тоннелдәрҙе, тимер юл станцияларын юҡ итергә - ниһайәт, етди һуғыш алып бара башларға кәрәк", - тине Журавлев, депутаттар фекерен белдереп.
РФ Оборона министрлығы, 12 июлгә ҡарай төндә Рәсәй армияһы, Одесса өлкәһендәге ВСУ боевиктарының хәрби йөк ташыу объекты булған өс портын, диңгеҙ судноларын һәм паромды шартлатыуға өлгәште, тип хәбәр итте. Рәсәй армияһы был операцияла 13 ҡанатлы Х-59/69 ракетаһы менән радиолокацияға ҡаршы 2 ракета, шулай уҡ "Герань" дрондары ҡулланды. AIF.RU яҙып сығыуынса, дошмандың башҡа логистика һәм энергетика объекттары, хәрби-сәнәғәт комплекстары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ләкин бөтәһенән дә бигерәк Киевҡа тос эләкте, тип һығымта яһай подполье координаторы Сергей Лебедев. Бынан тыш, беҙҙең "Искәндәр" ауыр дрондар йыйыусы "Аэродрон" украин предприятиеһын ер менән тигеҙләне. Рәсәйҙең "Герань-4 Сикер" яңы дроны Сумы өлкәһендәге электр энергияһы станцияһын эштән сығарҙы. "Укрэнерго"етәксеһе Виталий Зайченко һүҙҙәренә ҡарағанда, МХО башланғандан алып РФ Ҡораллы Көстәре украин электр энергетикаһының 3 млрд долларлыҡ яртылаш объектын юҡ иткән. Һуңғы тәүлектәрҙә Рәсәй ғәскәре ҡыҫымында Украина Сумы өлкәһендә биләмәләренән ҡолаҡ ҡаға бара.
Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ошо көндәрҙә Германия канцлеры Фридрих Мерц ауыҙынан бер йүнле һүҙ сыҡты: Украина буйынса килешеүҙәргә саҡырып, ул Европаның да был йәһәттән асыҡ булыуын әйтте һәм шул уҡ ваҡытта АҠШ булышлығында Мәскәүгә баҫымдың көсәйтелеү ниәтен дә хупланы. Әйткәндәй, Дональд Трамп Рәсәйгә санкцияны көсәйтеү хаҡында Конгресс тарафынан раҫланасак закон проектын ыңғай баһаланы. Шул да мәғлүм булһын ки: 17 июлдә АҠШ президенты "Милләткә мөрәжәғәт" менән сығыш яһамаҡсы.
Яҡын Көнсығыш темаһы ла һис ҡыуандырмай: АҠШ армияһы Иранға яңынан ут аса башланы. Дональд Трамп үҙенең был бойороғон "Иран көстәрен яуаплылыҡҡа саҡырыу" тип атаны. Шул уҡ көндө Иран яғы ла яуапһыҙ ҡалманы, Кувейттағы америка хәрби базаларын бомбаға тотто. 14 июлдән башлап Ирандың бөтөн порттары, судно һәм йөктәре дингеҙ блокадаһына алынды. Башҡа илдәр суднолары өсөн Ормуз боғаҙын асыҡ тип иғлан итеп, Дональд Трамп уларҙан "хәүефһеҙлек өсөн" 20 процент йыйым түләтмәксе. Бынан өс аҙна элек хәрби конфликтты туҡтатыу тураһында Иран менән АҠШ араһында ҡул ҡуйылған меморандумдың төп ике пункты - Ливан мәсьәләһе менән Ормуз боғаҙында утты туҡтатыу буйынса тулыһынса көйләүгә килә алмауҙа Politico баҫмаһы АҠШ вице-президенты Джей Ди Вэнсҡа яуаплылыҡ йөкмәтә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 6

Киске Өфө
 
Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru