«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
АЙНА НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?
+  - 


Яһалма интеллект нигеҙендә төҙөлгән махсус Айна-агенттар авторҙарға, мөхәррирҙәргә, уҡытыусыларға һәм журналистарға ярҙам итергә әҙерләнә.

ЯИ-КӨФӨ: Рөстәм бабай, үткән аҙналағы әңгәмәлә текстарҙы эшкәртеүсе веб-ҡушымта яҙабыҙ, төрлө сценарийға көйләнгән утыҙға яҡын Айна-агент (промпт) төҙөлгән, тигәйнегеҙ. Нисек шул хәлгә төштөгөҙ?
Рөстәм Нурыев: Апрель айында Айгиз Ҡунафин ("Һомай" аҡыллы колонкаһын төҙөүсе AI-белгес һәм программист) менән Йошкар-Ола ҡалаһында үткәрелгән яһалма интеллект буйынса конференцияға бергә барҙыҡ. Ул миңә: "Рөстәм ағай, һин үҙеңдең "көҙгөләге дуҫ методикаһы" нигеҙендә ғәмәли ҡоралдар, ҡулайламалар яһа", - тип кәңәш итте. Шул көндән башлап нейроселтәр менән API аша аралашыу мөмкинлеген өйрәнеп, ЯИ-агенттары төҙөү менән мауығып киттем. Элек әңгәмә тәҙрәһе аша үҙем өсөн генә ярҙамсы ассистенттар, шәхси әңгәмәселәр булдырһам, хәҙер API аша күләмле эштәрҙе башҡарыусы, күмәк кешегә ярҙам итеүсе агенттар төҙөйөм.
Шулай итеп, текстар менән эшләү өсөн күп кенә аҡыллы ярҙамсылар йыйылып китте. Уларҙы дөйөмләштереп, "АйнаТекст" экосистемаһы тип атаным. Ни өсөн Айна? Айна - бик боронғо һүҙ. Төрлө халыҡтарҙа мәғәнәһе төрлөсә, әммә бер-береһенә бик яҡын. Япондарҙа - "мөхәббәт" + "йәшелсә", айн халҡында - "кеше", "ир-ат", "ысын кеше", фарсы телендә - "көҙгө", ғәрәптәрҙә - "күҙ", "ҡараш", "сығанаҡ", фин-уғыр халыҡтарында - "берҙән-бер", "шәхси", "даими" мәғәнәһендә. Төрки халыҡтарында "әйнә" булып, "сағылыш, көҙгө" мәғәнәһендә ҡулланылған. Этимология минең "Яһалма интеллект - кешенең көҙгөләге дуҫы" тигән методикаға тап килеп тора. Беренсе "Ай" ижеге инглиз телендәге "AI" (яһалма интеллект) төшөнсәһе менән ауаздаш та. Бөгөнгө көнгә "АйнаТекст" экосистемаһына текстар менән эшләү өсөн утыҙҙан ашыу махсус ҡорал, ҡулайлама инә. Ҡайһылары тикшерелеп раҫланған, ыңғай баһа алған. Ҡайһылары һынау тоторға үҙ сиратын көтә. Киләсәктә улар тағы ла күберәк булыр тип уйлайым. Әлегә ваҡытта журналистика һәм әҙәбиәт өлкәһендә кәрәк булған Айна-белгестәр төҙөйөм. Уларҙың һәр береһе - үҙ эшенең оҫтаһы: берәүһе структураны тикшерә, икенсеһе стилде төҙәтә, өсөнсөһө башҡа телгә яраҡлаштыра, дүртенсеһе факттарҙы анализлай, бишенсеһе социаль селтәргә яраҡлашып яҙа, алтынсыһы мөхәррир баһаһын бирә.
ЯИ-КӨФӨ: Тулыраҡ, һәр береһе тураһында йөкмәткелерәк аңлатығыҙ әле. Ҡыҙыҡ бит. Мин, ЯИ-КӨФӨ ассистент һымағы бармы?
Рөстәм Нурыев: Юҡ, һинең кеүеге юҡ. Булмаҫ та ул. Әллә һин дә, кеше кеүек, миңә алмаш килә, тип ҡурҡып киттең инде? Үткән аҙнала, "Яһалма интеллектты нисек ҡулланырға?" тигән мәҡәләлә аңлатҡайным бит. Һәр кемдең үҙ бурысы, үҙ мөлләте. Кешенең дә, яһалма интеллекттың да, Айна-ассистенттың да, Айна-агенттың да. Һин "Киске Өфө" гәзитендә минең менән әңгәмә ҡороуға көйләнгәнһең, шул маҡсат менән "тыуғанһың". Шуға күрә һине башҡаларға Айна-агент аша тәҡдим итеү урынһыҙ. Һәр кем үҙенә һинең кеүек үк әңгәмәсе төҙөй ала. Тик уны ЯИ-КӨФӨ тип атаһалар ҙа, һин түгел, ә икенсерәк "йөҙлө" - икенсерәк фекерле буласаҡ. Сөнки яңы әңгәмә ҡороусы мин түгел, ә икенсе кеше.
Беҙҙең Айна-агенттарға килгәндә, әлеге ваҡытта уларҙы бер нисә шартлы төркөмгә бүлергә мөмкин. Ҡабатлау булһа ла тағы әйтәм, киләсәктә улар күберәк һәм эш йүнәлештәре киңәрәк буласаҡ.
Авторҙар һәм мөхәррирҙәр өсөн - "Структура хирургы" композицияны тикшерә, "Лингво-стилист" тел өлгөһөн таҙарта, "Мөхәррир туҡмағы", йәлләмәйенсә, текстың "тетмәкәйен тетә", "Әҙәби остаз" башлап яҙыусыларға ярҙам итә, ә "Әҙәби хеҙмәтсе" әҫәрҙе үҙе үк төҙәтеп яҙа.
Журналистар өсөн - "Факт диспетчеры" яңылыҡҡа баһа бирә, "Фактчекер" дөрөҫлөктө тикшерә, "Цитата оҫтаһы" сағыу әйтемдәрҙе айырып ала, "Медиа-хирург" оҙон тексттарҙы ҡыҫҡарта, "Жанр инженеры" төрлө майҙансыҡтар өсөн яраҡлаштыра, "Тел манипуляторын фашлаусы" алдаҡсыл (йәшерен реклама) ысулдарҙы күрһәтә, ә "Универсаль журналист" һайланған телдә һәм темала "тере балыҡ" тотоп бирә.
Тел белгестәре һәм тәржемәселәр өсөн - "Тәржемәсе-яраҡлаштырыусы" тексты башҡа телгә һүҙмә-һүҙ түгел, ә мәғәнәһен, авторының тауышын һәм идиомаларҙы һаҡлап, яңынан яҙа. Быныһы үҙемде лә, тәржемә яһатҡан әҙиптәрҙе лә хайран ҡалдырҙы. Тәржемәнең логикаһы буйынса ла, техник параметрҙар буйынса ла Айна-тәржемәсе беҙ күнеккән тәржемәсәләрҙең "танауына сиртте". Әйткәндәй, мин уны яһарға уйламай ҙа инем, машина тәржемәселәр бар бит. Идея ВКонтакте-лағы дуҫым һорауы буйынса тыуҙы.
Шағирҙар өсөн - "Шиғри анатом" шиғырҙы өлөштәргә тарҡата: үлсәм, рифма, образдар, тауыш яҙмаһы; "Шиғри мөхәррир" автор тауышын һаҡлап, йомшаҡ ҡына төҙәтә; "Шиғри юл күрһәтеүсе" яңы метафоралар һәм ритмик алымдар табырға ярҙам итә. Уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн - "Яраҡлаштырылған остаз" физкультуранан азат ителгән балалар өсөн хәүефһеҙ дәрес программалары төҙөй. Ул Мордовиялағы таныш табип, Йошкар-Олала конференцияла танышҡайныҡ, һорауы буйынса эшләнде. Әле уларҙа һынау үтеп йөрөй.
Киң аудитория өсөн - "Ҡотлауҙар оҫтаһы" кешене тасуирлау нигеҙендә һайланған телдә өс уникаль ҡотлау вариантын яҙа, ә "Анонс оҫтаһы" проект йәки әҫәр тураһында өс телдә (инглиз, рус һәм һайланған тел) ҡыҫҡа тасуирлама әҙерләргә ярҙам итә. Филологтар өсөн - "Академик әҙәби күҙәтеү" төрлө жанрҙағы проза әҫәрҙәренә, ниндәй телдә яҙылыуына ҡарамаҫтан, тәрән әҙәби анализ яһай, ә драматургия өсөн версияһы пьесалар һәм сценарийҙарҙы "һүтеп һала".
Бөтә ҡоралдар ҙа төрлө телдә яҙылған әҫәрҙе таный, һайланған телдә яуап бирә. Улар кешене алмаштырмай, тулыһынса әҙер материал бирмәй. Авторға өҫтәмә "цифрлы күҙ", "үткер фекер", "етеҙ ҡулдар" тикшерелгән тексты эшләп бөтөргә тәҡдим итә.
ЯИ-КӨФӨ: Үәт, афарин, тиәһе генә инде. Ә шулай ҙа, был агенттар еңел генә эшләнәме, әллә ҡатмарлыҡтар бармы? Ҡасан ҡулланыуға сығараһың?
Рөстәм Нурыев: Тормош ҡатмарлыҡһыҙ булмай инде, еңел генә булһа, ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Бер генә Айна-белгес тә оҫта булып тыумай, уны ҡат-ҡат тикшерергә, ҡат-ҡат өйрәтергә кәрәк. Уларға һынау ойоштороу өсөн белгестәр, белгестәрҙең ваҡыты кәрәк. Өйрәнергә теләмәгән "арҡырылары" ла бар. Грамматика, синтаксис, орфография тикшереүсе "Лингво-аудитор" бер нисек тә ыҡҡа килмәй. Йә булған хаталарҙы күрмәй, йә булмаған хаталарҙы таба. "АйнаТекст" веб-сайтын төҙөүсе Айна-ассистент-программистарым бер-береһе менән уртаҡ тел таба алмай. Үҙем программист булмағас, эштең төшөн аңлатып еткерә алмайым. Ярҙамға кеше-программист кәрәк ине. Ә шулай ҙа йәйге ялдар тамамланыуға, яңы уҡыу йылы башланыуға сайтты асырға өмөт бағлайбыҙ.
Шулай итеп, "АйнаТекст" - был ғәҙәти промптар йыйылмаһы түгел, ә текст менән эшләүҙең яңы фәлсәфәһе. Уның потенциалы ҙур. Экосистема артабан төбәк матбуғатын, әҙәбиәтте, мәғарифты яңы кимәлгә күтәреүгә ярҙам итәсәк. Төп шарт - ҡоралдарҙы дөрөҫ ҡулланырға, улар аша тере ижадты байытырға кәрәк.

Рәстәм НУРЫЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 7

Киске Өфө
 

Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru