«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ГЕОРГИ БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА
+  - 


Суйын ҡаҙандарҙан башҡа, улар ағас һәм туҙ һауыт-һаба, күн тоҡтар менән файҙалана; таштан яһалған, йәки ярма һаҡлай торған һауыт-һаба, башҡа төрлөләре бик һирәк кешеләрҙә була. Һәр бер өйҙә тиерлек ағас килеләр бар, улар тирмән урынына ярма һәм он тартыу өсөн ҡулланыла, шулай уҡ киле тарма төйөү һәм башҡа шундай эштәрҙе башҡарыу өсөн файҙаланыла. Ҡайһы бер ауылдарҙа ҙур булмаған һыу тирмәндәре бар, алты йә иһә ете тырнаҡлы тирмән ташы тура торған валға горизонталь рәүештә ҡуйылған. Башҡорттар уларҙы тирмән тип атаһа, рәсәйлеләр мутовка тиҙәр; бындай тирмәнде хәрәкәткә килтерер өсөн бәләкәй генә инеш тә етә, сөнки улаҡ буйлап өҫтән, бер йә иһә бер ярым фут бейеклектән, һыу ҡуласаның ҡырыйына, йә иһә фут ярым оҙонлоғонда тырнаҡтарҙың яҫы яғына ағып төшә.
Ошондай тирмәндәре булмаған урындарҙа һәр бер өйҙә ҡул тирмәне йә иһә арҡырыға фут ярым, дүрт бармаҡ ҡалынлығындағы имән дүңгәләктәрҙән яһалған тирмән таштары була. Дүңгәләктәрҙең һәр береһенең яҫы яғына ватылған суйын ҡаҙандарҙың ваҡ ҡына киҫәктәре ҡағып ҡуйылған, улар дүңгәләктәрҙең эске яҡтарының өҫтөнән ике һыҙыҡҡа ғына ҡалҡып тора. Аҫҡы дүңгәләктең уртаһына ағас сөй беркетелгән, ә өҫтәгенеһенең уртаһындағы тишек сөйҙән киңерәк итеп эшләнгән. Өҫтәге дүңгәләктең өҫкө яғының ҡырыйына ағас сөй беркетелгән, ул тотҡа ролен үтәй. Он тарттырырға кәрәк булғанда тирмән дүңгәләктәре аҫтына сепрәк япма йәйеп ҡуялар, һәм аҙ-аҙлап тишеккә ашлыҡ ҡоялар, өҫкө дүңгәләкте сөй-күсәр тирәләй әйләндерәләр. Тартылып ваҡланған ашлыҡ аҫтағы дүңгәләктән япмаға ҡойолоп төшә һәм ярма шундуҡ ҡулланырға әҙер була; он кәрәк булғанда ҡойолоп төшкән өлөшөн иләйҙәр, ҡалған эреләрен, бары тик көрпәһе генә ҡалғансы, яңынан тирмәндә тарттыралар.
Башҡорттарҙың төп шөғөлө - малсылыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта улар бер ни тиклем ер эшкәртеү менән дә мәшғүлдәр, кейектәргә һунар итәләр һәм мәғдән сығаралар, бында металл мәғдәненә бай тауҙар бар. Уларҙы ғәҙәти, бәхетле һәм бай малсылар тип атап булыр ине; улар үҙҙәренең мөлкәтен көтөүҙәренең йә иһә мал өйөрҙәренең ҙурлығына ҡарап билдәләй. Улар башҡа малдарға ҡарағанда йылҡы үрсетеүгә өҫтөнлөк бирә, сөнки унан үҙҙәренең көндәлек ихтыяждарын тулыһынса тиерлек ҡәнәғәтләндерерлек нәмәләрҙе алалар. Мәҫәлән, менге аттар, һөт, ит; тиреләренән үҙҙәренә кейем-һалым һәм күн һауыттар (турһыҡ. - Тәрж. иҫк.) тегәләр, ә ялынан бау ишәләр һәм башҡа маҡсаттарҙа ҡулланалар.
Байҙарҙың һарыҡтарының иҫәбе уларҙың аттары һанына тиң тиерлек, йә иһә унан да күберәк. Һыйыр малдары аттарының яртыһын тәшкил итә. Һәр береһенең тиерлек ҙур булмаған кәзә көтөүҙәре бар. Хәлле башҡорттар бер нисә дөйә лә тота. Мосолман булараҡ, сусҡаларҙы бысраҡ хайуан тип иҫәпләйҙәр. Ябай башҡорттоң да аттары 30-ҙан йә 50-нән дә кәмерәк түгел; күптәренең 500, байҙарының 1 000, ҡайһы берҙәренең 2 000-гә тиклем һәм унан да күберәк аты була; башҡа малдары ла шулай уҡ ишле. Әммә башҡорттар малсылыҡ тураһында ғына ҡайғыртмай: улар бал ҡорто тоторға бик әүәҫтәр. Һәр береһенең бер нисә умартаһы бар, ә ҡайһыларының ике, өс һәм биш йөҙгә тиклем солоғо була.
Уларҙың аттары һәм һыйыр малдары рустарҙыҡына оҡшаш; аттары тәбәнәк буйлы, әммә теремек һәм бик сыҙамлылар. Һарыҡтарының яртыһынан күберәге ҡалмыҡ сығышлы, һимеҙ ҡойроҡло, ҙур башлы һәм һалпыҡ ҡолаҡлылар. Ҡайһы берҙәре, бигерәк тә ярлыраҡтары, яҡшы йөнлө рәсәй йәки ҡыҫҡа ҡойроҡло һарыҡтар тота, ә ҡайһыларында һарыҡтарҙың ике төрө лә бар. Улар, бында ҡыштың ныҡ һалҡын һәм оҙайлы булыуына ҡарамаҫтан, малға бер ниндәй ҙә аҙыҡ бирмәй, шуға күрә малдар шиңгән һәм туңған үләнде һәм мүкте ҡар аҫтынан табып ашай. Бары тик ныҡ көсһөҙләнгән һәм бик ауыр кәүҙәле малдарға ғына нығына алһындар өсөн бер аҙ бесән бирәләр.
Дөйәләре лә аҙыҡты үҙҙәре табырға тейеш, уларҙы иҫке кейеҙ менән уратып ҡаплап йөрөтәләр. Яҙға табан малдарының һәр береһе ныҡ ябыға һәм көсһөҙләнә: шулай булғас, уларҙың байтағы астан, ҡаты һыуыҡтарҙан һәм йыртҡыс йәнлектәр һөжүменән ҡырылып бөтә, бигерәк тә мәреү көндәрҙән аҙаҡ ҡаты һалҡындарҙа ҡар өҫтө боҙланып туңған саҡта малдары ныҡ зыянлай.
Башҡорттар шундай уҡ вайымһыҙлыҡ менән үҙҙәренең йәш малдарын тәбиғәт ҡарамағында ҡалдыралар. Ҡолондар, быҙауҙар, кәзә бәрәстәре бейәләр, һыйырҙар, кәзәләр менән бергә яланда йөрөй. Әммә ҡайһы берәүҙәр артыҡ булған иркәк малдарын бестерәләр; башҡалары уларға бөтөнләйгә теймәй, тимәк, иркәк малдарының иң насарын да көтөүҙән айырмай тоталар. Шуға ҡарамаҫтан, орғасы малдарының ваҡытһыҙ бәрәсләүе һирәк осрай, сөнки оҙон ҡыш дауамында уларҙың ныҡ ябығыуы бының сәбәптәренең береһе булып тора. Йәйҙәрен уларҙың барса малдары ла теремек һәм һимеҙ була. Һауым күберәк булһын өсөн улар ҡолондарҙы һәм быҙауҙарҙы үҙҙәренең тирмәләре янында көн буйына арҡанлап ҡуялар һәм төнгә генә инәләре янына ебәрәләр. Улар шул рәүешле үҫтерелгән ҡолондарҙың һәм быҙауҙарҙың, инәләре янында йөрөп, туйғансы һөт имеп йөрөгәндәренә ҡарағанда, ҡыш айҙарын күпкә сыҙамлыраҡ үткәреүен иғтибарға алғандар.
Уларҙа ҡортсолоҡ тулыһынса поляктарҙыҡына оҡшаш. Уларҙың шундай уҡ солоҡтары бар, солоҡҡа ағас олонон һәм кәүҙәләрен уратып алынған бау ярҙамында менәләр, шунан баллы кәрәҙҙәрҙе киҫеп алалар һ.б.
Башҡортостандың тигеҙлектәре һәм асыҡ үҙәндәре иң уңдырышлы һөрөнтө ерҙәргә бай, бында бик тырышып эшкәртмәйенсә һәм бер ниндәй ҙә ашлама индермәйенсә лә сәскәнгә ҡарағанда ун тапҡыр һәм унан да күберәк уңыш алып була. Башҡорттар боронғо ваҡыттарҙан бирле бер ни тиклем ер эшкәртеү менән шөғөлләнһәләр ҙә, был кәсепте үҙҙәре өсөн үтә ауырға һанап, икмәкте иң кәрәкле нәмә түгел тип ҡарап, ер эшенә аҙ илтифат итәләр: хөкүмәттең бер нисә йыл буйына иң тырыш башҡорт ер эшкәртеүселәрен дәртләндереү маҡсатында ал байрам кафтандары һәм башҡа әйберҙәр менән бүләкләүе лә уларға бик аҙ ғына тәьҫир итә. Бик күптәре ер һөрөүҙән бөтөнләйгә баш тарта, ә ҡайһылары ауылдары янында ике дисәтинә ергә (дисәтинә - 1,09 га. - Тәрж. иҫк.) ашлыҡ һәм аҙ ғына тарма сәсә: әммә бер кемдең дә һигеҙ дисәтинәнән күберәк сәсеүлеге юҡ. Улар, Бохара кешеләре кеүек үк, орлоҡто башаҡтан ҡойҙороу өсөн урып алынған ашлыҡ һаламын эре малдарға һыбай менеп тапаталар.
Халыҡтың яртыһынан күберәге бик иркен булған урманлы тауҙарҙа ҡырағай йәнлектәргә һунар итеүҙе бынан ҡәнәғәтләнеү табып, тәьҫирләнеү өсөн башҡарһа, ә ярлыраҡтары һунарға йәнлек ите өсөн йөрөй. Улар был кәсептәрен үҙҙәренең ысын бурҙайҙарға оҡшаған ябай эттәре, өйрәтелгән бөркөттәре менән, тоҙаҡ һәм башҡа йәнлек аулау ҡоралдарын ҡулланып башҡара.
Мәғдән сығарыу эшенә әллә ни илтифат итмәһәләр ҙә, ҡайһылары ябай мәғдәндәрҙе айыра беләләр һәм уларҙың яҡшы юлаҡлы урындарын эҙләү менән шөғөлләнәләр. Әгәр ҙә берәй башҡорт олоҫо ерҙәрендә баҡыр йә иһә тимер мәғдәне табылһа, уларға бай булған тауҙарын байтаҡ ҡына урмандары менән рус заводчиктарына бер ни тиклем ваҡытҡа, ғәҙәттә, алтмыш йылға тиклем һаталар. Шул ваҡыт уҙғас, әгәр заводчик ул ерҙәрҙе яңынан һатып алмаһа, үҙҙәренә ҡайтаралар. Пермдә башҡорттарҙың үҙҙәре булдырған мәғдән сығарыу урындары бар, баҡыр мәғдәнен төшөмлөрәк хаҡ менән яҡындағы заводтарға тапшыралар.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 26-27-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 8

Киске Өфө
 

Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru