«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БИЛӘРИТТӘР, ҠАТАЙҘАР БЕҘҘЕ ШУЛАЙ АТАЙҘАР
+  - 


Өфөлә йәшәүсе Белорет районынан сыҡҡан билдәле шәхестәр менән әңгәмә ҡорорға теләгебеҙ барлығын белдереп тә өлгөрмәнек, бер саҡ улар гәзитебеҙ редакцияһына ағыла башламаһынмы! Ғәҙәттә, бындай саҡта ике-өс кеше килә торғайны, биләриттәр күмәкләнеләр. Бер нисәүһе килеп өлгөрмәне. Тағы ла шуныһы: һайлам уҡтай ир-егеттәр, етмәһә, барыһы ла ҡатай малайҙары. Кемдәр тиһегеҙме, бына улар: атаҡлы ҡурайсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмил ҒӘЙЗУЛЛИН, билдәле режиссер, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ, танылған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр ҒӘЗИЗОВ, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Илдар ШӘРИПОВ, Башҡортостан Республикаһы Миграция үҙәге дауаханаһы баш табибы Раян МИҺРАНОВ. Әңгәмәбеҙ уларҙың, ҡатай малайҙарының, дәррәүлеге, әүҙемлеге сәбәптәрен асыҡлауҙан башланды ла инде.

Һуңғы йылдарҙа ырыуҙар хәрәкәте йәнләнде. Был хәлде ҡатмарлы заманда кешенең үҙ тамырҙарына ынтылышы менән дә аңлатырға була. Һеҙҙең ҡатай ырыуы вәкилдәре лә был йәһәттән бик әүҙем. Йыл һайын тиерлек ырыу йыйынығыҙ, шулай уҡ башҡа сараларығыҙ ҙа уҙып тора. Үҙегеҙ ҡатай ырыуы вәкиле булараҡ, бындай әүҙемлектең сәбәптәрен нимәлә күрәһегеҙ?

Илдар Шәрипов:
Бындай әүҙемлек әйҙәүсе шәхестәребеҙҙең эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйлелер. Әгәр ҙә беҙ ҡатайҙарҙы ҡәбилә итеп алһаҡ, ул Иҙел-Ҡатай, Инйәр-Ҡатай, Бала-Ҡатай, Оло-Ҡатай кеүек күп кенә ырыуҙарҙан тора. Уларҙың һәр ҡайһыһында юл башлап йөрөүселәр бар.
Искәндәр Ғәзизов: Был әүҙемлек һәр урында ла сағылыш таба. Яңыраҡ Мәсетле, Балаҡатай яҡтарында сығыш яһаныҡ, унда ла яҡташтарым менән осраштым. Илдар менән килешәм, беҙҙең иҫ китмәле һоҡланғыс ағайҙарыбыҙ бар, булған. СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков, Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Исмәғилев, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Ғәмзин беҙҙең яҡташтар. Ошо әңгәмәлә ҡатнашҡан Рәмил Ғәйзуллин, Рәйес Исмәғилев ағайҙар менән нисек ғорурланмаҫһың! Тиҙ генә ойоша алыуыбыҙ юлбашсыларыбыҙҙың абруйынан килә. Нисек инде шундай ағайҙарҙың артынан эйәрмәҫкә! Йыл һайын Рәйес Абдрахман улы беҙҙе, мәҫәлән, мосолман зыяратына ойоштороп алып сыға. Унда ерләнгән легендар шәхестәребеҙҙең ҡәберҙәрен рәткә килтерәбеҙ.
Рәмил Ғәйзуллин: Беҙ зыяратта ғына түгел, төрлө урындарҙа ла, мәҫәлән, бына Илдар ҡусты эшләгән музейға ла йыйылабыҙ. Беҙ генә түгел, башҡа ырыу вәкилдәре лә йыйылып тора. Беҙҙең халыҡҡа дөрөҫ маҡсат, сәбәп кенә кәрәк, дәррәү күтәрелергә әҙер торабыҙ.
Рәис Исмәғилев: Беҙҙең Белорет районы ҡатайҙары бер ун-ун биш йыл элек бик пассив инеләр, әүҙемлек һуңғы ваҡытта ғына барлыҡҡа килде. Беҙҙе ойоштороуҙа Рәнис Рәис улы Алтынбаевтың роле ҙур булды. Рәмилә Мусина тигән ҡыҙыбыҙ ҙа маһир ойоштороусы. Хәҙер мин ниндәй эшкә тотонһам да, Рәнис һәм Рәмилә менән кәңәшләшәм. Һәр кем үҙенең мөмкинлеге, үҙенең белдеге менән беҙҙең эшмәкәрлеккә яңы юл, яңы маҡсаттар алып килә. Һәр сараның үҙенең аныҡ саҡырыу девизы була бит. Бына, мәҫәлән, зыяратҡа сығыуҙы ойошторғанда шундай лозунты алға һөрәбеҙ: "Үлеләрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел!" Был һүҙҙәрҙе яҙҙырып, Йөйәктең зыяратына алып барып элеп ҡуйҙым. Беҙ хатта зыяратҡа доға уҡып инергә кәрәклекте лә белмәйбеҙ. Барыһын да мәсеткә барып белешергә, тейешле доғаны ҡағыҙға яҙҙырып таратырға тура килде.
Минең иҫәп буйынса Өфөлә Белорет ерендә тыуып үҫеүсе меңдән ашыу кеше йәшәй. Әммә мосолман зыяратына өмәгә сығыусыларҙың һанына ҡарағанда мин ҡатайҙарҙы әүҙем тип әйтмәҫ инем.
Раян Миһранов: Әүҙемлектең сәбәптәре төрлөсәлер. Тарихи күҙлектән ҡарағанда, халҡыбыҙҙың ниндәйҙер бер ырыуы ниндәйҙер дәүерҙә дөйөм халыҡты күтәргән. Шуның һымаҡ, ниндәйҙер бер осорҙа ниндәйҙер бер ырыу ҡалҡыуыс һымаҡ ҡалҡып сыға ла, халыҡты батырмай күтәреп тора. Артабан ул ырыу икенсе планға күскәндә башҡа бер ырыу ҡалҡып сыға, икенсеһен өсөнсөһө алмаштыра. Ә әүҙемлеккә килгәндә, һәр бер ырыуҙа ла әүҙем кешеләр бар. Әле һуңғы ваҡытта төньяҡ-көнбайыш башҡорттары араһында ла күҙәтелә ундай әүҙемлек.
Унан һуң, бәлки, беҙҙең ҡатайҙар үҙҙәренең әүҙемлеген күрһәтә беләләрҙер. Башҡалар күрһәтә белмәйҙер ҙә, шуға беҙ әүҙем булып күренәбеҙҙер...

Белорет ҡатайҙарының әүҙемлеген мин уларҙың урманлы-таулы-ҡаялы ерҙәрҙә йәшәүенән дә киләлер тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, урманға яңғыҙ барырға ярамай, халыҡта "Айыуға барһаң, ағаң менән бар" тигән әйтем дә бар. Урман кешеһенең психологияһы шуға ҡоролмағанмы? Сөнки һин берҙәм һәм күмәк булғанда ғына көтөлмәгән хәлдәргә ҡаршы тора алаһың. Нисек уйлайһығыҙ, әүҙемлеккә тәбиғәт факторы йоғонто яһамаймы икән?

Рәис Исмәғилев:
Бынан бер нисә йыл элек беҙҙең Йөйәктән иң яҡын ауыл Инйәргә тау-таш араһынан үтеп, йылғалар кисеп барғанда ҡырҡ саҡрым юл үтергә тура килә ине. Унда ла тик һыбай ғына барып булды. Ә инде беҙҙең ауылдан Архангел яғына китһәң, урман-тау аша илле саҡрым барырға кәрәк. Ҡайһы ваҡыт "Беҙҙең халыҡ ниңә шундай урынға барып ултырҙы икән?" тип тә уйлай торғайныҡ. Әгәр ҙә берәй яҡтан беҙҙең ауылға килен төшһә, шул тиклем ҡыуана торғайныҡ. Әгәр ҙә берәй ҡыҙыбыҙ ситкә кейәүгә сыҡһа, шулай уҡ ҡыуана инек. Сөнки былар барыһы ла башҡа ауылдар менән аралашыу, берләшеү мөмкинлеге бирҙе. Мин тәбиғәт факторының йоғонтоһон ошо рәүешле аңлата алам. Икенсенән, тәбиғәт факторының халҡын үҙ артынан эйәртә алырлыҡ шәхестәр формалашыуында ла йоғонтоһо бар. Беҙҙең Йөйәктә фән докторҙары, һыу аҫты кәмәһе командиры, хәрбиҙәр, сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр бихисап. Беҙҙең ауыл янында Ҡаратау, Аҡтау тигән тауҙар бар. Шул тауҙар кешегә ыңғай тәьҫир итәме икән, тип тә уйланғаныбыҙ бар.
Раян Миһранов: 1917 йылдарҙа Башҡортостан мөстәҡиллеген яулағанда был хәрәкәтке хәҙерге Башҡортостандан ситтә йәшәүсе шәхестәр күберәк өлөш индергән. Бында Силәбе, Ҡорған, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Пермь өлкәләре, Минзәлә өйәҙе башҡорттарын күҙ уңында тотам. Улар халҡыбыҙҙың ниндәй хәлгә төшөп барғанын алданыраҡ күргән. Ситттә йәшәүе ауырыраҡ булған. Улар тәүге һөжүмдәрҙе ҡабул иткән. Беҙҙең ҡатайҙар тау-таш араһында көн күргән. Уларҙың араһында күпме аймаҡтар бар. Шәжәрәләрен ҡарай башлаһаң, күптәренең нәҫел ептәре ихтилалдарҙан һуң башлана. Сөнки ихтилалдарҙан һуң башҡа башҡорт ырыуҙары ла тауҙарға ҡасҡан. Әүҙемлек ошо күренешкә лә бәйле булыуы мөмкин. Көслө шәхестәребеҙ ҙә булған. 60-сы йылдарҙа төрлө эҙәрлекләүҙәргә ҡарамайынса, улар үҙҙәренең эшмәкәрлеген алып барғандар. 90-сы йылдарҙы алһаҡ та, Рәйес ағай һымаҡ шәхестәребеҙ ағай-энене ойоштороуға ең һыҙғанды. Йәштәргә артынан эйәрер үрнәктәр бар һәр хәлдә. Был тәңгәлдә беҙгә быуындар күсәгилешлеген тәьмин итергә генә кәрәк.
Рәмил Ғәйзуллин: Мин күп ерҙәрҙә йөрөйөм. Бәлки, мин яңылышамдыр, әммә беҙ ырыу факторына артыҡ әһәмиәт бирмәйбеҙме икән, тим. Ҡаҙаҡтар, мәҫәлән, бер ваҡытта ла "Һин ниндәй ырыуҙан?" тип һорамайҙар. Улар хатта жуздарын да телгә алып бармай, "Беҙ - ҡаҙаҡтар" тиҙәр.
Илдар Шәрипов: Мин башҡасараҡ уйлайым. Үҙеңдең тарихыңды, шәжәрәңде белер өсөн иң беренсе нәүбәттә ырыуыңды белергә кәрәк. Ырыуыңды белеү шәжәрәңде өйрәнеүҙең асҡысы булып тора. Асҡыс булмайынса, йоҙаҡты асып, тарихи үткәнеңә инеп булмай. Ырыуҙар беҙҙе бер нисек тә тарҡатмай. Үҙебеҙҙең ырыуға хас яҡшы йолаларыбыҙҙы, сифаттарыбыҙҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға тырышабыҙ икән, бының бер ниндәй ҙә насарлығын күрмәйем.
Искәндәр Ғәзизов: Ырыуға артыҡ әһәмиәт биреп, башҡортлоҡто онотоп ташламайыҡ, тип әйтергә теләйҙер Рәмил ағай. Яңыраҡ ҡына Гөлфиә Янбаева, Данир Ғәйнуллин менән берлектә Ырымбур өлкәһенең Новосергеевский районындағы Мерәҫ ауылында булғайныҡ. Баҡтиһәң, был Мерәҫ ауылы халҡы хәҙерге Стәрлебаш районынан күсенгән юрматылар икән. Ошо бәйләнеште асыҡлауға ырыу факторы ярҙам итте лә инде.
Рәмил Ғәйзуллин: Бер районда, мәҫәлән, бер генә ырыу вәкилдәре йәшәмәй. Беҙҙең Белорет районында ҡатайҙарҙан тыш, тамъяндар, ҡыпсаҡтар, күбәләктәр бар. Шуға күрә, әйтәйек, ырыуҙарға бүленеш яҡташлыҡҡа зыян килтереүе бар. "Милләтем ҡатай" тип әйткәйне бер ҡатай малайы. Татарҙар, мәҫәлән, мишәрҙе лә, типтәрҙе лә, керәшенде лә, башҡаһын да татар тип атай.
Рәис Исмәғилев: Бында уң ҡулың менән һулын бутарға кәрәкмәй. Хәҙерге мәғлүмәт заманында ырыу менән милләтте тик ахмаҡтар ғына бутайҙыр. Ырыуҙар булырға тейеш. Ырыуҙар беҙҙең байлығыбыҙ, ете ҙур һәм ҡеүәтле ырыуыбыҙ, унан тыш ҡырҡтан ашыу ырыу-ҡәбиләләребеҙ иҫәпләнә. Улар ҙа үҙҙәренең ниндәй ырыуҙан икәнлеген белһендәр. Әгәр ҙә кеше үҙенең тарихын, ырыуын белә икән, үҙенең ниндәй милләт вәкиле икәнен дә белә. Шуға күрә мин ырыуҙар хәрәкәте артабан да нығыраҡ үҫеш алыр тип уйлайым. Һәр кеше үҙенең ырыу ата-бабалары менән ғорурлана икән, был бер ҙә насар түгел. Беҙҙең райондағы тамъяндар Өфөлә ҙур йыйын үткәрҙе, уларға ҡарап, беҙ, ҡатайҙар ҙа, сәмләнеп киттек. Хатта мин шулай тип әйтер инем: бер-беребеҙҙе, һуңғы сиктә дөйөм милләтте сәмләндерер өсөн дә кәрәк был хәрәкәт. Беҙгә бер-беребеҙҙән үрнәк алып, бер-беребеҙҙе күтәреп йәшәргә кәрәк. Тап шуның өсөн дә бит Хоҙай Тәғәлә беҙҙе төрлө ырыуҙарҙан, кешелекте төрлө халыҡтарҙан яралтҡан.
Аллаһы Тәғәлә мине ҡатай ерендә ҡатай итеп яралтҡан икән, мин бер нисек тә ошо тамырымдан баш тарта алмайым. Минең балаларым да ҡатай. Киреһенсә, беҙгә был тойғоно юғарыраҡ күтәрергә кәрәк.
Шөкөр, туғанлыҡты һаҡлаусы йолаларыбыҙ ҙа беҙҙе берләштерә. Мәҫәлән, өмәләрҙе алайыҡ. Кемдер йорт күтәрһә, бөтә туғандар, ауылдаштар саҡырмаһаң да йыйыла. Өмәлә эшләгән өсөн хаҡ түләнмәй, уның хаҡы - туғанлыҡты, берҙәмлекте һаҡлау. Беҙҙең ҡатайҙарҙа өмәләр әле лә үткәрелә.

Барығыҙ менән дә килешәм. Рус телендәге "народ" тигән атама ла "ырыуҙарға бүленеүсе" (единство, которое делится на роды) тигәнде аңлата. Бөгөн беҙҙең төп көсөбөҙ ҙә туғанлыҡта, ә туғанлыҡтың иң ойошҡан формаһы - ырыуҙар, улар беҙҙең цементыбыҙ. Киләсәктә глобалләшеү шарттарында халҡыбыҙҙы бер ҡорҙа тап ошо цементыбыҙ бәйләйәсәк. Был беҙҙең тәбиғәт һәм Хоҙай тарафынан бирелгән көсөбөҙ. Теге тарафҡа барғас, иң тәүге һорауҙарҙың да береһенең яҡын туғаның менән мөнәсәбәтеңә бәйле булыуы ла осраҡлы түгел. Шул уҡ ваҡытта, Рәмил менән дә килешәм: был турала ҡысҡырып йөрөргә, ырыуыңды милләттән айырып һөйләргә ярамай.

Раян Миһранов:
Мин ырыуыңды таныуҙың милләт өсөн ҡурҡынысын тоймайым, сөнки башҡорт халҡы элек-электән күп ырыуҙарҙан торған. Нәҫелдең күсәгилешлеге иң беренсе нәүбәттә ата-бабаларыңдың кем икәнлеген белеүгә бәйле. Әгәр ҙә һин ата-бабаңдың кем икәнлеген белмәһәң, башҡаһын да, ниндәй халыҡтан икәнлегеңде лә онотаһың. Һин бүләр булһаң да, ғәйнә булһаң да, бөрйән булһаң да, тамъян булһаң да, башҡортһоң. Әгәр ҙә һин ҡатайлығыңды онотһаң, башҡортлоғоңдо һис шикһеҙ онотасаҡһың. Ырыуҙы иҫләмәй тороп, халыҡты иҫләп булмай. Халҡыңды иҫләһәң, ырыуыңды иҫләмәйсә лә булмай. Был аксиома.
Халыҡсанлыҡтың нигеҙҙәре лә ырыу-заттарға барып ялғана. Әгәр ҙә теге йәки был халыҡ башҡа халыҡтарҙы ни тиклем үҙенә күберәк ҡуша, йота, ул шул тиклем тиҙерәк юҡҡа сыға. Сөнки был осраҡта уның халыҡсанлығының нигеҙе юғала. Нимә ул башҡорт булыу тигәндә лә иң беренсе нәүбәттә ырыуыңды белеүҙе, тамғаңды, ораныңды, шәжәрәңде белеүҙе, йондоҙҙарҙы белеп эш итеүҙе килтерәләр.

Ҡала кешеһе, асылда, күршелек принцибы буйынса йәшәй. Беҙ ҡасандыр ауылдан ҡалаға килеп, тулы хоҡуҡлы ҡала кешеһе булып китһәк тә, күршелек менән мөрхәтһенмәйенсә, үҙебеҙҙең ауылдан, ырыуҙан, райондан сыҡҡан кешеләрҙе табып, улар менән аралашып, рухи ауылдаштар булып йәшәйбеҙ. Әле беҙ әңгәмә ҡорған "Өфөләрҙә бар бер ауыл" рубрикаһы ла нәҡ шундай ауылдар хаҡында. Өфөләге "Ҡатай" йәки "Иҙелбашы" ауылының рухи хәләте нисек бөгөн?

Рәис Исмәғилев:
Бөгөн Өфөлә йәшәгән ҡатайҙар әүҙем тормош алып бара. Минең был өлгөнө Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Ағиҙел ҡалалары яҡтарына ла күсергем килә. Улар беҙҙең баш ҡалала үткән сараларға төркөм-төркөм булып килһәләр, бик яҡшы булыр ине. Беҙҙә бик яҡшы фекерҙәр, саралар проекттары тәҡдим итеүсе кешеләр бар. Эшләп кенә өлгөр. Әле көҙгөлөккә лә елле пландарыбыҙ бар. Әлбиттә, ҡайһы бер саралар килеп сыҡмай ҙа ҡуя, уның ҡарауы, икенсе-өсөнсөләре тормошҡа аша. Теге йәки был эш һаман да эшләнмәй һуҙылып китһә, мине лә әрләп ташлайҙар. Беҙ әле үҫеш юлында.

Хәтерегеҙҙә булһа, заманында атаҡлы эшҡыуар Риф Иҫәнов баш ҡалабыҙҙа үҙенең ырыуы исемен ҡушып "Юрматы" тигән сауҙа үҙәге асҡайны. Һеҙҙең был йәһәттән уй-фекерҙәрегеҙ нисек?

Рәис Исмәғилев:
Беҙ күберәк мәҙәниәт, сәнғәт тирәһендә әйләнәбеҙ. Әммә тормоштоң нигеҙе иҡтисадта. Риф Иҫәнов өлгөһөндә Өфөлә "Ҡатай" йә "Иҙелбашы" тигән сауҙа үҙәге йәки башҡа төрлө иҡтисад йә халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиеһы асҡанда шәп булыр ине.

Һуңғы йылдарҙа барыбыҙҙы ла борсоған бер күренеш барлыҡҡа килде. Ул да булһа, хатта төпкөл ауылдарҙа ла сабыйҙарҙың теле русса асыла. Ошо хәлдән сығыу юлдары бармы, булһа, нисек итеп был афәттән сығыу мөмкин тип иҫәпләйһегеҙ?

Искәндәр Ғәзизов:
Беҙ үҫкән саҡта интернеттың "и" хәрефе лә булманы. Беҙ ағас трактор менән уйнаныҡ, тал сыбығын ат итеп менеп йөрөнөк, һуңынан сәпиттәргә күсеп ултырҙыҡ. Хәҙер бәләкәй генә балалар ҡулдарына телефон тотоп ултыралар. Әммә уларға был хикмәтте бирмәйенсә лә булмай, сөнки заман шуны талап итә. Хәҙерге балалар бөтә нәмәне лә белеп тыуа. Беҙ элек тыуҙыҡ, улар белеп тыуа. Улар хатта балаларҙың ҡайҙан килеп сыҡҡанын ла беләләр, ә беҙ мәктәп тамамлағансы үҙебеҙҙе Инйәр йылғаһынан тотоп алғандар тип иҫәпләнек. Ул саҡта уҡытыусыларҙы Алла урынына күрҙек.
Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда рус телен насар белеүебеҙ арҡаһында беҙгә бик ҡыйынға тура килде. Белем алыр өсөн рус телен белергә кәрәк, өҫтәүенә, белем алыр өсөн дә, башҡорт булыр өсөн дә туған телеңде лә белергә кәрәк. Әле ҡыҙыбыҙ бишенсе класта уҡый, башҡортса һөйләшә, рус телен дә белә. Йәш тә биш айлыҡ малай үҫтерәбеҙ, өйөбөҙҙә гармун да, ҡурай ҙа, ҡумыҙ ҙа, тальян моңо ла яңғырап тора. Милли моңдо ишетеп, тойоп үҫкән балаға туған телеңде өйрәтеп тороу ҙа кәрәкмәй, бала тәбиғи рәүештә туған телендә һөйләшә башларға тейеш тип уйлайым.
Илдар Шәрипов: Минеңсә, өйҙәге аралашыу мотлаҡ туған телдә барырға тейеш. Күп осраҡта балалар башҡортса аңлаһалар ҙа, атай-әсәйенең башҡортса өндәшеүенә русса яуап бирәләр. Атай-әсәй бында уларҙың башҡортса һөйләшеүен талап итергә хаҡлы. Сабыйҙарҙың теле русса асылыуҙа йәнһүрәттәрҙең дә йоғонтоһо көслө. Башҡортса йәнһүрәттәр эшләүҙе дәүләт программаһы кимәленә күтәреү өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Искәндәр ҒӘЗИЗОВ: Балалар русса һөйләшеүҙе мода тип аңлап, шул телдә аралаша башлай. Беҙгә хәҙер башҡортса һөйләшеүҙе модаға, йолаға әйләндереү тураһындағы мәсьәләне әүҙемерәк күтәрергә кәрәк.
Рәис Исмәғилев: Мин барыбыҙҙы ла борсоған был мәсьәләгә икенсерәк ҡараштамын. Рәсәйҙә беренсе булып Исмәғил Тасимов техник юғары уҡыу йорто аса. Петербург тау университетында уның кабинет-музейы ойошторолған. Беҙ ана шундай оло шәхесте биргән милләт. Шуға күрә үҙебеҙҙең дәрәжәне һәм илебеҙ тарихындағы урыныбыҙҙы белергә тейешбеҙ. Рәсәйҙең сит ил эштәре буйынса министры Лавровтың сығышын тыңлағанығыҙ бармы? Ул бер ваҡытта ла тураһын әйтмәй, кәрәклеһен генә еткерә. Ә беҙ һығылмалы була белмәйбеҙ, һәр ваҡыт тураһын әйтеп, бер-беребеҙ менән талашып тик йөрөйбөҙ. Тағы ла, мин уға тура бәреп әйтеп, ауыҙын йырҙым, тип маҡтанып йөрөйбөҙ әле ул. "Тураһын әйткән туғанына ярамаған", тиҙәр.
Компьютер, смартфон балаларҙың туған телен белмәй үҫеүендә бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Балаларыбыҙ туған телендә һөйләшһен өсөн беҙ милләтебеҙҙең бәҫен күтәрергә, бының өсөн үҙебеҙ халҡыбыҙға лайыҡлы булырға бурыслыбыҙ.
Рәмил Ғәйзуллин: Минең дүрт улым бар. Уларҙың өсөһө башҡортса һөйләшә. Хабаровскиҙа йәшәгән улым беренсе оянан тип әйтәйек инде, туған телебеҙҙә һөйләшә алмаһа ла, атай, ағай, апай, олатай тигән һүҙҙәрҙе әйтә ала, башҡортса өндәшкәнде аңлай. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин беҙгә килгәнендә Белоруссиянан бер журналист уға: "Башҡортостанда йәшәгән халыҡ вәкилдәре ниндәй телдә һөйләшергә тейеш?" - тигән һорау бирҙе. Рәсәй Президенты уға: "Башҡортостанда йәшәгән халыҡ вәкилдәре рус һәм башҡорт телдәрендә һөйләшергә тейеш", - тип яуап бирҙе. Ниңә беҙ уның ошо һүҙҙәренә таяна алмайбыҙ? Ниңә беҙҙең республиканан сыҡҡан Дәүләт Думаһы депутаттары Татарстан, Саха Якутия һәм башҡа республикалар депутаттары менән берлектә был мәсьәләне тейешле кимәлдә күтәреп сыҡмай?
Ә инде интернетҡа килгәндә, шул уҡ интернет Дағстанда ла, Чечняла ла, Саха Якутияла ла бар, әммә минең ишетеүемсә, уларҙа туған тел мәсьәләһе ул тиклем ҡырҡыу тормай.

Үҙәктән тороп телдәрҙе уҡытыу буйынса ниндәйҙер закондар ҡабул итеп була, дәрестәр һанын ҡыҫҡартып була. Әммә Мәскәүҙән тороп ғаилә сәйәсәтенә ҡыҫылып булмай, был осраҡта нимә әйтерһегеҙ?

Рәис Исмәғилев:
Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыуҙың ике ҡыҙы бар, бер ҡыҙы Мәскәүҙә, икенсеһе үҙебеҙҙә уҡый. Икеһе лә туған телебеҙҙе һыу кеүек эсә. Алһыу үҙе лә, Өфөлә тыуып үҫһә лә, башҡортса минән дә яҡшыраҡ һөйләшә. Бына бит нисек - барыһы ла ғаиләнән тора.

Сөнки уларҙың ҡартаталары Яныбай ағай Хамматов ҡатай ырыуынан, шулай түгелме?

Раян Миһранов:
Тарих күҙлегенән ҡарағанда, телдең үҙгәреүе була торған хәл. Беҙҙең халыҡ ҡыпсаҡ диалектына күскәнгә тиклем боронғо телебеҙҙә һөйләшкән. Гаплатөркөмдәр мәғлүмәттәре әлеге башҡорттарҙың тамырҙары боронғо скиф-сарматтарға барып ялғаныуы хаҡында ла һөйләй. Юҡҡа ғынамы, Лев Толстой дуҫы Александр Фетҡа "Башҡорттарҙан Геродотлыҡ аңҡый" тип хаттар яҙмаған.
Тел мәсьәләһенә килгәндә, башҡорт теле уҡытыусылары хәҙер балаларыбыҙға туған телде рус телендә аңлатып уҡытабыҙ тиҙәр. Был мәсьәлә киҫкен тора, әммә унан сығыу юлдары ла бар. Беҙ, теле асылғас ҡына бала туған телде аңлай башлай, тип уйлайбыҙ, әммә бала әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ туған телен аңлай башлай. Шулай уҡ тыумаҫ элек үк ата-әсәһенең башҡа телдә аралашыуын да бала ишетә. Сөнки беҙҙең һөйләшеүҙәр ультратауыш аша барлыҡ күҙәнәктәргә үтеп инеп, бала ҡолағындағы тауышты ҡабул итеү механизмы структураһын үҙгәртә. Был осраҡта ҡарындағы бала туған телендәге тауышты насарыраҡ ҡабул итә башлай. Күп балалар, өйрәтергә теләгән хәлдә лә, башҡорт өндәрен әйтә алмай яфалана, сөнки уларҙың телмәр структураһы үҙгәргән. Ни өсөн Яныбай Хамматовтың ейәнсәре, бүләсәрҙәре туған телебеҙҙе яҡшы белә, сөнки уларҙың ата-әсәләре балалары тыуғанға тиклем үк башҡортса аралашҡан.
Икенсе сәбәп белем биреү системаһында. Элек беҙ балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре төҙөнөк, унда үҙебеҙҙең балаларҙы тупланыҡ. Хәҙер иһә башҡорт төркөмөндәге төрлө милләт балаларын байрамдарҙа ғына башҡортса милли кейем кейендереп, һаҡаулатып булһа ла, бер-ике шиғыр һөйләтәбеҙ. Йәғни башҡортлоҡ балалар баҡсаһында уҡ декорация төҫө ала башланы. Урта белем биреү системаһында Берҙәм дәүләт имтиханы төп урынды биләй. Ә ниңә был имтиханды туған телдәрҙә үткәреп, юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙе лә талап итмәҫкә. Шуны тормошҡа ашырмай тороп, ата-әсәләр балаларының туған телдәрендә һөйләшеүен хупламаясаҡ. Улар балам уҡыһын, кеше булһын, туған телебеҙҙә өйөбөҙҙә булһа ла һөйләшербеҙ әле, тип үҙен тынысландыра.
Әлеге шарттарҙа беҙ фәҡәт шәхси мәктәптәр асып ҡына балаларыбыҙҙың туған телебеҙҙе өйрәнеүен тәьмин итә алабыҙ. Мин башҡа юлды күрмәйем. Беҙ, өлкән һәм урта быуын кешеләре, мәктәптәребеҙҙә башҡортса уҡып үҫтек. Миңә рус телен өйрәнеү өсөн өс-дүрт ай кәрәк булды. Был үтәлерлек ғәмәл. Эшем буйынса беләм: беҙгә ҡайҙан ғына уҡырға килмәйҙәр. Рус теленең бер хәрефен дә белмәүселәр ҙә бар, уларҙы өйҙә, мәктәптә инглизсә йә һинд телдәрендә уҡытҡандар. Беҙгә, рус телле мөхиткә килеп, улар барыбер кәрәкле белемде үҙләштерә ала бит.
Әле совет осоронда уҡытылған дәреслектәр, китаптар бар, улар юғалмаған. Шәхси мәктәптәрҙә башҡортса уҡыта алырлыҡ уҡытыусылар ҙа бар. Тик уҡыу йорттарына шәхси мәктәптәрҙән килеүселәрҙе Берҙәм дәүләт имтихандарһыҙ уҡырға ҡабул итеү шарттарын булдырырға кәрәк.
Рәмил Ғәйзуллин: Мин бер мәл Пекин ҡалаһында аҙаштым. Минең сит илдән икәнлегемде белеп ҡалған иллеләп кеше артымдын эйәреп йөрөй. Самолетҡа биш сәғәт ҡалған, әле сәғәт ярым йөрөйөм. Ҡараһам, урамда сәстәрен икенән үргән ике ҡыҙ тора. Уларға "Әссәләмәғәләйкүм" тип өндәштем, улар "Вәғәләйкүмәссәләм" тип яуапланы. Мин уларҙан башҡортса "Ҡунаҡхананы беләһегеҙме?" тип һораным. Тегеләр беҙҙең телгә оҡшатып "Беләбеҙ" тиҙәр. Артабан улар мине ҡунаҡханаға тиклем оҙатып барҙылар. Уйғыр ҡыҙҙары булып сыҡты улар. Әгәр ҙә мин үҙемдең туған телемде белмәгән булһам, һаман да Пекин урамында аҙашып йөрөр инем...

Шулай итеп...
Был рубрикала, ғәҙәттә, бер төбәк кешеләре үҙ райондарындағы, ауылдарындағы хәлдәр, көнитмеш проблемалары, ҡыҙыҡлы мәлдәр тураһында һөйләшә. Ҡатайҙар менән әңгәмә икенсерәк юҫыҡта килеп сыҡты: улар үҙ ырыуҙары йәшәгән төбәктәге хәлдәр тураһында ғына түгел, ә тотош халҡыбыҙға ҡағылышлы мәсьәләләрҙең фекер ебен таратты, бөгөн беҙҙең өсөн иң хәүефлегә әйләнгән күренеш - балаларҙың туған телдән яҙа барыуы тураһында борсолоу белдерҙе һәм уны хәл итеү ысулдарына ла ҡағылып үтте. Ни әйтәһең инде Иҙелбашы уҙамандарына: афариндар! Рухи берләшмәгеҙ эшмәкәрлегенә уңыштар юлдаш булһын!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Бөгөн донъя нәфрәт менән сирләй. Әгәр ҙә беҙ ошоға ҡаршы дарыу тапмаһаҡ һәм нәфрәтләнеүселәрҙе күрә алмауҙы дауам итһәк, үҙебеҙ нәфрәт һаҙлығына батасаҡбыҙ.

(И. Ильин).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru