«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ОҘАТА КИЛ
+  - 


1

Хәлфетдин Ҡотләхмәтов менән бала саҡтан бергә уйнап үҫтек, мәктәптә саҡта ла бер класта, хатта бер парта артына ултырып уҡыныҡ. Һәйбәт малай ине ул, эшсән, тырыш, аралашыуҙа ихлас, дуҫлыҡҡа тоғро. Тик белем алыу йәһәтенән генә артыҡлап ырата, алға китә алманы, өлгәше шул, "ҡәнәғәтләнерлек"тәр, уртансылар тирәһендә уралды. Шуғалыр ҙа, өлгөргәнлек аттестатын алыу менән башҡа уҡыу алдынғылары һымаҡ, ҡалаларҙағы махсус урта, юғары уҡыу йорттарына ынтылып мәшәҡәтләнмәй, Юлдыбай СПТУ-һының бер йыллыҡ тракторсылар курсын бөтөргәндән һуң, ауылыбыҙға ҡайтып, етеҙ хәрәкәт яратҡанға тракторҙың сылбырлыһына түгел, үҙе әйтмешләй, өлөшөнә төшкән көмөшөнә - яңы ғына заводтан ҡайтарылған тәгәрмәслеһенә ултырҙы.
Мин Сибай медицина училищеһының фельдшерҙар төркөмөн тамамлап, үҙебеҙҙәге табип амбулаторияһына мөдир сифатында эшкә ҡайтҡанда Хәлфетдин күрше ауылдың Сажидә исемле ҡыҙы менән дуҫлаша ине инде. Сажидә башланғыс кластарҙан мәктәбебеҙҙә уҡығас, ауылыбыҙ кешеһе иҫәпләнде, тиҫтерҙәре менән ҡатышып, аралашып, ике көндөң береһендә беҙҙә булды. Ул төҫкә-башҡа урта сибәр, мөләйем йөҙлө, тәбәнәк буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, ирәбе фиғелле, башҡа ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә килешле, бөхтә, модаға ярашлы итеп кейенә белгән остоҡай ҡыҙ ине.
Әммә уның төп ҡыҙыҡһыныуы, мауығыуы, юғарынан бирелгән илаһи һәләте - йыр-моңда булды шикелле. Байрам һайын ҡуйылған концерттарҙа һис ҡасан сәхнә түренән төшмәне, уның һәр сығышын алҡыштарға күмеп, ҡабат-ҡабат саҡырып сығарып йырлата торғайнылар, ә ул инде үҙ сиратында ялынмай, кис буйы тамашасыларҙы йыры менән әүрәтергә, кинәндерергә, сихырларға әҙер. Әгәр мәлендә күтәрмәләүсе, ярҙам итеүсе, йүнәлеш биреүсе берәйһе табылып, сәнғәт юлынан китһә, ул, моғайын да, бик тә билдәле йырсы булып китер ине, быныһы инде бәхәсһеҙ, көн кеүек асыҡ. Халыҡ йырҙарын да, композиторҙарҙыҡын да үҙәккә үткәреп, йәнде тетрәтеп, илаһилыҡҡа, хискә сорнап, берҙәй оҫта, юғары кимәлдә, зауыҡлы итеп башҡарҙы. Ул йыры менән ҡуша тыуып, йыры менән генә йәшәне, унан көс, ҡөҙрәт, дәрт алды. Берәй туй-фәлән, бәҫле мәжлес була ҡалһа, табындарын йәмләргә теләгәндәр иң беренсе Сажидәне саҡырҙылар, хәҙерге ялланған тамадалар һымаҡ, ҙур аҡсаға түгел, бушлай. Хәйер, бөтөнләй бушлай уҡ түгел инде, күңелләнһен, дәртләнһен өсөн ҡойғандарҙыр, һыйлағандарҙыр, бәлки.
Ул да, Хәлфетдин һымаҡ, һабаҡ алыуға күңел һалмаған кеше булараҡ, мәктәптән сыҡҡас, башта Стәрлетамаҡ яғына китеп, троллейбуста кондуктор сифатында йөрөнө шикелле. Шунан ҡайтҡас, беҙҙең ауылдағы Үҙәк бүлексә фермаһына һауынсы булып эшләне, үҙе һымаҡ ситтән килгән бер нисә ҡыҙ-ҡырҡын менән дөйөм ятаҡта йәшәне. Шуны көтөп кенә торғандар тиерһең, ҡайтып төшөү менән уны кис һайын ҡабаттан таҡмаҡлы табындарға, шаулы юбилейҙарға саҡырыуҙар башланды, ә ундай мәжлес түрҙәренә нимә ҡуйылыуы, рюмкаларға, фужерҙарға, бокалдарға нимә ҡойолоуы билдәле...
Хәлфетдин менән Сажидә береһе икенсеһенә пар килгәнгә күрәлер, ихлас дуҫлаштылар, сөнки киске уйындарҙа, йәштәр араһында гел етәкләшеп кенә, күҙгә-күҙ ҡарашып ҡына йөрөй торғайнылар. Хәлфетдиндең йәрен табыуын, һөйөү утында янып яратыуын күргән мин дә уның мөхәббәтле күңел наҙын үҙһенеп ҡабул иттем.
Бер көн амбулаторияла ауырыуҙарҙы ҡабул итеп ултыра инем, оҙон сиратын сабыр еткереп, яныма Хәлфетдиндең әсәһе Мәҙинә апай ҡабаланып килеп инде. Йөҙө саманан тыш борсоулы, борсоулы ғына түгел, нимәгәлер ҡобараһы осҡан. Инде лә өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ултырып, бына, килдем әле, тигәндәй, тишерҙәй итеп миңә төбәлде.
- Ауырып киттеңме әллә, апай? - тип хафаланып һорай һалдым, сөнки уның үпкә сире менән яҙлы-көҙлө йонсоуын, йүтәлләп ыҙаланыуын яҡшы белә инем.
- Сирҙең дә ниндәйе бит әле, башты ашай торғаны, йыға һуҡмалыһы! - Апайым ҡулдары менән тубыҡтарына шапылдата һуғып, ауыр уфтанды.
- Әйҙәгеҙ, һөйләп ебәрегеҙ улайһа, тыңлап, тикшереп ҡарайыҡ, сир-зәхмәт бар нимә, дауалаһаң, үтә лә китә, - тигән булдым, тегене тынысландырып.
- Мыныһы тиҙ генә үтергә ошамаған. Тыңлап ҡарау, тикшереү һуңынан, ишеттеңме әле бер хәбәр?
- Ишетмәһәң - ишет, тиҙәрме әле?
- Күрмәмеш тә белмәмеш ҡыланған була тағы, дуҫыңдың, анау ситтә аҙып-туҙғандан һуң беҙгә ҡайтып, башҡа шөғөл тапмағанға һауынсылыҡҡа төшкән Сажидә менән тағылғанын, еҫкәшеп табышҡанын күреп-беләһеңдер у?
- Эйе, беләм. Бында бер ниндәй сер ҙә юҡ, барыһы ла ауыл халҡының күҙ алдында.
- Ил ауыҙына иләк ябырмын, тимә, һәммәһе белә, ҡырын, хилаф аҙым көллөһөнөң күҙ алдында, дуҫыңдан дошманың күп, теге икәүҙең көндәлек ҡылмыштарын, ҡыланмыштарын һуңлатмай, йылылай ғына еткереп торалар. Серләшкән яҡыны булараҡ тыйһаң, аймылышын, хатаһын төҙәтеп, тоғро һуҡмаҡҡа ҡайырһаң, телең төшөп ҡалмаҫ ине, моғайын. Улайға уҡ китһә, һеҙгә, төплө уйлап аҡыллы фекер йөрөтә белмәгән йәштәргә ни, ике донъя, бер мөрйә, арба ыуатылһа - утын, үгеҙ үлһә - ит. Йәш саҡта кем кем менән дуҫлашмай ҙа, кем кем менән яратышмай, ҡултыҡлап оҙатышмай, кеше һүҙе кешене үлтерә, у ни һөйләмәй ҙә, ни сәйнәмәй, тип артыҡлап ҡаршы килмәгәйнем башта. Әле утырып, тәфсирләп абайлаһам, эш тәрәнгә киткән бит, - тип һыу буйылай, бер тынанан сурытты Мәҙинә апай.
- Ниндәйерәк эш икән ул?
- Яңы ҡапҡаға инергә теләмәгән аңра бәрәндәй күҙҙәреңде тупайтып таһырайтып ҡарама улайтып, йәме, хәбәремдең айышына төшөнөп етмәнеңме ни, тағылышып һөйрәләләр, тинем дә баһа, бынағайыш! - Әйткәндәрен өнәп, ҡабул итеп еткермәүемде йөҙөмдән абайлап өлгөргән апайым, тауышын бер аҙ ипкә килтереп, йомшартып дауам итте. - Ауыл буйлап таралған ул-был ғәйбәткә артыҡлап иғтибар итмәһәм, Хәлфетдин тегенеһен алам, тик уға ғына өйләнәм, тейсе кисә кис ҡайтып инеп. Шул хаҡта ишеткәс, баш осомдағы күк ишелеп, аяҡтарым аҫтында ер убылдымы ни, күҙ алдарым ҡараңғыланып, ҡаҡ салҡанан тәгәрәп китә яҙҙым. Ошо арҡала өй эсендә тере ғауға ҡупты, түшем ҡыҫып, йөрәгем сәнсеп ебәреп, дәүлинием ныҡ күтәрелеп китте. Уйламаған ерҙә шулайтып Хәлфетдиндең үләткә тартым хәбәрен ишеткәс, дөмөгә яҙылды. Ҡапылғара үлеп китһәм, ҡустылары, һеңлеһе кемдең ҡулына ҡарап ҡала, шу хаҡта уйлап ҡараһасы, бы белекһеҙ. Ҡана, бумаһа, мынау нимәң менән үлсәп ебәр дәүлинйене! - Тыш та быш килеп атлас күлдәгенең еңен төрөргә керешеп китте, мин дә алдыма тонометрҙы яҡынайтып шылдырҙым, ҡолағыма фонендоскоп көпшәләрен кейҙем.
- Борсолорға урын юҡ, ҡан баҫымығыҙ юғары түгел.
- Шулай бумай тағы, услап-услап төймә дарыу эстем, йөрәк дауаһын, үәлирианкаһын тамыҙып йоттом, Фәһимә ҡыҙым түшәккә һуҙып һалып, маңлайыма һыулы сепрәк япты, аяҡтарыма йылы герилка терәне, шулайтмаһа, бығаса яҡты донъя менән хушлашыла ине. Ҡуй инде, ҡуй, тереләй ҡәбергә тығыр был уйһыҙ, уайымһыҙ, орҙо-бәрҙе фиғелле Хәлфетдин, ҡалған ҡусты-һеңлеләре килеп тороп тыңлаулылар, баҫалҡылар, әйткәнемдән, кәңәшемдән сыҡмайҙар, ә бы тере саҡтағы сығынсы, алдына алғанын ҡуя белмәгән атаһына ошап торғаны бер тиҫкәре, үҙһүҙле.
- Күптән дуҫлашалар бит, - тигән булдым Хәлфетдиндең теләген, ҡарарын аҡларға тырышып.
- Ярай, аптыраған өйрәк арты менән сумған, йәне теләгән йылан итен ашаған, бы һәпрәһен, ҡойолдороғон...
- Белә-күрә буш хәбәр һөйләйһең, апай, Сажидә улай түгел дә инде!
- Тышы йәмле булыу менән иң тәүлә кешенең эсе эйәмле буһын у. Ярай, һинеңсә әйткәндә, шу һыланған-һыйпанғанын алһын да икән ти, башҡа йүнлерәк, тәртиплерәк, әҙәплерәк ҡыҙ таба алмағанмы, торғаны бер һайыҫҡан, шиҡраңдаҡ, осҡалаҡ. Уларҙың елфай фиғелле тоҡомо ла тирә-яҡҡа мәғлүм. Әсәһен күр ҙә ҡыҙын ҡос, тигән боронғолар, ә бының атаһы ла, әсәһе лә эсәләр, алған пенсиялары бөтһә , ауылдарын ҡыҙыралар, хәйерселәп, шунан аҙаҡ буласаҡ киленгә ҡайһылайтып күңел һалмаҡ кәрәк, ә, алма бит ағасынан алыҫ төшмәй!
- Һуң, ерле-юҡҡа яманлаһаң да, Сажидә һәйбәт кенә итеп эшләп йөрөй түгелме шул, ҡырын, килешһеҙ холҡон да күргәнем юҡ.
- Эйе, ҡайтҡандыр Эстәрле һынлы Эстәрлегә һыймай, кигәндер улымды сихырлап ҡаратып алырға! Уның табын һайын йырлап-бейеп, таҡмаҡ әйтеп типтергәнен, араҡыны, шуға оҡшаш башҡаһын төп күтәрә ебәргәнен ишетеп ятабыҙ. Бөгөн һәйбәт, бөгөн итәғәтле, ә иртәгә? Ҡош балаһы ояһында ни күрә, осҡанда ла шул, ҡана ла һуң, йырлап-бейеп кенә көн итеп буһа... - Мәҙинә апай күп бытылдауҙан ауыҙы ситтәренә йыйылған күбекте усы менән ҡоротто.
- Баштан уҡ кирегә һапламайыҡ әле.
- Һапламаған ҡайҙа, һаплайым, элекке көн, йә кисә тыумағанмын, беләм, әгәр Хәлфетдин өйләнәм, тип ҡырталашһа, ризалығым юҡ, фатихамды бирмәйем, бына шу, әгәр тиҫкәренән тыуған Сәләх еҙнәйең тере булһа, ул да сығарған ҡарарымды йөпләп, шулай тиер ине. Башында семтем уйы буған, аҡылы теүәл кеше эскелек күлендә яралған елғыуарҙы килен итмәҫ!
- Хәлфетдинде түгел, мине ҡыҙҙырып, этеп алып бараһың, бында ни ҡатнашым бар әле?
- Ништәп бумаһын ти, бар, бер сеүәтәнән ашап, бергә уйнап үҫкән, серләшкән, яҡын дуҫһың да баһа. Әгәр һинән аша ҡаға-һуға белешә ҡалһа, ошо әйткәндәремдең береһен дә төшөрөп ҡалдырмай, теҙеп еткер, еткереп кенә ҡалма - маңлайына һуғып тумбыт. Сығыр юлын быуып өй тупһаһына арҡыры ятырмын, иллә баламдың яҙмышын у сәсрәп киткергә, албаҫтыға емерергә бирмәм, бирмәм! - Ҡулдарының тышы менән тиҫкәреләп бәддоға ҡылған Мәҙинә апай нисек килеп инһә, шул етеҙлегенә ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте.

* * *

Бер аҙна үткәс, эш аҙағында яныма Хәлфетдин һуғылды, өҫтөндә мазутҡа батҡан фуфайкаһы, һырма салбары, эштән ҡайтып килеүелер. Инде лә амбулаторияла башҡа кеше күренмәгәнлектән, асыҡ ишектең яңағына һөйәлде:
- Һаумы, бырат?
- Привет! Ни эш бөтөрөп йөрөп ятыш?
- Мына, килдем әле...
- Амбулаторияға һуғылғасың һинең дә йөрәгең ҡағып, ҡан баҫымың күтәрелеп киттеме әллә, давай тикшереп ебәрәйек! - Мәҙинә апайҙың миңә килеп сығыуына ишаралап һуҡтырҙым.
- Әлегә бирешкән юҡ.
- Бирешмә шул! - Йөҙө болоҡһоу Хәлфетдинде кәйефләндерергә теләп, шулай тинем.
- Ошо аҙна аҙағында бушһыңмы?
- Район үҙәгенә әлегә саҡырмайҙар былай, минең тынғыһыҙ эште беләһең бит, ҡабалан берәй нимә килеп сыҡмаһа.
- Һинең янымда булыуың кәрәк.
- Ҡунаҡҡа саҡырып алырғамы әллә иҫәбең?
- Саҡырам.
- Ул саҡта ауылдан сығыу юҡ.
- Сыҡма шу. Миңә кейәү үнгәре булып бараһыңмы?
- Ҡайҙа?
- Йыраҡ түгел, Һаҡмар аша ғына.
- Кемгә барырыбыҙ билдәле. Әсәйең, өйҙәгеләр ризамы һуң?
- Ризалар...
- Нимәнелер әйтеп еткермәйһең түгелме?
- Ризалар, тип әйттем бит бер тапҡыр, ыуаҡайланып, бисәкәйләнеп нимә төпсөнәһең!
- Мин бисәкәйгә тағы ла бер тапҡыр айырып әйт әле, Мәҙинә апай ризамы һуң?
- У ни бер хәбәрҙе ҡырҡ тапҡыр ҡабатлап көнө-төнө ҡолаҡ итен ашаны инде, һуңынан, ни теләһәң, шуны эшлә, балалыҡтан күптән сыҡҡанһың, тип ҡулын һелтәне, ызнашит ҡаршы түгел.
- Уның ни хаҡта тылҡығанын ишеттем, беләм, барыбер әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алырға ине.
- Уға түгел бит, миңә тормош көтөргә, миңә йәшәргә.
- Әләйгәс, былай ҙа ҙур ғаиләгеҙ тағы ла ишәйергә тора икән, хәйерлегә булһын.
Кәләште әйттергәндән һуң ҡайҙа морон төртөргә иҫәбең, өйөгөҙҙә бит Мәҙинә апайҙан тыш, ике ҡустың, һеңлең бар, тар ергә таяу булып өҫтәүенә һеҙ?
- Ферма ятағының бер яғы буш тора, римунтлайым да шунда, управ менән һөйләштем-килештем, ары күҙ күрер.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 13

Киске Өфө
 

Бөгөн донъя нәфрәт менән сирләй. Әгәр ҙә беҙ ошоға ҡаршы дарыу тапмаһаҡ һәм нәфрәтләнеүселәрҙе күрә алмауҙы дауам итһәк, үҙебеҙ нәфрәт һаҙлығына батасаҡбыҙ.

(И. Ильин).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru