
Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Миңлегөл һәм Али Алтынбаевтар ғаиләһе биш бала тәрбиәләй. Берҙән-бер улдары Илдар - нәҫелде дауам итеүсе, ғорурлыҡ булһа, сәскәләй дүрт ҡыҙы - тормош биҙәге, өй йәме.
Ғаилә башлығы - Махсус хәрби операция яугиры. Миңлегөл Марат ҡыҙы ҡаланың 9-сы "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уларҙың балалары Эльвина, Эмилия, Илдар, Амалия - мәктәп уҡыусылары, иң кесеһе Адэлия урындағы 3-сө "Хыял" балалар баҡсаһының өлкән төркөм тәрбиәләнеүсеһе. Һәр заманда ла ишле ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү, балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләү өсөн көс тә, түҙемлек тә кәрәк. Был иһә ата-әсәнең тырышлығы, көндәлек хеҙмәте менән өлгәшелә.
Ире 2024 йылдың 17 ноябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәс, ниҙәр кисергәнен Миңлегөл Марат ҡыҙы үҙе генә белә. Биш бала менән яңғыҙ ҡалыу - гүзәл зат өсөн етди һынау. Шулай ҙа ул күңелендәгеһен тышҡа сығармай, хис-тойғоһон үҙендә һаҡлап йәшәй. "Көсһөҙ булырға хаҡым юҡ, балалар минең күҙ йәшемде күрергә тейеш түгел", - ти ул.
2025 йылдың 5 марты, яугир иренең ҡатмарлы хәрби заданиеға ебәрелгән көнө, күңеленә иң ауыры булып яҙылған. "Унан алдағы төндә насар төш күрҙем. Бәйләнеш юҡ, иремдең телефоны яуап бирмәй. Балаларҙан күҙ йәшен йәшереп, доға уҡыйым. Һуңыраҡ "Алғы һыҙыҡ"ҡа инер алдынан да, яраланғандан һуң, аңына килгәс тә иремдең дә доға ҡылғанын белдем. Билдәһеҙлектә үткән аҙнаның ни икәнен был хәлде кисергән кеше генә аңлар. Али шылтыратҡас Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыным", - тип һөйләй яугир ҡатыны.
Көслө заттың ил һаҡсыһы икәнен беләбеҙ, шулай ҙа береһенән-береһе бәләкәй биш балаһын ҡалдырып, МХО-ға юлланыу уға ла еңел бирелмәгәндер, моғайын. Бында эше лә, ашы ла булған, тигәндәй. Хеҙмәт хаҡы яҡшы ғына түләнгән ойошмала эшләп йөрөгән. Үҙе менән һөйләшкәндә "Яу ҡырына сығып китеү ҡарарын нисек ҡабул иттегеҙ?" тигән һорауға, "Балаларымдың имен киләсәген уйлап сығып киттем", тип яуап ҡайтарғайны Али.
"Мин дә улар хаҡына көслө булырға тейешмен. Атаһы менән ғорурланып, уның ҡайтыуын көткән балалар күп ваҡыт үҙемә лә терәк-таяныс, көс сығанағы булып китә. Былтыр Али өс аҙна өйҙә булғанда янынан бер аҙым да китмәнеләр. Бигерәк тә атай ҡыҙы булған Адэлиябыҙ ишек асылған һайын уның ҡайтып инеүен көтә", - ти әсә.
Яуҙағы көслө затты һүҙ менән дә, эш менән дә ҡеүәтләргә кәрәк, ти әңгәмәсем. Шуға ла улар быйыл балалары менән бергә "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсында ҡатнашырға дәрт иткән. Ғаилә абруйын нығытыуға йүнәлтелгән конкурсҡа уларҙы ҡаланың 3-сө "Хыял" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвира Вахитова әҙерләгән. Бөтә һынауҙы ла уңышлы үтеп, Алтынбаевтар муниципаль этапта беренсе урын яулаған. Тап улар район данын республика кимәлендә яҡлап, төбәк этабында өсөнсө урынға лайыҡ булған.
Миңлегөл Марат ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн уларға ата-әсәһе, яҡын кешеләре ҙур терәк һәм ярҙамсы. "Ил һағындағылар иғтибарын өйҙәге эш-мәшәҡәткә түгел, хәрби бурысын уңышлы һәм юғалтыуһыҙ үтәүгә йүнәлтергә тейеш. Шул саҡта ғына дошманды еңеп буласаҡ", - ти тамамланы һүҙен яугир ҡатыны.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА