
Йоманан һуң, Хәлфетдиндең "Беларусь"ына тағылған бәләкәй тимер арбаға һалам түшәп һалып, көҙҙөң ҡарһыҙ һуңғы айы ныҡ ҡына һыуытып торғанға, толоптар кейеп алып, күрше ауылға ҡарай юлландыҡ. Беҙҙән башҡа Мәҙинә апайҙың бер туған ҡустыһы менән килене лә бар. Мәҙинә апайҙың йоҡа ирендәре асылмаҫ өсөн береккәндәр, ҡымтылғандар һымаҡ, йөҙө ҡара көйгән, дебет шәл ураған башын тотошлай толоп яғаһына йәшереп, юл буйы ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәне, кәләш әйттерергә түгел, тамуҡ киҫәүендәй һерәйешеп, ойоп, кемделер ерләргә китеп барғандайбыҙ.
Байғужа ауылына ҡараңғы төшмәҫ элек үк барып индек. Хәлфетдин шәхси тантанаһына йәм өҫтәргә теләгәнгәмелер, ауылға килеп ингәс тә тракторын оҙон итеп һуҙып пипелдәтеп ебәргән булды, ә ул яңғыҙ, аҙашып ҡалған ҡоштоң асырғанып ҡысҡырыуын хәтерләтте. Төп ҡоҙа-ҡоҙағый булаһы кешеләр яҡындары менән ҡапҡа ауыҙына уҡ сығып, шау-гөр килеп, шаяртып, мәрәкә һүҙҙәр әйтеп, буяғы, биҙәге һыҙырылып бөткән арзанлы батмусҡа ҡырҡылған ҡыяр, ҡатыңҡыраған икмәк ҡайырылары, шыйыҡ айранды хәтерләткән бер шешә буҙ көмөшкә ҡуйып ҡаршы алһалар ҙа, ҡунаҡтар алдына ҡуйыр йүнле табын әҙерләнмәгәйне, ҡотһоҙ өй эсендә лә күҙгә эләгер ҡаралты-маҙар күренмәй. Яғылмаған мейес, һалҡын өй эсе ҡотһоҙлоҡто, шыҡһыҙлыҡты бермә-бер арттырып ебәрә.
Барған ыңғайы ҡоро-һары, ҡаралай булһа ла сәй эсереп алған булдылар, шунан мөштөрҙәп, ығышып йөрөп, күршеләре тотоп ингән ризыҡтарҙы турпышаға оҡшаш балаҫ менән ябыулы урындыҡҡа теҙеп, киске табын хәстәрләргә керешеп киттеләр. Беҙҙән ике класс түбәндә уҡыған, оңҡот фиғелле, бер аҙ аңрараҡ, әле ауылдарында мулла хөкөмөндә йөрөгән Хәйретдин аяҡтарын бөкләп урындыҡ түренә ултырып, килешһеҙ генә итеп сүрәләрҙе бутап, бата уҡығас, Мәҙинә апай йолаға ярашлы һонолған теге батмусҡа егерме биш һумлыҡ аҡса ырғытты, шунан табындағыларға таҫтамалдар, яулыҡтар таратты, төп ҡоҙа менән ҡоҙағыйға күлдәк кейҙерҙе. Никах йолаһын мөмкинлегенән сығып, хәленән килгәнсе этеп-төртөп атҡарған мулла ҡуштан тауыҡтай һылашып барған тыңҡыш кәүҙәле ҡатынын эйәртеп ҡайтып киткәс, теге буҙ көмөшкәнең әшнәләре теҙеп ҡуйылған эскеселәр мәжлесе башланды. Ҡоҙағыйҙың тауышы Сажидәнеке һымаҡ моңло, яғымлы ғына икән. Ул беҙҙе башта моңло халыҡ көйҙәре менән кинәндерһә, тора-бара, эселгән эсемлек шауҡымынан уның һөйләшеүе тоҙһоҙға, йүнһеҙгә әүерелде, ә йырланған йырҙар инде йышылып бөтөп танһыҡты ҡандырған ауыл таҡмаҡтарына барып ялғанды:
Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй,
Нужа күрмә никакуй,
Тәҙрәңдән елдәр иҫһә,
Куфайкыңды тыҡ та ҡуй!
Биттәрен шырт һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, шыбаҡшып таралған етек, сал сәсле, эскенән таушалған йөҙлө ҡоҙа ҡыштыҡлы бармаҡтарына ҡыҫтырған тоҙло помидор киҫәген, ә инде апаруҡ бәлйерәй төшкән сырыш маңлайлы, урттары эскә тартылған ҡоҙағый ҡырлы, бер сите кителгән рюмканы икәүһе бер юлы төп ҡунаҡтың танау тапҡырына килтереп терәнеләр.
Мәҙинә апайҙың йөҙө асыуҙан ҡыҙарып бүрткән, ул бына-бына шартлап һытылыр хәлдә, шулай булһа ла ауырлыҡ менән тыйылып, беҙгә сығыу яғына ҡарай эйәген ҡаҡты. Беҙ инде уның өнһөҙ бойороғон үтәп, шыпырт ҡына кейендек тә, айырылып, йәштәр өсөн ойошторолған икенсе урынға киттек. Тик шуныһы кәйефте ныҡ ҡырҙы, кәләш булаһы кеше баштараҡ беленмәһә лә, һалҡынға сығып ингәс, һиҙелеп иҫерә төшкәне асыҡланды. Кис буйы барыбыҙҙы һоҡландырып, хисләндереп йырланы ла йырланы, аҙаҡтан бер аҙ бәүелеңкерәп бейергә төшөп китте. Табынды ойоштороусы еңгәләр кәләште йәшереп аҙапланманылар, ул күптән йәшерелеүҙән уҙғайны.
Ауыл ерендә төп ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙың батаны ташлап ҡайтыуы ғәрлекле-оят иҫәпләнә, мәсхәрәләп, ҡыҙ ҡапҡаһын дегеткә буяуға тиң, иртән иртәнсәк шуныһы асыҡланды, Мәҙинә апай ҡустыһын, киленен эйәртеп, ҡара таң менән осраҡлы ылауға һағып, беҙҙе ҡалдырып ҡайтып киткәйне...
* * *
Стәрлетамаҡ институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында биш йыл дауамында уҡып, уны уңышлы тамамлағас, ауылға ҡайтып, мәктәптә бер аҙ эшләгәндән һуң ғаиләм менән район үҙәгенә күстек, шунан тағы ла ике йылдан Сибай ҡалаһына барып төпләндек. Шулай итеп, өйләнгәненән алып урыҡ-һурыҡ аралашҡан Хәлфетдин менән юлдарыбыҙ тамам айырылды, әммә ауылдаштар менән осрашҡанда ситтән генә булһа ла уның нисегерәк йәшәүен һораша, белешә инем. Әммә теге икәүҙең тормош-көнкүреше артыҡ шәптән түгел ине шикелле, сөнки һораған береһе, "Йәшәйҙәр инде шунда, иҫәпкә бар, һанға юҡ булып..." тип ҡул һелтәп ҡуйыу менән генә сикләнделәр.
Бер ҡайтҡанымда ауыл осондағы кәртәләнмәгән ҡуңалтаҡ йортҡа, Хәлфетдиндәргә боролоп индем; ишек алдында һул ҡулда утынлыҡ, ундағы юнылған, апаруҡ ултырышлы ҡайын түмәргә һабының муйыны ашалып бөткән балта сабылған. Бер яҡ ситтәрәк иҫке шифер менән ябылған соланһыҙ ҡара мунса, йоҡа трансанан ҡоршалған ҡыйыҡһыҙ келәт, арыраҡ өстән тартылған һайғау менән кәртәләп алынған мал аҙбары артында картуф баҡсаһы күренә. Трактор менән һөйрәп, ишек алдына уҡ индерелгән, юл мәтеһе һылашҡан ике буй ҡайын ағас бер нисә түмәр бысып-ярылған, улар ян-тирәгә тәртипһеҙ рәүештә сәсрәп-туҙыраған. Шунда уҡ оҙон ҡул бысҡыһы, аҙбарға һөйәлер көрәк-һәнәк ята, мунса ишегенең ҡаршыһына ике бағана ҡаҙып ултыртылып, сүс еп тартылған, унда инде нисек етте шулай, бысраҡ итеп йыуылған кер эленгән. Бөтә урында ла дөйөм тәртипһеҙлек, илке-һалҡылыҡ, әрпешлек, көн итеүгә ҡул һелтәп ҡарау күҙгә ташлана. Инер ишектең бер яҡ ҡырында ике тәгәрмәсе, оҙон тотҡалы ҡул арбаһы, төбөнә йомшаҡ күпмә һалынған, ҡолағына оҙон тимер сым тағылған ҙур ғына тимер кәритә күренә. Ҡулланылыштарын, тәғәйенләнештәрен белмәгәнгә, был шыҡһыҙ ҡулайламалар миндә сәйерһенеү тойғоһон уятты.
Ишек шаҡыуға яуап биреүсе булмаһа ла, алама, йыртыҡ балаҫ менән көпләүле, ҡайыш тотҡалы ишекте тартып асып, өй эсенә индем. Хәлфетдин яңғыҙы ине, өҫ кейемен дә һалып өлгөрмәгәйне, тик был юлы мазутлы түгел, брезент салбар, үтә ныҡ тотонолған пинжәк, шалбайған яғалы бумазый күлдәк кейеп алған. Мине күргәс, тоҡанып ҡыуанып китте, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ынтылып ҡосаҡлап уҡ алды, яҫы усы менән туҙан баҫҡан артһыҙ ултырғысты һөртөштөрөп, эргәмә шылдырып, ултырырға урын тәҡдим итте.
Бүленмәгән, бер генә яҡлы өй эсе бола, йыйыштырылмаған, өҫтәл өҫтө тулы йыуылмаған ҡашығаяҡ. Ағас рамлы, ҙур булмаған тәҙрәләрҙә ҡорған әҫәре күренмәй, эс яҡтан һылаулы стеналар аша-төшә буҙартып аҡланған, тәҙрә эргәһендәге иҫке, күптән ҡулланылыштан сыҡҡан пружиналы карауатта йоҡлап йөрөгән түшәктәре - простыняһыҙ матрас кер-ҡыштыҡтан йылтырап ҡатҡан, ҡолаҡсын ҙурлыҡ тышһыҙ мендәр бер яҡ ситтә ята; мамығы һиҙерәп күренгән юрған һепереү күрмәгән һоро буяулы иҙәнгә яртылаш һалынған, мөйөшкә ҡуйылған, сеүәтәләй экранын туҙан баҫҡан телевизор, өрлөк уртаһына беркетелгән, әле яҡты уҡ булһа ла тоҡандырылған түбән вольтлы лампа торлаҡҡа ҡайһылыр кимәлдә йәм, яҡтылыҡ өҫтәй. Тыштағы ытырғандырғыс, күңелһеҙ көнитмеш, эскә ингәс, бермә-бер көсәйә төштө. Үҙемде көтмәгәндә-уйламағанда мал аҙбарына барып юлыҡҡандай итеп хис иттем.
- Яңы торлаҡ ҡотло булһын, тик мин, белекһеҙ, бүләкһеҙ килдем бит әле, - тигән булдым ризаһыҙлыҡтан йыйырылыулы танауымды, сирылған маңлайымды усым менән йәшереп.
- Мында күсенгәнгә күп йылдар үтте, шуға быныһы артыҡ. Өйҙө, башҡаһын, үҙ ҡулдарым менән, оҫталығым самаһында эш араһында әтмәләштерҙем шунда, ауыл ерендә ҡыйыҡһыҙ, хужалыҡһыҙ көн итеп бумай бит. Өй эсе тулайым ҡатын-ҡыҙҙыҡы буһа, ишек алды, кәртә тирәһе - ирҙеке. Ундағы болалыҡҡа иғтибар итмә, көн оҙоно эш, ыуаҡ-төйәк менән буғас, ҡул теймәй.
"Өйөгөҙҙөң эске яғы ла, тышы ла бер сама инде", - тип уйлап ҡуйһам да телем икенсене һораны:
- Нисек йәшәп ятаһығыҙ әле, дуҫ!
- Арыу, - булды яуап. - Йә алдан хәбәр ебәрмәгәнһең, һинең килереңде белһәк, аш һалып, өҫтәл әҙерләп ҡуйыр инек. - Ингәс тә уң ҡулдағы, ишек төбөндәге яғылмаған, ауыҙын ҡором баҫҡан мейес яғына, шунан таҙартыуҙың ни икәнлеген белмәгән, ҡаҡашып ҡатҡан газ плитәһенә ҡарап алды. - Ауыҙы һалыулы ҡунаҡҡа ризыҡ тигәнең һәр ваҡыт табыла инде у...
- Рәхмәт, һыйлы табындан килдем әле. Ҡатыным шунда ҡалды, ә мин аулаҡлап ултырып алайыҡ, тип, һеҙҙең яҡҡа ыңғайланым.
- Яңғыҙың килеп, һәйбәт иткәнһең, тәртип, бөхтәлек яратҡан ҡатын-ҡыҙға мындай торлаҡты күрһәтеү уңайһыҙ нисектер, тағы икәүҙән-икәү генә һөйләшеп алыу ҙа күпкә еңелерәк.
- Тормошоғоҙ нисек?
- Арыу, тинем дә баһа! - Ҡойто өй эсен өмөтһөҙ һирпелеүе менән теүәлләгәс, дауам итте. - Йәшәлә инде, үлмәйем дә, ҡалмайым тип, башҡаларға эйәреп, таң ата ла кис була, көн артынан көн үтә... Мин ни, билемә балтамды ҡыҫтырып, оҫталыҡ мәшәҡәте менән шөғөлләнгән булам шунда; өй, аҙбар, мунса бурайым, тәҙрә урындары уям, ҡыйыҡ ябам, иҙән-түбәлекте бөтөрәм, бер һүҙ менән әйткәндә - өйрәнелгән, күнегелгән шабашка. Үҙебеҙгә лә, күрше-тирә ауылдарға ла саҡыралар. Аҡмаһа ла аҙлап тама, аҡса шунан килеп тора.
- Сажидә эштәме әллә?
- Какуй һиңә эш, беҙҙәге мал фермаһының күптән ябылғанын беләһең дә баһа, һауын һыйырҙарын дүрт-биш йыл түләнмәгән эш хаҡы иҫәбенә халыҡҡа таратып бирҙеләр, беҙгә лә еленле тана эләккәйне, быҙауланы, хәҙер ике баш, ваҡ мал, ҡош-ҡорт бар, башҡаларҙан ҡалышҡан юҡ. Сажидә ни, йүгермәләйҙер ауыл ҡыҙырып, әйенселәп, тиҙҙән ҡайтыр.
-Мәҙинә апайҙың вафатын ишеттек, ауыр тупрағы еңел булһын, игелекле кеше ине.
- Ерләнек уны ла арыулап, атай мәрхүмдең эргәһенә, йәнәшәләтеп, әҙәмсә итеп.
Әсәй мәрхүмәнең ҡырыҫ, тәкәббер, үҙһүҙле, еңмеш холҡон беләһең, киленен баштан уҡ өнәп еткермәне, һүҙҙәре, кәңәштәре берекмәне, күҙҙәрен мәңгегә йоморҙан алда беҙгә фатихаһын бирмәй китте бит, шуныһы йәл, ә бит атай-әсәйҙән ризалыҡ алмау - гөнаһҡа тиң.
- Уныһы шулай.
- Төтәтеп алайыҡмы әллә?
- Тартмағанымды беләһең.
- Улайһа мин үҙем. - Салбар кеҫәһенән арзанлы папирос ҡабын сығарҙы. Өй эсендәге араҡы көйөгөнә, танауҙы ярған һыҡраға ҡырҡыу тәмәке еҫе өҫтәлде. - Тормоштоң ҡото бала бит, ә беҙ шулай, бил быуарҙан бысылған түңгәктәй һерәйеп, икәүҙән-икәү генә суҡаябыҙ. Сажидәнең хәле барыһына ла билдәле, һин ситтә ятһаң да кеше аша ишетәһеңдер әле, ә ул араҡыға ағыуланған зәғиф бала тапҡым килмәй, тип баштан уҡ баш тартты, бер нисә тапҡыр аборт яһатты, ә хәҙер һуң инде...
(Дауамы. Башы 28-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА