
Быйыл декабрҙә Советтар Союзының тарҡалыуына 35 йыл тула. Бөгөнгө заман бөтә донъя тарихына ғәйәт ҙур йоғонто яһаған был глобаль сәйәси ваҡиғаны төрлөсә баһалап була, әлбиттә. Империялар ҡасандыр барыбер емерелә, тип фәлсәфәүи һығымта менән сикләнергә һәм үҙеңде тынысландырырға, йә иһә Бөйөк Державаның юҡҡа сығыуын, милли катастрофа, тип баһаларға мөмкин. Нисек кенә булғанда ла, ваҡытты кирегә бороу мөмкин түгел.
Дәүләт бөтөнлөгө тотҡаларының береһе - армия ул. Совет Армияһы ҡеүәте менән донъяла тиңе булмаған көс ине, ә ике йыл хеҙмәттә булып ҡайтыу егеттәр өсөн мәртәбә һаналды. Мин үҙем 1980 - 1982 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Шуның ярты йылы Ҡаҙағстандың ул саҡтағы баш ҡалаһы Алма-Атала үтте.
Егеттәр, хәрби хеҙмәткә алынып, ил гиҙеп, ер-һыу күреп ҡайтты. Беҙҙең быуын йәштәре өсөн күп осраҡта был берҙән-бер оло сәфәр, ғүмерҙәренең иң ҙур, иң сағыу ваҡиғаһы булды. Хәҙер генә йәше лә ҡарты ла, эш, еңел тормош эҙләп, ил буйлап һибелде, ҡайҙа ғына барып сыҡмайҙар улар - Чукотканан Калининград өлкәһенә тиклем. Элек эш ауылдың үҙендә ине, бик һирәктәр тыуған төйәгенән айырылды, ситтә төпләнде. Сит илдәрҙә лә башҡорт байтаҡ бөгөн. Элек егеттәр Варшава договорына ингән социалистик илдәрҙә урынлашҡан хәрби частарҙа хеҙмәттә булып ҡына башҡа дәүләттәрҙәге йәшәйеште күрҙе.
Хеҙмәткә 1980 йылдың апрелендә Силәбе өлкәһенән алындым. Өлкәнең саҡырылыш пункты Копейск ҡалаһында урынлашҡайны ул ваҡытта. Моғайын, хәҙер ҙә шулайҙыр. Беҙҙе махсус состав менән Алма-Атаға пограничниктарҙың сержанттар мәктәбенә алып киттеләр. Ул заманда Алма-Ата Ҡаҙағстан ССР-ның баш ҡалаһы ине, әле уның исеме лә башҡаса яңғырай - Алматы. Юлда дүрт көн самаһы булдыҡ, ҡаҙаҡ далаһын төньяҡтан көньяҡҡа буйынан-буйына үттек. Иҫтә ике нәмә уйылып ҡалған: дала ләләләре (тюльпандары) һәм Балхаш күле.
Яҙ - даланың тура мәғәнәһендә сәскә атҡан мәле. Состав мул йәшеллек һәм иҫ китмәле алһыу тюльпандар яланы аша барҙы. Урыны менән офоҡҡа тиклем күҙ күреме ер ут ялҡынындай алһыуланып ята ине. Ҡырағай ләлә сәскәһенең ошо рәүешле үҫеүе, уның иҫ китмәле күплеге минең өсөн асыш булды. Беҙҙә, Көньяҡ Уралда, яҙҙы умырзая биҙәһә, ҡаҙаҡ далаларында - алһыу тюльпандар.
Ҙур ҡалаларҙы төнөн генә үттек, ахыры, сөнки күҙгә тик ауылдар ғына ташланды. Киң далала улар етемһерәп кенә, күрмәлекһеҙ булып, йонсоу ҡиәфәттә ултыра. Балхаш күле тирәләп поезд көнө буйы барҙы. Күлдең йөҙө ҙур тулҡындар менән йыйырсыҡланғайны, һыуҙың төҫө йәшкелт күренде, нишләптер. Ярҙары яланғас, ағасһыҙ. Бер ауыл тапҡырында состав бик оҙаҡ туҡтап торҙо. Өйҙәр тимер юлынан биш йөҙ метр тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡайны. Самандан һуғылған ине улар, күрәһең. Ҡыйыҡланмағандар, тәҙрәләре бәләкәй. Эргә-тирәләрендә баҡса, ағас-маҙар күҙгә ташланмай. Балыҡсылар ауылы тип фаразланым. Сөнки туҡтаған поезды балыҡ бәйләмдәре тотҡан ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙары һырып алды. Ҡулдарында ҡаҡланған, ыҫланған төрлө балыҡ, кем уҙарҙан тауарҙарын маҡтайҙар. Инде өсөнсө тәүлек вагондарҙа бикле барып йонсоған призывниктарға тамаша бик ярап ҡалды. Тышҡа сығармайҙар, шуға сауҙа вагондың асыҡ тәҙрәләре аша бара. Аҡсалы ҡала егеттәре ҡаҙаҡ ҡатындары ҡулынан балыҡты шунда уҡ һыпырып алып бөттө. Кәсептәренең шулай уң китеүенә дәртләнгән ҡатындар яңы партия тауарға өйҙәренә ҡарай йүгерҙе. Ҡарап ултырабыҙ: өй башына менеп китәләр ҙә, махсус урҙаларға ҡаҡларға теҙеп эленгән балыҡты һыпырып алып, кире поезға уҡталалар. Шулай бер нисә тапҡыр урап әйләнде улар. Вагон ыҫланған балыҡ еҫе менән тулды.
Алма-Атаға таңда барып төштөк. Беҙҙе көплө һалдат машиналары көтә ине. Ҡаҙағстандың ул саҡтағы баш ҡалаһын мин аяҙ күк йөҙлө, тымыҡ һауалы, йәшеллеккә сумған, һил һәм бөхтә мөхитле итеп иҫләйем. Ул Иле Алатауы (Заилийский Алатау) тауы итәгендә диңгеҙ кимәленән 700 - 900 метр бейеклектә урынлашҡан, алыҫта ҡарлы аҡ түбәләр ослайып күккә олғашҡан. Климаты сағыштырмаса йомшаҡ.
Сик буйы ғәскәрҙәре өсөн сержанттар әҙерләү мәктәбе, йәғни 9792-се часть, Алама-Атаның көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡайны. Интернеттан эҙләй торғас, картала уны саҡ таптым. Спутниктан төшөрөлгән часть биләмәһе фотоһүрәтенә бағып, тулҡынланыу ҙа кисереп ҡуйҙым. Биш ҡатлы казарма, уға уртатоштан ҡушарлаған уҡыу корпусы, һул ҡабырғаһынан төкәтелгән ашхана, стройҙа йөрөгән плацтың аҡ шаҡмаҡтары, физик күнекмәләр үткән стадион, парлы ике ҡоралай йөрөгән йәшел газондар һәм ағас ышыҡтары, генерал йорто - барыһы ла шул көйө һаҡланған. Ҡырҡ алты йыл ваҡыт үткән, шулай булһа ла гүзәл йәшлек мәлен үҙ эсенә алған ярты йыл тормошом ваҡиғалары хәтергә ныҡ уйылған.
Мин, ун һигеҙ йәшлек егет, ғүмеремдә тәүге тапҡыр тыуған төйәгемдән шул тиклем алыҫҡа киттем. Уҡыу мөҙҙәтемде тултырғас, икенсе тарафтарға алып китерҙәр, бында ғүмеремдә башҡа булмаҫмын, эҙҙәрем дә ҡалмаҫ, булыу-булмауымды үҙемдән башҡа бер кем белмәҫ, иҫләмәҫ, тигән уй Ғәләмдең сикһеҙ киңлеген, донъялыҡтың фанилығын, яҙмыштың ғәжәп боролоштарға һәм алдан фараз ҡылыу мөмкин булмаған ваҡиғаларға байлығын, ваҡыттың үҙен тоттормаҫ шыйғалаҡ шамбы кеүек йылғырлығын аңғартып, ошоларҙың барыһын да үҙ эсенә алған Ғәләмдә кешенең бер саң бөртөгө генә икәнен йәш күңелемә һеңдерҙе.
Алма-Ата совет заманында тауҙа урынлашҡан (1691 метр бейеклектә) "Медео" халыҡ-ара кимәлендәге боҙ шыуыу спорт комплексы менән данлыҡлы ине. Ул 1972 йылда төҙөлгән. Төрлө йылдарҙа боҙ комплексында Европа һәм Донъя чемпионаттары үткәрелә. Тау шишмәләре һыуын файҙаланып туңдырылған боҙ донъяла иң сифатлыларҙан һанала. Медеола барлығы 200-ҙән ашыу донъя рекорды ҡуйылған.
Ҡаланың исеме юҡҡа ғына "алма" һүҙенән алынмаған. Иле Алатау итәгендә алма баҡсалары йәйрәп ята. Алманың, грушаның, сливаның, өрөктөң ниндәйе генә үҫмәй унда. Беҙҙе бер нисә тапҡыр уңыш йыйырға алып барҙылар. Иң сифатлы юғары сортлы алманы, ике бармаҡ менән суҡ йөйҙәренән тотоп ҡына өҙөп, ағас юнышҡыһы һалынған ҡумталарға һала барҙыҡ. Емеш йыйыуҙың был аяулы технологияһы уның тауар йөҙөн боҙмаҫ, бармаҡ эҙҙәре аҙаҡтан ҡарайып ҡалмаһын өсөн ҡулланыла икән. Көнө буйы алма ашап йөрөйбөҙ, үҙебеҙ менән вещмешоктарға, аҙыҡ-түлек ҡумталарына тултырып, алма-грушаны казармаға алып ҡайтабыҙ һәм тағы ашайбыҙ. Шул тиклем татлы, ашап туйғыһыҙ ине ул емештәр. Ике-өс тапҡыр булдыҡ емеш совхоздарында.
Алыҫтан булһа ла ул замандағы Совет иле етәксеһен дә Алма-Атала күрҙем. Л.И. Брежнев 1980 йылдың август айы тирәләрендә эш сәфәре менән Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Алма-Атаға килде. Ил именлеге комитеты составына ингән сик буйы ғәскәрҙәре булараҡ, сержанттар мәктәбе курсанттарын, юғары ҡунаҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, аэропортты ҡамауға алған хәрбиҙәрҙең икенсе ҡуласаһына ҡуйҙылар. Алда КГБ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре торҙо. Шунда Брежневты күреп ҡалдым.
Ике йылдан һуң ул мәрхүм булды. Ноябрь айы, Мейәстә уҡыуымды дауам итеп йөрөгән саҡ ине. Мин иҫ белгәндә илде етәкләгән, тик уны ғына бөйөк дәүләттең етәксеһе итеп белгән һәм башҡаның ул тиклем дә юғары вазифаны биләй алыуына шикләнгән шундай даһи, берҙән-бер кешенең табутын ҡәбергә таһырлатып ташланылар ҙа ҡуйҙылар. Матәм процессияһынан тура трансляция алып барылды һәм табуттың ҡәбергә таштай төшөп китеүен бар ғәләм ишетте. Брежнев эпохаһы шулай күңелһеҙ тамамланды. Эйе, донъялыҡтағы сәйәхәттең ҡасан да ахыры була. Тик тиҙерәк ҡотолорға теләгәндәй, табутыңды таш шикелле атып бәрмәһәндәр ине, берүк. Бөтә нәмәнең самаһы була, властың да. Хәҙер ҙә бигерәк әрһеҙләшеп власҡа йәбешәләр ҙә ҡуялар, аҙағы нисек бөтөрөн уйламайҙар...
Гүзәл Алма-Ата ҡалаһына даими янап торған ҡурҡыныс та бар, ул - шыуғын, йәғни эҫе йәйҙәрҙә тауҙағы мәңгелек ҡарҙың күпләп иреүе һөҙөмтәһендә тау араларындағы уйпаттарҙа күлдәр хасил була, һыу күбәйә бара һәм бер мәл ул йырылып китә, таш һәм һыу аҫҡа уҡтала, үҙ юлында осраған барлыҡ нәмәне йыуып алып китә. Алма-Ата иң ҡурҡыныс шыуғынды (сель) 1921, 1963, 1973 һәм 1977 йылдарҙа кисерә. 1921 йылда ҡаланың күп өлөшөн таш һәм мәте баҫып китә, йорт-биналар емерелә, 500-ҙән ашыу кеше һәләк була. 1963 йылда сель Иссыҡ күлен баҫа һәм юҡ итә. Уның ярында ял иткән йөҙ илленән ашыу кеше һәләк була. 1973 йылда шыуғын ял итеүселәре менән бергә "Горельник" турбазаһын йыуып алып китә.
Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында шыуғынға ҡаршы ҡоролған плотиналар хәҙер Алма-Атаны (1993 йылдан Алматы исемен йөрөтә) тәбиғәттең был емергес күренешенән һаҡлап тора. Шулай ҙа ҙур булмаған шыуғындар әле лә күҙәтелә. Уларҙың һуңғылары 2015 йылда була. Үрҙә һанап үтелгән тәбиғәт һәләкәттәре фәҡәт июль айына тура килә.
1991 йылдың 16 декабрендә Ҡаҙағстан Республикаһы дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында закон ҡабул итә.
Ҡаҙағстандың Рәсәй империяһына инеүе 1731 йылда Ҡаҙаҡ ханлығы Кесе йөҙөнөң беренсе ханы Әбелхәйерҙең Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүе һөҙөмтәһендә башлана. 1740 йылда Урта йөҙ ханы Әбелмәмбәт уға эйәрә. Ҡаҙаҡ халҡының тулыһынса Рәсәйгә ҡушылыуы 1824 йылда тамамлана.
Ошо ике быуаттан ашыу дөйөм тарихҡа ҡағылған бер мәлдә хеҙмәт итергә тура килде миңә Алма-Атала (Алматыла). Хәҙер инде Ҡаҙағстан - айырым дәүләт. Уның, СССР-ҙың элекке ун биш союздаш республикаһы кеүек үк, үҙ ҡанундары, йәмғиәт ҡоролошо, үҫеш юлы. Йәш быуын өсөн - ул сит ил, башҡа донъя...
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА