
Айыу баланы (жимолость татарская - Lonicera tatarica L.) - ошо уҡ исемдәге ғаиләгә ҡараған ҡыуаҡ ағас. Ул тау битләүҙәрендә, урман ситтәрендә үҫә. Аҡ йәки алһыу сәскәле был ҡыуаҡ күптәргә таныш. Ботаҡтары һарғылт һоро төҫтә, бейеклеге 1 - 3 метрға етә. Япраҡтары йомортҡа йәки эллиптик формала, телгеләнмәгән. Май-июнь айҙарында сәскә ата. Емештәре - ҡыҙғылт һары, балан ҙурлығында, ағыулы. Беҙҙең республиканың Ейәнсура, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Балаҡатай райондарында күпләп үҫә. Был үҫемлек - беҙҙең урмандарыбыҙҙың, туғайҙарыбыҙҙың ғәжәп матур биҙәктәренең береһе. Шуға күрә уны декоратив ағас сифатында ҡала баҡсаларын биҙәү өсөн дә ултырталар, ул яңы ерҙә бик тиҙ үҫеп китә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә уның майҙаны йөҙәр гектарға етә. Умартасыларға был үҫемлектең бик һәйбәт бал биреү үҙенсәлеге күптән билдәле. Унан алынған бал үтә күренмәле таҙа һәм хуш еҫле була.
Бынан тыш, алтай айыу баланы (жимолость алтайская) бар. Беҙҙең тәбиғәт шарттарында ул таулы һәм ылыҫлы урмандарҙа үҫә. Яңауыл, Бөрйән, Белорет райондарын, Ирәмәл тауҙарын үҙ итә. Июнь айҙарында һары төҫтәге сәскә ата. Емештәре һары йәки күк төҫтә. Уның бер аҙ әскелтем еләктәрен ашарға ярай, унан ҡайнатма әҙерләйҙәр. Алтай айыу баланында С витамины 60-66 мг тәшкил итә. Ботаҡтарының ҡайырыһы Тибет медицинаһында ҡулланыла. Алтай айыу баланы декоратив үҫемлек булараҡ ҡалаларҙы, баҡсаларҙы йәшелләндереүҙә лә киң файҙаланыла.
Айыу баланы емештәрен ағас төйгөс менән талҡан булғансы төйәләр. 1 кг емешкә 1,5 - 2 кг иҫәбенән, тигеҙ рәүештә шәкәр һибәләр. Шәкәр иреп бөткәнсе бутайһың да быяла банкаларға һалып һыуытҡыста һаҡлайһың. Ҡайнатма итеп йә кеҫәлгә ҡушып ҡулланаһың.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|