
Ҡаҙаяҡтар (щитовник мужской - Dryopteris filix - mas L.) - беҙҙең планетаның боронғо үҫемлектәренең береһе. Ҡасандыр Ер йөҙөн күбеһенсә улар ғына биләп алған булған. Хәҙер ҙә ҡайһы бер тропик илдәрҙә ҙур-ҙур майҙандарҙа гигант ҡаҙаяҡтар үҫә. Улар унда мәңге йәшел үҫемлектәр һанала. Африканың Рувензори тау һырттарында 65 километрға һуҙылған Семлики йылғаһы аға. Уның үҙәнендә һауа ағымы үҙгәрмәй, һәр саҡ тын тора, һәм бына ошондай шарттарҙа үҙенә күрә бер микроклимат барлыҡҡа килгән. Ерҙән һәр ваҡыт томан күтәрелә, ул бер аҙ ваҡыттан һыуынып, ямғыр булып кире төшә. Һауа, тупраҡ, үҫемлектәр - бөтәһе лә йылы һыу парҙары менән туйынған… Бына ошондай тәбиғәт шарттарында бейеклеге 9 метрға тиклем еткән ағас кеүек бейек ҡаҙаяҡтар менән бергә бәләкәй ҡаҙаяҡтарҙың да һанһыҙ күп төрҙәре үҫә. Ярым ҡараңғылыҡ, дымдың, йылылыҡтың етерлек булыуы, тупраҡтың уңайлы төрҙәре - былар бөтәһе лә ҡаҙаяҡтар үҫер өсөн һәйбәт шарттар тыуҙыра. Ер йөҙө күп миллион йылдар элек нисек булһа, хәҙер ҙә шул көйө, үҙгәрмәгән кеүек…
Ә беҙҙең һауа шарттарында үҫкән ҡаҙаяҡтар эволюция һөҙөмтәһендә күп һанлы үҙгәрештәр кисергән. Улар дымлы ерҙәрҙә лә, ҡоро урында ла, хатта тау-таш араһында ла үҫергә күнеккәндәр (мәҫәлән, ҡырғаяҡ йәки татлы ҡаҙаяҡ). Беҙ күреп өйрәнгән ҡаҙаяҡ, ғәҙәттә, еүеш урындарҙа, ҡараңғы ҡуйы урмандарҙа үҫә. Шыршы, аҡ шыршы үҫкән урманда уны күпләп осратырға була. Шулай уҡ ҡайын, йүкә, уҫаҡ ағастары үҫкән урманда ла осрай. Ҡарағай урмандарында уны һирәк осратырға мөмкин, сөнки унда яҡтылыҡ күп төшә һәм тупраҡтың еүешлеге ҡырҡа кәмей. Ҡаҙаяҡтар урыны-урыны менән ҡуйы ғына булып үҫә. Бындай осраҡта 1 квадрат метр майҙанға 2- 3 үҫемлек тура килә. Бейеклеге 50 сантиметрға етһә, ҡыуаҡ әйләнәһе 130 сантиметр була.
Аптекаға тапшырыу өсөн уның тамырын файҙаланалар. Тамырҙы көҙ көнө йәки иртә яҙ ҡаҙып алалар. Уны, тупраҡтан таҙартҡандан һуң, ваҡ ҡына итеп турайҙар һәм күләгәлә киптерәләр. Мейестә киптергәндә эҫелеге 40 градустан артмаҫҡа тейеш.
Тамырҙың химик составына килгәндә инде, унда филикс кислотаһы, фильмарон, эфир майҙары, аспидинол, флораспин бар. Хәҙерге заман медицинаһы уны бабасыр ҡыуыу сараһы булараҡ һәм, бынан тыш, ревматизм, төрлө йәрәхәттәр һәм мускулдар көҙән йыйырып тартышҡан осраҡта ванналар алыу өсөн файҙаланырға тәҡдим итә. Фәнни медицинала ҡаҙаяҡтың ҡуйы экстракты таҫма һымаҡ бабасырҙарға ҡаршы ҡулланыла. Ҡаҙаяҡтың һабаҡ-тамыры ағыулы һәм бөтә булған һауыҡтырыу саралары врач күҙәтеүе аҫтында үткәрелергә тейеш.
Яҙ көнө ҡаҙаяҡтың үҫеп китеүен күҙәткәнегеҙ бармы? Үҫемлектең һабағы, ерҙе тишеп сығып, юғарыға үрләгән һайын, йомолған йоҙроҡҡа оҡшап йыйылған япраҡтар йомғағы яйлап тағатыла, ҙурая һәм асыла башлай. Яңы ғына асылған япраҡтар асыҡ йәшел төҫтә була. Бына ошо ваҡытта уның үренделәрен, ашар өсөн, йәки дарыуға йыялар. Дөйөм алғанда ҡаҙаяҡ ағыулы үҫемлек булып иҫәпләнһә лә, ул ашарға яраҡлы. Ҡаҙаяҡтың үрендеһен әле асылып етмәгән япраҡтарынан әрсеп ҡайнаталар һәм ике тапҡыр һыу менән сайҡатҡандан һуң, салат һәм аш өсөн майҙа ҡыҙҙырып алалар. Йәш ҡаҙаяҡты киптереп йәки тоҙлап, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйырға ла мөмкин.
Был үҫемлеккә һуңғы йылдарҙа һорау ифрат күбәйҙе. Алыҫ Көнсығыштан алып Себергә тиклем уны әҙерләү шул тиклем артты, хатта был үҫемлек тәбиғәттән юғала барыу дәрәжәһенә етте, тиһәк, бер ҙә генә арттырыу булмаҫ. Тоҙланған йәш ҡаҙаяҡтарҙы сит ил алыпһатарҙары бик ихлас һатып алып, башҡа ерҙәргә оҙата. Йәш ҡаҙаяҡ үренделәренән әҙерләнгән аҙыҡ Японияла, Ҡытайҙа, Кореяла бик ҙур һорау менән файҙалана. Баҡһаң, ул организмдағы радиоактив нурҙарҙы сығарыуға булышлыҡ итә икән.
Ҡаҙаяҡтан төнәтмә. 500 г ҡаҙаяҡ япрағын 10 л һыуға һалып, 2 тәүлеккә төнәтергә ҡуялар. Бүлмә гөлдәренә (цикламен) тәүлегенә 1 стакан иҫәбенә һипкәндә, ул тиҙерәк үҫә һәм нематодтарҙан зарар күрмәй.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА