«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ВАТАНСЫЛЫҠ ТОЙҒОҺО ӘЙҘӘЙ
+  - 

Өфөләге Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры, капитан Фәдис Солтанов һүҙҙәренсә, пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләүселәр һаны арта.

"Ғариза яҙған кандидаттарҙың күпселеген был аҙымға ватансылыҡ тойғоһо этәрә. Шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына, дуҫтарына, туғандарына һәм хатта атай-ағайҙарына ярҙам итеү теләге лә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөү өсөн сәбәп булып тора. Ҡайһы осраҡта финанс мәсьәләһе лә алға сығыуы ихтимал. Сөнки МХО зонаһында хеҙмәт хаҡы яҡшы түләнә", - ти офицер.
Фәдис Солтанов таксиҙа эшләгән Өфө егете миҫалында шундай бер хәлде иҫенә төшөрҙө. "Ниндәйҙер эске ынтылыш егетте МХО-ға барырға әйҙәй һәм ул үҙен армия хеҙмәтендә БПЛА операторы сифатында һынап ҡарарға була. Уның фекеренсә, һуғыш шарттарында дуҫлыҡ-туғанлыҡ тойғолары, бер-береңә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт ғәҙәти тормоштағына ҡарағанда күпкә көслөрәк. Ул, оҙаҡҡа һуҙмай, анализдар тапшырҙы, бер көндә медицина тикшереүен үтте. Биш төп тест блогын үҙ эсенә алған профессиональ һайлап алыу һынауҙарын 40 минутта башҡарып сыҡты һәм юғары баһа алды. Хәҙер егет - пилотһыҙ осоу аппараттары операторы. Хәрби бурыстарын үтәү өсөн Махсус хәрби операция зонаһына юлланды", - тип һөйләй офицер. Бөгөн пилотһыҙ ғәскәр системаһы Рәсәй Ҡораллы көстәренең элитаһы кимәленә күтәрелде. Төрлө тәғәйенләнештәге һәм типтағы дрондар ярҙамында разведка алып барыла, һөжүм операциялары үткәрелә. Улар алғы һыҙыҡҡа боеприпастар, аҙыҡ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары ташый, яралыларҙы эвакуациялау ваҡытында ярҙамға килә.
Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итеүселәр тейешле түләүҙәр һәм социаль гарантиялар ала, айырым өҫтөнлөктәр менән файҙалана. Башҡортостанда яугирҙарҙың үҙҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50-гә яҡын социаль ярҙам һәм ташламалар ҡаралған.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар ҙа бар. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар, академик отпуск алып, контракт төҙөгән хәлдә, хеҙмәттән һуң бюджетҡа кире ҡайта ала.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 
Ҡартлыҡ бәхет була алмай. Ҡартлыҡ - тыныслыҡ һәм бәлә генә була ала. Уны хөрмәт итһәләр, ҡартлыҡ тыныслыҡ кисерә. Онотһалар һәм яңғыҙлыҡта ҡалдырһалар, ул бәләгә әүерелә.

(В. Сухомлинский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru